НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ашыҡмайыҡ, көтәйек...

Ашыҡмайыҡ, көтәйек...


Ашыҡмайыҡ, көтәйек...
йәки «Салауат Юлаев» командаһы беренселекте уңышһыҙ башлап, күптәрҙе һағайтты

Хоккей буйынса Гагарин кубогы өсөн 10-сы юбилей миҙгеле старт алыуына ла бер аҙнанан артыҡ ваҡыт үтеп китте. Республикабыҙҙың «Салауат Юлаев» командаһы етәкселектән алып яртылаш яңыртылған состав менән бейек үрҙәр яулау маҡсаты менән чемпионатҡа юл алды.
Беренсе уйында ул «Адмирал» клубын ҡабул итеп, ҡунаҡтарҙы 3:1 иҫәбенә еңде һәм һағынып килгән көйәрмәндәренә шатлыҡ өҫтәне. Тик алдағы ике уйындың һөҙөмтәһен нисек булырын кем белгән… Юлаевсылар башта «Амур»ға – 4:5, һуңынан Ҡытай командаһына 1:2 иҫәптәренә еңелеп, үҙенән күпкә көсһөҙөрәктәргә биреште. Әлбиттә, миҙгел башына һылтанырға мөмкин. Сөнки яңы уйынсылар бер-береһенә өйрәнмәгән, оҙайлы ял, тегенеһе-быныһы… Әлегә ашыҡмайыҡ, көтәйек, тип кенә күңелде тынысландырырға ҡала.
Кисә «Салауат Юлаев» командаһы «Сочи» хоккейсыларын ҡабул итте. Ғөмүмән, юлаевсылар, тағы ике осрашыуын үҙ май­ҙанында үҙғарасаҡ. 3 сентябрҙә «Нефтехимик»ты ҡабул итһә, 5-ендә «Барыҫ» ҡунаҡ буласаҡ.
Һеҙҙең ҡарамаҡҡа «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында сентябрҙә буласаҡ уйын календарын бирәбеҙ.
3.09. «Салауат Юлаев» – «Нефтехи­мик».
5.09. «Салауат Юлаев» – «Барыҫ».
8.09. «Витязь» – «Салауат Юлаев».
12.09. «Салауат Юлаев» – «Динамо» (Рига).
14.09. «Салауат Юлаев» – «Торпедо».
16.09. «Салауат Юлаев» – «Спартак».
18.09. «Салауат Юлаев» – «Север­сталь».
22.09. «Металлург» (Мг.) – «Салауат Юлаев».
24.09. «Автомобилист» – «Салауат Юлаев».
26.09. «Трактор» – «Салауат Юлаев».
28.09. «Лада» – «Салауат Юлаев».

Сығыу ваҡыты 7-09-2017, 09:00 | Ҡаранылар: 70
|
  • "Салауат Юлаев" - СКА (СПб). Кем-кемде?
  • Юлаевсылар үҙ майҙанынанда ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк
  • “Салауат Юлаев” - “Торпедо”. Кем кемде?
  • Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында 2013/2014 миҙгел уйындары календары
  • «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында КХЛ беренселегенең 2012/2013 йыл миҙгеленең уйындар календары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM