НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бишенсегә уйлай...

Бишенсегә уйлай...


Бишенсегә уйлай...Федерация кубогы өсөн бәйгелә Рәсәй йыйылма командаһы тенниссылары, сирекфиналда Франция спортсыларын 3:2 дөйөм иҫәбенә отоп, ярымфиналға сыҡты. Ғөмүмән, ярыш был юлы Шамил Тарпищев тәрбиәләнеүселәре өсөн уңышһыҙ башланды. Башта билдәле Мария Шарапова үҙ дәғүәсеһенән еңелгәс, Светлана Кузнецова ла дәғүәсеһенә ҡаршы тора алмай, бирелергә мәжбүр булды. Иҫәп Франция файҙаһына 0:2 булып, дөйөм еңеү өсөн уларға бары бер генә осрашыуҙа оторға кәрәк ине лә, тик Рәсәй ҡыҙҙары, характер күрһәтеп, ҡалған өс уйында ла еңеү яуланы. Өсөнсө хәл иткес алышта Анастасия Павлюченкова өмөт ҡабыҙһа, Светлана Кузнецова иҫәпте тигеҙләне. Һәм бишенсе бәйгелә шул уҡ Павлюченкова менән Кузнецова парлы ярышта йәнә еңеү яулап, Рәсәй командаһын ярымфиналға сығарҙы. Ярымфиналда уларға Италия һылыу­ҙары дәғүәсе буласаҡ. Ғөмүмән, Рәсәй командаһы Федерация кубогын дүрт тапҡыр – 2004, 2005, 2007 һәм 2008 йылдарҙа яулай.

Сығыу ваҡыты 8-02-2011, 10:46 | Ҡаранылар: 1332
|
  • ҙур спорт тирәләй
  • ҙур спорт тирәләй
  • Ҙур спорт тирәләй
  • Ҙур спорт тирәләй
  • Ҙур спорт тирәләй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM