НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » СКА үҙ дәғүәсеһен көтә

СКА үҙ дәғүәсеһен көтә


«Салауат Юлаев» менән «Аҡ барс» үҙ-ара «тешләшергә» тора...
СКА үҙ дәғүәсеһен көтәКХЛ-да даими беренселек тамамланып, плей-офф уйындары башланыуға бер аҙна үтеүгә, Көнбайыш конференцияһында уның тәүге ярымфиналсыһы билдәле булды. СКА командаһы, эште оҙаҡҡа һуҙмай, «Спартак» хоккейсыларын дүрт рәт еңеп, буласаҡ дәғүәсеһен ял итеп көтөргә булды.
Ә бит Мәскәү уйынсылары, уларға еңел бирелмәй, аҙаҡҡаса көрәшергә вәғәҙә иткәйне. Көрәшеүен-көрәштеләр, тик хәл­кәй­ҙәре тәүге ике осрашыуҙа юҡҡа сыҡты. Шулай итеп, СКА хоккейсылары, ике миҙгел тыпырсынғандан һуң, ниһайәт тәү­ге ҡаршылыҡты үтте. Ярым­финалда уларҙың дәғүәсеһе «Динамо» /Рига/ командаһы булыуы ихтимал. Латыштар әлеге һуңғы ике осрашыуҙа «Динамо» /Мәскәү/ уйынсыларын ике тапҡыр отоп, дөйөм серия буйынса 3:1/ 2:1, 4:8, 5:1, 2:1 /о.т/ иҫәбе менән алда килә. Ә бына ул конференцияның ҡалған ике сирекфиналында уйындар ҡыҙа ғына башланы. «Локомотив» менән «Динамо» /Минск/ командалары араһында тигеҙлек. Ярославлдә үҙ-ара берәр еңеү яулағас, Минскиҙа ла эште шул юҫыҡта дауам иттеләр. Иҫәп – 2:2 / 7:4, 1:4, 1:4, 4:2/
«Атлант» менән «Северсталь» уйынсылары ла көслөнө асыҡлай алмай интегә. Уларҙа ла иҫәп тигеҙ. Өсөнсө осрашыуҙа «Северсталь» үҙендә дәғүәсеһен көскә 2:1 иҫәбенә еңһә, дүртенсеһендә Милош Ржиганың тәрбиәләнеүселәре хужаларҙы 8:1 иҫәбенә тар-мар итте.
Уйындарын бер көнгә һуңлап башлаған Көнсығыш конференцияһында ла осрашыуҙар ҡыҙыу нөктәһенә етеп килә. Ҡаҙандың «Аҡ барс»ы өсөнсө осрашыуҙа ла «Барыҫ» хоккейсыларын (6:1) еңеп, серияны 3:0 иҫәбе менән еңеп килә. Ә бына төп фаворит булып һаналған «Авангард» командаһы өсөнсө уйында «Нефтехимик»ҡа 2:3 иҫәбенә отолоп, серия буйынса улар­ға 1:2 иҫәбенә еңелә. Ғөмүмән, бында уйын шайбаға бай түгел. Тәүгеһендә «Нефте­химик» өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә отһа, икенсеһендә «Авангард» овертаймда 1:0 иҫәбенә еңде.
Магнитогорскиҙың «Метал­лург»ы КХЛ дебютанты «Югра»ны еңә алмай йонсой. Улар һуңғы ике уйында Ханти-Манси уйынсыларының ҡапҡа­һына юл таба алманы. Дөйөм серия буйынса «Югра» 2:1 иҫәбе менән алға сыҡты.
Өсөнсө миҙгел рәттән Гагарин кубогына ынтылған «Салауат Юлаев» командаһы, сирекфиналда Новоси­бирски­ҙың «Се­бер»ен өс уйында рәттән еңеп, бер аяғы менән ярымфиналда баҫып тора. Өфөлә дәғүәсене 5:2, 3:1 иҫәбенә отҡас, ҡунаҡта уларҙы 6:2 иҫәбенә еңделәр. Хужалар ике осор буйына ҡаршылыҡ күрһәтеп, ваҡыты менән өҫтөнлөк итһә лә, һуңғыһына көсө ҡалманы. Шулай ҙа улар өмөттәрен юғалтмаған. Әгәр хәл иткес дүртенсе осрашыуҙа еңеү улар яғында була ҡалһа, бишенсе уйын Өфөлә үтәсәк. Тик, моғайын, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре СКА-нан үрнәк алыр, тип ышанғы килә.

Н. ТИМЕРОВ.

Сығыу ваҡыты 1-03-2011, 11:27 | Ҡаранылар: 1796
|
  • Тештәре барҙа «тешләшерҙәр» әле…
  • Ике уйында – биш мәрәй
  • Йә биатлон, йә хоккей...
  • Беренсе һынау – «Себер»
  • 12 мөмкинлектән – һигеҙ мәрәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM