НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һайлап алған яҙмыш


Һайлап алған яҙмышБыл хәлгә байтаҡ ваҡыт үтте инде, ләкин әлеге фажиғә һаман да күңелдән китмәй. Тырышһам да, бер нисек тә уны онота алмайым. Әҙ генә йөрөйөм дә тағы ла шул хәлде иҫкә төшөрәм.

…Бер йортта, бер коридорҙа йәшәгәс, иртә-кисен дә, ял көндәрендә лә Айрат, ҡатыны Йәмилә һәм уның үгәй улы Морат менән йыш осраштыҡ. Ул ике йәштән үк үгәй атай ҡулында, бер ниндәй ҡағылыу-һуғылыуһыҙ, кәмһетелеүҙе белмәй, әсеһен-сөсөһөн татымай ғына, бик һәләтле, иркә бала булып үҫә. Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Бында ла бик тырышып уҡый. Ике курсын бик яҡшы ғына тамамлағас, институтты ташлап, төҙөлөшкә эшкә бара. Ташсы һөнәрен үҙләштерә. Шул йылда башҡорт ҡыҙына өйләнеп, ғаилә ҡороп, үҙ өйҙәрендә йәшәү тураһында уйлағандыр. Тормошон тиҙерәк яйға һалғыһы килгәндер. Ҡатыны Фәриҙә шәфҡәт туташы булып эшләй. Тәүге йылда бер-береһен аңлап, матур ғына, бик татыу йәшәйҙәр. Төҙөлөштә эшләүенең бишенсе йылында Моратҡа бына тигән йорттоң икенсе ҡатынан ике бүлмәле фатир бирәләр. Йәш ғаиләнең ҡыуанысының сиге булмай. Тик артыҡ шатланырға ла ярамай шул.

Яңы фатирға күскәс, Морат эштән йыш ҡына һуңлап ҡайта башлай. Йылдар уҙған һайын уның был насар ғәҙәте көсәйә генә бара. Фәриҙәнең ялбарыуҙарын, өгөтләүҙәрен ҡолағына ла элмәй. «Эшләйем, табам, һинең эшең булмаһын, һиңә нимә етмәй?» – тип кенә ебәрә. Ике арала тауыш сыҡҡанда, ҡулын да «эшкә ҡуша». һис түҙер әмәле ҡалмағас, ҡатыны айырылышыу тураһында һүҙ ҡуҙғата. Әммә Морат аҡылына килмәй, ярты йылдан һуң айырылышалар. Фатирҙы бүлешеп, ир ятаҡҡа, 15 квадрат метрлы бүлмәгә күсә. Шунан һуң үҙе менән төҙөлөштә эшләүсе, иренән айырылған, улы ҙурай­ған Ғәлиәгә өйләнә. Никахтарын рәсмиләштереп тормай, бик күп йылдар шулай йәшәй­ҙәр. Ләкин Морат «шайтан эсемлеге»н эсеүен ташламай. Шуныһы ғәжәп, эсмәгән ваҡытында бер кем менән дә һөйләшмәй, башын түбән эйеп кенә йөрөй. Күптәр менән һаулыҡ та һорашмай. Ә инде бер аҙ төшөрөп алһа, унан да изгелекле, яҡшы күңелле кеше юҡ: шунда уҡ һине бүлмәһенә саҡыра, нимәһе бар, шуның менән һыйлай, эс-серҙәрен асып һала, бөтәһе менән уртаҡлаша, төн буйы йоҡламай, күршеләрен бимазалай. Балалары – Айрат менән Йәмиләне лә бүлмәләренән ҡыуып сығара. Үҙе айығыу менән уларҙы етәкләп алып ҡайтыр ине. Бындай хәлдең башҡа ҡабатланмаясағы тураһында һүҙ бирә. Аҙна-ун көн уҙыуға тағы ла иҫереп ҡайта һәм янъял ҡуба. Бер мәл шулай иҫереп ҡайтып, бүлмәһендә кәйеф-сафа ҡороп, ун көнләп ята. Хәлен белергә инеүселәрҙең береһенә лә ишеген асмай. Эсеп, эшкә сыҡмаған өсөн эшенән ҡыуалар. Кеҫәһендә аҡса бөткәс, баҙарға йүнәлә. Йөк бушата, алып китә торғанын машинаға тейәшә. Эшләп аҡса алыуына шешәләштәре йыйыла. Араҡы һатып алып, уларҙы һыйлай, аҡсаһы етмәй башлаһа, өйҙәге әйберҙәрен сығарып һатыу йәки араҡыға алмаштырыу яйын таба. Ҡатыны ҡиммәтле әйберҙәрҙең юғалыуын һиҙгәс, Мораттан уларҙы таптыра.

Һуңғы сиккә еткәс, бынан һуң һинең менән йәшәү мөмкин түгел, тип, әйберҙәрен тейәп, икенсе районда йәшәүсе туғандарына күсеп китә. Был хәлде ир бик ауыр кисерә. Фатирҙағы бөтә әйберҙәрҙе иҫерткескә алмаштырып, эсеп бөтә. Күп эсеүҙән төҫ-ҡиәфәте ҡара күмергә әйләнә. Йыуынмай ҙа, мунса ла инмәй, ныҡ ябығып, ҡаҡ һөйәккә генә ҡала. Һуңынан бөтөнләй күренмәҫ була. Күршеләре, таныш-белештәре, аптырап, ата-әсәһенә хәбәр итә. Улар бүлмәнең ишеген асып инһә, Мораттың диванда салҡан ятҡан үле кәүҙәһен күрә. Ирҙең «шайтан һыуы» менән дуҫлашыуы бына шулай фажиғәле тамамлана. Был – уның үҙе һайлап алған яҙмышы.

Н. МИҺРАНОВ.
Белорет районы.

Сығыу ваҡыты 19-09-2014, 04:08 | Ҡаранылар: 1596
|
  • Ихтирамға лайыҡ үткән ғүмер
  • Мөхәббәтме әллә иҫәпме?
  • Туҡал
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM