НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Эшемдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә дәрт бирә”

“Эшемдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә дәрт бирә”


Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Динар Ласынов һәр студенттың талантын үҫтерергә тырыша.
Буласаҡ һөнәрен иртәрәк һайлаған кеше хеҙмәт юлында уңыштарға күберәк өлгәшер, тиҙәр йыш ҡына. Ысынлап та, күңел түрендәге хыялын тор­мош­ҡа ашырғандарҙың ғына бирелеп эшләй алыуы бәхәс­һеҙ. Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Динар Ласынов та бәләкәйҙән йыр-моң донъяһына ғашиҡ булып, бала саҡ ҡыҙыҡһыныуына тоғро ҡала.

“Эшемдең һөҙөмтәһен күреү  күңелгә дәрт бирә”– Иҫ белгәндән алып атай-әсәйемдең йырлауын, атайымдың гармунда уйнауын күңелемә һеңдереп үҫтем, – ти әңгәмәсем. – Ауылдағы мәктәптең етенсе класын тамамлағас, Өфөләге Ғәзиз Әлмө­хәмәтов исемендәге музыка гимназия-интернатында бер йыл уҡыр­ға тура килде. Унан инде уҡыуымды Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында дауам иттем. Йыр буйынса үҙемде нәҡ шул йылдарҙа күрһәтә башланым. Бер ваҡыт интернатта буш торған гитара менән синтезаторҙы һорап алдыҡ та, биш егет “Хыял” тигән төркөм төҙөп ебәрҙек.
Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуып үҫкән егет урта белемгә эйә булғандан һуң ике йыл хәрби хеҙмәттә йөрөп ҡайта. Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инеүе иһә осраҡлы килеп сыға, тип әйтергә мөмкин. Әрменән йөрөп ҡайтҡас, район гәзитендә яңы асыл­ған уҡыу йорто хаҡында белдереү күреп ҡала. Барып белешә, әммә ул йылды вокал бүлегенә төркөм йыймау сәбәпле, гитарала оҫта уйнаған егетте уҡытыусылар думбыра класына инергә күндерә. Күңелеңдән урғылған моңдо сығармай буламы һуң? Юҡ, әлбиттә. Динар бер юлы вокал бүлегендәге дәрестәргә лә йөрөй.
– Ошо өлкәләге дәрестәрҙе еңел үҙләштереүемде һәм һәләтем барлығын күреп, бер нисә айҙан уҡыу йорто етәкселеге йыр бүлегенең икенсе курсына күсерҙе. Бында уҡытыусыбыҙ Джон Мусиндың тырышлығын билдәләмәй булмай, әйткәндәй, уны остазым тип тә әйтә алам, – ти Динар Ласынов.
Таланты менән генә түгел, тырышлығы менән дә алдырған егет, колледжды тамамлағас, белемен БДУ-ның Сибай институтында камиллаштыра. Икенсе курстан һуң сәнғәт колледжында һәм балалар ижады үҙәгендә вокал буйынса дәрестәр алып бара башлай. Бер юлы ҡала һәм республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнаша, ярыштар­ҙа көсөн һынай.
Әлеге ваҡытта тиҫтә йылға яҡын эш стажы булған мәҙәниәт хеҙмәткәре уҡыу йортонда әллә күпме студентҡа белем биреп сығарып өлгөргән дә инде. Улар араһында төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүселәр булыуы уның емешле хеҙмәтен дәлилләй.
– Беҙҙең уҡыу йортона һәләтле егет-ҡыҙҙар уҡырға килә. Һәр береһенә шәхсән юл табып, талантын үҫтереү – бурысыбыҙ. Әйткән һәр һүҙеңде тыңлап, дәресеңде отоп алыуҙары һөйөндөрә, – ти ул, фекере менән уртаҡлашып.
Уҡытыусы үҙе өлгө булырға тейеш, тигәндәй, Динар Ласы­нов бер нисә йыл элек “Юлдаш” йыры” бәйгеһендә еңеү яулағайны. Быйыл иһә ҡала хакимиәте башлығы Х. Сө­ләймәнов ҡулынан маҡтау ҡағыҙы алып һөйөндө.
– Йәш быуынға белем биреүҙән тыш, үҙ өҫтөмдә эшләргә лә ваҡыт табам. Һуңғы йылдарҙа халыҡ йырҙарын өйрәнеүгә етди иғтибар бирәм. Тағы ла шуныһы: беҙҙең уҡыу йортонда уҡытыусылар бер-береһен дәртләндереп, төрлө яҡлап ярҙам итеп кенә тора. Мәҫәлән, Гөлсинә Ҡудашева һәм Елена Муҡаева менән бер бүлектә эшләүемә ғорурланам, – ти Динар Мират улы.
Колледждың вокал бүлеге уҡыу йортонда ғына түгел, хатта республикала иң көслөләрҙең береһе тип әйтергә мөмкин. Әлеге ваҡытта колледжды тамамлаған “ҡарлуғас­тар”ҙың күбеһенең сәхнә күгендә балҡыуы ошо хаҡта һөйләй. Вокал бүлеге студенттары төбәктә үткәрелгән һәр сарала тиерлек әүҙем ҡатнаша.
– Беҙҙе төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаштырыу мөмкинлеге тапҡан ҡала хакимиәтенә һәм колледж етәкселегенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – тип йылы һүҙҙәрен дә еткерҙе.
Уңған замандашыбыҙ ғаиләһенә лә ҙур иғтибар бүлә. Ҡатыны Сөмбөл менән малай үҫтерәләр.
– Шөкөр, үҙ юлымды тапҡаныма ҡыуанам. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә дәрт бирә, – тине ул хушлашҡан саҡта.

Сығыу ваҡыты 10-04-2015, 09:41 | Ҡаранылар: 412
|
  • Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй
  • “Еңеүҙәрҙән бигерәк, тәжрибә мөһим”
  • “Кешенең һәр саҡ мәшғүл булыуы фекерләү ҡеүәһен үҫтерә”, –
  • ТЫУҒАН ЯҒЫМ БИҘӘКТӘРЕ
  • Йыр-моңдо юлдаш итеп
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM