НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Педагогтарға ла берҙәм форма кәрәкме?

Педагогтарға ла берҙәм форма кәрәкме?


1 сентябрҙә бик күп төбәктә берҙәм мәктәп формаһы тураһында закон үҙ көсөнә инә. Был төрлө бәхәстәр тыуҙырҙы – ә ниңә балалар ғына формала йөрөргә тейеш, ә уҡытыусылар? Педагогтарҙы ла бер стандарт менән кейендереүҙе хуплаусылар, һәр мәктәп үҙенең педагогтар формаһын булдырһын, тип бара. Тик уҡытыусыларға дресс-код булдырыу тураһында РФ Дәүләт Думаһы депутаттарының тәҡдиме йәмғиәттә яҡлау тапманы. Ҙур ҡалаларҙа бик күп педагог, беҙгә тыныс ҡына эшләргә бирегеҙ, тип ҡаршы сыҡҡан. Улар федераль органдарға, депутаттар үҙҙәренә тейешле булмаған функцияларҙы үтәүҙән тыйылһын, тип мөрәжәғәт иткән. Ә ил парламенты депутаттары фекеренсә, әгәр ҙә уҡытыусының өҫ-башы әхлаҡ нормалары талаптарына яуап бирерлек икән, балаға тәртип һәм тәрбиә ҡанундарын һеңдереү күпкә еңелерәк буласаҡ. Әлегә депутаттар яҙа башлаған Мәктәп намыҫы кодексында уҡытыусыларҙың тышҡы йөҙө хаҡында айырым бүлек буласаҡ.
Был яңылыҡтарға ҡарата уҡытыусылар үҙ фекерен белдерә.

Зилә, 29 йәш, педагогик стажы 5 йыл:
– Башҡа мәктәптәрҙе белмәйем, ә беҙҙең белем йортонда педагогтарҙың тышҡы ҡиәфәтенә элек-электән айырым контроль булды һәм бала­лар­ҙыҡына ҡарағанда күпкә ҡатыраҡ. Ул кейемдең төҫөнә генә түгел, ә оҙонлоғона ла, еҫенә лә (аш-һыу, тәмәке, тир, танауҙы бәргән хушбуй еҫтәре сыҡмаҫҡа тейеш), макияжға ла, прическаға ла ҡағыла. Мин үҙем дә, үксәнең тауышы балаларҙың теңкәһенә теймәһен өсөн, һәр саҡ туфлиҙың йомшаҡ табанлыһын алып кейәм. Джинсы кейемдә бер ҡасан да эшкә барғаным булманы. Биҙәүес­тәрҙең ныҡ күҙгә бәрелеп тормағанын һайлайым, маникюрҙы тоноҡ төҫтәге тырнаҡ лактары менән яһайым.

Лариса, 36 йәш, стажы 11 йыл:
– Мин эшләй башлағанда байрамдарҙа уҡытыу­сыларҙан ҡара аҫ һәм аҡ өҫ формаһында кейенеүҙе талап иттеләр. Был ситтән күҙәтеп тороусылар өсөн матур күренеш булғандыр. Сөнки мәктәпкә килгән ҡунаҡтар, ата-әсәләр һоҡланыуҙарын белдерә торғайны. Директор алмашынғас, был традиция онотолдо, һәр кем үҙе теләгән кейемде кейә башланы. Минеңсә, уны кире тергеҙергә кәрәк, исмаһам, төрлө саралар ваҡытында. Хәтерләйһегеҙме, уҙған быуаттың 30-сы йылдар­ҙағы уҡытыусыларҙың кейемдәрен? Ир-егеттәр етди костюмда, ә ҡатын-ҡыҙҙар сигелгән йәки ебәк яғалы ҡара, ҡара күк, һоро күлдәктәрҙә. Уҡытыусы өләсәйемдең ошондай бик күп фотокарточкаһы һаҡланып ҡалған.

Руслан, 42 йәш, стажы 20 йыл:
– Педагогтар араһында дресс-код булдырыуға ҡырҡа ҡаршымын. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ әле, барыһына ла полицейскийҙар, табиптар, ашнаҡсылар кеүек бер иштән кейенеп йөрөргә тимәгән. Улар униформаны хоҡуҡ һаҡлаусы булып айырылып тороу, гигиена өсөн кейә, ә беҙгә, былай ҙа бөхтә, таҙа кейенергә тырышҡан педагогтарға, ниңә кәрәк ул? Етмәһә, был форманы үҙ аҡсабыҙға һатып аласаҡбыҙ. Һәр мәктәп етәкселеге хеҙмәткәрҙәренең өҫ-башын үҙе контролдә тотһон – билгә тиклем асыҡ иҙеүҙәр, ҡыҫҡа юбкалар, пирсинглы танау-ҡолаҡтар һ.б. булырға тейеш түгел.

Кәримә, 64 йәш, мәғариф ветераны:
– Беҙҙең ауылға килгән йәш кенә уҡытыусы апайыбыҙҙы нисек һоҡланып күҙәтеүебеҙ бөгөнгөләй хәтеремдә. Кейемгә наҡыҫ ваҡыт, әлеге кеүек кәштәләре лыҡа тулы магазиндар юҡ. Апай көн дә бер төрлө кейем кейә ине, балалар уның ҡупшы, матур кейенеүен бик яратты. Ысынында, уның гардеробы ҙур булмаған, көн дә төрлө-төрлө әйбер класс мөхитен төрлөләндереп ебәрергә, уҡыусыларҙың эстетик зауығын үҫтерергә ярҙам иткән.
Мин үҙем дә дәрескә матур кейенеп йөрөргә яраттым. Балалар, хатта, дәрес башланыр алдынан, уҡытыусыларының бөгөн нимә кейеп киләсәге хаҡында бәхәсләшә торған булғандар, быны миңә элекке уҡыусым әйтте. Бөгөн уҡытыусылар­ҙы бер ҡалыпҡа һалып, бер иштән кейендерергә теләүҙәрен хупламайым. Һәр педагог үҙенең бөхтәлегенә, зауығына, буй-һынына ҡарап кейенә, быны тыйырға ярамай.
Л. Хәлитова.

Сығыу ваҡыты 16-08-2013, 14:49 | Ҡаранылар: 928
|
  • Тамбов уҡытыусыларына көнләшергә генә ҡала
  • Инновациянан – суперинновацияға
  • Мәғариф министры Әлфис Ғаязов: «Гөрләп торған ауыл булған саҡта, балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә буласаҡ»
  • Берҙәм форма кәрәкме?
  • Яңы уҡыу йылын – яңы мәктәп формаһында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM