НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Уңыш нигеҙе - берҙәмлектә

Уңыш нигеҙе - берҙәмлектә


Уңыш нигеҙе - берҙәмлектәТеләүембәткә күптән юл төшкәне юҡ ине. Әле бына ауыл ҡапҡаһын үтеп тә өлгөрмәнем, әллә минең килгәнгә ҡыуанып, әллә күк мендәре йыртылып китеп, йәшеллек өмөт итеп күпсеп ятҡан ер өҫтөнә ябалаҡлап аҡ ҡар яуа башланы.

“Йәшлек” гәзитендә үҙ хәбәрсе булып эшләгәндә, Күгәрсен райо­нында йыш булырға тура килде. Теләүембәт, уның егәрле халҡы хаҡында ла байтаҡ ҡына яҙҙым. Әле килгәнемдә лә ауыл мине үҙенең таҙа урамдары, йыйнаҡ йорт-ҡуралары, урам буйлап атлағанда, һаулыҡ ҡушып киткән кешеләре менән әллә ҡайҙан ихлас ҡаршы алды.

Ауылда бер нисә тапҡыр булһам да, быға ҡәҙәре мәктәпте күргәнем юҡ ине әле. Был юлы, ана шул етеш­һеҙлегемде бөтөрөү ниәтендә, ер өҫтөнә мамыҡ булып түшәлгән йомшаҡ ҡарға һоҡланып, ауылдың белем усағына йүнәлдем.

Мәктәптә эштәр ҡыҙған ғына ваҡытҡа юлыҡтым: буш коридорҙар буйлап атлағанда, ҡайһылыр класта балаларҙың йырлаған тауыштары ишетелә, ҡайҙалыр бер малай кинәнеп шиғыр һөйләй, сираттағы класс бүлмәһенән уҡытыусының дәрес аңлатыуы ҡолаҡҡа салына, спорт залында булһа кәрәк, уҡыу­сыларҙың сыр-сыу килеп туп һуҡҡаны һауаны яра. Ҡыҫҡаһы, Телә­үембәт мәктәбендә тормош ҡайнай.

– Беҙҙең уҡыу йортона 1865 йылда уҡ нигеҙ һалынған, – тип ҡаршы алды мине мәктәп директорының уҡытыу буйынса урынбаҫары Флүрә Арыҫланбәкова.
Флүрә Мөхәммәт ҡыҙы һүҙен артабан дауам итте.

– Ә әлеге көндәге мәктәп бинаһы 1970 йылда төҙөлгән. Уны төҙөүҙә ул ваҡыттағы директор Әхмәт Яхин, завуч Абдрахман Абдуллин, “Ҡыҙыл байраҡ” колхозы рәйесе Миңлейәр Нафиҡов күп көс һалған. 1970 – 1971 уҡыу йылында үҙенең тәүге ҡарлуғастарын ҡабул иткән мәктәп, уның берҙәм коллективы, яңы бинаға күскәс, йәнә әүҙемерәк эшләп алып киткән, тағы ла бейегерәк үрҙәргә артылған.

Бөгөн, ауылдарҙа балалар һаны кәмеү сәбәпле, мәктәп ҙурайған. Тәү ҡарашҡа был ғәжәпләнеү ҙә тыуҙырған һымаҡ. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа тиҫтәләгән мәктәп ябылыуы бер кемгә лә сер түгел. Күгәрсен районын да урап үтмәгән был ҡаза. Ләкин район етәкселеге мәктәптәрҙе мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға тырышҡан.

Уңыш нигеҙе - берҙәмлектә– Шулай райондың бәләкәй тип һаналған Әлмәс, Нуҡай, Яңы Покровка, Яңы Петровское, Дауыт-Ҡайып, Бикес, Аҙнағол ауылдарындағы мәктәптәрҙе ҙурыраҡ белем усаҡтарына ҡушып, филиалдарға әйләндерҙек, – тигәйне миңә район үҙәгендә булғанымда мәғариф бүлеге етәксеһе Рәсүл Әхмәтйәнов. – Беҙҙең районда барлығы 59 мәктәп бар. Шуларҙың 37-һе филиал һанала. Үрҙә телгә алынған ауыл­дар­ҙың һуңғы өсәүһе Теләүембәт мәктәбенә беркетелгән. Бөгөн Дауыт-Ҡайып башланғыс мәктәбендә – ун, Бикестә – егерме бер, Аҙнағолда ун бала белем ала. Юғарыраҡ синыфтарҙа уҡыусылар­ҙы иһә Теләүембәт мәктәбенә автобус йөрөтә.

Ҡасандыр балалар тауышына күмелеп, гөрләп эшләгән мәктәп­тәр­ҙең филиалға әйләнеүе яҡшы хәл түгел, әлбиттә. Ләкин, заманына күрә, маҡтауға лайыҡ ысул. Сөнки ауылдарҙа мәктәп, мәҙәниәт усағы бөтһә, тимәк, улар үҙҙәре лә юҡҡа сығасаҡ. Был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай­ҙар Күгәрсендә.
Төп белем усағы булған Те­ләүембәт мәктәбендә әлеге ваҡытта 131 бала белем ала. Ун беренсе синыфты 11 уҡыусы тамамларға йыйына. Уларҙың барыһы ла артабан уҡыуын ҡайһы вузда дауам итәсәген белә.

– Мин Краснодарҙағы хәрби-техник институтҡа барырға йыйынам, – Радик Динеев үҙенең пландары менән уртаҡлаша. – Бер туған ағайым да шул уҡ уҡыу йортон тамамлағайны. Хәҙер Хабаровскиҙа хеҙмәт итеп йөрөй. Атайым да заманында һалдат булған. Ғөмүмән, илебеҙ именлеген һаҡлау – ирҙәрҙең изге бурысы. Шуға күрә лә был аҙымымды атайым да, әсәйем дә хуплай.

Радик районда ла, баш ҡалабыҙ Өфөлә лә хәрби-медицина комиссияһы үтеп тә өлгөргән. Белгестәр бәләкәйҙән волейбол, йүгереү менән мауыҡҡан егеттең сәләмәтлеген яҡшы тип тапҡан. Динеевтың уҡыуы ла насар түгел. Тимәк, киләсәктә Башҡортостандан сыҡҡан генералдар исемлеген тағы бер егет тулыландырһа, аптырарға ярамай.

Айгиз Алсынбаев, Усман Харрасов, Вадим Алтынсурин да үҙҙәрен техник вуз студенттары итеп күрергә теләй. Улар өсөһө лә Өфө дәүләт авиация техник университетына инергә әҙерләнә. Әйткәндәй, Вадим – Теләүембәт мәктәбенең президенты.

– Президент институты индереү уҡыусылар тормошон ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та итә , – ти Вадим. – Беҙҙең мәктәптә бәләкәй класс уҡыусыларын берләштереүсе “Юлаевсылар” пионер ойошмаһы актив эшләй. Улар айырым отрядтар­ға бүленгән. Башлыса отрядтарға үҙебеҙҙең данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың исемен ҡушабыҙ. Зәй­нәб Биишева, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм башҡалар. Бәрәкәтле Күгәрсен ере милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булыр­ҙай шәхестәрҙе күп үҫтергән бит. Мортаза олатайҙы ғына алып ҡарағыҙ, республикабыҙҙы ниндәй юғары бейеклеккә күтәрҙе ул.

Эйе, күгәрсендәр үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын элек-электән хөрмәтләй белде. Ошо традиция әле лә дауам итә.
Юғары синыфтар өсөн мәктәптә “Белем республикаһы” исемле ойошма эшләп килә. Ана шул “республика”ны етәкләй ҙә инде Вадим Алтынсурин.
– Беҙҙең “хөкүмәт”тең белем, таҙалыҡ, мәҙәниәт, тәртип, спорт буйынса министырлыҡтары бар, – тип һүҙен дауам итә Вадим. – Ай аҙағында һәр министрлыҡ үҙ эшенә йомғаҡ яһай, алдынғы класты билдәләй. Аҙаҡ һәр яҡлап та юғары күрһәткестәргә өлгәшкән класҡа күсмә алтын вымпел тапшырыла. Икенсе һәм өсөнсө урын алғандар­ға көмөш һәм бронза вымпелдар бирәбеҙ.

Президенттың бар шөғөлө вымпелдар тапшырыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Мәктәп ойошмаһы төрлө саралар ойоштора, тулы тормош менән йәшәй. Улар 23 февралгә арнап ҙур сара үткәргән. Шуны ла әйтергә кәрәк: был уҡыу йортонда атайҙарға иғтибарҙы күберәк бүләләр. Сөнки атай тәрбиәһе алған бала тормошта үҙен көслөрәк тә, төплөрәк тә итеп тоя икәнен яҡшы аңлай уҡытыусылар. Шуға күрә лә мәктәптә ойошторолған дөйөм йыйылыштарға ла йыш ҡына атай­ҙарҙы саҡырырға тырышалар. Был һуңғы ваҡытта атайҙарҙың төшөп барған абруйҙарын нығытыуға бер аҙым.

Мәктәптең балалар ойошмаһы ағзалары 8 Мартта әсәйҙәрҙе саҡырып, күркәм тамаша ойошторған. Ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлап, хәҙер илебеҙҙең төрлө юға­ры уҡыу йорттарында уҡып йөрөүсе студенттар менән осрашыу ҙа фә­һемле булған.

– Мәктәпте та­мамлап китергә лә күп ҡалмаған инде, бер аяғығыҙ менән ҙур тормошҡа баҫҡанһығыҙ, “Белем республикаһы”н ташлап китеүе ҡыйын булмаҫмы? – Һораулы ҡарашымды Вадимға төбәйем.

– Ә минең мәктәптән китергә уйым юҡ ул, – президент рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе лә, һүҙен етди итеп дауам итте. – Беҙҙе алмаштырырҙай егеттәр байтаҡ бында. Шуларҙың береһе – быйыл унынсыла уҡыған Динис. Ул үҙе йырсы ла, спортсы ла, уҡыуҙа ла һис кенә ҡалышмай. Бер һүҙ менән әйткәндә, торғаны менән лидер.

Динис Хәмитов, ысынлап та, шәп хоккейсы икән, хатта райондың “Урал” йыйылма командаһының иң шәп һөжүмсеһе. Шахматта ла үҙ йәштәштәре араһында уға етеүсе юҡ. Яңыраҡ ул Дауыт-Ҡайып ауылында Вәлиулла Сәғитов иҫтәлегенә үткәрелгән шахмат ярышында бе­ренсе урын яулаған.

– Мин бәләкәйҙән хоккейсы булырға хыялландым, тик ауылдан сыҡҡан балаларға ҙур хок­кейға эләгеүе буй етмәҫлек хыял ғына шул, – тип башланы һү­ҙен Динис, та­ныш­ҡандан һуң. – Шуға күрә лә, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт ме­дицина университетына барырға уйлайым, хирург булырға ине.
Нескә күңелле, йыр-моңға ғашиҡ егеттең хирург бу­лырға уйлауы ҡыйыу аҙым. уға ҡарап, эстән генә һоҡланып ултырам. Ә Динис китап ҡосаҡлап тәҙрә төбөнә ултырған да, апрель аҙағында ауылды аҡҡа күмеп яуған ҡарға ғәжәпләнә биреп, хыялдары менән уртаҡлаша.

Егеттең мәктәп, район һәүәҫкәр­ҙәре конкурстарында призлы урындар яу­лауы ха­ҡында уҡытыу­сылар әйткәйне ин­де. Популяр йыр­сы Искән­дәр Ғәзизов репертуарындағы йырҙарҙы яратып башҡарыуын да белеп өлгөргәйнем. Шуға ла егеттең хирург булыу теләген үҙемә күрә ҡыйыу ғына аҙым тип ҡабул иттем.
Мәктәптә, уҡыу һәм тәрбиә эштәренән тыш, йылы, туғандарса мөнәсәбәт булдырыу өсөн уҡытыусылар коллективы ҙур көс һала. Хәйер, бындай традиция электән һаҡланып киләлер, моғайын. Сөнки, әгәр саф мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе электән булмаһа, ниндәй генә көс һалһаң да, булмағанды булдырып булмай­ҙыр инде ул.

– Беҙҙә быуындар бәйләнеше һаҡланып килә, – Флүрә Арыҫ­ланбәкова менән һөйләшәбеҙ. Ул шундай тынғыһыҙ йән, әле генә ниндәйҙер йомоштар менән уҡытыу­сылар бүлмәһенән йүгереп сығып китә, әле мең төрлө ҡағыҙ­ҙар­ға күмелеп яңынан килеп инә. – Егеттәр сентябрь айында, өс быуын уҡытыусыларын йыйып, матур сара ойошторғанын һөйләнеме әле? Беҙ­ҙең уҡыусыларыбыҙ былтыр уҡыу йылы башында хаҡлы ялдағы педагогтарҙы, әле эшләп йөрөгән коллегаларҙы һәм яңы ғына эшкә килгән уҡытыусыларҙы йыйып, “Быуындар бәйләнеше” тигән матур сара үткәрҙеләр. Шул ҡәҙәре иҫтә ҡалырлыҡ та, тулҡынландыр­ғыс та булды ул кисә. Әле һаман йылы хистәр менән иҫкә алабыҙ.

Әлеге көндә мәктәптә 17 уҡытыу­сы эшләй. Филиалдарҙа эшләүсе мөғәллимдәрҙе лә ҡушһаң, 21 булып китә. Флүрә Мөхәммәт ҡыҙы барлыҡ коллегаларын да маҡтап телгә ала, бер кемде лә төшөрөп ҡалдырғыһы килмәй. Шулай ҙа, ныҡыша торғас, Теләүембәт мәктәбенең тотҡаһы булырҙай педа­гогтар­ҙың исемдәрен әйттерә алдым. Башланғыс кластар уҡытыу­сыһы Резида Иҙелбаева, балаларҙа математика фәненә ҡарата һөйөү уятыусы, уларҙы берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләүсе Роза Рәхмәтуллина, уҡыусылары химия һәм технологиянан төрлө олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә призлы урындар алып тороусы Лилиә Бай­гилдина, директорҙың тәрбиә эш­тәре буйынса урынбаҫары Гөлсәсәк Вәлишина тап ана шундайҙарҙан да инде.

Беҙ уҡытыусылар менән таныш­ҡан арала, быуындар бәйләнешенең Теләүембәт мәктәбендә буш һүҙ генә түгеллеген иҫбатлағандай, уҡытыусылар бүлмәһенә ике ханым килеп инде. Баҡтиһәң, Рәшиҙә Илсеғолова менән Делара Сәғи­това ҡасандыр ошо белем усағында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар икән.
– Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәктәбебеҙҙе онотмайбыҙ, – ти улар. – Йыш ҡына килеп, хәл белешеп торабыҙ, үҙебеҙҙең кәңәштәребеҙҙе лә бирәбеҙ. Нишләп килдегеҙ, һеҙ беҙгә ҡамасаулайһығыҙ, тип әйтмәйҙәр, һәр ваҡыт ихлас ҡаршы алалар, төрлө сараларға ла йыш саҡыралар.

Рәшиҙә Мәхийән ҡыҙы балалар тәрбиәләүгә 39 йыл ғүмерен ар­на­ған. Теләүембәт мәктәбендә 1969 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләгән ул. Балаларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләгән.

– Бөгөн минең һөнәремде һайлаған уҡыусыларым республикабыҙҙың бик күп районында һәм ҡалаһында эшләй, – ти ғорурланып Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәшиҙә Илсеғолова. – Уларҙың күбеһе менән аралашып, хәбәрләшеп торабыҙ. Ауылға ҡайтһалар, үҙҙәре лә йүгереп килеп етә, рәхмәттәренән өҙмәй. Ошо үҙе үк бәхет түгелме ни уҡытыусы өсөн?!

Үҙенең уҡыусылары менән Делара Вәлиулла ҡыҙы ла хаҡлы рәүештә ғорурлана. Ул да 1973 йылда Теләүембәт мәктәбенә килгән дә, бар ғүмерен балаларға бағышлаған. Хөкүмәтебеҙ уның да фиҙакәр хеҙмәтен лайыҡлы баһалаған – Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
Һәр уҡыу йортоноң киләсәге балалар һаны менән билдәләнә. Алдағы уҡыу йылында Теләүембәт мәктәбенә беренсе класҡа ете бала уҡырға төшәсәк. Аҙнағолда, Бикестә, Дауыт-Ҡайыпта ла бишәр бала беренсе тапҡыр парта артына ултырасаҡ. Шулай булғас, киләсәктә лә Теләүембәт мәктәбенең зауыҡ менән биҙәлгән коридорҙарынан үткән саҡта кластарҙан балаларҙың шат тауышы гөрләп ишетелеп торор әле, моғайын.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
Күгәрсен районы.
Автор фотолары.

Сығыу ваҡыты 17-05-2014, 13:42 | Ҡаранылар: 718
|
  • Күгәрсендәрҙең “мәғариф министры”
  • Аптраҡта ике йыл элек ябылған мәктәп яңынан асылды
  • Инновациянан – суперинновацияға
  • Мәғариф министры Әлфис Ғаязов: «Гөрләп торған ауыл булған саҡта, балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә буласаҡ»
  • Яңы уҡыу йылын – яңы мәктәп формаһында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM