НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Республиканың көслө, ҡеүәтле белем биреү үҙәге

Республиканың көслө, ҡеүәтле белем биреү үҙәге


Республиканың көслө, ҡеүәтле белем биреү үҙәгеОшо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫ­те­реү институты үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Эшлекле шарттарҙа үтте ул. “Федераль дәүләт белем биреү стандарттары: эш тәжрибәһе, уҡытыу тәжрибәһендә ҡулланыу методикаһы” тип аталған ҙур күргәҙмә ойошторолдо. Унда институттың тәжрибә майҙансыҡтары булған белем биреү учреждениелары үҙҙәренең уҡыу-уҡытыу методикаһы, алдынғы уҡытыу алымдары менән таныштырҙы. Улар араһында Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы ла бар ине. Билдәле булыуынса, гимназияның башланғыс мәктәбе республиканың милли мәктәптәре араһында иң алдынғыларҙан иҫәпләнә. 1992 йылдан Эльконин-Давыдов системаһы буйынса инновацион белем биреү буйынса ғилми-эксперименталь эш алып барыла. Ошо эштең һөҙөмтәһе булып белем усағының уҡытыусылары авторлығында “Башҡорт теле”, “Әҙәби уҡыу” дәреслектәре барлыҡҡа килә. Мәктәптең баш­лан­ғыс синыфтар методик берекмәһе Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғарифты уҡыу-методик яҡтан тәьмин итеү үҙәге менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй. Йылдар буйы тупланған тәжрибә 2008 йылда гимназияла институттың башланғыс белем биреү кафедраһының тәжрибә майҙансығын асырға мөмкинлек бирә.
– Федераль дәүләт белем биреү стандарттары ғәмәлгә ашырыла башлағас, улар буйынса дәреслектәр төҙөү ихтыяжы тыуҙы һәм беҙҙең уҡытыусылар, федераль стандарттарға ярашлы, дәреслектәр әҙерләү менән шөғөлләнә башланы. Ғөмүмән, гимназия федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу буйынса төп база мәктәптәрҙең береһе булып тора. Күптән түгел беҙҙә тап ошо мәсьәләгә арналған селектор кәңәшмәһе үтте, – ти гимназияның башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Гөлнара Салауат ҡыҙы, үҙҙәренең тәжрибә майҙансығының эшмәкәрлеге менән таныштырып.
Юбилейға арналған сараларҙың икенсе өлөшөндә институттың ғилми советының асыҡ ултырышы үтте. Унда республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, БР Дәүләт Йыйылышы‒– Ҡоролтай депутаттары Эльвира Айытҡолова, Сәлиә Мырҙабаева, Рөстәм Ишмөхә­мәтов, Татарстан Республика­һы­нан, Пермь өлкәһенән, республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан абруйлы ҡунаҡтар, ғалимдар, профессорҙар, уҡытыусылар ҡатнашты. Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов, ултырышты асып, институттың тарихына байҡау яһап үтте һәм һүҙҙе мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа бирҙе.
– 80 йәш – ул бер үк ваҡытта олпат та, шул уҡ ваҡытта уҡыу йорто өсөн иң ең һыҙғанып, ижади эшләй торған осор ҙа. Һеҙ хаҡлы рәүештә институт тарихының сағыу биттәре, уның иң башында торған һәм бөгөн заман талаптарына ярашлы профессионализмын күтәреүгә өлөш индереүсе кешеләрҙең исемдәре менән ғорурлана алаһығыҙ. Институт өсөн киләсәккә үҫеш нөктәһе булып заманса смарт-технологияларҙы ҡулланыу, новаторлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу, киң ғәмәли һәм инновацион эшмәкәрлек тора. Был бурыс һеҙҙең көсөгөҙҙән килә, – тине министр, институтты 80 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләп.
Артабан һөйләшеү институттың бөгөнгө эшмәкәрлеге, яңы йүнәлештәр, тәжрибә майҙансыҡтары, мәғариф системаһы алдында торған заман талаптары, бурыстар хаҡында барҙы.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 29-11-2013, 13:26 | Ҡаранылар: 1248
|
  • Иғтибар! «ТУРА БӘЙЛӘНЕШ!»
  • Электрон мәктәп нимәнән башлана?
  • Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй
  • Өс һөйләм менән
  • Кем иң оҫта рәссам?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM