НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Халҡыбыҙҙың аҫыл улы

Халҡыбыҙҙың аҫыл улы


Халҡыбыҙҙың аҫыл улыЕйәнсура егете республикабыҙҙа мәғарифты үҫтереүгә тырыш хеҙмәте менән тос өлөш индерҙе
Баш ҡалабыҙҙың иң тығыҙ, шау-шыулы урамдарының береһенән ҡабаланмай ғына сал уҙаман атлай. Төп-төҙ буй-һынына, егеттәрсә йөрөшөнә ҡарағанда, әллә ни күпте биреп тә булмаҫ, әммә ышаныслы, һәлмәгерәк аҙымдары, уйсан, аҡыл-зиһен һирпеп торған асыҡ йөҙө, күҙгә ташланып торор зыялылығы байтаҡ йылдар буйы әллә нисәмә кешеңә етерлек тормош тәжрибәһе туплаған оло шәхес хаҡында һөйләй. Әле бер, әле икенсе яҡтан хөрмәтләп баш эйеүҙәрҙе абайлаһаң, ярайһы уҡ өлкән йәштәге уҙаманды, ил ихтирамын яулаған абруйлы замандашыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының береһен танырһың. Ул – күренекле ғалим-педагог, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, заманында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия, Баш­ҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәре белемен үҫтереү институттары ректоры, Башҡор­тостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм фән эшмәкәре, К. Ушинский, Н. Крупская, В. Сухомлинский миҙалдары, Почет билдәһе ордены кавалеры Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтов.

Ысын уҡытыусы туҡтауһыҙ уҡый

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты бер ситтәрәк, айырым бинала урынлашҡан. Профессор Р. Әлмөхә­мәтов йыш ҡына, эш урынына үтеп барышлай, уҡыу йортона исем биргән бөйөк Аҡмулланың янында туҡталып үтеүсән. Оҡшай у­ға был һәйкәл-ансамбль. Ана, Аҡмулланың күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк алыҫҡа төбәлеүендә эргәһендәге ике сабыйға: “Ышанығыҙ, бала­ҡай­ҙар, киләсәктә халҡыбыҙ белемле буласаҡ, рус, француз телдәрен һыу кеүек эсәсәк, тик шуны онотмайыҡ: уҡыу кәрәк, күп уҡыу кәрәк!” – тип һөйләгәне ишетелгәндәй. Остаздың һүҙҙәрен йотлоғоп тыңлаған анау түбәтәйле малайҙа профессор үҙен төҫмөрләгәндәй итте, ирекһеҙҙән, уйҙары алыҫ бала саҡ, мәктәп йылдарына алып китте, хәтирәләр теҙелде...
Рәшит Әлмөхәмәтов 1934 йылдың 25 апрелендә Ейәнсура районының Бикбау ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Вәлиәхмәт ағай, Мәрфүға апайҙар ябай кешеләр тиһәк тә, гелән белемгә ынтылды, зат-ырыу­ҙа ла уҡымышлылар юҡ түгел. Донъя ауыр булһа ла, балаларын китаптан мәхрүм итмәҫкә тырыштылар. Абзан, Иҫәнғол, Ҡыуандыҡ яғына юлланыусыларҙан “белем шишмәһе”н алып ҡайтыуҙарын үтенерҙәр ине. Рәшит, отҡор, зирәк бала, уларҙы һыу кеүек эсте. Апаһы Фәрхәнә йыш ҡына уның ҡысҡырып уҡыуын һорар ине. Мәктәп йылдары үҙе бер ҡыуаныслы мәл булған икән. Һабаҡта уға етер малай-ҡыҙҙар булманы. Иҫәп-хисабын, рус теле, туған тел дәрестәрен ашҡынып көтөп алыр булды, артта ҡалыусыларға ла ҡулдан килгән ярҙамын күрһәткеләп торҙо. Етенсене тамамлаған үҫмер­ҙә ҡайҙан үҙ көсөнә ышаныс, киләсәген билдәләр һөнәр һайлай белеү һиҙгерлеге булған икән?! “Мин уҡытыусы булам, атай, рөхсәт итһәң, Мораҡтағы педагогия училищеһына уҡырға бармаҡсымын”, – тине, Бикбау ете йыллыҡ мәктәбен тамамлап, ҡулына шау “бишле”нән торған танытма алған Рәшит. Ҡуш ҡуллап риза булды ата-әсәһе. Ул йылдарҙа уҡытыусынан да изге, абруйлы һөнәр юҡ ине шул.
Бәхетенә күрә, республика хөкүмәте халыҡ мәғарифы министры Сәғит Әлибаев башлан­ғысы менән Мораҡта 1946 йылда көньяҡ райондар өсөн педагогия училищеһы аса, дөрөҫөрәге, ул Дәүләкәндән Күгәрсен районына күсерелә. Тәүге йылда уҡ 150 студент ҡабул ителә. 1948 йылда ул көс йыйып, һәләтле педагогик коллектив туплап, Рәшиттәр быуынын ҡабул итә. Буласаҡ профессор бында башланғыс синыфтар өсөн рус теле уҡытыусылары әҙерләү бүлегенә инә.
– Мин бығаса күрмәгән белем донъяһына килеп индем, – тип хәтерләй бөгөн Р. Әлмөхәмәтов. – Директорыбыҙ Харис Кәбир улы Кәбиров, уҡыу-уҡытыу буйынса мөдирҙәр Хәбир Фәритов, Сәлих Алсынбаев ағайҙар, уҡытыусыларым Ольга Николаевна Елеонская, Дмитрий Акимович Нечаевтар хәтеремә уйылып ҡалған. Музыка уҡытыусыһы Владимир Петрович Маскисаға әле лә рәхмәтлемен. Ауыл малайына музыка серҙәрен, мандолинала уйнарға өйрәтте, сәнғәткә һөйөү уятты.
Билдәле булыуынса, Мораҡ педагогия училищеһы 1950 йылға тиклем генә эшләй, әммә ошо ҡыҫҡа ваҡытта ул республикабыҙға әллә күпме ғалим, профессор, академик, алдынғы уҡытыусы әҙерләне. Уҡыу йорто тарихында Р. Әлмө­хәмәтовтың исеме лә айырым урын алып тора.
Дипломлы йәш белгесте 1952 йылда БАССР халыҡ мәғарифы министры Сәғит Әлибаев бойороғо менән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы итеп Ишембай районының Көҙән ете йыллыҡ мәктәбенә йүнәлтәләр. Арҙаҡлы Зәки Вәлидиҙең ауылдаштары, педколлектив егетте ҡуш ҡуллап ҡаршы ала. Ике йыл ғүмер ике көндәй ҙә тойолмай йәш уҡытыусыға: килеү менән ауыл йәштәрен етәкләү, комсомолдар­ҙың сәйәси уҡыуҙарын, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәген ойоштороу, спорт ярыштарын йәйелдереү... һәм ҡыҙыҡлы рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре. Әммә йәш уҡытыусы үҙенән ҡәнәғәт түгел ине. Тағы ла юғарыраҡ белем алыу хаҡында хыялланды.1954 – 1959 йылдар­ҙа ул Стәрлетамаҡ педагогия институтының көндөҙгө бүлеге студенты булып китә. Бына ҡайҙа икән ул ысын белем донъяһы! Рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре, донъя классикаһын өйрәнеү ниндәй ҡыуаныс. Институт ректоры талапсан Сәғит Рәхмәт улы Әлибаев, яҙыусы Хәким Ғиләжевтар менән танышыу, аралашыу ниндәй бәхет! Әйткәндәй, Сәғит Әлибаев Рәшит Әлмөхәмәтовтың педагогик карьераһында баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. Күргән һайын: “Уҡы, Рәшит, күп уҡы, беҙгә һеҙҙең кеүек йәштәр бик кәрәк, киләсәк һеҙҙең ҡулдар­ҙа”, – тип кәңәштәрен бирҙе. Уҡыуҙа һынатманы егет, ғәҙәттәгесә, отличник булды. Бер үк ваҡытта ал бирмәҫ спортсы, талмаҫ ойоштороусы, сәхнә күрке булып ҡалды. Ҡара сәсле һомғол егет күптәрҙең хыялы ине, ә бәхет ҡошо Долорестың иңдәренә ҡунды. Студент йәштәр 1957 йылдың һуңғы көнөндә ғүмерлеккә ҡауышты. 1959 йылда юғары белемле йәш белгестәрҙе район үҙәгенә – Йомағужа урта мәктәбенә йүнәлтәләр, Рәшит Вәлиәхмәт улын директор итеп тәғәйенләйҙәр. Һәләтле уҡытыусы, уңған етәксе ең һыҙғанып эшкә тотона, алған белеме, методик һәләте тиҙ арала коллективты республикала таныта. Директорҙың эшенә министр Фатима Мостафина ла күҙ һалып йөрөй, урындағы етәкселәрҙән йәш директорҙың эш стиленә, кешеләр менән аралашыуына иғтибар итеүҙәрен үтенә. Баҡтиһәң, күренекле дәүләт эшмәкәре Рәшит Әлмөхәмәтовтың профессиональ үҫешен, киләсәктә уға оло вазифалар йөкмәтеүҙе уйлап йөрөгән икән. Рәшит Вәлиәхмәт улы үҙе лә күңелендә башҡорт балаларына нисек итеп рус телен уҡытыу методикаһын булдырыуҙы, хәҙергесә әйткәндә, билингв уҡыусылар әҙерләүҙе уйлап йөрөй. Бының өсөн тәү сиратта үҙеңдең дә махсус методик белемең кәрәк. Шуға күрә 1961 йылда СССР Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институты филиалы директоры С. Әлибаевтың эшкә саҡырыуын шатланып ҡабул итә. 1961 – 1976 йылдарҙа ошо институтта хеҙмәт итә, кесе ғилми хеҙмәткәр­ҙән филиал мөдиренә тиклем үҫеш юлын уҙа. Башкөлләй методика фәненә сума. Бер нисә йылдан тәүге ғилми хеҙмәте – “Ҡылымдарҙы өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү” китабын яҙа. 1967 йылда Мәскәүҙә СССР Педагогия академияһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Педагогия фәндәре кандидаты Рәшит Әлмөхәмәтовтың ойоштороу, ғилми-методик эшмәкәрлеге филиалда эшләгән йылдарҙа киң танылыу яулай. “Просвещение” (Мәскәү), “Китап” нәшриәттәрендә III, IV синыфтар өсөн дәреслектәре донъя күрә. Мәғариф министрлығының коллегия, “Башҡортостан уҡытыу­сыһы”, “Русский язык в башкирской школе” журналдары редколлегияһы ағзаһы булып һайлана. Был осор­ҙағы хеҙмәттәре юғары баһалана, уға “РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы” исеме бирелә, В. Лениндың юбилей миҙалы менән бүләкләнә.

Ректор вазифа ғына түгел

БАССР халыҡ мәғарифы министры Сабир Йыһаншин 1976 йылда Милли мәктәптәр институты мөдире Р. Әлмөхәмәтовты эш урынына саҡыртып ала. Һүҙҙе ҡыҫҡа тота министр:
– Оҙаҡ йылдар бергә эшләйбеҙ, һеҙҙе һәр яҡлап тик ыңғай сифаттан беләбеҙ. Мәскәү менән һөйләшелгән, ризалығығыҙ ғына кәрәк. Беҙҙең фекер бер: Стәрлетамаҡ педагогия институтына ректорлыҡҡа һеҙҙән дә ҡулай кеше юҡ!
– Ҡапыл булды бит, Сабир Шәйәхмәт улы, уйлашайым, Долорес Ислам ҡыҙы, балалар менән кәңәшләшәйем... Ә бер нисә көндән Рәшит Вәлиәхмәт улы, саҡ ҡырҡты тултырған ғалим-педагог, ҙур тарихы булған, республикабыҙҙа киң танылыу яулаған юғары уҡыу йортоноң киң хоҡуҡлы директоры ине. Ҡулында – СССР халыҡ мәғарифы министрының бойороғо! Тик шуныһы ғына ҡаушатҡандай: кисәге уҡытыусыларың, профессорҙар бөгөн һинең ҡул аҫтында эшләйәсәк. Күп уйланды йәш ректор, йоҡоһоҙ төндәре аҙ булманы. Әммә тапты эш стилен билдәләр төп талапты. Шәхси өлгө һәм үҙ-үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ! Ысынлап та, ректор үҙенә иң юғары талаптар ҡуйҙы. Эш өсөн ваҡытты йәлләмәҫкә, шәхси мәсьәләләр­ҙе икенсе планға күсерергә, кешеләргә, студенттарға мөмкин ҡәҙәр иғтибарлы булыу. Тап шулай эшләне лә. Тәүге көндәрҙән үк студенттарҙың тормошон, ятаҡта йәшәү шарттарын, ялын ойоштороу мәсьәләләрен хәл итте. Бығаса булмағанса, спорт, художестволы үҙешмәкәрлек киң йәйелдерелде. Ҡасандыр үҙенең дә ошо ятаҡтарҙа йәшәүе, институтта уҡыуы ярҙам итте. Тиҙ арала ректор студент­тар­ҙың ихтирамлы етәксеһенә әүерелде.
Был йылдарҙа Рәшит Вәлиәхмәт улы уҡыу йортоноң матди базаһын нығытыу өлкәһендә айырыуса тырышып эшләне. Яңы уҡыу корпусын, уҡытыусыларға күп ҡатлы айырым йорт һалдырыу өсөн Мәскәү, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ишектәрен аҙ ҡаҡманы. Хупланылар ниәтен. Аҡсаһын да таптылар. Заманса йыһазландырылған 1300 урынлыҡ уҡыу йорто үҫеп сыҡты, ул әле лә бөтә талаптарға яуап бирә. Абруй хеҙмәт менән яулана. Стәрлетамаҡтар үҙ итте етәксене. Икенсе йылда уҡ ҡала советының 4-се саҡырылыш депутаты, КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитеты ағзаһы итеп һайланылар. Ал-ял белмәй эшләгән ректорҙың абруйы тиҙ күтәрелде.
Ысынлап та, ошо йылдарҙа уны бөтә Рәсәй белде, күп йөрөнө, сығыштар яһаны. Шуға ла институтта бер яңылыҡты икенсеһе алмаштырып торҙо. Мәҫәлән, башланғыс синыфтар һәм уны уҡытыу теорияһы, музыка, индустриаль-педагогика, тарих-педагогика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы кеүек факультеттар асылды. Китапхана, мәҙәниәт һарайы, спорткомплекс төҙөлдө. Студенттарҙың ғилми эшмәкәрлеге активлашты. Шулай ҙа хәл итәһе йәнә бер мөһим мәсьәлә бар ине уҡыу йортонда. Байтаҡ ҡына уҡытыусының ғилми дәрәжәһе юҡ. 80-дән ашыу уҡытыусы Мәскәү, Өфө аспирантураларына уҡырға инде, ваҡытында фән кандидаты, докторлыҡ дәрәжәһенә диссертация яҡланы. Был Стәрлетамаҡ педагогия институты өсөн ысын мәғәнәһендә еңеү ине. Ректор үҙе лә ғилми эҙләнеүҙәрен туҡтатманы. 1980 йылда рус теле кафедраһы доценты итеп һайлана.”Рус теле” дәреслеген камиллаштыра, өҫтәмәләр индерә. Ул Рәсәйҙә төрки телле мәктәптәр араһында иң яҡшы дәреслек итеп алына, ун тапҡыр ҡайтанан нәшер ителә. Илебеҙҙең егерме субъекты ошо дәреслек менән уҡыта. СССР Халыҡ хужалығы күргәҙмәһенә ҡуйыла, энциклопедик дәреслек итеп атала. Ошо тиклем эште күрмәү, баһаламау мөмкин түгел: 1984 йылда ул СССР юғары мәктәбенең “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнә. РСФСР уҡытыусылар съезы делегаты итеп һайлана. Ғәҙел, һәр кемгә иғтибарлы, талапсан ректор вазифа биләп ҡалмай, яуаплы хеҙмәтте оло мәғәнә, йөкмәтке менән байыта. Был – бик һирәктәр өлөшө.
1989 йылда абруйлы педагогия институты ректоры Рәшит Әлмөхәмәтовтан Башҡортостан мәғариф министры Р. Гарданов инеп сығыуын үтенә. Шул асыҡлана: уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына булдыҡлы, фән, методика серҙәрен яҡшы белгән ректор кәрәк икән. Сәбәбе лә нигеҙле, илебеҙҙә яңырыу башланды, лицей, гимназиялар ойошторолдо. Уларҙа уҡытыу йөкмәткеһе ҡырҡа үҙгәрергә тейеш, инновацион уҡытыу алымдарын булдырыу, яңыса дәреслектәр һәм ҡулланмалар яҙыу кәрәк. Үҙ институты ни тиклем ҡәҙерле булмаһын, министрҙың һүҙен йыҡмай Рәшит Әлмөхәмәтов. Йәнә Өфөгә күсенә. Яңы шарттарҙа эш башлана. Рәшит Вәлиәхмәт улының ул йылдарҙағы эшмәкәрлеген был юлдарҙың авторына ла күп күрергә тура килде. Был осор­ҙа үҙем дә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты системаһында эшләй инем. Уның кәңәштәрен һәм ярҙамын 1993 йылда республикабыҙҙа “Йыл уҡытыусыһы” исемен яулағанда асыҡ тойҙом. Урынбаҫарҙары Р. Арыҫланов, Р. Абдуллин, редактор С. Ғүмәров менән ректорыбыҙ мине рәсми ҡабул итеү ойошторҙо, еңеүем менән ихлас ҡотланы. Быны кешелек сифатына эйә булған етәкселәр генә атҡара ала. Көйөргәҙелә методика кабинеты мөдире булып эшләгән осорҙа беҙгә бергәләп ике тапҡыр республика конференцияһы үткәреү бәхете тейҙе.Шул дәүерҙән бирле хеҙмәттәшлегебеҙ һыуынғаны юҡ.
Фәнһеҙ ғалим булмай

Рус телен уҡытыу методикаһы фәненән Рәшит Әлмөхәмәтов бер ваҡытта ла айырылманы. Ҙур һәм мәртәбәле уҡыу йорттарына етәкселек иткәндә лә рус теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедралары эшмәкәрлегенән ситләшмәне. Планға ярашлы күпләп ғилми мәҡәлә яҙҙы, уҡыу әсбаптары, дәреслектәр төҙөнө. Ғилми эшмәкәрлекте күренекле педагог үҙенең иң мөһим вазифаһы итеп ҡараны. Уның сәбәбе, беҙеңсә, шунда: башҡорт ғалимдары араһында рус телен уҡытыу методикаһы менән шөғөлләнгән белгестәр юҡ дәрәжәһендә, булғандары ла бармаҡ менән һанарлыҡ. Уға иңгә-иң терәп, профессор­ҙар М. Хәйруллина, К. Закирйәнов, Л. Сәйәхова менән бергә эшләргә насип була. Улар бергәләп Башҡортостанда рус булмаған балаларға рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһын, лингвокультурология фәнен формалаштыра. Ғалимдың артабан методикала бирелеп китеп эшләүе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университетына күсеүенә бәйле. Ул 1997 йылдан бирле ошо уҡыу йортонда хеҙмәт итә. Тап бында уға ректорат уникаль кафедра – лингвистик дисциплиналар уҡытыу методикаһы кафедраһын асыуҙы ышанып тапшыра. Уның эшенә йәш белгестәр – доценттар М. Дәүләтшина, С. Таһирова, О. Копанева, А. Юнысова, тәжрибәле методистар, доцент М. Хәсәнов, профессор Р. Дәүләтбаева йәлеп ителә. Ҡыҫҡа ваҡытта методика буйынса ике тиҫтәгә яҡын фән кандидаты әҙерләнә, республикабыҙҙа башҡорт һәм рус телдәрен уҡытыу методикаһы буйынса әҙерлекле ғалимдарға ҡытлыҡ бөтә. Кафедра эргәһендә 13..00.02 – белгеслеге буйынса ғилми совет рәйесе, профессор Рәшит Әлмөхәмәтов үҙе генә унлап фән кандидаты әҙерләне. Быны һис шикһеҙ фән өлкәһендәге ҡаһарманлыҡ тиһәк тә, хата булмаҫ.
Кафедра оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килә. Ул ғилми эшмәкәрлек буйынса уҡыу йортонда тәүге ун кафедра иҫәбендә йөрөй. Бер нисә тапҡыр халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендә конференциялар уҙғарыу өсөн гранттар алды. Баш ҡала мәктәптәрендә тиҫтәгә яҡын тәжрибә майҙансығы булдырылды, улар рус теле уҡытыу­сыларының методик оҫталығын күтәреүҙә баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. Республикабыҙҙың дәүләт телдәре проблемаларын өйрәнеүҙең лингвометодик үҙәге, уҡыу-уҡытыу лабораториялары төҙөлөү ҙә кафедраның уңышлы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй. Бөтә ғилми-методик эштәрҙең башында кафедра мөдире Рәшит Әлмөхә­мәтовтың йөрөүе ғәжәп түгел. Сөнки мәктәп директоры булып эшләй башлаған йылдарҙан уҡ шәхси өлгө күрһәтеүҙе ул, төп талап, ти. Шуға ла ул бер нисә монография, ундан ашыу дәреслек һәм уҡыу ҡулланмаһы, биш тиҫтәгә яҡын ғилми мәҡәлә яҙҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, бөтә төрки телле мәктәптәрҙә рус теле бөгөн уның методикаһы һәм дәреслектәре менән уҡытыла. Был ғалимдың үҙ ғилмиәте булыуы хаҡында һөйләй.
...Тәрән уйҙар кисергән мәғариф уҙаманы мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмуллаға, уның эргәһендәге ҡыҙ һәм малайға йәнә бер ҡарап алды ла, хәтирәләренән арынып, студенттары янына атланы. Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмө­хәмәтов ғүмеренең иң күркәм мәленә – оло юбилейына килеп етте. 80 йыллыҡ үрҙәрҙе һәр ир-уҙамандың яулай алмауы күптәргә мәғлүм, сөнки бындай мәртәбәле йылдар еңел бирелмәй. Рәшит аҡһаҡалдың ғүмер оҙонлоғоноң сере һәр ваҡыт тыныс, кешеләргә яғымлы, иманлы мөғәмәләлә булыуында, күңеленең саф, һәр ваҡыт сәләмәт тормош алып барыуындалыр. Ҡайһы яҡтан ҡараһаң да, бик күптәребеҙгә өлгө булыр шәхес ул Рәшит Әлмөхәмәтов. Әйҙә, үҙ ҡәҙереңде белеп, милләт яҙмышын хәл итеп, оҙаҡ йәшә, халҡыбыҙҙың аҫыл улы!

Фәнзил САНЪЯРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
М. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты.

Сығыу ваҡыты 2-05-2014, 10:23 | Ҡаранылар: 877
|
  • Остаздарҙың остазы
  • Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимә
  • Республиканың көслө, ҡеүәтле белем биреү үҙәге
  • Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге
  • Беҙҙең мәккәбеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM