НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Инновациянан – суперинновацияға

Инновациянан – суперинновацияға


Инновациянан – суперинновацияға Яңыраҡ Бөрө ҡалаһында мә­ғариф хеҙмәткәрҙәренең республика кәңәшмәһе үтте
Тимәк, яңы уҡыу йылына старт бирелде, тигән һүҙ. Шулай итеп, яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙе, уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы нимә көтә: белем һәм тәрбиә биреү процесында үҙгәрештәр буласаҡмы, ҡыҫҡартыуҙар да­уам итәсәкме, ниндәй проблемаларҙы хәл итеү бу­йынса эш алып барыласаҡ, уҡытыусыларҙың эш хаҡы артасаҡмы?
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында билдәләп үтеүенсә, республикала иң яҡшы донъя аналогтары менән ярыша алырлыҡ өр-яңы супер инновацион белем биреү системаһы – смарт-система барлыҡҡа киләсәк.
– Республиканы Рәсәйҙә лидер итә алырлыҡ йүнәлештәр күп түгел, шуларҙың береһе – мәғариф. Беҙгә килеп ҡарап, күреп: «Башҡор­тостан белем биреү буйынса лидер», – тиһәләр, шул саҡта беҙ, әлбиттә, республикала яңы сифатҡа өлгәшә аласаҡбыҙ. Ә инде «уртасанан саҡ ҡына юғарыраҡ» тигән иҫәптә барһаҡ, беҙҙең тормошобоҙ ҙа «уртасанан саҡ ҡына юғарыраҡ» буласаҡ, – тине ул.
Рөстәм Зәки улы һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа демографик хәлдең дә яҡшыға табан үҙгәреүен билдәләп үтте.
Ун йыл элек беҙҙә мәктәпкәсә йәштәге балалар һаны яҡынса 250 мең булһа, әле иһә был һан 335 меңгә тиң һәм ошо күрһәткес тағы ла өс-дүрт йыл һаҡланасаҡ. Уҡыусылар иҫәбенә килгәндә, иң юғары күрһәткес 1999 – 2000 йылдарға тура килә: был осорҙа республикала мәктәп йәшендәге 860 мең бала булған, бөгөн иһә улар­ҙың һаны 330 мең генә.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының планы буйынса түгел, ә ошо һандарҙан сығып балалар баҡсаһында күпме урын һәм республикала нисә мәктәп булырға тейешлеген билдәләү зарур.
– Федераль министрлыҡ биргән һандар буйынса мәктәптәрҙе аҡылһыҙ рәүештә ҡыҫҡартыуҙы туҡтатырға кәрәк. Мин мәктәптәрҙе ябыу яҡлы түгелмен. Шуның өсөн дә беҙҙең республика өсөн төп критерий: 11 – 12 уҡыусыға бер уҡытыусы булырға тейеш. Беҙ шуның өсөн көрәшәбеҙ.
Оптималләштереүгә килгәндә, Рөстәм Зәки улы фекеренсә, һуңғы ике йылда түгел, ә 2010 йылға тиклем был эштең төп өлөшө башҡарылған.
Кәңәшмәлә уҡытыусылар өсөн яңғыраған һөйөнөслө яңылыҡтарҙың береһе – эш хаҡы артасаҡ. 2015 йылға ул 30 мең һумға етәсәк, ә 2017 йылда 35 мең буласаҡ, әммә бар уҡытыусылар ҙа шундай эш хаҡы аласаҡ, тип уйларға ярамай. Эш хаҡы һәр уҡытыу­сыға стажынан, квалификацияһынан сығып билдәләнә.
– Яҡшы эшләүсе хеҙмәткәр­ҙәр юғары эш хаҡы алырға тейеш. Барыһына ла тигеҙ итеп бүлеү дөрөҫ түгел, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте Рөстәм Хәмитов.
Уҡытыусыларҙың ғына түгел, балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең, урта һәм башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары хеҙмәткәр­ҙәренең дә эш хаҡы 2017 йылға 28 мең һумға тиклем күтәреләсәк, тип белдерҙе Президент.
Республика мәктәптәрен инновацион белем биреү ҡорамалдары менән йыһазландырыу йылдан-йыл яҡшыра бара. Бөгөн мәктәптәрҙә һәр уҡыусыға 7 – 8 компьютер тура килә, интерактив таҡталар, экрандар, проекторҙар ҡулланыла. Әммә, республика башлығы әйтеүенсә, смарт-йәмғиәт төҙөү өсөн улар ғына етмәй. Компьютерҙар ҙа кәмендә дүрт уҡыусыға берәү булырға тейеш, иң мөһиме – электрон программалар, дәреслектәр менән тәьмин итеүсе электрон белем биреү үҙәге кәрәк. Был йәһәттән, ул 1996 йылдан бирле ошо йүнәлештә эшләп, уҡыусыларға һәм студенттарға электрон белем биреүҙә донъя лидерына әйләнгән Көньяҡ Корея тәжрибәһен өйрәнергә саҡыр­ҙы.

С. АМАНТАЕВА.

Сығыу ваҡыты 16-08-2013, 14:48 | Ҡаранылар: 990
|
  • Республиканың көслө, ҡеүәтле белем биреү үҙәге
  • “Кешеләргә ярҙам итеү – төп маҡсатым”
  • Мәғариф министры Әлфис Ғаязов: «Гөрләп торған ауыл булған саҡта, балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә буласаҡ»
  • Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булдырыу шарт
  • Бала бәхетле булырға хоҡуҡлы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM