RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 Юлда яңғыҙың түгел!

Ринат Вәлитов кеүектәрҙең көслө иңен тойғанда, уларҙың барлығын, яңғыҙыңды ҡалдырмаҫтарын белгәндә, Учалы юлдарында үҙеңде күпкә ышаныслыраҡ тояһың

...2015 йылда Учалы районының Илсе ауылы егете Ринат Вәлитов дуҫтары менән Өфөнән автомобилендә елдереп ҡайтып килгәндә, бер боролошта кинәт уларҙың һыҙатына машина килеп сыға. Уның менән маңлайға-маңлай бәрелешә яҙалар. Кинола ғына шул мәлдә кешенең бөтә ғүмере күҙ алдынан үтә. Ә Ринаттың нимә булһа ла уйларға, үткәндәрҙе иҫләргә ваҡыты булмай – бер секунд эсендә рулде генә ситкә бороп өлгөрә һәм... кюветҡа осалар. Әлдә барыһы ла хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелгән, түңкәрелеп төшһәләр ҙә, егеттәр имен-аман ҡала. Аварияға шаһиттар уларҙың юлдан ситкә төшөп китеүен күреү менән туҡтап, ярҙамға ашыға.

– Башҡа водителдәр, дальнобойщиктар ныҡ ярҙам итте, – тип һөйләй Ринат Нуриәхмәт улы. – машинам тамам йәмшәйеп, юҡҡа сыҡҡайны. Ярҙамға килгән кешеләргә рәхмәтем сикһеҙ, уны әйтеп-аңлатып бөтөрлөк түгел. Һәм мин шулай юлда бер-береңә эскерһеҙ ярҙам итеү төркөмөн асыу тураһында уйлай башланым. Башҡа берәй уй инеп оялаһа, шуны тормошҡа ашырмайынса туҡтап буламы ни? Ниһайәт, 2017 йылда “Учалы ҡалаһы һәм районы юлдарында бер-береңә ярҙам итеү төркөмө”н ойошторҙом. Яйлап халыҡты йыйҙым. Былтырҙан алып бер-береңә бушлай ярҙам итеү айырыуса көсәйҙе. Хатта Силәбе өлкәһенән дә водителдәр төркө­мөбөҙгә әүҙем ҡушыла, сөнки күрше йәшәгәс, әленән-әле беҙҙең ҡала-район аша йөрөйҙәр.
Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, һуңғы йылдарҙа юлда кемдер боҙолоп ултырһа ла, водителдәр әллә ни туҡтап ярҙамлаша һалмай, үтә лә китә. Бик һирәк осраҡта ярҙам ҡулы һуҙалар. Әле яңыраҡ ҡына аэропортҡа туғандарҙы алып барып, кире ҡайтып килгәндә юлда автомобилде күреп туҡтаным. Боҙолоп ултырыуҙарына бер нисә сәғәт, салонда – бәләкәс балалар, ә бер кем дә туҡтамаған, ярҙамлашмаған, үкенескә... Ярҙам итеп ебәргәйнем, ҡыуанғандарын күрһәгеҙ! Элек юлда кешеләр бер-береһенә һәр саҡ ярҙам итә торғайны, тип һөйләй ололар. Ә нишләп шул изге ғәҙәтте тергеҙмәҫкә? Бөтөнләй хәлдән килмәҫлек эш түгел дәһә! Юлда ниндәй генә хәл булмаҫ. Мин машинаның “аварийка”һы ҡуйылған осраҡта гел туҡтайым, битараф үтеп китә алмайым, һәм минең кеүектәр байтаҡ, шөкөр.
Төркөм яңы ғына ойошторолған саҡта водителдәргә ярҙам күрһәтәбеҙ ҙә инде, барыһы ла шаҡ ҡата торғайны, ҡат-ҡат, ысынлап бушлаймы, нисек бушлай ярҙамла­шаһығыҙ, тип аптыраша ине. Эйе, бушлай, тик һеҙ ҙә башҡаларға кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙығыҙ, ярҙамға мохтаждар янынан вайымһыҙ үтеп китмәгеҙ, тибеҙ. Хәҙер аптырамайҙар, ихлас рәхмәт әйтәләр, “Бәйлә­нештә”ге сәхифәгә изге теләктәр яҙалар. Һылтанмаһы: https://vk.com/delajdobro102 Районда төркөмдөң берҙәм ҡотҡарыу номеры ла эшләй (89373321669). Әгәр кеше юлда бәләгә тарыған икән, шул номер буйынса шылтыратып йәки яҙып, ярҙамға өмөт итә ала. Һәр хәлдә, проблеманы хәл итергә тырышасаҡбыҙ.

Төркөмдә аҙна һайын тиерлек отчет яһала. Мәҫәлән, үткән аҙнала һигеҙ машинаға юлда ремонт яһалған, дүрт юл-транспорт ваҡиғаһын рәсми­ләштереүгә барғандар, алты авто­мобилдең аккумуляторын “тергеҙ­гәндәр”, ете машинаны батҡаҡтан һөйрәп сығарғандар, ике тапҡыр юлда бензины бөтөп ултырған машиналарға яғыулыҡ алып барып биргәндәр. Ринаттан башҡа, был изге эштәрҙе башҡарыуҙа Антон Панкратов, Эльвира Вәлиева, Фәрит Зиязетдинов, Вадим Зәйнетдинов, Геннадий Смородинов, Артур Буҙыҡаев, Светлана Ткаченко, Марат Муллағәлиев, Евгений Назаров, Марат Ғәлимов, Андрей Климанский һәм Айҙар, Максим исемле егеттәр ҡатнашҡан. Улар төрлө йәштә, төрлө һөнәр эйәләре. Әйтәйек, матур башланғысҡа йән өргән, үҙе кеүек ярҙамсыл егет һәм ҡыҙҙарҙы бергә туплаған 32 йәшлек Ринат Вәлитов вахта менән ситтә эшләй. Ғәжәп инде: ул Изгелек күрһәтеү көнөндә – 17 февралдә тыуған. Әллә шуға бәләкәй сағынан эскерһеҙлеге, ярҙамсыллығы, изге күңелле булыуы менән айырылып торамы икән? Әллә беҙ бөгөн уның йөҙөндә, ярҙамында ата-әсәнең гүзәл тәрбиәһе емештәрен күрәбеҙме? Ә бәлки, ун ете йәшенән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Батырлыҡ миҙалы, Дан ордены менән наград­ланған пулеметсы Наил Фәттәховтың батырлығы шулай ейәненә көслө йоғонто яһағандыр? Ҡалай булһа ла, Ринат Вәлитов кеүектәрҙең көслө иңен тойғанда, уларҙың барлығын, яң­ғыҙыңды ҡалдырмаҫтарын белгәндә, Учалы юлдарында үҙеңде күпкә ышаныслыраҡ тояһың.



Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?