НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Елдән етеҙ елеп

Елдән етеҙ елеп


5 – 6 мартта «Йәншишмә» гәзите призына республика саңғы бәйгеһе үтте. Финал ярыштарында Өфө, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, Ҡалтасы, Кушнаренко, Туймазы, Мишкә, Баҡалы, Салауат райондарынан 10 команда ҡатнашты.
Быйыл 1997 – 1998 йылғы 27 ҡыҙ һәм 50 малай үҙ-ара көс һынашты.
Елдән етеҙ елепЯрыш бәрәкәтле Кушнаренко ерендә уҙҙы. Тәүге көндә шәхси беренселеккә көс һынаштылар. Классик йөрөш менән ҡыҙҙар – 3, малайҙар 5 саҡрымға йүгерҙе. Былтыр 1-се урынды алған Ҡалтасы ҡыҙы Аделина Тимиряева быйыл да һынатманы – финишҡа беренсе булып килде. Билдәләнгән араны ул 11 минут 41 секундта үтте. Аделинаның яҡташы Оля Чужекова 2-се урынды алды. 3-сө урынды Туймазынан Төхвәтуллиналар бү­леш­­те.
Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Трасса һәйбәт итеп әҙерләнһә лә, ауырлыҡтар етерлек. Ҡыҙҙарҙың һөйләүе буйынса, бейек-бейек үрҙәргә артылыу, киҫкен боролоштарҙы үтеү бик еңелдән булмаған.
Стартҡа малайҙар баҫты. Беренсе булып Салауат районы егете Ридан Хажиморатов шыуып китте. Уның артынса – Кушнаренконан Марсель Хәнәфин. Шулай 30 секунд һайын малайҙар старт ала барҙы. Иң беренсе кем килер икән? Мишкә районынан Илья Байморатов, билдәләнгән араны 19 минут 2 секундта үтеп, чемпион булды. Белореттан Леша Лопухов – 2-се, Мишкәнән Кирилл Янситов 3-сө килде.
Икенсе көндө эстафета ярыштары уҙҙы. Унда һәр команданан 3-әр малай һәм ҡыҙ ҡатнашты. Ҡыҙҙар – 2, малайҙар 3 саҡрымға йүгерҙе.
Бында ла ҡалтасылар иң көслөләре булды. Улар – 1-се, туймазылар – 2-се, салауаттар 3-сө урынды алды.
«Йәншишмә»нең бүләктәре бына кемдәргә эләгәсәк!
Ике көндөң дөйөм һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙар араһында 1-се урын – Ҡалтасы, 2-се – Туймазы, 3-сө урын Салауат районы вәкилдәренә бирелде.
Малайҙар араһында мишкәләр – 1-се, ҡалтасылар – 2-се, белореттар 3-сө урынды яуланы.
Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Х. ХӘСӘНОВА.
Кушнаренко районы.

Сығыу ваҡыты 15-03-2011, 13:27 | Ҡаранылар: 1695
|
  • Мишкәләр велосипедҡа атланды
  • Һабантуй байрамына ҡайтығыҙ!
  • Еңеүсе – Өфөнән
  • Тышҡа сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ, Йөҙҙәр ал булыр, яҡшы ял булыр
  • Һөҙөмтәлелек кимәле нимә тураһында һөйләй?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM