НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар

Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар


Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
Башҡортостанда йәш ғаиләләр өсөн ташлама, субсидия һәм пособиеларҙың тиҫтәләгән төрө бар. Шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгән, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә социаль пособиелар. Республикала федераль кимәлдә раҫлан­ған бөтә төр балалар пособиеһына 15 процент өҫтәмә ҡаралған. Бынан тыш, йәш ғаиләләр тағы ниндәй дәүләт ярҙамына өмөт итә ала һуң?

Бер тапҡыр бирелә торған пособиелар
1. Бала тыуғанда һәм уллыҡҡа алғанда – бер бала өсөн 18802 һум.
2. Йөклөлөк буйынса иртә иҫәпкә торғанда – 705 һум.
3. Хәрби бурысын үтәүсе хәрбиҙең ауырлы ҡатынына – 29776 һум.
4. 2017 йылда республикала «әсәлек капиталы»ның күләме 453 мең һум тәшкил итә. Уның менән икенсе һәм унан артабанғы балаһын тапҡан йәки уллыҡҡа алған, әммә тәүге тапҡыр ошондай ярҙамға мөрәжәғәт иткән ата-әсәләр файҙалана ала.

Айлыҡ пособие
1. 1,5 йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса: беренсе балаға – 3525 һум, икенсе һәм артабанғы балалар­ға – 7051 һум.
2. Хәрби бурысын үтәүсе хәрбиҙең балаһына (өс йәшкә тиклем) – 12761 һум.
3. Өсөнсө балаға 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклем айлыҡ аҡсалата түләү – 3000 һум.
4. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр шулай уҡ айлыҡ төбәк пособиеһына дәғүә итә ала. Ул айына – 225 һум, әсә яңғыҙ бала тәрбиәләгәндә – 450 һум, ата-әсәнең берәүһе балаһына алимент түләмәгәндә йә хәрби бурысын үтәгәндә 337 һум тәшкил итә.
Иҫкәрмә: Межгорьела пособие һәр балаға 47,82 процент өҫтәмә менән түләнә.

Башҡа ташламалар

Барлыҡ ғаиләләр ҙә, матди хәленә ҡарамаҫтан, балалар баҡсаһына түләү өсөн компенсацияға дәғүә итә ала. Районына ҡарап, балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең суммаһы төрлөсә. Әммә компенсацияның күләме һәр саҡ бер үк: беренсе балаға – 20 процент, икенсе балаға – 50 процент, өсөнсө балаға – 70 процент.
Аҡсанан тыш, ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындар, шулай уҡ сабыйҙар махсус туҡланыу ризыҡтары алырға хоҡуҡлы. Бының өсөн ғаиләнең килеме тураһында белешмәләр йыйырға кәрәк. Әгәр ҙә ул йәшәү минимумынан түбән икән, ҡыйыу рәүештә был ташламаға иҫәп тоторға мөмкин. Шулай уҡ өсөнсө балаға ауырлы ҡатындар ҙа ярҙамға өмөт итә ала.

Торлаҡ
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә, тәүге балалары тыуғас, 300 мең һум аҡса бирелергә тейеш. Бының өсөн:
1. Уларҙың 35 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары булыуы һәм Башҡортостанда йәшәүе шарт.
2. Закон буйынса, ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылырға һәм уны һатып алыуға ниндәйҙер күләмдә аҡсаһы булыр­ға тейеш, йәғни аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр был иҫәпкә инмәй.
3. Был ташлама тулы булмаған ғаиләләргә лә ҡағыла.
4. Инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр йорт төҙөү өсөн бушлай ер алырға хоҡуҡлы. Уны алыу өсөн бер нисә шарт бар: ғаилә парҙарының йәше 35-тән үтмәҫкә һәм улар ер алыуға мохтаж тип танылырға тейеш. Шулай уҡ йорт төҙөү өсөн ер участкаһы алыуға өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе күп балалы ғаиләләрҙең дә хоҡуғы бар. Был турала Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы сайтында (www.mziorb.ru) ентекләберәк белешергә мөмкин.

Күп балалы ғаиләләр тағы нимәгә өмөт итә ала?
- 6 йәшкә тиклемге балалар­ға бушлай дарыуға;
- 18 йәшкә тиклемге балалар­ға медицина учреждениеларында бушлай стационар ярҙамға;
- айына 132 һум 50 тин күләмендәге социаль пособиеға;
- мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһына баланы си­рат­һыҙ ҡабул итеүгә;
- мәктәп формаһы өсөн аҡсалата компенсацияға (ике йылға бер 2800 һумға тиклем);
-18 йәшкә тиклемге балаларға бушлай протез-ортопедик изделиеларға;
- федераль исемлеккә ингән бушлай дәреслектәргә һәм пособиеларға;
- 23 йәшкә тиклем дәүләт һәм муниципаль учреждениелары уҡыу­сылары өсөн бушлай туҡланыуға;
- бәлиғ булмаған балаларҙың ял итеү урынына тиклем бушлай алып барыуҙы ойошторорға.

Үҙегеҙгә тейешле пособиены ала алмағанда нимә эшләргә?
Бөтә бәхәсле һорауҙар буйынса республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ҡабул итеү көндәрре - шаршамбы һәм кесе йома, көндөҙгө сәғәт 3-сө яртынан 5-кә тиклем.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 5-11-2017, 08:30 | Ҡаранылар: 371
|
  • Үҙгәрештәргә асыҡлыҡ индерелде
  • Быйыл тыуған беренсе балаға - 300 мең һум!
  • Балалар пособиеһы биш процентҡа артты
  • Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам
  • Күп балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тәртибе раҫланды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM