НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Швейцария өсөнсө тапҡыр «алтын»һыҙ ҡалды

Швейцария өсөнсө тапҡыр «алтын»һыҙ ҡалды


Швейцария өсөнсө  тапҡыр «алтын»һыҙ ҡалды
йәки Улар үҙ тарихында өс тапҡыр финалда уйнап, чемпион була алмай йонсой

Хоккей буйынса Данияла уҙған сираттағы донъя чемпионатында Швеция командаһы финалда Швейцария уйынсыларын буллит серияһында алдырып, икенсе йыл рәттән еңеүсе булып танылды.
Ғөмүмән, ул беренселек буйына бар дәғүәсеһен дә отоп, быйылғы турнирҙа еңелеү белмәҫ команда булды. Тик бына Швейцария хоккейсылары йәл… Улар бынан биш йыл элек тә, үҙ тарихында икенсе тапҡыр финалға сығып, шул уҡ шведтарға еңелеп, көмөш миҙал менән генә ҡәнәғәтләнгәйне. Был юлы ла бәхет йылмайманы. Ә бит сирекфиналға төркөмдөң дүртенсе урынынан сығып, чемпионатта фаворит булып һаналған финдарҙы ҡыҫырыҡлап, һуңынан Рәсәй командаһын рәнйеткән Канаданы ла еңеп, хатта финалға барып етте. Нишләйһең, Швейцария уйынсылары үҙ тарихында өс тапҡыр (1935, 2013, 2018 йылдар) төп бәйгелә ҡатнашып, «алтын»ды яулай алмай интегә.
Өсөнсө призлы урын өсөн Канада менән АҠШ-тың НХЛ уйынсыларынан ғына төҙөлгән хоккейсылары сәкәләште. АҠШ тигәндән, уның ҡасандан финалда уйнағаны юҡ. Һуңғы тапҡыр 1960 йылда ғына чемпион исемен яулай. Шунан һуң биш тапҡыр «бронза»лы булып, инде алтынсыға ла призер булды. Американдар һуңғы өс чемпионатта ике алтын һәм бер көмөш миҙаллы булған Канада хоккейсыларын 4:1 иҫәбенә ҡыйратып, уңышҡа өлгәште.
Беҙҙең уйынсылар быйылғы Олимпия уйындарының чемпионы булып һаналһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл түбәнгә тәгәрәй. 2014 йылда – беренсе, 2015 йылда – икенсе, 2016 һәм 2017 йылда өсөнсө булһа, быйыл ярымфиналға ла барып етә алманы. Фин матбуғат саралары яҙыуынса, беҙҙең хоккейсылар башҡа йәһәттән алдынғылыҡты бирмәгән, имеш. Йәнәһе, барҙан сыҡмай, 26 миллион һум аҡсаһын шунда ҡалдыр­ған. Был хәбәр дөрөҫмө, дөрөҫ түгелме, утһыҙ төтөн булмай тигәндәй, булыуы ла ихтимал. Шулай ҙа улар­ҙың сығышын үҙәк матбуғат саралары маҡтап телгә ала. Йәнәһе, тырыштылар, баш тренер ҙа һәйбәт һәм башҡаһы. Белмәйем, Олимпия чемпионы статусын йөрөткән команда, нисек итеп инде, ярымфиналға ла сыға алмаһынсы әле?.. Киреһенсә ул, бөйөк исеменә тап төшөрмәҫ өсөн икеләтә тырышып, еңеү яуларға тейеш ине. Олимпия уйындарының бәҫен төшөргәндән түгел, беҙҙекеләр бит унда КХЛ һәм Европа лигалары уйынсыларынан ғына тупланған командаларҙы көскә еңде лә, НХЛ хоккейсылары менән көсәйгән командаларға ҡаршы тора алманы. Дөрөҫөрәге, кимәле күпкә түбән булды. Хоккей иле һаналмаған француздарҙы – 7:0, австрияларҙы – 7:0, беларустарҙы 6:0 иҫәбенә отҡас, командабыҙҙы эй маҡтай башланылар. Имеш, «ҡыҙыл машина»быҙ тиҙлеген юғалтмаған. Һуң, дәғүәселәре, беларустарҙан башҡаһы, саҡ элитаға эләгеп, хоккей уйнарға ғына өйрәнеп ята. Һуңынан ысын йөҙө күренә лә башланы. Чехтар өҫтәмә ваҡытта булһа ла беҙҙекеләрҙе ота. Һуңынан Швейцария командаһын көскә еңеп, хәл иткес бәйгелә буласаҡ чемпиондарҙан еңеләбеҙ. Сирекфиналда Канадаға эләккәс, команда «йондоҙҙары»ның ҡайһы берҙәре, дәғүәсеһе тураһында, беҙгә ни әле уйнаныҡ ни, аҙаҡ ни, барыбер еңәсәкбеҙ, тип һөрән һалмаһынмы?.. Уйнанылар, тырыштылар, һүҙ юҡ, тик һөҙөмтә булманы. Элекке заман булһа, күптән команданы пыран-заран килтерерҙәр ине. Ә хәҙер нимә, булғанына ризалашып, хатта маҡтай ҙа беләбеҙ.
Команданың баш тренеры вазифаһын үтәгән Илья Воробьев хатта состав­ҡа оҫта уйынсыларҙың етмәүен билдәләне. Йәнәһе, 1990 йылдағы илдең емерек осоро, бөгөнгө көнгә тәьҫир итә. Бәлки шулайҙыр, кем белә…
Ә бына Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк нимә тине: «Чемпионатта башлап уйнаған 11 хоккейсыбыҙ ҡатнашты. Улар бит тәүгә ҙур турнирҙа уйнап, тәжрибә тупланы. Ғөмүмән, командабыҙ призлы урын өсөн көрәшерҙәй ине. Әлеге призерҙы – Швейцарияны ла еңде, шул уҡ шведтарға ла ҡаршы АҠШ уйынсылары менән сағыштырмаса һәйбәтерәк уйнаны. Хаталар булды, юҡ түгел. Шул хаталаныуҙан тәжрибә туплана бит. Ҡарап торор­һоғоҙ әле, бына ошо егеттәр киләсәктә илебеҙҙе данлаясаҡ. Мин уларға һәм команда етәкселегенә ышанам. Капризовты күрмәнегеҙме ни?.. Ул бит бөтә ғәйепте үҙенә алып, илар сиккә еткәйне.
Киләһе беренселек Словакияла уҙасаҡ. Көньяҡ Корея менән Беларусь командалары урынына чемпионатта Италия һәм Бөйөк Британия хоккейсылары ҡатнашырға хоҡуҡ яуланы.

Сығыу ваҡыты 29-05-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 66
|
  • Рәсәй баскетболсылары – донъя чемпионы!
  • Беҙҙекеләр – бишенсе тапҡыр чемпион!
  • «Ҡыҙыл машина»быҙ ҡараға әйләнеп бара түгелме?..
  • ҙур спорт тирәләй
  • ҙур спорт тирәләй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM