RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

06.12.2011 Ҙур спорт тирәләй

Биатлонсылар әлегә миҙалһыҙ…

Биатлон буйынса донъя кубогының тәүге этабы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышһыҙ башланды. Улар һәр төр ярышта уртаса сығыш яһап, өлкән тренерҙары әйтеүенсә, киләсәккә өмөт ҡалдыра. Әйтәйек, спринт бәйгеһендә Светлана Слепцова туғыҙынсы һөҙөмтә күрһәтһә, Анна Богалий-Титовец 12-се булды. Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина финишҡа 30-сы булып килде. Ғөмүмән, Вилухинаның дебюты әллә ни насар булманы. Эҙәрлекләү ярышында ла ул, 40 көслө спортсы исемлегенә эләгеп, донъя кубогының дөйөм мәрәй­ҙәр күрһәтмәһенә инде. Беренсе этап һөҙөмтәһе буйынса яҡташыбыҙ, барыһы 32 мәрәй яулап, 28-се урынды биләне. Ә инде ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә, Франция биатлонсылары, ике алтын миҙал яулап, юғары күрһәткескә өлгәште. Норвегия спортсылары бер алтын, өс көмөш һәм бер бронза миҙал менән икенсе урында булһа, Швеция, бер алтын һәм бер көмөш миҙал яулап, өсөнсө баҫҡыста урынлашты.

Рәсәй үтемле төркөмгә эләкте

Киләһе йыл футбол буйынса Европа беренселегендә ҡатнашасаҡ командаларҙың төркөмдәре билдәле булды. Рәсәй футболсылары «А» төркөмөндә Греция, Чехия һәм Польша командалары менән уйнаясаҡ. ҡайһы бер белгестәр әйтеүенсә, был улар өсөн үтемле төркөм. Ысынлап та, дәғүәселәре әллә ни көслө булмаһа ла, һәр береһе киләһе этапҡа сығырға лайыҡлы. Ә бына башҡа төркөмдәрҙә көрәш бик ҡаты булмаҡсы.
«В» төркөмө
Голландия
Дания
Германия
Португалия
«С» төркөмө
Испания
Италия
Ирландия
Хорватия
«D» төркөмө
Украина
Швеция
Франция
Англия

Рәсәй волейболсЫлары донъя кубогын яуланы

Рәсәй волейболсылары донъя кубогын яулап, үҙ тарихында икенсе тапҡыр уңышҡа өлгәште. Быға тиклем улар 1999 йылда ғына кубокты яулағайны.
Рәсәй йыйылма командаһы финалда Польша волейболсыларын биш партияла (25:23, 23:25, 25:22, 17:25, 17:15) отоп, төп приз менән бергә Лондонда буласаҡ йәйге Олимпия уйындарына путевка яуланы.

Сушинский менән Твердовский магнитта

«Салауат Юлаев» командаһының элекке уйынсылары Максим Сушинский менән Олег Твердовский үҙҙәренә эш урыны тапты, буғай. Магнитогорскиҙың «Ме­таллург»ы улар­ҙың икеһен үҙенә саҡырып килешеү төҙөгән.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына