НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Белем артынан ҙур ҡалаларға ынтылығыҙ!»

«Белем артынан ҙур ҡалаларға ынтылығыҙ!»


«Белем артынан ҙур ҡалаларға ынтылығыҙ!»ти, ситтә уҡыған һәм йәшәгән башҡорт йәштәренең мәнфәғәтен ҡайғыртыусы Азат Хәлиуллин
2010 йылда Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында Башҡортостан йәштәренә терәк һәм таяныс булған ойошма барлыҡҡа килә. Башҡортостан Респуб­ликаһының кадрҙар резервын үҫтереү маҡсатында, алдынғы ҡарашлы бер төркөм йәштәр ”БР Студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы” йәмәғәт ойошмаһын төҙөй. Етәксеһе – Азат Баҙранов.
Бөгөн ассоциацияның әүҙем ағзаһы Азат Хәлиуллин беҙҙең һорауҙарға яуап бирә. Ул сығышы менән Учалынан, Өфө ҡалаһында йәшәй һәм К. Циолковский исемендәге МАТИ – Рәсәй дәүләт технология университетында белем ала.
– Хәйерле көн, БР Сту­денттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ха­ҡында ентекләберәк һөйләп үтһәң ине.
– Ул 2010 йылда илдең алдынғы уҡыу йорттарында белем алған егеттәр һәм ҡыҙҙар тарафынан ойошторолдо. Тыуған Башҡор­тостанға сифатлы кадрҙар резервын булдырыу һәм мегаполисҡа яңы ғына уҡырға килгән йәштәрҙе социалләштереү, йәки ҙур ҡала шарттарына өйрәнеүҙә ярҙам ҡулы һуҙыу, төбәктә өлкән класс уҡыусылары араһында һөнәри йүнәлеш эштәрен алып барыу – төп маҡсаттар. Уларға илдең абруйлы юғары уҡыу йорттары, академиялары хаҡында һөйләү, артабан Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарына уҡырға инергә ярҙам итеү буйынса оло эш алып барыла.

– Был ярҙам ниҙән ғибәрәт?
– Мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр беҙгә белем аттестаты һәм башҡа һынауҙарҙың һөҙөмтәләрен сағылдырған күрһәткестәр менән анкета тултырып ебәрә. Беҙ һәр береһен айырым ҡарап, балы ниндәй уҡыу йортона тап килеүен һәм конкурстан үтәсәген тикшерәбеҙ. Артабан уларҙың барыһына ла, һинең шул-шул вуздарға инеү мөмкинлегең бар, тип шылтыратабыҙ. Абитуриент уҡыу йортон үҙе һайлай. Был эшкә бер тин дә аҡса түләнмәй, йәғни йәмәғәт башлан­ғыстарында, шуға күрә, ассоциация ағзаларының буш ваҡыты бар икән, кем теләй, шул килеп ярҙам итә. Абитуриенттан да бер тин аҡса алынмай. Мәҫәлән, быйыл 100 кешегә ярҙам иттек.

– Ниндәй юғары уҡыу йорттарына күберәк өҫтөнлөк бирелә?
– Был сер булып ҡалһын, сөнки ниндәйҙер айырым вуздарға реклама яһаған кеүек килеп сығасаҡ. Ассоциация техник, биологик, химик, аграр, иҡтисади уҡыу йорттарын тәҡдим итә. Ойошма эшләй башлағандан алып 1000-дән ашыу йәш кеше беҙҙең ярҙам менән уҡыр­ға инә алды, федераль әһәмиәткә эйә ҡалаларҙа 1500 студент һәм аспирантты берләштереп торабыҙ.
– Төбәктең юғары уҡыу йорттары Мәскәүҙекенә ҡарағанда ныҡ ҡалышамы? Ни өсөн әлегә йүнләп донъя ла күрмәгән йәштәргә белем алыу өсөн алыҫҡа китергә тәҡдим итәһегеҙ?
– Бер күрһәткес буйынса ҡайһы бер уҡыу йорттары ҡалыша, ә икенсе күрһәткестән мәскәүҙәрҙе хатта уҙып китә. Шулай ҙа күбеһенсә илдең баш ҡалаһында уҡытҡан профессорҙарҙың яҙған дәреслектәре буйынса белем алабыҙ, бындағы вуздар күп йыллыҡ тарихҡа эйә, тар профиль буйынса специальностар күп. Мәҫәлән, Өфөлә тик факультет ҡына булһа, Мәскәүҙә был һөнәр­ҙең нескәлектәренә тотош академия өйрәтә. Шулай ҙа студент артабан шәхес булараҡ үҙ-үҙен үҫтереү менән шөғөлләнмәй, йүнләп уҡымай икән, уның менән аралар һыуынасаҡ. Сөнки беҙ тыуған йорттан алыҫта ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай белем алырға, конкурентлы мөхиттә шәхесен үҫтерергә теләгән, әүҙем тормош позиция яҡлы йәштәр менән эшләйбеҙ. Төбәккә квалификациялы белгестәр генә түгел, конкуренцияға һәләтле кадрҙар кәрәк. Быға социаль бәйләнештәр булдырыу, етеҙлек, команда менән эшләй белеү кеүек һәләттәр инә.
– Баш ҡалала йәштәрҙең “Мәскәү башҡорттары”, Санкт-Петербургта “Аманат” йәмәғәт ойошмалары эшләп килә. Улар менән ниндәй бәйләнеш бул­дырыл­ған?
– Был ойошмаларҙың да эшмәкәрлеге ситтә йәшәгән йәштәр мәнфәғәтенә йүнәлтелгән. Бик күп сарала беҙ барыбыҙ ҙа бер үк аудитория алдында сығыш яһайбыҙ, бер үк мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, йәштәрҙең ялын ойоштороу менән шөғөлләнәбеҙ һ.б. Шулай ҙа, беҙҙең Ассоциацияның төп йүнәлеше мәғариф һәм белем алыу, сту­дент­тар араһында халыҡ-ара мәғрифәтселек программаларында ҡатнашыу, диплом алыу менән туҡтап ҡалмау, ғилми эшкә тотоноу. БР-ҙың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге беҙҙең төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам ҡулы һуҙа, осрашыуҙар өсөн майҙан таба. Киләсәктә ауыл мәктәптәрен тамамлаусылар менән ныҡлы күпер һалырға, райондар менән яҡын бәйләнеш булдырырға, яңынан-яңы уҡыу йорттары менән килешеү төҙөргә пландар бар.

– Һеҙҙе нисек табырға була?
– Бына-бына мәктәпте тамамлар­ға тороусылар араһында ҡыҙыҡһыныусылар булһа, ”БР Студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы” йәмәғәт ойошмаһының “Вконтакте” сайтында vk.com/bashkor­tos­tan_students адресы буйынса төркөмө эшләп килә. Сайтыбыҙҙың адресы – bashstudy.timepad.ru­/events/ Бында ойошманың һәр яңылығы менән танышып барырға була. Ҙур ҡалаларҙан ҡурҡыу стереотибын юҡҡа сығарырға кәрәк, киләсәгеңде алдан уйлап, бөгөн үк сифатлы белем хаҡында хәстәрләй башлағыҙ, тип өндәшәм өлкән класс уҡыусыларына. Беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ, аралашығыҙ, ҙур ҡалаларҙа белем алыу хаҡында ниндәй һорауҙар борсой – барыһына ла яуап табырһығыҙ.

Лилиә ХӘЛИТОВА
әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 23-08-2013, 12:43 | Ҡаранылар: 1258
|
  • Башҡортостан киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа!
  • «Эшләп ҡарарға кәрәк, ҡурҡырға түгел!»
  • Йәшлек үҙенең киләсәге менән бәхетле
  • Мәскәүҙә йәки Питерҙа уҡығың киләме?
  • Ниндәй университетты һайланың, дуҫ?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM