НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Спортҡа ваҡытығыҙ етәме?

Спортҡа ваҡытығыҙ етәме?


2015 йылдан алып эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәренә фитнес-клубтарҙа шөғөлләнеү өсөн өҫтәмә аҡса түләргә тейешлеге тураһында закон сыҡҡайны. Һәр хәлдә, һәр бер хеҙмәткәр спорт өсөн тәғәйен булған аҡсаны һорай ала. Әлбиттә, закондың тулы ҡеүәтенә эшләй башлауы бик икеле күренә, етмәһә, бай һәм ҙур ойошмаларҙың социаль пакеттары былай ҙа тулы. Ләкин спорт, тәү сиратта, кешенең үҙе, сәләмәтлеге өсөн кәрәк һәм уға ваҡыт табырға тырышыу – һәр кемдең һаулығы алдындағы бурысы. Ә ысынында кешеләрҙең спортҡа ҡарашы нисек икән? Ошо һорауға яуап табыу ниәтенән, бер нисә гәзит уҡыусыбыҙ менән бәйләнешкә индек.

Ләйсән ДИНИСЛАМОВА, Белорет районының Инйәр ауылы:
– Иртән тороу менән төрлө күнекмәләр эшләргә тырышам. Мәҫәлән, пилатес менән шөғөлләнеү оҡшай, файҙаһы бар. Һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн бик кәрәкле хәрәкәттәр комплексынан тора ул. Был спорт төрө менән махсус залда ла, өйҙә лә шөғөлләнергә була. Интернет заманы бит – күнегеүҙәрҙе нисек дөрөҫ эшләргә, ниндәй комплекстарҙың айырыуса файҙалы икәнлеген аңлатыусы видеодәрестәр туп-тулы.
Бынан тыш, йорт эштәре лә күп, шунда ла йүгергеләйбеҙ. Баҡсабыҙ ҙа бар, әле унда ҡыҙыу эш бара. Был йәй буйы шулай дауам итәсәк. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигән халҡыбыҙ, ошоно онотмаһаҡ ине.

Айгизә СӨЛӘЙМӘНОВА, Өфө ҡалаһы:
– Спорт өсөн ваҡыт та, аҡса ла таба алмайым. Өфөләге фитнес-клубтарҙың барыһында ла хаҡтар ныҡ ҡиммәт, етмәһә, йыллыҡ карта алыуҙы талап итәләр. Нишләптер бер ай дауамында йәки бер тапҡыр ғына барырға рөхсәт ителгән урындар бик һирәк осрай. Ә был инде бассейнһыҙ булғандары кәмендә 20 мең һум тирәһе тигәнде аңлата. Бассейн бөтөнләй ҡиммәт. Урамға, паркҡа сығып ҡына йүгерер инем – яҡтыраҡ ваҡытта оялдыра, ә инде кисен ҡурҡыта. Ҡыҫҡаһы, спорт менән шөғөлләнмәҫ өсөн 70 сәбәп эҙләп ятам кеүек, әле шул турала уйлап ҡуйҙым.
һорауығыҙ өсөн рәхмәт, уйландырҙығыҙ. Исмаһам, фатирыма йәйәү менә башларға кәрәк – һигеҙенсе ҡатта йәшәйем.

Мөғәллимә МОРТАЗИНА, Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы:
– Шөғөлләнмәй була тиме ни?! Әлбиттә, спорттан алыҫлашҡан юҡ! Аҙнаһына ике-өс тапҡыр бассейнға йөрөйөм, шул тиклем рәхәт, тән яҙылып, күңел күтәрелеп китә. Үҙем кеүек башҡа пенсионер­ҙар ҙа ябырылып йөрөй унда, аралашыу өсөн дә ҡулай урын. Эшләгән ваҡытта әллә ни ваҡыт табып булмай, былай ҙа хәрәкәт күп ине. Хәҙер бына үҙебеҙгә бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы шөғөл таптыҡ. Һәр кем ваҡытына ҡарап йөрөй: олораҡтар – көндөң тәүге яртыһында, йәштәр кискәрәк барғас, бер ниндәй ҙә проблема юҡ, урын етерлек.
Хаҡтарға килгәндә, беҙҙә бассейнға бер тапҡыр барыу хаҡы Өфөнөкө менән сағыштырырлыҡ та түгел – арзан. Ауыл халҡына ошондай шарттар тыуҙырылғаны өсөн ныҡ шатбыҙ, рәхмәтлебеҙ. Һыуы ла тап-таҙа.

Айнур СӘЛИМОВ, Ауырғазы районы:
– Спортһыҙ ҙа эт кеүек арыта әле – төҙөлөштә эшләйем, аҙнаһына бер көн ял итәм. Шул ял көнөндә ауылға, ғаиләм янына ашығам, ҡатыным йортта башҡарырға тейешле эштәрҙе ишектән инеү менән һөйләй башлай – баҡса, утын, һыу һәм башҡалар. Спорт тип аҡса түләгән кешеләрҙе аңламайым – ауылдағы туғандарына ҡайтып, ярҙамлашһындар ине, лутсы. Ҡатын-ҡыҙҙар, ярай инде, дуҫтары менән осрашыр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәбәрҙәрен һатыр өсөн төрлө спортклубтарға йөрөй, паркҡа сығып йүгергеләгән була. Ләкин ир-ат физик эш менән шөғөлләнеп тә бынамын тигән итеп мускулдарын үҫтерә ала. Мин былай бер ниндәй күнекмәләрһеҙ генә һабантуйҙа сығып көрәшеп тә алам ул.

Л. СОЛТАНОВА яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 19-05-2015, 15:39 | Ҡаранылар: 591
|
  • СПОРТҠА ВАҠЫТЫҒЫҘ ЕТӘМЕ?
  • “Бөтә донъя үрмәксе ауы”на ҡарашығыҙ нисек?
  • Ниндәй ҡойма һайларға?
  • АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?
  • Пенсияға нисек әҙерләнәһегеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Шайтан
  • Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)



  • Радио Юлдаш FM