НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Баймаҡ – Ырымбур юлдары

Баймаҡ – Ырымбур юлдары


Баймаҡ районының бер төркөм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы башҡорт әҙәбиәте классиктары
Ш. Бабич, З. Биишева, М. Фәйзи эҙҙәре буйлап сәфәргә сыҡты.


Әҙиптәр үткән юлдарҙы үтеү, улар йәшәгән, эшләгән ерҙәрҙе күреү күңелде аңлатып булмай торған хискә сорнай. Ул хистә ғорурланыу ҙа, үкенеү ҙә, әсенеү ҙә бар һымаҡ. Сөнки был йыл да бер үк әйберҙе китаптан уҡып балаларға һөйләп тороу түгел ул. Ә әҙиптең тәпәй баҫҡан эҙҙәренән йөрөү йәиһә башҡарған эштәрен барлау, уны күреп-белгән кешеләр менән аралашыу йәки мәңгелек төйәк иткән тупрағында баҫып тороу – күңелдә бөтөнләй икенсе хис уята.


Баймаҡ – Ырымбур юлдарыИлебеҙҙә Әҙәбиәт йылы старт алыуға ярты йыл ваҡыт та үтеп китте. Был изге башланғыс, әлбиттә, Рәсәйгә уҡымышлы ил статусын кире ҡайтарыуға булышлыҡ итәсәк. Халыҡ, һис һүҙһеҙ, китап уҡыуға, әҙәбиәткә йөҙө менән боролор. Ә әҙәбиәт – шәхестең рухи тәрбиә сығанағы. “Бер ағас урман булмаған кеүек, бер генә яҙыусы йәки шағир ҙа әҙәбиәтте үҙ иңендә күтәреп бара алмай. Әҙәбиәт – күп төрлө тауыштар­ҙан йыйылған ҙур оркестр ул”, – тигән Баязит Бикбай. Ысынлап та, әҙәбиәт ул – тормош, унда мин дә, һин дә, башҡалар ҙа бар.
Әҙәбиәт йылын беҙҙең райондың тел уҡытыусылары ихлас күңелдән ҡабул итте. Йыл башынан уҡ мәктәптәрҙә төрлө саралар үткәрелә башланы. Кисәләр, яҙыусылар менән осрашыуҙар, китапхана дәрестәре, әҙәби марафон уҙғарылды.
Күптән түгел мәғариф бүлеге тарафынан уҡытыусылар өсөн сәфәр ойошторолдо. Төркөмгә эшендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, уҡыусыларын республикала үткәрелгән сараларға әҙерләп, ҙур еңеүҙәр яулаған, тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылды. Сәйәхәттең маҡсаты башҡорт әҙәбиәте классиктары Ш. Бабич, З. Биишева, М. Фәйзи эҙҙәре буйлап, улар үткән юлдарҙы үтеп, әҙиптәр тураһындағы хәтирәләрҙе яңыртып, зиһенебеҙҙе байытып ҡайтыу ине. Байтаҡ шәхес­те оло юлға сығарған Ырымбур, башҡорттоң баш йорто булған Каруанһарай ҙа күптән инде беҙҙе үҙенә тартып тора ине.
Сәфәр Баймаҡта яҙыусы-драматург М. Фәйзиҙең бюсына венок һалыуҙан башланды. Ул – районыбыҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған әҙәбиәтсе. Венокка “Әҙәбиәт йылына арнап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан” тигән таҫма ла беркетелде. Бюсҡа венок һалыу хоҡуғы республикала балалар һәм үҫмерҙәр араһында үткән ижади конкурста еңеүсе әҙерләгәне өсөн “Тыуған ил патриоты” миҙалына лайыҡ булған С. Ишмырҙинаға (Бикеш ауылы) һәм төрлө сараларҙа ҡатнашып, республика күләмендәге һөҙөмтәләре өсөн уҡыусыһы “Киләсәкте төҙөүсе” миҙалы менән бүләкләнгән З. Ғүмәроваға (Билал ауылы) бирелде.
Киләһе туҡталыш – Йылайыр ауылы. Шәйехзада Бабич ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған бюст. Уның янында шағирҙың исемен йөрөткән гимназия уҡыусылары һәм уҡытыу­сылары йыйылған. Беҙҙең “һары ат”ты күреү менән улар бер һыҙыҡҡа теҙелеп тә баҫты. Асыҡ һауала шиғыр яңғыраны. Бабич шиғырҙары! Балалар шиғырҙы шундай бирелеп һөйләй, гүйә уларҙың тауышында Бабич моңо сыңлай, һәр һүҙендә тыуған ергә ҡарата ғорурлыҡ ярылып ята. Был моң йөрәктәргә үтеп инде. Күрәһең, ошо моң беҙҙе юлға әйҙәгәндер. Сөнки Ш. Бабичтың да тәүге шиғырҙар йыйынтығы Ырымбурҙа донъя күрә.
Үҙебеҙҙең изге ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырып, Ш. Бабичҡа венокты йәш уҡытыу­сылар Р. Ғәлиәхмәтов (Казанка ауылы) менән Д. Исхаҡова (Түбә ауылы) һалды. Гимназия директоры Ш. Вахитов шағирға бюст ҡуйылыу тарихы, гимназияла белем алыусыларҙың уңыштары менән таныштыр­ҙы.
Беҙҙе алда Зәйнәб апай Биишева көтә. Ысынлап та, күптәребеҙ уны тере сағынан күреп беләбеҙ. Шуға ла беҙҙе эске тулҡынланыу биләп алды. Илебеҙгә байтаҡ билдәле шәхес биргән, бай тәбиғәтле Күгәрсен ерҙәре йәйрәп ята. “Һары ат”ыбыҙ елдереп, Туйымбәт ауылының юл буйында балҡып ултырған ыҡсым ғына бинаһы янына килеп туҡтаны. Беҙҙе алсаҡ йылмайып Зәйнәб Биишеваның йорт-музейы директоры Зәбирә Миңлеғәле ҡыҙы ҡаршыланы.
Был зауыҡлы бинаны төҙөүҙә тәүге Президентыбыҙ М. Рәхимовтың өлөшө ҙур. Уның архитектураһында ла, биҙәлешендә лә әҙибәгә оло хөрмәт сағыла. Таҙа, бөхтә итеп йыйыштырылған йорттоң беренсе ҡатында ауыл халҡы өсөн иң мөһим булған мәктәп, медпункт, клуб урынлашҡан. Ә икенсе ҡатҡа күтәрелһәң, Зәйнәб апайҙың өйөнә юлығаһың. Түңәрәк өйҙөң түре юҡ, тигәндәй, түңәрәк итеп төҙөлгән музейҙың һәр бер урыны ҡәҙерле иҫтәлектәр һаҡлай. Уның көнкүрештә ҡулланған һәр әйбере – үҙ урынында. Зәбирә Миңлеғәле ҡыҙы әҙибәнең тормошон шәжәрәһенән башлап тәфсирләп һөйләне. Зәйнәб апайҙың үҙе менән һөйләшеп ултырғандай булдыҡ.
Беҙҙе әле ошо шәхестәргә белем биргән, оло тормошҡа сығарған ҡала – Ырымбур көтә.
Һаумы, Каруанһарай! Бында ла беҙҙе асыҡ йөҙ менән, ҡолас йәйеп Ырымбур башҡорттары ҡаршыланы. Мәсеттең бер яғында урындағы дини ойошма рәйесе Гөлимә ханым сәй табыны әҙерләгән.
Сәфәрҙең тәүге көнө тамам. Кисен көн буйына йыйылған тәьҫораттар менән кемуҙарҙан бүлешергә тотондоҡ. Тәүге көндән һәр кем ҡәнәғәт ине. Уҡытыусы халҡын бер урында туҡтатып тороу мөмкин түгел бит ул. Ашап алғас, кис булыуға ҡарамаҫтан, Яйыҡ (Урал) йылғаһына һыу инергә төшөп киттеләр.
Иртәгәһенә иртүк кире Каруанһарайға юл тоттоҡ. Унда Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев көтә ине. Ул беҙҙе 1842 йылда төҙөлгән Каруанһарайҙың тарихы, архитектураһы менән таныштырып, экскурсия үткәрҙе.
“Ырымбурға йомош йәки эш менән килгән башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең һис ниндәй туҡталыу урыны ла юҡ, – тип яҙа Ырымбур генерал-губернаторы В. Перовский 1836 йылдың 20 апрелендә башҡорт һәм мишәр кантон башлыҡтарына мөрәжәғәтендә. – Мин бында даими туҡталыу урыны, йәғни Каруанһарай һала башлар­ға ниәтләнәм. Был һарайҙа теләгән бер башҡорт һәм мишәр бушлай туҡтала алыр ине”. Перовскийҙың изге ниәтен кантондар хуплап ҡабул итә һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтан төҙөлөш фондына мул ғына аҡса йыйыла. Архитектор А. Брюллов эшләгән проект раҫлана, шул йылда уҡ төҙөлөш эштәре башланып китә.
Каруанһарай иркен урында, ҡаланан ситтә төҙөлгән. Ләкин ҡала киңәйгәс, комплекс йорттар араһында тороп ҡала. Кар­уанһарай – төп корпустан, мәсеттән һәм манаранан торған бер бөтөн архитектура берәмеге. Төп корпус “П” хәрефе формаһында, бүлмәләр­ҙең тәғәйенләнеше төрлө булғанға айырым ишектәр ҙә ҡуйыла. Ҡунаҡтарға икенсе ҡатта казарма формаһында бүлмәләр планлаштырылған. Аттарҙы ҡуйыу өсөн тышҡы яҡта ихата ҡарал­ған.
Ләкин Каруанһарай төҙөлөп бөтөүгә Ырымбурҙың генерал-губернаторы итеп В. Обручев тәғәйенләнә. Ул үҙен башҡорт мәҙәниәтендәге барлыҡ сараларҙың дошманы итеп күрһәтә. Һөҙөмтәлә Каруанһарай башҡорттарҙан тартып алына.
1917 йылдың 20 июнендә Ырымбурҙа үткән башҡорт өлкә советы съезында “Каруанһарай башҡорттар тарафынан төҙөлгән, башҡорттарҙың милли ҡаҙанышы” тигән ҡарар ҡабул ителә. Уны башҡорт халҡына ҡайтарып биреү тураһында декрет­ҡа Ленин 1918 йылда ҡул ҡуя. Ауыр 1921 йылда Каруанһарайҙа башҡорт педагогия техникумы асыла. 1924 йылда Зәйнәб Биишева ошо техникумға уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлап сыға. 1960 йылда Каруанһарай архитектура ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт һаҡлауына алына.
Каруанһарай совет осоронда планетарий итеп үҙгәртеп ҡорола. Бәхеткә күрә, уның төп архитектураһы һаҡлап алып ҡалына. Иң мөһиме, мәсет көмбәҙендәге сәнғәт өлгөһө тәү сығанаҡтағыса һаҡлана. Үкенескә күрә, ҡиммәтле, алтын буталлы кәрәсин ҡоймалы лампаларҙан торған ҙур шәмдәл (люстра) юғалған. Стеналарҙағы ҡабартып яҙылған доғалар ҙа ҡырып тигеҙләнгән булған. Хәҙер уларҙы буяу менән яңыртып яҙғандар. Мәсеттең 131 баҫҡыстан торған манараһы, әлбиттә, планетарий өсөн бик уңай булғандыр. Шуға күрә лә айырым торған манараны төп бина менән тоташтырып, коридор эшләгәндәр.
Ихата яғын иркенләп ҡараныҡ, хатта иҫтәлеккә фотоға ла төшә алдыҡ. Манараға менеп, аллы-гөллө сәскәгә күмелгән Ырымбур ҡалаһын күҙәттек. Бынан алыҫ түгел, 1852 – 1860 йылдарҙа мәғрифәтсе-шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев белем алған Неплюев исемендәге кадеттар корпусы мөһабәт булып күренеп тора. Башҡа мәсеттәрҙең, сиркәүҙәрҙең манаралары иғтибарҙы үҙенә тарта. Әйткәндәй, Ырымбурҙа ете мәсет бар икән.
Артабан Хөрмәтулла хәҙрәт беҙҙе “Хөсәйениә” мәсетенә алып китте. Мәсеткә 1892 йылда сауҙагәр, меценат Әхмәтбай Хөсәйенов нигеҙ һала. Данлыҡлы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһе заманында күптәргә белем биреп, оло тормош юлына сығар­ған. Унда Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Шәһит Хоҙайбирҙин, Мирхәйҙәр Фәйзи һ.б. белем алған. Ә мәғрифәтсе Ризаитдин Фәх­ретдинов ошонда шәкерттәргә белем биргән. Хәҙер был йорт мәсет ролен үтәй. Ике ҡатлы бинаға ингәс тә күңелгә һиллек килә. Мәсет заманса итеп зауыҡ менән биҙәлгән. Уҡыу бүлмәһенә интерактив таҡта ла ҡуйыл­ған. Ниндәй ғорурлыҡ: икенсе быуат дауамында был йорт кешеләргә йән аҙығы, белем өләшә.
Юлыбыҙҙы артабан М. Фәйзи исемендәге Милли театрға борҙоҡ. Театр киң, яҡты ике ҡатлы бинала урынлашҡан.
Ырымбурға килеп тә “Милли ауыл” проекты буйынса төҙөлгән комплексты күрмәй китеү яҙыҡ булыр, тип Хөрмәтулла хәҙрәт беҙҙе милли ауылды ҡарарға саҡырҙы. Милли ауыл үҙенсәлекле итеп төҙөлгән Рәсәй халыҡтарының йорттарынан тора икән: башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, сыуаштар, әрмәндәр һ.б. Был йорттар һәр халыҡтың көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдыра.
Сәфәребеҙ тамам. Хуш бул, гөл-сәскәле Ырымбур, тарих һаҡлаған башҡорт ерҙәре! Әҙиптәр үткән юлдарҙы үтеү, улар йәшәгән, эшләгән ерҙәрҙе күреү күңелде аңлатып булмай торған хискә сорнай. Ул хистә ғорурланыу ҙа, үкенеү ҙә, әсенеү ҙә бар һымаҡ. Сөнки был йыл да бер үк әйберҙе китаптан уҡып балаларға һөйләп тороу түгел ул. Ә әҙиптең тәпәй баҫҡан эҙҙәренән йөрөү йәиһә башҡарған эштәрен барлау, уны күреп-белгән кешеләр менән аралашыу йәки мәңгелек төйәк иткән тупрағында баҫып тороу – күңелдә бөтөнләй икенсе хис уята. Үҙ эшен яратып башҡар­ған уҡытыусыларға ошонан да ҡәҙерле сара булыуы мөмкинме һуң? Сәйәхәттән ҡәнәғәтлек, бай тәьҫораттар алып, күңелде байытып, зиһен төйнәп, яңы фекерҙәр, идеялар менән ҡайттыҡ.

Сығыу ваҡыты 20-07-2015, 13:09 | Ҡаранылар: 769
|
  • Оло Эйек буйында үтте матур байрам
  • Ҡулъяҙмалар янмай...
  • Иғтибар! Эфирҙа – “Тыуған яҡ" тауышы!
  • Рухы һәм ижады халыҡ күңелендә йәшәй
  • Билдәле шәхес төбәгенә сәйәхәт
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM