RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

05.09.2013 Өс һөйләм менән

БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов белдереүенсә, республиканың гимназия һәм лицейҙары статустарын үҙгәртәсәк. Быйылғы уҡыу йылында төбәктә конкурс нигеҙендә 20 смарт-мәктәп барлыҡҡа киләсәк, төп талаптар – белем биреү сифаты, уҡыусыларҙың үҙ аллы мәғлүмәт таба һәм уны файҙалана белеүе. Министр, республика мәктәптәренең 10 проценты инновацион булырға тейеш, тигән фекерҙә.

Башҡортостанда 2015 йылға тиклем ауыл тораҡ пункттарына инеү урындарын төҙөү өсөн 264,5 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Был сумманың 159,7 миллион һумы – федераль бюджеттан, 104,8 миллион һум республика ҡаҙнаһынан бүленә. 17 километр һәм күперҙәрҙең 46 погон метры – был сафҡа индереләсәк ауыл пункттарына инеү ерҙәренең дөйөм оҙонлоғо.

Өфөнөң Гагарин урамындағы биш ҡатлы йорттоң фасадын легендар летчик-космонавтың портреты биҙәй. Урындағы рәссамдар Олег Кайбышев менән Артур Лукьянов ошо көндәрҙә Юрий Гагариндың 7х9 метр ҙурлыҡтағы һүрәтен төшөрөп бөткән. Ҡала халҡына был арт-объект бик ныҡ оҡшаған, кешеләр бындай үҙенсәлекле ижад проекттарының күберәк булыуын теләй.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының баш­ҡорт филологияһы факультетында матур йолалар етерлек. Шундайҙарҙың береһе – яңы уҡыу йылын “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы” менән башлау. Быйылғы аҙналыҡта “Иң яҡшы студент”ты асыҡлау, фольклор экспедицияларына йомғаҡ яһау, йәш шағирҙар менән осрашыу, телсе ғалимдар­ҙың семинарын үткәреү ҡаралған.

Л. ХӘЛИТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә