RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

11.06.2019 Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышы тамамланды.

21 май иртәһе редакциябыҙҙа ҡыҙыу башланды. Ни булды, тиерһегеҙ: уҡыусыларҙың ижади бәйгеһенә йомғаҡ яһаныҡ. Башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә донъя күргән эштәрҙе ҡараны.


– Быйылғы эштәр үҙҙәренең тулы, йыйнаҡ булыуы менән айырыла, – тине Тимерғәле Әб­делнәғим улы. – Уларҙа сюжет бар, тасуирлауҙары ла урынлы. Шулай итеп, яҙыусы булараҡ, үҙ ба­һамды бирәм. Башҡорт телен һаҡлау, яҡлауға арналған мәҡәләләрҙең күплеге хайран ҡалдырҙы. Конкурс йылдан-йыл үҫешә, уның мәғәнәһе лә арта. Уҡыу­сылар бер-береһенән кү­реп сәмләнеп ярыша, конкурс уларҙы дәртләндерә, ҡанат­ландыра. Эштәрҙә етди фе­керләү бар, мәҡәләләр фантазия менән ысынбарлыҡ аша көндәлек проблемалар өҫтөндә уйландыра. Ярышсыларҙы әҙер­­ләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәт, балаларға аҡыл һәм яҙыу мә­ҙәниәте биргәндәр. «Йәшлек» гәзитенең йыл да ошолай конкурс үткәреүе, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ.

Бәйге 2018 йылдың ок­тябрендә башланды. Һигеҙ ай буйы беҙ «Бәйләнештә» селтәре, электрон почта аша ҡулъяҙ­маларҙы ҡабул иттек, уларҙы гәзит биттәрендә баҫтырҙыҡ, сайтҡа һалдыҡ. Конкурсҡа ебәргән эштәрҙә уҡыусы-студенттар халҡым, телем, ерем тип янып-көйә, тәбиғәтте һаҡлау, киләсәкте күҙал­лау, тарих хаҡында уйлана. Ҡыҙыҡлы, көтөлмәгән идея-фекерҙәр күп осраны. Ебәрелгән ҡулъяҙмалар араһынан 18 мәҡәлә һайлап алынып, гәзит бит­тәрендә, сайтта донъя күрҙе.

Баһалама комиссияһы ташҡа баҫылған эштәрҙе ҡа­раны. Премияларҙы алты кешегә бирергә ҡарар иттек. Бынан тыш, өс уҡыусыға «Йәшлек» гә­зитенең махсус призы тапшырыласаҡ.

Шулай итеп, 2019 йылғы бәйгелә беренсе премияны «Асылыбыҙ – тыуған ерҙә, туған телдә» тигән мәҡәләһе менән Гөлдәриә ҒАЙСИНА яуланы.

Ул – Күгәрсен райо­нының Хоҙайбирҙин ауы­лы ҡыҙы. Күмертау ҡала­һындағы 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында 11-се класта уҡый, «Рухи мираҫ» йәш журналистар түңәрәге ағзаһы. Автор үҙ эшендә тыуған ил, ауыл яҙмышы тура­һында уйлана, тел мәсьәләләрен күтәрә. Баһалама комиссияһы ағзалары Гөлдәриәнең эшен юғары баһалап, уға беренсе премияны бирергә хәл итте.

Икенсе премия ике кешегә бирелде. Улар – Өфө ҡалаһындағы 48-се башҡорт гим­назияһының 8 Б класы уҡыусыһы Искәндәр ШӘМҒОЛОВ менән Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылындағы Советтар Союзы Геройы З. Үтәғолов исемендәге мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Нәфис ИШҺАРИН.

Өсөнсө премия өс кешегә тап­шыры­ласаҡ. Уға Асҡын районы Ҡыйғаҙы урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Хәлимә ДӘҮ­ЛӘТГӘРӘЕВА, Әбйәлил районы Амангилде урта мәк­тә­бенең 11-се класс уҡыусыһы Әлиә ӨМӨТ­ҠУЖИНА, Баймаҡ районы Билал мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Гөлфирә НАРЫНБАЕВА лайыҡ булды.

«Йәшлек» гәзитенән махсус бүләктәр түбән­дәгеләргә бирелде:
– Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Таңсулпан РАЙМАНОВА;
– Рәми Ғарипов исемендәге 1-ce башҡорт республика гимназия-интер­натының 11-се класс уҡыусыһы Разия ҒИБӘҘӘТОВА;
– Күмертау ҡала­һының Республика политехник лицей-интернаты 11-се класс уҡыусыһы Диана СОЛТАНГӘРӘЕВА.

Эштәре гәзиттә баҫылып та, урын алмағандар ҡай­ғырмаһын. Улар «Халҡым киләсәге» номинацияһында билдәләнде:
– Азалия Камалова (Баймаҡ ра­йонының Өмөтбай мәктәбе, 8-се класс);
– Вилиә Кинйә­баева (Баймаҡ, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, беренсе курс студенты);
– Наҙгөл КҮСӘР­БАЕВА (Баймаҡ лицей-интернаты, 10 А класы);
– Линиза ШӘЙХИТДИНОВА (Учалы районының Ураҙ лицейы, 8-се класс);
– Индира ӘҘЕҺӘМОВА (Баймаҡ районының Сәйғәфәр мәктәбе, 11-се класс);
– Ғәзинур ИҪӘНАМАНОВ (Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжы, 2-се курс студенты);
– Юлиә БОҪҠОНОВА (Йылайыр районының Матрай мəктəбе, 10-сы класс)
– Гөлшат НУРЛЫЕВА (Асҡын районы Ҡыйғаҙы мәктәбе, 10-сы класс);
– Мәүлиҙә МӘҒӘФҮРОВА (Әбйәлил районының Буранғол мәктәбе, 11-се класс).

Еңеүселәргә ошо адрес буйынса редакцияға: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 814-се кабинет, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем килеп, бүләктәрен һәм Шөһрәт­намәләрен алырға ҡала. Рәхим итегеҙ!
1, 2, 3 премия алыусыларҙы «Йәшлек» гәзите журналистары «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә үҙҙәре барып ҡотланы.



Автор: А. Ишназаров
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?