НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мультиварка - уңайлы әйбер

Мультиварка - уңайлы әйбер


Мультиварка - уңайлы әйберМультиварка бала аҙыҡтарын бешереү өсөн дә уңайлы. Бында бешкән аҙыҡ барлыҡ файҙалы микроэлементты һәм витаминды һаҡлай. Артыҡ майларға ла кәрәкмәй, аш-һыу ҡоро түгел, ә һутлы булып бешә. Майҙы аҙыҡ бешеп сыҡҡас өҫтәргә мөмкин.
Мультиваркала балалар өсөн рецептар­ға килгәндә, ул йәш баланы ашата башлағанда кәрәк булған иҙмәләр әҙерләргә бик ҡулай. Бала пюреһы өсөн төрлө йәшелсәне парҙа бешереп алырға һәм иҙеп бирергә генә кәрәк. Шулай уҡ мультиварка ҡаҙаны, микро тулҡынлы мейестән айырмалы рәүештә, төрлө яҡлап йылытыла, магазиндан алынған пюрены банкаһында көйө йылытырға уйлаһағыҙ, бының өсөн дә уңайлы. Бала үҫә килә бутҡа, тәбиғи йогурт, аш, гарнир, парҙа ит йәки балыҡ, омлет, эремсек запеканкаһы, һурпа, компот, бисквит һәм башҡа төрлө аҙыҡ әҙерләй алаһығыҙ. Был техниканың фунциялары күп, ул һеҙгә плитаны, мейесте, пароварканы, хатта фритюрницаны ла алмаштырасаҡ. Һәр минуты ҡәҙерле булған балалы әсә өсөн алмаштырғыһыҙ әйбер, тиергә була. Сөнки иртәнге ашты ла мультиварка хәл итә ала, бының өсөн “кисектерелгән старт” режимын ғына ҡулланырға кәрәк. Йәғни кистән бутҡа бешереүгә барыһын да һалаһың һәм иртән үҙеңә кәрәкле ваҡытҡа бешеп сығырлыҡ режимға көйләй­һең. Һәм, ниһайәт, йәш әсәләр өсөн ныҡ ҡәҙерле булған йоҡоно туйҙырыу мөмкинлеге тыуа. Йәки бала менән урамға сыҡҡанда аҙыҡ-түлекте мультиварка ҡаҙанына төшөрөргә һәм, йөрөп ҡайтҡас, бына тигән төшкө аш менән һыйланыр­ға мөмкин.

Кескәйҙәр өсөн аш-һыу рецептары

Манник
Һөт, шәкәр, манный ярмаһы, 1 стакан он, 3 йомортҡа, 150 грамм аҡ май, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель), бер аҙ ванилин.
Манникты төрлө һөт продукцияһы менән туҡырға мөмкин, кефир, йогурт, магазин ҡаймағы, ойотҡан да бара. Һөткә ярманы һалып, 20 – 30 минут тирәһе тоторға. Артабан ирегән майҙы һалырға. Йомортҡа һәм шәкәрҙе айырым туҡып, төп массаға ҡушырға. Иң һуңында он һәм башҡа ҡоро ингредиенттар өҫтәргә. Ҡаҙанды майлап, массаны ҡойорға һәм “Выпечка” режимында 45 – 60 минут бешерергә. Әҙер манникты пар рәшәткәһе ярҙамында алырға була.

Ҡабаҡтан тәмлекәс

Уртаса ҡабаҡтың дүрттән бер өлөшөн һалҡын һыуҙа йыуып, орлоғон алырға, тышын әрсергә. Киҫәктәргә бүлгеләп, фольгаға һалғас, өҫтөнә 4 – 5 ҡалаҡ бал ағыҙырға. Хуш еҫ өсөн бер аҙ розмарин һибергә кәрәк. Ҡаҙанды аҡ май менән майлап, фольганы төрөргә һәм “выпечка” режимында 20 минут самаһы бешерергә. Фольганың аҫты көймәһен өсөн ярты стакан һыу ҡойорға. Артабан фольганың өҫтөн асып, тағы 20 минут тирәһе бешерергә. Был арала бүрттерелгән күрәгәне нәҙек итеп һаламлап турарға. Уны ла ҡабаҡ янына оҙатып, 10 минут бешерергә. Өҫтәлгә биргәндә фольга төбөнә йыйылған тәмле сиропты ҡойорға онотмағыҙ.

Кәбеҫтә менән фарш
400 грамм майлы булмаған фарш, 800 грамм кәбеҫтә, ярты стакан дөгө, берешәр кишер һәм һуған, 1 ҡалаҡ томат пастаһы, тәменсә тоҙ, борос алына.
Бер аҙыҡты ла майҙа ҡыҙҙырырға кәрәкмәй, барыһын да бер юлы һалып бешергән аш голубцыны хәтерләтә. Тауыҡ, һыйыр йә ҡуян итенән фарш менән кәбеҫтә ашҡаҙанда ауырлыҡ тыуҙырмай, тиҙ үҙләштерелә. Был аҙыҡ бәләкәй балалар өсөн бик файҙалы.

Сығыу ваҡыты 30-06-2016, 11:52 | Ҡаранылар: 592
|
  • Уңғанбикәләрҙең өҫтәле лә һыйға мул
  • Йәшел һуған бәлеше
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Телеңде йоторлоҡ!
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM