RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөнгө студент туҡмы?

15.11.2011 Бөгөнгө студент туҡмы?

йәки Өфөлә белем алыусыларға уҡыу йорттары ашханаларында туҡланыу күпмегә төшә?
Бөгөнгө студент туҡмы?
Студент тормошо тигән һүҙбәйләнеш ҡасан да булһа юғары йәки махсус урта уҡыу йортонда белем алыу­сыларҙың хәтерендә иң күңелле саҡ булып ҡалалыр. ҡайһы ваҡыт иртәнән кискә тиклем уҡып, әҙәм рәтле тамаҡ туйҙыра алмаған саҡтар ҙа була бит студент тормошонда. Тап ошо ваҡыттарҙа яҡшы итеп ашап алыу бик файҙалы булыр ине лә. Көнө буйы ауыҙына бер ҡалаҡ та йылы аш ҡапмаған студенттар, уҡый-уҡый өлкән курстарға еткәнсе, ашҡаҙандары ауыртыуына зарланып, берәм-берәм дауахана юлдарын тапай башлай. Яңылыш һәм режим­һыҙ туҡланыу һөҙөмтәһендә гастрит, хатта язва диагнозы ҡуйылыусылар ҙа аҙ түгел.
Үҙем дә студент булараҡ, был проб­лемалар миңә бик яҡын. Ятаҡта йәшәйем, оҙайлы лекцияларҙан һуң ашханаға инәм. Йыш ҡына иртәнге аш тураһында уйларға ла тура килмәй, йоҡонан тороп, сәй ҡайнатып эсәһең дә, университетҡа юлланаһың. Төшкә тиклем уҡып асығаһың һәм, бүлмәңдә һиңә бер кем дә аш әҙерләп ҡуймағанын аңлап, барыбер ашханаға китәһең. Тик унда туйғансы тамаҡ туйҙырып булһа ине ул... Йыш ҡына менюла тәҡдим ителгән ризыҡтарҙың хаҡтары юғары булыу сәбәпле, күп ваҡыт ашағы килгән ризыҡ урынына арзанырағын һайлайһың. Улай ҙа әле байтаҡ ҡына сумма йыйыла.
Шуныһы ҡыҙыҡ: төрлө уҡыу йорттары ашханалары студенттарға төрлө хаҡ тәҡдим итә. Мәҫәлән, салат, аш, итле гарнир, йылы эсемлек һәм икмәктән торған комплекслы төшкө ашҡа иң арзан хаҡ Башҡорт дәүләт аграр университеты (39 һумдан алып), Өфө дәүләт авиация техник университеты (50 һумдан алып) ашханаларында. Шул уҡ төшкө ашҡа Башҡорт дәүләт медицина университетында − 55 һум, Башҡорт дәүләт педагогия университетында 57 һум тирәһе аҡса талап ителә. Ә бына Өфө дәүләт сәнғәт академияһы (68 һумдан алып), Башҡорт дәүләт университеты ашханаларында (67 һумдан алып) улар һиҙелерлек юғары. Был әле иң ябай һәм арзан ризыҡтарҙың исемлегенән сығып ҡараған ваҡытта ғына. Ә тәмлерәк салат йәки башҡа блюдоны һайлағанда төшкө аш өсөн тотонолған аҡсаның күләме тағы ла үҫеп китә.
− Мин үҙем дә вуздарҙың ашханаларында булып, хаҡтарҙы ҡарағайным. Аҙыҡҡа ҡайҙалыр юғары хаҡ өҫтәйҙәр, тип әйтеп булмай, − ти Башҡорт дәүләт педагогия университеты ашханаһы директоры Евгения Нафиҡова. − Беҙ башҡа ашханалар менән бер шарттарҙа эшләйбеҙ. Хаҡтарҙа айырма бер нисә сәбәп менән килеп сыға. Беренсенән, 94-се Федераль закон ҡабул ителгәс, аҙыҡ-түлекте тендер­ҙы еңгән етештереүселәрҙән арзаныраҡҡа алабыҙ. Аш-һыу бешергәндә төрлө продукттар ҡулланыла, шуға ла улар төрлө хаҡ менән тәҡдим ителә. Һатыуға ҡуйылған блюдоның сығымына ла ҡарарға кәрәк: уға ниндәй ингредиенттар ингән һәм ниндәй ауырлыҡта. Әгәр ашҡа мул ғына ит киҫәге һалһаң, уның хаҡы, әлбиттә, 30 − 35 һумға етәсәк.
Башҡорт дәүләт уни­верситеты ашханаһында ла хаҡтар­ҙың юғарылығы нигеҙһеҙ булмауы хаҡында уның мөдире Линиза Вәлиәхмәтова әйтте. Уның һүҙҙәренсә, ашхана хеҙмәткәрҙәре шикле һәм насар итте ҡулланмай, ә Уд­муртиянан сифатлы һәм ҡиммәтлеһен һатып ала. Һөҙөмтәлә ошондай ит ҡушып бешергән ризыҡтар ҙа тәмлерәк була, ти.
Тәмле нәмә күп булмай, тигән әйтемде бөгөн, тәмле нәмә ҡиммәт була, тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университеты ашханаһында макарон 3 һум 40 тин торһа, БДУ-ла − ҡырылған сыр менән 9 һум 98 тин. ҡиммәтле голланд сырының бер нисә грамы ла аҙыҡтың хаҡын бер нисә тапҡыр арттырырға һәләтле. Был − әле менюлағы иң арзан гарнир. Ошо уҡ ашханала ашты итһеҙ алыу һиҙелерлек арзанға тура килә. Ябай щи 9 һум 24 тингә һатыл­һа, 25 грамм ауырлығындағы фрикаделька менән уның хаҡы 22 һум 18 тингә етә. Тик бындай һайлау мөмкинлеге менюлағы аштарға ғына бирелә.
Эш хаҡы алғандар менән ябай стипендияға йәки ата-әсәһе ебәргән аҙ ғына аҡсаға көн күргән студенттар­ҙың мөмкинлеге бер түгел. Кемгәлер төшкө ашҡа көнөнә 100 һум аҡса сарыф итеү ғәҙәти күренеш булһа, ә кемдеңдер был хәленән килмәй. Аҙ ғына аҡсаны бер айға нисек еткерергә икән, тип баш ватҡан студентҡа түҙемле булырға, үҙенә ашарға бешерергә өйрәнергә тура килә.

Өфө вуздары ашханаларындағы хаҡтар

Ашхана Салат Аш Икенсе ризыҡ Гарнир Эсемлектәр

БДУ 11,17 – 21,39 18,69 – 22,18 22,87 – 39,84 9,98 – 20,20 2,59 – 11,00
БДМУ 8,00 – 15,00 17,50 – 32,50 15,00 – 45,50 6,00 – 14,00 5 – 5,50
ӨДАТУ 6,88 – 12,65 10,42 15,75 – 33,45 5,80 – 6,09 3,88 – 5,60
ӨДСА 16,00 – 28,50 15,00 – 16,00 20,00 – 42,00 8,00 – 21,00 7,00 – 15,00
БДАУ 4,20 – 27,70 11,50 – 13,70 15,40 – 44,60 5,10 – 14,50 2,60 – 17,00


Самат ҡОТЛОЕВ,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!