НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Буласаҡ химия сәнәғәте белгесе

Буласаҡ химия сәнәғәте белгесе


Буласаҡ химия сәнәғәте белгесе“Ваҡыт – ул аҡса, шуға күрә ҡул ҡаушырып ултырырға түгел, ә алға, ҙур ҡаҙаныштарға табан барырға кәрәк”, – ти Әхәт Камалов
Ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр генә күрмәй ир-егеткәй менән ат башы... Халыҡ йыры "Азамат"та шундай һүҙҙәр бар. Хәрби хеҙмәт, эш эҙләү һәм башҡа юлдар менән яҙмыш беҙҙе ҡайҙа ғына илтмәй. Иглин районы егете Әхәт Камалов һөнәр алыу маҡсатында күрше республикаға юлланған. Әлегә ул Ҡазан университеттарының береһендә белем ала. Сит ерҙә юғалып ҡалмаған, бар көсөн, тырышлығын, сәмен туплап, яҡташыбыҙ белем үрҙәрен яулай. Ҡыҙыҡһыныуҙары уҡыу менән генә лә сикләнмәй... Артабан әңгәмәбеҙ уның менән.

− Әхәт, үҙеңдең мәктәп йылдарың тураһында һөйләп үтһәңсе?
– Мин Иглин ауылының 1-се мәктәбен тамамланым.Мәктәптә яҡшы ғына уҡыным, атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштым, һеңлемә лә үрнәк булыр­ға кәрәк ине. Бәләкәй саҡта юрист, бер осор хатта ашнаҡсы булырға ла хыялландым. Үҫә килә буласаҡ ғаиләмде тәьмин итерлек һөнәр һайларға кәрәклеген аңланым.
Башта, Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инермен, тип хыяллан­ғайным. Унда конкурс ҙур булыу сәбәпле, икенсе варианттар тураһында уйланырға тура килде. Ни өсөн мин ситкә китеп ҡарамайым әле, тип уйланым да, Ҡазандағы ошондай уҡ университетҡа документтарымды тапшырҙым. Шулай итеп, уҡырға инеп киттем. Ҡазан милли-тикшеренеү технологик университеты студентымын. Уҡып бөткәс, химия сәнәғәте инженеры булып сығасаҡмын.
Уҡыуға килгәндә, дөрөҫөн әйтәм − ауыр, тырышырға тура килә. Ғөмүмән, техника, химияға ҡағыл­ған барлыҡ уҡыу йорттарында ла ҡыйынлыҡтар барҙыр. Уҡыуҙа ауыр булһа, эштә еңел булыр. Иглин ауылының 1-се мәктәбе уҡытыусыларына рәхмәт әйткем килә. Уларҙың биргән белеме ныҡ ярҙам итте. Шулай ҙа өҫтәмә белем дә кәрәк, тик мәктәп программаһына ғына ышанып ултырып булмай. Үҙ өҫтөңдә эшләргә лә эшләргә кәрәк.
Мин уҡырға килгәндә, башҡорттарға ҡарата мөнәсәбәт һәйбәт түгелдер, тип уйлағайным. Ысынында иһә татарҙар бик ярҙамсыл, ҡунаҡсыл булып сыҡты. Күрше республикала Башҡортостандан да студенттар күп. Беҙ үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәргә тырышабыҙ.
− Ҡазан, ысынлап та, матур ҡаламы?
− Эйе, ысынлап та, был дөрөҫ. Ҡазан − матур, таҙа, ҙур, төҙөкләндерелгән ҡала. Өфө матурыраҡмы, Ҡазанмы, тигән һорауға ҡәтғи генә яуап юҡ. Һәр кемгә – үҙенсә, шулай ҙа ҡунаҡта рәхәт, өйҙә яҡшыраҡ, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән бит. Өфөлә лә, Ҡазан­дағы кеүек, спорт объекттарын күберәк төҙөргә кәрәк. Бында сәләмәт тормошҡа ҙур иғтибар бирәләр.
− "Салауат Юлаев" менән "Аҡ барс" хоккей командалары уйындарында булдыңмы? "Аҡ барс" командаһы көйәрмәне булып китмәнеңме?
− Әлбиттә, юҡ, мин, дуҫтарым һәр саҡ был командалар уйындарын ҡарап барҙыҡ һәм үҙ командабыҙ өсөн “ауырыныҡ”. “Аҡ барс” – яҡшы команда, әммә "Салауат Юлаев” – ул беҙҙеке!
− Уҡыуҙан тыш, нимә менәндер шөғөл­ләнеп өлгөрөп буламы?
− Уҡыу йылы башында беҙҙең универ­ситет­ҡа волонтерҙар йыйыу­сы төркөм килгәйне. Ҡазанда әле июлдә уҙасаҡ Универ­сиадаға әҙерләнәләр. Мин шунда волонтер булыр өсөн анкета тултырҙым. Төрлө дәрестәргә йөрөнөм, ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым. Яңыраҡ ҡына мине Универ­сиадаға волонтер итеп тәғәйенләнеләр. “Татнефть” аренаһына дзюдо һәм самбо ярыштарына килеүсе спортсылар менән аралашасаҡмын, улар­ҙың һорауҙарына яуап бирәсәкмен, ярҙам кәрәк булһа, ярҙам да итәсәкмен. Шулай булғас, йәйге каникулдың тағы бер өлөшө был ҡалала уҙасаҡ. Уҡыу йортонда ла был идеяға ыңғай ҡарайҙар. Үҙем Иглиндә самбо менән шөғөлләнә торғайным. Шуға күрә лә тап ошо өлкәне һайланым. Уҡыуҙа өлгөрмәй башлағас, ҡалдырып торор­ға тура килде.
− Киләсәккә ниндәй пландар менән янаһың? Уҡып бөткәс, Башҡортостанға ҡайтырға уйлай­һыңмы?
− Әлегә был һорау өҫтөндә уйлағаным юҡ. Яҡшы ғына уҡып бөтөргә кәрәк. Артабан күҙ күрер. Әлбиттә, Башҡортостанға ҡайтҡы килә, туғандарға, атай-әсәйгә яҡыныраҡ булһаң, рәхәтерәк.
− Йәштәштәреңә ниндәй теләктәрең бар?
− Нимәнәндер ҡурҡып, оялып ултырмаһындар. Эҙләнһендәр, тырышһындар. Алда булһа ҙур теләк, эштән йәм таба йөрәк, тигәндәй. Юғары үрҙәр яуларға тигән маҡсатың булһа, уға ынтылырға тейешһең. Атай-әсәй­ҙең генә әйткәнен тыңлап, көтөп ултырырға түгел, ә амбициялы булыу зарур. Шулай уҡ йәштәр ваҡытын бушҡа әрәм итмәһен ине. Ваҡыт – ул аҡса, шуға күрә ҡул ҡаушырып ултырырға түгел, ә алға, ҙур ҡаҙаныштарға табан барырға кәрәк.
− Уңыштар һиңә, Әхәт, әңгәмә өсөн рәхмәт.

Сығыу ваҡыты 24-05-2013, 11:39 | Ҡаранылар: 728
|
  • Ул уҡырға, эшләргә, йәшәргә тейеш
  • «ҮҘЕҢ БУЛЫП ҠАЛ!»
  • “Яҡшы табип булыу өсөн яҡшы уҡыу мөһим”
  • Спортсыларҙың оло еңеү яулаясағына өмөт бар
  • Бөрйән ҡыҙҙары Мәскәүҙе яулай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM