НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яңы уҡыу йылын – яңы мәктәп формаһында

Яңы уҡыу йылын – яңы мәктәп формаһында


Бөрйән районының Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыу-тәрбиә эшен ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә алып бара. Төрлө матур саралар, асыҡ дәрестәр ҙә уларһыҙ үтмәй. − Шуныһы ҡыуаныслы: үҙ балаһының ғына түгел, дөйөм мәктәптең, башҡа уҡыусыларҙың да уҡыуы, йәшәйеше, проблемалары менән даими рәүештә ҡыҙыҡһынып, яҡындан ярҙам итеүсе, уларҙың яҡшы эштәре, уңыш-ҡаҙаныштарын уртаҡлашыусы ата-әсәләр ҙә бихисап, − тип һөйләй директор­ҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ғәзимә Ғәлиулла ҡыҙы Байназарова.
Ошо көндәрҙә Байназар мәктәбендә һәм уның Мораҙым, Яуымбай һәм Мәһәҙей филиалдарында мәктәп директоры Азамат Роберт улы Баязитов ҡатнашлығындағы дөйөм ата-әсәләр йыйылыштары булып, унда эшлекле мәсьәләләр ҡаралды.
Башлыса, уҡытыусыларҙың, ба­ла­лар һәм үҫмерҙәр хоҡуғын яҡлау инспекторҙарының, ата-әсәләр комитеттары рәйестәренең тәрбиәүи темаға арналған докладтары балаға бөгөнгө урам тәрбиәһенең йоғонтоһо, ғаилә менән мәктәптең бәйләнеше һөҙөмтәһе, хоҡуҡ тәрбиәһе һәм халыҡ педагогикаһы нигеҙендә йәш быуынды тәрбиәләү темаларын үҙ эсенә алды. Сығыштар буйынса фекер алышыу ҙа йәнле үтте. Артабан класс етәкселәре сирек һөҙөмтәләре менан таныштырҙы. Балаларын яҡшы тәрбиәләгән, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Директор Азамат Роберт улы Баязитов ата-әсәләргә ентекле итеп дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы положениеһы, яңылыҡтары тураһында аңлатты, кәңәштәрен бирҙе. Ул шулай уҡ класс етәкселәренә уҡыусыларҙың көндәлектәре аша ата-әсәләре менән һөйләшеүҙәр үткәрергә ҡушты. Өй эштәрен эшләүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны. Хатта балаларынан көн режимын үҙҙәренән төҙөтөп, көндәлек йәшәү тәртибенә булышлыҡ итергә өндәне. Был йыйылыштың иң матур яңылығы һәр мәктәптә шул булды: 2013 – 2014 уҡыу йылына ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн берҙәм мәктәп формаһының килешле төрөн ата-әсәләр һайлап, ҡабул итте. Шөкөр, уҡыусыларыбыҙ яңы уҡыу йылында килешле формалар менән мәктәп буҫағаһына аяҡ баҫасаҡ. Бына шулай мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә булғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Быны һәр беребеҙ яҡшы аңларға тейеш. Баланы донъяға килтереү – бер, ә бына уны ысын кеше итеп тәрбиәләү – иң мөһиме. Ошоно аңлай белгән кеше генә тормошта үҙ яҡындарының иң яҡын, иң ҡәҙерле кешеһе була ала икәнлеген аңлап таралышты йыйылыштан Байназар мәктәбе һәм уның филиалдары уҡыусыларының ата-әсәләре.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Мәһәҙей филиалының
бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса инспекторы.


Бөрйән районы.

Сығыу ваҡыты 9-04-2013, 12:31 | Ҡаранылар: 3244
|
  • Унан ысын уҡытыусы сығасаҡ
  • Минең яратҡан уҡытыусым
  • Аптраҡта ике йыл элек ябылған мәктәп яңынан асылды
  • Гәзит-журналһыҙ йорт – тәҙрәһеҙ бүлмә
  • Файҙалы осрашыу
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM