НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Балағыҙҙы бишектән тәрбиәләгеҙ

Балағыҙҙы бишектән тәрбиәләгеҙ


Балағыҙҙы бишектән тәрбиәләгеҙӘҙәм затының йомшаҡ яҡтары бар. Ни хәтлем генә үҙен хайуандар донъяһынан айырырға тырышһа ла, башҡа имеҙеүсе заттар кеүек, ләззәт-рәхәтлек эҙләй. Быға ирешеү өсөн һәр кеше үҙ юлын таба, аҡылы үҫеп етмәһә, осраҡлы хәлдә, аҡылы етһә, әүҙем рәүештә үҙе һайлай.

Тәбиғи эшләп ашау һәм яратыу-яратылыу бәхетенә өйрәнмәгән үҫмерҙәрҙең ҡайһы берәүҙәре иҫәңгерәү юлына баҫа, йәғни наркотизмға бирелә. Был кире күренеш күп төрлө: ул алкоголизм, морфинизм, әфиүнгә бәйле булыу, кокаинизм, гашишизм, эфиромания, төрлө дарыуҙар ҡулланыуға әүәҫлек булыу, кофеинизм, тәмәке тартыусанлыҡ. Быларҙың бөтәһе лә кешенең сәләмәтлеген боҙоп, ахыр сиктә эшкә ярамаҫлыҡ хәлгә килтерә. Ошо ялған ләззәт тойғоһон үҫмерҙәр ғаиләлә йән тыныслығы тапмағанға күрә татып ҡарай һәм бик тиҙ арала иҫәңгерәткән матдәләргә өйрәнеп китә.
Был донъяға кеше үҙ вазифаһын үтәү өсөн килә. Быны һәр әҙәм үҙенсә аңлаһа ла, бөтә кешеләрҙең мәшғүллегендә бик мөһим уртаҡлыҡ бар: төп функциябыҙ – ул файҙалы эш менән шөғөлләнеү. Кешенең эшләү физиологияһы ашау һәм йәшәү шарттарын яҡшыртып тороуҙан ғибәрәт. Оҡшашлыҡ күргәнгә ғәйепләмәгеҙ, файҙалы эштәрҙән хайуандар ҙа рәхәт таба. Йөрөп, тырышып аш тапмаған хайуан ялҡау кеше кеүек сирләй һәм иртә үлеп китә. Эштән бушаған дәүерҙә элек-электән кешеләр донъяы күҙәтеүҙән, ижадтан һәм уйындарҙан йән тыныслығы тапҡан. Мәҙәниәт әҙәмде кеше иткән.
Наркоманияға бигерәк тә үҫмерҙәр бирешеүсән. Өлкәндәр күҙәтеүе аҫтынан иртә ысҡынған үҫмерҙең яҡшыны ямандан айыра белмәүе мөмкин. Ул боҙола ҡалһа, бында йәмғиәтте генә ғәйепләргә ашыҡмайыҡ. Баланы өлкәндәрҙән айырым үҫтереп, уны даими тәртипле булыуға өндәп булмай. Үҫмергә, аҡылыңа кил, тип әйткәндә, беҙ был аҡылды уға бирҙекме икән, тигән һорауға яуап табайыҡ.
Ғөмүмән, балалар үҫкәндә, тәбиғи, гел өлкәндәр тирәһендә йөрөй. Ҡайһы бере паспорт алғансы, бәғзеһе өйләнеп башҡа сыҡҡансы, ҡайһыларының көнкүрше айырым булһа ла, ғүмер буйы ата-әсәһе менән фекер-лөғәт алмаша. Оло кешеләр араһында бала яҡлау таба, улар менән бергә уйнай, эшләй, үҙ аллы йәшәү принциптарын үҙләштерә. Ошо табиғи ынтылышты өҙөргә кәрәкмәйҙер. Ҡайһы берәүҙәр, уралып йөрөмә, ҡыҫылма, тип үҙ балаһын үҙенән алыҫлаштыра. Һөҙөмтәлә бала үрнәкте ситтән ала, ә ғаиләнән тыш тормош ҡағиҙәләрен үҙләштереү бөтә осраҡта ла беҙ теләгәнсә булып сыҡмай. Сит урында яҡшылыҡҡа ғына түгел, әшәке ғәҙәттәргә лә киң юл асыла.
Бер миҫал: күп осраҡта кескәйҙәр тауышлы уйын ярата. Ҡайһы бер өлкәндәр сырылдап уйнағандарҙы тыя, уларҙың, тауыш сығармағыҙ, китегеҙ икенсе урынға, тип әйткәндәрен ишетергә тура килә. Баланың күҙ алдында уйнағаны бик яҡшы. Бындай осраҡта уйынға кәрәгенсә йүнәлеш биреп була. Һис булмаһа, балаларҙың йәмле уйынына ҡыҫылмаҫҡа кәрәктер. Башына менеп уйнаған балаһын арыҫлан да бәреп төшөрмәй, эргәһендә бөтөрөлөргә ирек бирә.
Йәштәрҙе, эш рәте белмәйһең, булдыҡһыҙ, тип тә кәмһетеү бар. Был балаларҙы үҙебеҙҙән ситләштерә торған бик ҙур хата. Тормош тәжрибәһе булмағас, үҫмер ҡайҙан эш рәтен белһен?! Йәш кешене эшкә өйрәтә алмауыбыҙ үҙебеҙҙең булдыҡһыҙлыҡты күрһәтә.
Һин әле йәш, тип күп нәмәне балаға һөйләмәйҙәр. Был, бер ҡарағанда, дөрөҫ кеүек. Ҡайһы бер нәмәне бала психикаһы күтәрә алмауы мөмкин. Барыбер, бала ҡыҙыҡһынһа, уға еңеләйтеберәк булһа ла дөрөҫөн аңлатыу кәрәк. Ауыр һорауға яуапты ул урамдан йәиһә күршенән табырға тейеш түгел.
Унан, баланы әйбер ватҡан өсөн әрләмәй­ҙәр. Ватылыуҙың сәбәбе күп төрлө. уйынсыҡты һатыу өсөн генә, ҡойолоп төшөрлөк итеп сығар­ғандарҙыр, бәлки. Әйберҙең ҡулланыу­ҙан туҙыуы һәйбәт. Вата-вата бала әйберҙең ныҡлығын, сифатын, кәрәклеген үҙләштерә. Ул ата-әсәһе менән төҙөү-төҙәтеү эштәрендә ҡатнашһа, хеҙмәттең һәм әйберҙең ҡиммәтен таный башлай.
Тағы бер физиологик үҙенсәлекте лә иҫкә алыу кәрәк. Баштың кесе мейеһе (русса – мозжечок) 15 йәшкә генә үҫеп етә, унан ул бер нисә йыл камиллашыуын дауам итә. Ҡыҙҙарҙың кесе мейеһе малайҙарҙыҡына ҡарағанда иртәрәк өлгөрә һәм үҫеп еткәс тә камилыраҡ була. Кесе мейе – хәрәкәттең теүәллеген тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергән ағза. Хәрәкәттәре теүәл булмағанға, үҫмерҙәргә йәрәхәтләнеү хәүефе булған урындарҙа эшләү тыйыла.
Үҫмерҙең ҡулынан әйбер төшөп китеү генә түгел, кесе мейеһе нығынып етмәгән бала башы менән дә машина механизмы араһына инеп китеүе ихтимал. Быны үҫмергә бик һәйбәтләп аңлатып була.
Бындай миҫалдарҙы дауам итеп арытмайыҡ, әммә инде әйтергә теләгән фекеребеҙҙе аңлата алғанбыҙҙыр. Наркотиктарҙы үҫмерҙәр урам аша, ғаиләнән тыш таба. Ғаиләлә өлкәндәр менән рәхәт булмағас, әҙәм балаһы күңелде ситтә табырға теләй һәм, таптым тип уйлап, тәрән яңылыша. Уҡып белем алыуҙан, хеҙмәттән, уйын-көлкөнән, аш бешереүҙән, ғөрөф-ғәҙәткә ингән байрамдарҙан һәм башҡа файҙалы эштән рәхәт табыуҙы бәләкәйҙән фәҡәт ғаиләлә генә өйрәтәләр, быға бер аҙ мәктәптә лә күндереп була. Балаларҙы наркоманияға бирешмәҫлек йәшкә еткәс кенә ғаилә ояһынан үҙ аллы тормошҡа сығарайыҡ. Улар беҙҙән айырылғандан һуң ҡалған ғүмерен өлкәндәргә мәҙхиә уҡып кисерәсәк. Бала бәхете – беҙҙең бәхет.

Марат ХӘЙҘӘРОВ,
Нәсимә ХӘЙҘӘРОВА,
табиптар.

Сығыу ваҡыты 29-06-2016, 11:49 | Ҡаранылар: 359
|
  • Ата балаһы хур булмаҫ йәки Ғаиләлә ирҙең ролен күтәрергә ваҡыт етте түгелме?
  • Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
  • Башҡорт байыһа…
  • Тымауҙы ла ваҡытында дауалау мөһим
  • Интернет: зыянмы, файҙамы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM