НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үҙҙәре – баш, үҙҙәре түш саҙалылар…

Үҙҙәре – баш, үҙҙәре түш саҙалылар…


Үҙҙәре – баш, үҙҙәре түш саҙалылар…
йәки Ейәнсура районында бер бәләкәй генә ауыл күптәргә миҫал булырлыҡ

«Йәшәй беләләр ҙә инде был яҡта. Халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен, дини йолаларын, мәҙәниәтен әлегә тиклем һаҡлап ҡалып, йәшәү ҡанунына әйләндереүе шаҡ ҡатырғайны», – тип бынан ете йыл элек Ейәнсура районының Саҙалы ауылы халҡы тураһында баҫмабыҙҙа бәләкәй генә мәҡәлә сыҡҡайны. Улар шул ваҡытта Еңеү көнөнә арналған волейбол ярышы ойоштороп, уны ауыл һабантуйына әйләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны.

«Әйткән һүҙ – атҡан уҡ» тигәндәй, был ауылда йәшәүселәр әлеге күркәм спорт сараһын ошоғаса дауам итеп, ғаилә байрамына әүерелдергән. Саҙалы ауылы 5 – 6 фамилиянан торған 30-ға яҡын хужалыҡтан ғибәрәт. Башланғыс мәктәп күптән ябылып, үҫеп килгән биш-алты бала күрше Ибрайға йөрөп уҡый. Ауылда күбеһенсә ҡарт-ҡоро ғына ҡалып, йәштәр юҡ тиерлек. Шуға ҡарамаҫтан, урындағы мәҙәниәт усағы утын һүндергәне юҡ. Аҙна һайын тиерлек төрлө байрам сараһы үткәрелә. Бына был юлы ла сират буйынса мәҙәни-спорт байрамын Ишмөхә­мәтовтар нәҫеленә йөкмәп, улар ике көн буйына ауыл халҡын һәм байрам­ға ҡайтҡан ҡунаҡтарҙың күңелен күрҙе. Беренсе көндә был нәҫелдекеләр туған-тыумасалары менән иҫ киткес концерт номерҙары менән шығырым тулы клубты гөрләтһә, иртәгәһенә барса халыҡ, ҡаҙандарын йөкмәп, Саҙалы йылғаһы буйына һабантуйға юлланды. Яланда бала-саға менән 150-нән ашыу кеше йыйылған. Волейбол ярышында иһә алты ир-ат һәм дүрт ҡатын-ҡыҙ командаһы ҡатнашты. Хатта район күләмендә улай уҡ йыйылмайҙыр әле… Ә бит был ярыш алдан бер ниндәй әҙерлекһеҙ, халыҡтың үҙ инициативаһы менән йыл да уҙғарыла. Ҡыҫҡаһы, түрәһеҙ һәм аҡсаһыҙ… Үҙҙәре – баш, үҙҙәре түш булып, бына тигән сара ойоштороп та була икән. Бындай үҙенсәлекле байрам, моғайын, республикабыҙҙың бер төбәгендә лә үтмәйҙер. Башҡаларға өлгө булһын, тип маҡтайым саҙалыларҙы.
Ярай, киттек Саҙалы буйына. Инәйҙәр, апайҙар, еңгәләр ҡаҙандарын элеп, аш-һыу эргәһендә сырмал­ғанда, бала-саға өсөн спорт байрамдары ойошторолдо. Ә инде төп сараға килгәндәр волейбол командалары төҙөп, турнирҙы тиҙләтте. Ҡатнашыусылар күп булыу сәбәпле, ярыш оҙаҡҡа һуҙылды. Һуңға табан уйнаусылар шул хәтлем оҫтарып китте, хатта аш-һыу бешергән апайҙарыбыҙ ҡаҙандарын ташлап, сәмле бәйгене тамаша ҡылыуҙы хуп күрҙе. Саҙалыла тыуа икән ул волейболсылар тиһәк тә, шаштырыу булмаҫ. Сөнки, ысынлап та, волейбол уйыны – был яҡта элек-электән традицияға әйләнгән ярыш. Өлкән быуын вәкилдәре иҫләүенсә, бынан илле йыл элек улар һәр ваҡыт буш ваҡыттарында ошо бәләкәсәйеп барған яланда йыйылып уйнаған булған. Хәҙер бына элекке ошо ҙур майҙансыҡты ҡыуаҡлыҡ баҫып бара, тиҙәр.
Шулай итеп, турнир ҡояш батыр саҡта тамамланды. Еңеүселәр булып ир-ат араһынан «Тәрәй» командаһы танылһа, ҡыҙҙарҙан «Ҡыяҡа­р­кисеү»гә етеүсе булманы. Шулай уҡ «Бәләкәй үҙәк», «Көпәш киләсәге», «Бирле мунса», «Тура ҡаркисеү», «Батыр», «Сағанай», «Бөрсәләр» һәм «Мәрәкә» командалары ла маҡтауға лайыҡ булды. Бөтәһенә лә халыҡ аҡсаһынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Командаларға ҡушаматтарҙы ла улар ошо яҡтың ер-һыу атамаларынан алып, исемдәрен мәңгеләштерергә тырыша.
Сара аҙағында барыһы ла йылға буйында ҡоролған аш-һыу өҫтәленә ашыҡты. Ярыш бында ла дауам итте. Былай ҙа бар йәһәттән дан ҡаҙанған көпәштәр был юлы ла мах бирмәй, Саҙалы буйын башҡорт моңона күмде.
Хәҙер бына саҙалыларҙан, ниһайәт, үрнәк алып, башҡа күрше ауылдар халҡы ла ҡыбырлай башланы.

Нур ҠәҙЕрбаев.

Сығыу ваҡыты 17-05-2018, 09:00 | Ҡаранылар: 52
|
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Үҙенсәлекле ярыш
  • Саҙалы аманаты
  • Сәләмәтлек көнөн волейбол уйнап ҡаршыланылар
  • Дәрт булһа, дарман кәрәкмәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Һәр саҡта, һәр урында уҡыла торған доға
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM