НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бар булмышы менән уҡытыусы

Бар булмышы менән уҡытыусы


Уҡытыусы, мәктәп, киләсәк. Был сылбыр ябай һәм ғәҙәти кеүек, әммә һәр кемдең яҙмышында мөһим урын тота. Мәктәп кешегә тормош даръяһына юл күрһәтә, уны үҫтерә, шәхес итеп тәрбиәләй. Әлбиттә, был изге эштә төп урынды уҡытыусы биләй. Һүҙем ана шундай һоҡлан­ғыс кешеләрҙең береһе – Фәниә Ғүмәрова хаҡында. 1975 йылдан балалар­ға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусы әлеге мәлдә хаҡлы ялда.

Бар булмышы менән уҡытыусыХәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ уҡытыусы һөнәре хаҡында хыяллана. Быға уның тәүге остазы Зәкәриә Сәфәрғәле улы Итбаев сәбәпсе. “Ул бөгөн дә минең өсөн юғары абруйлы кеше, – ти Фәниә Ғәниулла ҡыҙы. – Уҡытыусым бар яҡтан да камил. Мине, бәләкәй генә ҡыҙсыҡты, уның һәр һыҙат-ҡыланышы һоҡландыра ине. Зәкәриә Сәфәрғәле улы матур һөйләшә, дәресте бик ентекле аңлата, балаларҙан дөрөҫ һәм тулы яуап биреүҙе талап итә. Үҙе һәр саҡ бөхтә йөрөй. Әле лә күҙ алдымда: ул ҡап-ҡара костюм-салбар, ап-аҡ күлдәк кейгән, ә кеҫәһендә – дүрткә бөкләнгән ҡарҙай ҡулъяулыҡ”.
Быға тиклем Иҫәнгилде ауылынан берәү ҙә юғары белем алыуға ынтылмағанғамы, уҡыу­ҙы тамамлағас, Фәниә Ғәниулла ҡыҙы педагогия институтына барырға баҙнат итмәй. “Тоттом да медицина училищеһына уҡырға индем. Әммә был юл төптө минеке түгел ине. Ҡандан ҡурҡҡан кешенән ниндәй шәфҡәт туташы сыҡһын инде?!” – тип көлдө ул.

1970 йылда ул, ниһайәт, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уны тамамлағас, туған мәктәбенә эшкә ҡайта. Ҡасандыр үҙеңә хәреф танырға өйрәткән остазың менән бер рәттән эшләүҙән дә етдиерәк һынау бармы икән? Йәш уҡытыусы намыҫына тап төшөрмәй, педагогик коллективта ла, уҡыусылар араһында ла абруй яулай.

Фәниә Ғәниулла ҡыҙының тормош иптәше Әнүәр Хәйри улы ла уҡытыусы. Уға кейәүгә сыҡҡас, ғаилә 1978 йылда Баймаҡ районының “Йылайыр” совхозында (хәҙерге Урғаҙа ауылы) төпләнә. Улар студент йылдарында уҡ бер-береһен тапҡан икән. “Мөхәббәт күктә ярала, тиҙәр бит. Беҙҙеке тап шулай килеп сыҡты, – ти, йылмайып, Фәниә ханым. – Элек Өфө һәм Сибай ҡалалары араһында самолет оса торғайны. Йәйге каникулдан һуң баш ҡалаға юлланғанда, күк иңендә буласаҡ ғүмер юлдашымды осраттым”.

Әнүәр Ғүмәров бөгөн Урғаҙа мәктәбендә балаларға математика һәм физика серҙәрен төшөндөрә. Элегерәк Ҡарамалы мәктәбендә директорлыҡ ҡамытын да тартҡан. Уның хеҙмәттәше, директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Аида Якунина әйтеүенсә, Әнүәр Хәйри улы – үҙ эшенә мөкиббән бирелгән көслө педагог. “44 йыл эш стажы булған уҡытыусы беҙгә өлгө. Уның фиҙакәр хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙы, шул иҫәптән РФ мәғариф һәм фән министрлығынан бирелгәне менән билдәләнгән”, – ти ул.

Фәниә Ғәниулла ҡыҙының эшмәкәрлеге лә байтаҡ маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған. Ә шулай ҙа уның өсөн иң ҡәҙерлеһе, моғайын, уҡыусыларының ҡаҙанышылыр. Лилиә Усманова ҡасандыр уның ҡулында рус әҙәбиәте донъяһы менән танышҡан. Ә хәҙер үҙе яратҡан остазының юлын дауам итә, Урғаҙа мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. “Мәктәп йылдарын хәтергә төшөрһәм, Фәниә Ғәниулла ҡыҙының мауыҡтырғыс дәрестәре күҙ алдына баҫа. Ул балаларҙың ижади ҡарашын, тәнҡитле фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә. Үҙен етди, талапсан, шул уҡ ваҡытта иғтибарлы һәм ихтирамлы булған мөғәллимә итеп күрһәтә”, – ти йәш белгес.

Фәниә Ғүмәрованан мәктәп хәтирәләре менән уртаҡлашыуҙы һорағас, икәүһен һөйләне. Ул рус класында башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәрен алып барған. Балалар күңеленә башҡорт мәҙәниәте, йыр-моңо һеңһен өсөн ихлас тырыша ул. “Башҡорт телендә һөй­ләшәм” йыры (Р. Шәкүр шиғыры, М. Сә­лимов көйө) хаҡында һөйләгәс, тырышып-тырмашып йырларға тотондом. Бер уҡыусым, тыңлап ултырҙы ла: “Зря вы не стали певицей, талант теряется”, – тип уфтанып ҡуйҙы. Ә бер малайҙы өс йыл рәттән көҙгө һынауға ҡалдырҙым. Күптән түгел шул егетте тап иттем. “Фәниә Ғәниулловна, тырышыуығыҙ юҡҡа булманы бит. Хәҙер көтөү көткәндә шиғырҙар яҙам, рус классикаһын уҡыйым”, – тине.

– Һеҙгә ҡайһы осорҙа эшләүе еңелерәк булды? – тип һорағас, ул: “Совет заманында йәмғиәттә тәртип көслө булды. Уҡытыусы һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә ине. Хәҙер хәл башҡасараҡ. Әлбиттә, барыһын да бер ҡалып­ҡа һалырға теләмәйем, шулай ҙа бөгөнгө уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә мәктәпкә һалҡыныраҡ ҡарай. Бөтә нәмә ғаиләнән килә. Халыҡтың тормошо еңелдән түгел, күптәрҙе эскелек зәхмәте урап үтмәгән. Атай кеше Себерҙә эштә йөрөй, ялға ҡайтҡанында балалары менән шөғөлләнеү урынына эскелек ҡора. Бахыр әсә яңғыҙы ғаилә йөгөн һөйрәй, үҙе туҡтауһыҙ тормошона, иренә зарлана. Шуларҙы күргән бала үҙ алдына матур маҡсаттар ҡуя алмай, рухи яҡтан көсһөҙ була. Минең фекеремсә, атай һүҙе, атай тәрбиәһе ғаиләлә мөһим урында торорға тейеш”.

Фәниә һәм Әнүәр Ғүмәровтар Лилиә, Лиана, Люциә исемле балалар үҫтергән. Улар күптән үҙ ояһын ҡорған, ата-әсәһен ейән-ейәнсәрҙәр менән һөйөндөрә. “Уҡытыусы тигән бөйөк исемгә тап төшөрмәҫкә тырыштыҡ, моғайын, шуға ирешкәнбеҙҙер. Шөкөр, алға ҡуйған уй-маҡсаттарға өлгәштек. Бәхет­лебеҙ, яҙмышыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ”, – ти тәжрибәле остаздар.

Уҡытыусы бар булмышы, асылы, үҙ-үҙен тотошо менән һабаҡ биреүсе ул. Тимәк, уға аҡыл мөмкинлектәренең, мәҙәниәттең, әхлаҡтың, кеше менән аралашыу һәләтенең иң бейек түбәһендә булыу шарт. Ғүмәровтар менән аралашҡандан һуң күңелдә нәҡ шундай тойғолар ҡалды.

Г. ЯХИНА.

Сығыу ваҡыты 16-01-2015, 12:06 | Ҡаранылар: 1182
|
  • “Йөрәгемде балаларға бирәм”
  • Унан ысын уҡытыусы сығасаҡ
  • Яратҡан уҡытыусығыҙ кем?
  • Гимназияның нигеҙ таштары
  • Һаҡмар ҡыҙы ҡалдырған иҫтәлек
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM