НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йәш педагогтарға кәңәштәр

Йәш педагогтарға кәңәштәр


Бына һин уҡыуыңды тамамлап, ҡулыңа диплом алдың. Ҡотлайым!
Мәктәптә эш тә булды. Эш башлар алдынан күп йылдар эшләгән тәжрибәле уҡытыусылар­ҙың кә­ңәштәренә ҡолаҡ һал. Тәү сиратта директорҙың ҡатынына ярарға тырыш. Мәктәптә уңышлы эшләп китеүең тап унан тора. Сөнки күп эштәрҙе директор түгел, ә ҡатыны хәл итә. Уға ярау өсөн, күп нәмәне белһәң дә, белмәмеш булып, кәңәштәр һора.
Директор ҡатынына нисек оҡшай, шулай кейенергә тырыш, уға оҡшамай икән, иң яратҡан блузкаңды ла ҡабат кеймә, асыуландырһаң, бар эшең артҡа китер.
Маҡтарлыҡ урыны булмаһа ла, уңайы сыҡҡан һайын маҡтарға тырыш.

Яңылыш ҡына

Ғорур булма, үҙ фекереңде бер ваҡытта ла әйтмә, хатта технич­калар­ға ла оҡшамаған һүҙ ысҡындыра күрмә, шунда уҡ директорға барып та етер. Ә мәктәптә хатта стеналар ҙа ишетә. Үҙең дә ишеткән-күргәндәреңде ипләп кенә еткерергә өйрән, быны улар бигерәк ярата.
Ә директорға ярау өсөн юҡ йомошоңдо бар итеп, күберәк бүлмәһенә инергә тырыш.
Үҙеңде бик эшлекле, ләкин бе­лемле итеп түгел, күрһәтергә өйрән.
Артыҡ белемле булыу ҙа насар, сөнки рәсем, хеҙмәт дәрестәренән генә уҡытып йөрөгән директор­ҙар артыҡ белемле, дәртле, йәш уҡытыу­сыларҙы үҙҙәренә конкурент итеп күреп, бәйләнергә сәбәп эҙләй башлай.

Коллективты ныҡлап өйрән

Мәктәптә йәштәр юҡлығына аптырама, уларға ошо кәңәштәр­ҙе өйрәтеүсе булманы. Күптәре, белемдәрен күрһәтеп, фекерҙәрен белдереп, үҙҙәренең шәхес икәнлеген иҫбат итеп маташты, ә был үҙҙәрен генә кеше тип уйлағандарға оҡшамай, әлбиттә.
Ошо кәңәштәрҙе тотһаң, 5 – 6 ай ғына эшләп тә, «Оҙаҡ йылдар балалар тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн» тигән Маҡтау ҡағыҙы ла алырһың. Ысын. Бер директор үҙенең килененә тотто ла шундай грамота бирҙе. 25 – 30 йыл эшләгәндәр­ҙең танауына сиртте бит йәш ҡатын. Йөрө­мәһендәр тура-мура әйтеп. Уҡыусылары йыл һайын олимпиадаларҙа урын алһа ни, иң мөһиме, директорға, уның ҡатынына ярарға кәрәклеген ҡартайғансы аңламағас­.
Директор ҡатынының ыңғайына ғына йөрөп, бөтәһе лә уныңса ғына булһа инде, һинән дә уңғаны булмаҫ: йыл һайын август конференцияһына, уҡытыусылар байрамына һәм башҡа байрамдарға һинән дә ҡулайлы кешене тапмаясаҡтар, ҡыҫҡартыу тигән нәмәне бөтөнләй аңламай ҙа ҡалырһың.
Ә шулай ҙа иң беренсе сиратта балаларҙы ярат, улар һине ярат­һын. Һинең даныңды барыбер тик балалар ғына тарата. «Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер» тигән мәҡәлде онотма.

Уңыштар теләп – Сабырбикә ЯҠШЫҒОЛОВА апайың.

Сығыу ваҡыты 4-10-2013, 11:50 | Ҡаранылар: 738
|
  • Күгәрсендәрҙең “мәғариф министры”
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Ике майшәм хаҡында
  • Көнләшеү хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM