НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Фән – ул арбаусы көскә эйә мөғжизәле донъя”

“Фән – ул арбаусы көскә эйә мөғжизәле донъя”


йәки Бала саҡта буй етмәҫлек тойолған хыялдың тормошҡа ашыуы .

“Фән – ул арбаусы көскә эйә  мөғжизәле донъя”  Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаған Илгиз Һөйөндөковтың төрлө йүнәлеште һайлау мөмкинлеге була: уны уҡытҡан уҡытыусыларҙың һәр береһе – математик, химик, физик – үҙенең йүнәлешен һайларға кәңәш итә. Әммә егет документтарын Сибай институтының биология факультетына тапшыра. Бына шул көндән алып институттан айырылғаны ла юҡ. Тәүҙә – студент йылдары, аспирантура, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, уҡытыуын, ғилми эшмәкәрлеген дауам итеп, 38 йәшендә генә фән докторы ғилми дәрәжәһенә эйә була. Әлеге көндә ул – БДУ-ның Сибай институтының тәбиғи математика факультеты деканы.

Фән менән шөғөлләнеү тәү ҡарауға бик күңелһеҙ, ваҡ, хатта ялҡытҡыс эш кеүек тойола. Әммә ситтән ҡарағандар ғына шулай уйлай. Ә үҙҙәрен фәнгә бағышлаусылар, киреһенсә, бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс шөғөл, тигән фекерҙә.
– Фән – ул шул тиклем ҡыҙыҡтырғыс, һәр ваҡыт үҙенә арбап торған, мәңге асылып бөтмәгән мөғжизәле донъя. Көндән-көн үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра бара, хатта унһыҙ йәшәп булмай башлай. Үҙемдең өлкәне генә алғанда ла, йылдан-йыл яңы асыштар булып тора. Үҫемлектәрҙең ниндәй генә төрө юҡ, беҙ белгәндәре лә, ныҡлап өйрәнеп бөтөлмәгәндәре лә… Шуларҙы эҙләй, тикшерә башлаһаң, яңынан-яңыларын асҡы, өйрәнге килә. Асыштар аҙым һайын, иғтибарлыраҡ булып, уларҙы күрергә өйрәнергә генә кәрәк. Әлбиттә, был эште еңел тип тә әйтеп булмай. Ҡайһы саҡта көндәр, төндәр буйы эшәүеңдең дә һөҙөмтәһе булмауы мөмкин, – ти был хаҡта Илгиз Һөйөндөков.

Илгиз Варис улы үҙенең ғилми эшен орхидеяларға бағышлаған. Башҡор­тостанда уларҙың 37 төрө иҫәпләнә. Уларҙы, үҫемлектәр донъяһының аристократтары, тип йөрөтәләр. Был үҫемлекте өйрәнеү ғалимдар араһында ҙур дәрәжәгә һанала. Рәсәйҙә, мәҫәлән, йөҙләгән ғалим ошо йүнәлеште һайлаһа, шуларҙан өс-дүрт кеше генә докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Ошо иҫәптә Сибай институты ғалимының булыуы – беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ.

Бының серен ул Башҡортостанда фәндең ныҡлы үҫешеүендә күрә:
– Республикабыҙҙа фәнгә иғтибар ҙур, беҙҙә ғилми мәктәптәр, ғилми етәкселәр көслө. Ғөмүмән, фән менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр күп. Урал аръяғында Сибай институтының булыуы ғына ла бик яҡшы. Ирәндек, Ҡырҡты, Көркәк тауҙарына экспедицияларға сығабыҙ. Беҙҙең институт студенттарынан ғына 15 – 17 йыл эсендә биология фәне буйынса 50-нән ашыу фән кандидаты әҙерләнгән. Сибайҙа көслө биология фәне үҙәге булыуы арҡаһында шундай һөҙөмтәгә өлгәшелгән. Фән менән шөғөлләнеүсе йәштәр өсөн төрлө грант булдырылыуы ла ғилми тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн ҙур этәргес.

Һәр ғилми эштең, диссертацияның халыҡҡа, илебеҙгә практик файҙаһы ла булырға тейеш. Илгиз Варис улы, оҙаҡ йылдар алып барған эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә республикабыҙ биләмәһендәге һирәк үҫемлектәрҙе өйрәнеп, уларҙы һаҡлау һәм үрсетеү буйынса үҙенең тәҡдимдәрен индерә һәм “Ҡыҙыл китап”ты яҙыуҙа ҡатнаша.

Фән – бик яуаплы ҡарауҙы һәм эҙмә-эҙлекле эш алып барыуҙы талап иткән етди өлкә. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа йәштәрҙең күпләп фән менән шөғөлләнеүе күҙәтелә. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Илгиз Варис улында фәнгә ҡыҙыҡһыныу ҡасан барлыҡҡа килде икән?

– Фәнгә ҡыҙыҡһыныу институтта уҡыған саҡта тыуалыр. Сөнки төрлө курс эштәре, контроль эштәр яҙаһың, үҙеңә күрә эҙләнәһең, нимәнелер өйрәнәһең, әкренләп фән донъяһына инеп киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ә төптәнерәк уйлап ҡарағанда, быға нигеҙ бала саҡта уҡ һалынғандыр тип уйлайым. Сөнки атайым агроном булып эшләне. Шуға ла беҙҙең яҡтың үҫемлектәр донъяһын бик яҡшы белә ине. Бынан тыш, үҙенсә үҫентеләр, йәшелсә-емеш үҫтерә торғайны. Бына шунан да миндә үҫемлектәр донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, улар­ҙы өйрәнеү теләге барлыҡҡа килгәндер, моғайын.

Илгиз Һөйөндөков – өлгөлө ғаилә башлығы ла. Уларҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә. 1-се синыфтан алып тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшеүсе өлкән улдары Алмас быйыл 11-се синыфты тамамлай. Иң бәләкәстәре Алтынайға – 5 йәш. Сәләмәт тормош алып барыусы Илгиз менән ҡатыны Миңзәлә атлар-атламаҫтан балаларын да спорт менән дуҫ булырға өйрәтә. Уртансы улдары Ғайса менән Фәнистең өҫтәл теннисы менән ныҡлап мауығыуы ла шунан килә. Малайҙар ҡалала ғына түгел, республика кимәлендәге ярыштарҙа ла һынатмай. Аҙна һайын ғаилә менән бергәләп спорт залына йөрөү, волейбол уйнау, саңғыла, конькиҙа шыуыу, йәй көндәре тәбиғәткә сәйәхәткә сығыу – уларҙың ғаиләһендәге матур йолаларҙың береһе.

Мәктәптә уҡығанда Илгиз өсөн юғары уҡыу йортонда уҡыу буй етмәҫлек хыял кеүек тойола. Ә хәҙер институтта уҡытып йөрөй, ул ғына ла түгел, фәндә юғары ҡаҙаныштарға ирешә, етәксе вазифа биләй. Был уның бала саҡ хыялының тормошҡа ашыуын ғына түгел, ә тырыш, үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа яуаплы ҡараған, башлаған эшен аҙағына еткерә белеүсе, маҡсатҡа ынтылыусан шәхес булыуын да күрһәтә.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.

Сығыу ваҡыты 5-02-2016, 14:15 | Ҡаранылар: 499
|
  • Остаздарҙың остазы
  • Ислам традицион була аламы?
  • “Бик романтик һәм ҡыҙыҡлы һөнәр”
  • Күңеле лә, уй-хыялдары ла яҡты
  • “Яҡшы табип булыу өсөн яҡшы уҡыу мөһим”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM