НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Плей-оффҡа тиклем ике осрашыу ҡалды

Плей-оффҡа тиклем ике осрашыу ҡалды


Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы үҙ боҙонда оҙайлы һуңғы бишенсе уйынын Новосибирскиҙың «Себер» хоккейсылары менән уҙғарҙы.
Осрашыу майҙан хужаларының өҫтөнлөгө менән үтте һәм улар лайыҡлы рәүештә ҡунаҡтарҙы 4:1 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙы. Голдарҙы өфөләрҙән Григоренко, Торесен, Козлов һәм Свитов индерҙе. Ошо уйындан һуң Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре, 89 мәрәй туплап, «Металлург» (Магнитогорск) уйынсыларын ҡыҫырыҡлап, турнир таблицаһының бишенсе баҫҡысына күтәрелде. Шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт лидерҙар төркөмөндә булған «Динамо» (Мәскәү) командаһы, һуңғы арала үҙ уйынын юғалтып, еңелеү артынан еңелеү кисерә. Был юлы улар үҙ майҙанында «Динамо» (Рига) хоккейсыларына 1:3 иҫәбенә отолоп, 11-се уйын рәттән еңеү белгәне юҡ. Һөҙөмтәлә етенсе урынға тәгәрәне. Ә бына уларҙың төркөмдәше – СКА хоккейсылары, әлеге турҙа Магнитогорск клубын 3:0 иҫәбенә отоп, турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысына үрмәләне. Данлыҡлы ЦСКА, ниһайәт, өс мәрәй яуланы. Улар һуңлап булһа ла тиҙлек алған «Витязь» командаһын туҡтатып, 4:3 иҫәбенә отто. Юғарыла 93-шәр мәрәй менән «Локомотив» һәм «Авангард» килә. Өсөнсөлә – «Аҡ барс» (92 мәрәй).
Ғөмүмән, дөйөм ике конференция һөҙөмтәләренә килгәндә, беҙҙең көнсығыштағы командалар көнбайыштағыларға ҡарағанда күпкә көслөрәк булып күренә. Һәр яҡлап сағыштырһаң да, өҫтөнлөк көнсығыш клубтары яғында. Бушҡа ғына һуңғы йылдарҙа улар юғары уңышҡа өлгәшмәйҙер.
Хәҙер «Салауат Юлаев» командаһын ситтә өс ауыр уйын көтә. Кисә кис улар «Спартак» менән осрашһа, йәкшәмбелә – СКА, 25 ғинуарҙа «Северсталь» командаһы менән сәкәләшәсәк. Беҙҙең майҙанда иһә плей-оффҡа тиклем ике генә осрашыу үткәрәһе ҡалды. «Динамо» (Мәскәү) менән «Витязь» уйынсылары ҡунаҡҡа киләсәк. Һуңынан йәнә ситтә өс осрашыу һәм хәл иткес плей-офф уйындары башлана.
Н. ТИМЕРОВ.

Сығыу ваҡыты 22-01-2011, 17:15 | Ҡаранылар: 1940
|
  • Беҙҙекеләр – беренсе. әлегә
  • Һәр береһенең үҙ маҡсаты
  • Өфөлә ҙур хоккей көтөлә
  • Бер тында ғына еңеүе ауыр шул
  • 12 мөмкинлектән – һигеҙ мәрәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM