RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Нисек еңмәһен?.. Ауылдағылар килде бит

18.01.2011 Нисек еңмәһен?.. Ауылдағылар килде бит

Хоккей, йылдан-йыл ҙур популярлыҡ яулап, Башҡортостан халҡының йәшәү рәүешенә әйләнеп бара тиһәк, хата булмаҫ. «Салауат Юлаев» өсөн бөтә республикала «ауырыйҙар» бит. ҡайҙа барма, тик хоккей тураһында һөй­ләй­ҙәр. Был ғына ла түгел, Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйәндән тип тормай, алыҫ араларҙы яҡынайтып, яратҡан командаһының уйынын күрер өсөн Өфөгә үк килеп етәләр. Эштәр былай барһа, туғыҙ мең кеше һыйҙырышлы «Өфө-Арена»ны тағы ла шул хәтлемгә ҙурайтыр­ға тура килмәҫ тимә.
Уҙған ял көнөндә лә, кассала билет бөтөп, халыҡ байрамдан мәхрүм ҡалды. ҡайһы берәүҙәр, алыпһатарҙарҙан 5 – 10 тапҡырға булһа ла ҡиммәткә билет алып, буш ҡайтмаҫҡа тырышты. Нишләйһең, ауылдан бер ысҡынғанда ундай байрамдан мәхрүм ҡалып булмай бит. Бына ошондай ысын көйәрмәндәр йәшәй хәҙер ауылда.
Осрашыу, ысынлап та, бик матур, көсөргәнешле үтеп, килгән көйәрмәндәр өсөн үкенерлек булманы. Юлаевсылар, күп ваҡыт өҫтөнлөк итеп, һуңғы осорҙа дәғүәсегә өмөт бирҙе һәм өҫтәмә ваҡытта еңеү шайбаһын индереп, «Атлант» уйынсыларын 4:3 иҫәбенә отто. Әлегә өфөләр 83 мәрәй менән турнир таблицаһының алтынсы баҫҡысында килеүен дауам итә.
Кисә кис улар «Торпедо»ны ҡабул итте. Өфөләр менән улар быйылғы миҙгелдә бер тапҡыр уйнаны һәм, көйәрмәндәрен ҡыуандырып, юлаевсыларҙы 3:0 иҫәбенә еңеп ҡайтар­ҙы.

Сираттағы «әтәс» Кличкоға янай...

«Кличколарға көн бөттө... Етер уларға байрам итергә. Көсһөҙҙәрҙе еңеп, донъяла маһайып йөрөгән булалар. Был бигерәк тә Виталийға ҡағыла. Ул бер ваҡыт ҡына лайыҡлы бокссы Леннокс Льюс менән алышты һәм мәсхәрәгә ҡалды. Ә ҡалған дәғүәселәре – тулты­рыл­ған тоҡсай... Ул бит һыңар күҙлеләр иленең батшаһы», – тигән Куба спортсыһы Одланьер Солистың промоутеры.
Был спортсылар әтәс кеүек... Бер яҡтан, һәйбәт инде, сәм бар, тимәк, көрәшергә сәбәп тә бар. Тик ҡайһы саҡ саманан сығып шашып китәләр. Әлеге кеүек, Кличколарға һүҙ менән һөжүм итеүҙәр беренсе көн түгел. Быға тиклем дә улар­ҙы рингынан «ҡолатып» төшөрөүселәр булды. Нисек кенә булмаһын, бәйге 19 мартҡа планлаштырылған.

«Зенит» Подольскиға ҡулын һуҙмаҡсы...

Футбол буйынса Рәсәй беренселеге тамамланыуға ике ай ваҡыт үтеп тә өлгөрмәне, Премьер-лиганың бар клубтары ла ялдан сығып, күнекмәләргә тотондо. Әле­гә «Сатурн» менән «Амкар»ҙың ғына яҙмышы билдәһеҙ. Моғайын, улар, фи­нанс хәленә һылтанып, беренселектән төшөп ҡалыр. Ә бына байҙар, һаман шашынып, составты көсәйтеү йәһәтенән футболсыларҙың «иң-иң»дәренә һунар башланы. Был, әлбиттә, «Зенит»ҡа ҡағыла. Немец матбуғат сараларының яҙыуына ҡарағанда, «Зенит» ошо арала 25 йәшлек билдәле уйынсы, Германия йыйылма командаһының һәм «Кельн» клубының һөжүмсеһе Лукас Подольски менән килешеү төҙөмәксе. Был хәбәрҙе «Зенит» клубы етәкселеге әлегә дөрөҫләмәй ҙә, инҡар ҙа итмәй. Әгәр ул ысын була ҡалһа, билдәле футболсының трансферы 14 – 15 млн евро буласаҡ. Шулай уҡ башҡа сит ил матбуғат саралары ла Рәсәй чемпионының башҡа ҡайһы бер «йондоҙ»ҙарға һунар башлауы хаҡында белдерә.
Әлегә аныҡ ҡына әйтеүе иртәрәк булыр, әммә, утһыҙ төтөн булмай, тиҙәр... Башҡа командалар етәкселеге лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Әйтәйек, ЦСКА агенттары йәнә Бразилия уйынсыһы Жоға тәҡдим менән сыҡҡан. Әгәр иҫләһәгеҙ, ул бер ваҡыт ЦСКА составында уйнап киткәйне. «Рубин» да эҙләнеү өҫтөндә. Ә бына Мәскәүҙең «Спартак» командаһы составын тулыһынса тиерлек яңыртмаҡсы булған. Ул, элекке футболсыларынан баш тартып, яңыларына өмөт итмәксе.

«Алтын туп» Мессиға тапшырылды

Икенсе йыл рәттән Ер шарының иң көслө футболсыһы булып Аргентина йыйылма командаһының һәм «Барселона» клубының һөжүмсеһе 23 йәшлек Лиональ Месси танылды. Ул, шулай уҡ ошо исемгә дәғүә иткән Испания йыйылма командаһы уйынсылары, уҙған йыл футбол буйынса донъя чемпионы булған Хави менән Иньестаны тауыш биреүҙә уҙып китеп, «Алтын туп» менән бүләкләнде.
Бәйге тарихына килгәндә, ваҡытында шул уҡ исемгә ике йыл рәттән өс футболсы тәҡдим ителә. Ә бына билдәле Франция спортсыһы Мишель Платини хатта уны өс йыл рәттән яулай.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына