НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мәскәү дәүләт университетын – ҡыҙыл дипломға

Мәскәү дәүләт университетын – ҡыҙыл дипломға


Мәскәү дәүләт  университетын –  ҡыҙыл дипломға
Өфө ҡыҙы Гөлнәзирә Мәһәҙиева М. Ломо­носов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланы.
Гөлнәзирә баш ҡалабыҙҙың М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында, унан 39-сы гимназияла уҡый. Йәмғиәтте өйрәнеү фәненән үткәрелгән Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры булараҡ, Мәскәүҙәге бер нисә уҡыу йортона конкурсһыҙ инеү хоҡуғына эйә була. Әммә ҡыҙ, өҫтәмә имтихан тапшырып, МДУ-ла үҙен һынап ҡарарға була һәм яңылышмай. Ағаһы Байрастың Санкт-Петербург дәүләт университетының юридик факультетына эске имтиханды юғары балға тапшырыуы ла ҡанатландырып ебәрә, үҙ-үҙенә ышаныс өҫтәй. Һөнәр һайлауҙа улар­ҙың икәүһенә лә атайҙарының, оҙаҡ йылдар Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡор­тостан буйынса идаралығында мөһим документтар­ҙы башҡарыу буйынса район-ара бүлек етәксеһе булып эшләүсе Ғәлимйән Мәһәҙиевтың, йоғонтоһо көслө булғандыр.
Илдең төп вузында уҡыу бик оҡшай ҡыҙға. Бөтәһе менән дә уртаҡ тел таба белгән алсаҡ, яғымлы башҡорт ҡыҙын курсташтары ла үҙ итә. Тәүге көн­дәр­ҙә үк уны төркөмдөң профоргы итеп һайлайҙар.
Дүрт йыл буйына студент тормошоноң уртаһында ҡайнай: ғилми конференцияларҙа, спорт ярыштарында ҡатнаша. Быйыл иһә дәүләт имтиханы тапшырыу, диплом яҡлау кеүек бик яуаплы мәшәҡәттәр араһында футбол буйынса донъя чемпионатында волонтер булып эшләргә лә өлгөргән. Мундиалдең иң һуңғы этабында – финал уйында трибунала көйәрмәндәр араһында тәртип булдырыу өсөн яуап­лы итеп тәғәйенләнгән ул.
Һәләтле, уңған, үҙ маҡсатына ынтылыусан ҡыҙҙың тырышлығы бушҡа булмай, илебеҙҙең абруйлы уҡыу йортоноң ҡыҙыл дипломына лайыҡ була.
– Минең әсәйем дә (“Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева – авт.) теүәл 30 йыл элек ошо уҡыу йортоноң журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Мин дә унан ҡалышмаҫҡа тырыштым, – тип йылмая һәр яҡтан ата-әсәһенә оҡшарға ынтылған ҡыҙ.
Ә алда – тағы ла яңы һынау. Гөлнәзирә Мәһәҙиева магистратурала уҡыуын дауам итмәксе. Йәш замандашыбыҙға уңыштар теләйек!
С. АМАНТАЕВА.

Сығыу ваҡыты 16-07-2018, 06:30 | Ҡаранылар: 85
|
  • Айгөл Назарова, Мәскәү ҡалаһы
  • "Йәшлек" гүзәле - 2015" исемен яулаусы Шәүрә Туйсина БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамланы!
  • Һәр яҡтан да килгән ҡыҙ
  • Күңеле лә, уй-хыялдары ла яҡты
  • Яңы энергия сығанаҡтарын ҡайҙан табырға?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM