НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яҡташыбыҙ миҙалһыҙ ҡалды

Яҡташыбыҙ миҙалһыҙ ҡалды


Яҡташыбыҙ миҙалһыҙ ҡалды
Белорет ҡыҙы Ольга Вилухина, допинг шауҡымына эләгеп, Сочи уйындарында яулаған ике «көмөш»өнән мәхрүм ителде

Сочиҙан һуң карьераһын тамамлаған Ольга Вилухина ла уйындарҙың ике көмөш миҙалын Олимпия комитетына ҡайтарырға тейеш. Ул береһен биатлон буйынса спринтта яулаһа, икенсеһен эстафета командаһы составында алғайны. Вилухина бигерәк тә йәл. Күптәр уға өмөт бағлағайны. Сөнки уны Светлана Ишморатова, Альбина Әхәтова, Ольга Медведцева, Ольга Зайцева кеүек билдәле биатлонсылар урынына лайыҡлы алмаш тип күрҙеләр. Олимпиадаға тиклем Донъя кубогы этаптарында уңышлы ғына сығышынан һуң, Сочи уйындарында ул ғына командалаш иптәштәре араһынан шәхси беренселектә икенсе урын яулап ҡыуандырҙы. Уйындарҙан һуң, һаулығына зарланып, бер миҙгел ярышҡа сыҡманы. Ә инде унан һуң күпме генә тырышып ҡарамаһын, төп составҡа эләгә алмай, һөҙөмтәлә былтыр карьераһына нөктә ҡуйырға булды. Ә бит уға ни бары 28 генә йәш. Сөнки күптәр ошо йәштән һуң ғына уңышҡа өлгәшә башлай. Хәҙер бына иҫәпле генә уңышынан да тороп ҡаласаҡ. Командалаш иптәше Яна Романова ла «көмөш»өнән мәхрүм ителде.

Сығыу ваҡыты 1-12-2017, 13:46 | Ҡаранылар: 145
|
  • Олимпиада яңылыҡтары
  • Ольга Вилухина – донъя беренселегенең бронза миҙалы призеры
  • Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина донъя кубогының тәүге алтынын яуланы
  • Биатлонсылар бәйгегә сыҡты
  • Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина - 21-се
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү



  • Радио Юлдаш FM