НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бер ғаиләнән – ике фән кандидаты

Бер ғаиләнән – ике фән кандидаты


Бер ғаиләнән –  ике фән кандидаты
Бер ғаиләнән –  ике фән кандидаты
Улар менән ғорурланырға ғына ҡала

Кем генә халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең ошо шиғыр юлдарын хәтерләмәй икән:
Һеҙ менәсәк фәндәр тауы
Бик бейек һәм бик текә.
Уның үренә ҡыйыуҙар,
Тырыштар ғына етә.

Был шиғыр юлдары, әйтерһең дә, бөгөнгө мәҡәләм геройҙарына арналған кеүек. Бер туған апалы-һеңлеле филология фәндәре кандидаттары Гөлнур Ҡасҡынова менән Динә Билалова башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас саялығы, ҡыйыулығы, ныҡышмалылығы, зирәклеге, тырышлығы һәм шул уҡ вакытта ярҙамсыл булыуҙары менән һоҡландыра.
“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, “Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән бит. Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында йәшәүсе Гүзәл һәм Нуриман Билаловтар тураһында беҙҙең районда күптәр белә. Тырыш, матур, өлгөлө ғаилә ул. Балаларын да аң-белемле, юғары рухлы итеп тәрбиәләргә тырышалар.
Өлкән ҡыҙҙары Гөлнур Ҡас­ҡынова – филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Бөрө филиалы доценты. Бала саҡтан журналист һөнәре менән ҡыҙыҡһынған Гөлнур мәктәп йылдарында “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе була. Мәҡә­ләләре, шиғырҙары “Баш­ҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”), районыбыҙҙың ул саҡтағы “Хеҙмәт байрағы” гәзиттәрендә, “Аманат” журналында йыш донъя күрҙе.
Шулай уҡ Гөлнурҙың әсәһе лә, өләсәһе лә уҡытыусы булғас, өйҙәрендә төрлө методик әсбаптар, әҙәбиәт буйынса хеҙмәттәр күп була. Мәктәптә уҡығанда уҡ уларҙы ҡыҙыҡһынып ҡарап, мауығып уҡып ултырыуын әле лә хәтерләй. Уның күңелендә фәнгә булған ҡыҙыҡһыныу осҡондары тап шул саҡта яралғандыр.
Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 10 – 11-се кластарында белем алғанда уларҙың класын иҫке төрки теленән билдәле ғалимә Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова уҡыта. Хәрефтәрҙе танытып, уҡырға-яҙырға өйрәтеүҙән тыш, ул уҡыусыларына төрлө эҙләнеү рәүешендәге биремдәр эшләргә ҡуша. Шундай эштәрҙең береһе – “Революцияға тиклем башҡорт яҙмаһы булғанмы?” тигән һорауға Гөлнурҙың яуабын уҡығас, Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы: “Гөлнур, журналист булырға хыялланаһыңдыр ҙа ул. Тик мин эҙләнеүгә булған һәләтеңде лә күрәм. Ана шул йәһәттән үҫешергә кәрәк һиңә”, – ти. Тап ошо урынлы кәңәш ҡыҙға киләсәген билдәләргә ярҙам итә лә инде. 11-се класта уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса VI республика олимпиадаһында ҡатнашып, беренсе урынды яулай һәм БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына имтиханһыҙ уҡырға ҡабул ителә. Тырыш ҡыҙ 1998 йылда юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм БДУ аспирантураһында уҡырға ҡала. Шул уҡ ваҡытта Өфөнөң 144-се башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дә уҡыта башлай.
Кандидатлыҡ диссертацияһын ул филология фәндәре докторы, профессор Роберт Нурмөхәмәт улын Байымов етәкселегендә яҙа.
2000 йылда Йылайыр районы егете Наил менән ғаилә ҡороп, Бөрө ҡалаһында төпләнә. Ләйлә исемле ҡыҙ һәм Ильяс исемле ул тәрбиәләйҙәр.
Гөлнур Нуриман ҡыҙы ғилми ижад менән шөғөлләнергә лә өлгөрә, төрлө экспедицияла ла ҡатнаша. 2005, 2006, 2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы (ул саҡта Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы) етәкселеге ярҙамында студент төркөмдәре менән Башҡор­тостан Республикаһының Тәтешле, Ҡариҙел, Асҡын райондарында фольклор экспедицияларын ойоштора. Экспедицияның географияһын халҡы башҡорт милләте вәкилдәренән торған 25 ауыл тәшкил итә: бай фольклор материалы тупланып, системаға һалына һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының Танып һәм Ҡариҙел һөйләштәре өйрәнелә.
2014 йылдың сентябрендә коллегаһы А. Фәтҡуллин менән берлектә башҡорт-инглиз бүлеге студенттарын Һамар өлкәһенә экспедицияға алып баралар. Оло Чернигов районының ундан ашыу башҡорт ауылында ғәйәт ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле халыҡ ижады өлгөләре теркәлә.
2016 йылдың йәйендә улар ялан-ҡатай башҡорттарының халыҡ ижадын өйрәнеү маҡсатында Ҡурған өлкәһенә сәфәр ҡылды. Экспе­диция барышында байтаҡ йыр, легенда, әкиәт, әйтем һәм мәҡәл, ерле үҙенсәлеге булған халыҡ йолалары һәм байрамдар яҙып алына.
Монография, уҡыу әсбаптары, дүрт тиҫтәгә яҡын фәнни мәҡәлә авторы Гөлнур Нуриман ҡыҙы БДУ-ның Бөрө филиалында ун өсөнсө йыл белем бирә. Студенттары менән ихлас эшләй, эшен ярата. Һәҙиә Дәүләтшинаның музейына яуаплы итеп тәғәйенләп ҡуйыу­ҙарын да яҙмыш бүләге итеп ҡабул иткән. Бөрө ерендә үҙенең һуңғы көндәрен үткәргән яҙыусының музейын байытыу, тулыландырыу буйынса байтаҡ эш башҡарҙы. Киң йәмәғәтселеккә, республика уҡыу­сыһына яҙыусы тураһындағы әлегә тиклем билдәле булмаған мәғлүмәттәрҙе еткереү, әҙибәнең ғәзиз йөҙө һынландырылған һирәк фотоларҙы күрһәтеү теләге менән шәхси эҙләнеүҙәр нигеҙендә бай материал туплап, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады” исемле китап-альбомын нәшер итеүгә иреште.
Билаловтарҙың уртансы ҡыҙы Динә лә апаһынан ҡалышманы, күптән түгел филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ булды. Ул башҡорт һәм инглиз телдәренең морфематик һүҙ төҙөлөшөн тикшереү менән шөғөлләнә.
Динә ауылда уҡыған саҡта уҡ инглиз теле менән ҡыҙыҡһына. Быны күреп, ата-әсәһе уға почта аша инглиз телен өйрәнеү буйынса китаптар, аудиокассеталар яҙҙырып ала. Шуға ла, 9-сы класты тамамлағас, Салауат педагогия колледжының сит телдәр бүлегенә еңел генә уҡырға инә. Артабан Бөрө ҡалаһында башҡорт-инглиз бүлегендә уҡый. Миәкә районы егете Алик менән ғаилә ҡороп, Салауат ҡалаһында төпләнәләр. Шул осорҙа Гөлнур апаһы, аспирантура тамамлап, диссертация яҡлай, ул ваҡытта йәш ҡыҙ аспирантура тураһында уйламай, тик апаһына эйәреп, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша башлай.
Ҡулына ҡыҙыл диплом алғас, Динә Нуриман ҡыҙы Салауат ҡалаһындағы гимназияла хеҙмәт юлын башлай. Салауат ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр советында ла эшләп, бик күп сара үткәрә, ҡала китапханаларында үткән конкурс, байрамдарҙан ситтә ҡалмай. Шулай уҡ “Республиканың иң яҡшы китап уҡыусыһы” конкурсында ла 2-се урынға лайыҡ була.
Бындай эш, әлбиттә, һөҙөмтәһеҙ булмай, тырыш ҡыҙҙы Салауат индустриаль колледжына эшкә саҡыралар. Бына өс йыл инде Динә Нуриман ҡыҙы Салауат индустриаль колледжында башҡорт теле һәм инглиз телдәренән уҡыта.
– Юғары белем алған саҡта улым тыуҙы, уның менән икәүләп уҡыныҡ, ҡыҙыл дипломға тамамланым. Ә диссертация эше барышында ҡы­ҙым донъяға килде, уның бер йәше тулыуына филология фәндәре кандидаты инем. Тимәк, балаларҙың бәләкәй булыуы бер нәмәгә лә ҡамасауламай. Алға маҡсат ҡуйып, шуға табан барырға ғына кәрәк. Әлбиттә, эргәмдә мине аңлаған тормош иптәшем, атай-әсәйем, ҡайным-ҡәйнәм булмаһа, ҡыйыныраҡ та булыр ине.
Йәнә етәксем, профессор, филология фәндәре докторы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинанан бик уң­дым. Уның кеүек талапсан, тәжрибәле кешене күргәнем юҡ ине. Бергә эшләү дәүерендә йүнәлеш биреп, ярҙам итеп, күп нәмәгә өйрәтте. Ошо көндәрҙә етәксем менән берлектә монография сы­ғар­ҙыҡ. Был хеҙмәт башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнеүселәргә, уҡытыусыларға һәйбәт ҡулланма булыр тигән өмөттәмен, – ти йәш ғалимә.
Шулай итеп, бер ғаиләнән ике фән кандидаты бар хәҙер. Бындай уңыш менән һәр ата-әсә ғорурлана алмай. Шуға ла Билаловтарға балаларына дөрөҫ тәрбиә биргәндәре, белемгә ынтылыш уята алғандары өсөн “Афарин!” тиергә генә ҡала.

Гүзәл ИШКИЛДИНА.
Хәйбулла районы.

Сығыу ваҡыты 8-02-2017, 18:00 | Ҡаранылар: 532
|
  • Башҡорт фәне ҙур юғалтыу кисерҙе
  • Остаздарҙың остазы
  • Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимә
  • Тормошта дөрөҫ юлдан атларға теләйем
  • Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM