НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үҙ тиреңде түгеп тапҡан аҡса күпкә ҡәҙерлерәк

Үҙ тиреңде түгеп тапҡан аҡса күпкә ҡәҙерлерәк


Бөгөн эшләмәгән студент – һирәк күренеш. Уҡыуҙан һуң буш ваҡытта урам буйлап эт һуғарып, йә артыҡ күп ваҡыт социаль селтәрҙә ултырғансы, кеше араһында йөрөп, үҙеңә әҙме-күпме аҡса эшләй алыуың бик яҡшы, әлбиттә. Беренсенән, ғаилә ҡаҙнаһынан сығымдар әҙерәк китә. Әгәр ҙә уҡыған һөнәрең йүнәлешендә эшләйһең икән, тимәк, эш тәжрибәң дә туплана бара. Уҡыу йорто түләгән стипендияға ғына ҡарап ятып булмай бит инде. Хәйер, «дүртле»-«бишле»гә уҡыған студентҡа айына 1542 һумдан да кәм аҡса түләнмәй. Тик «бишле» билдәһенә генә өлгәшһәң, 2313 һумлыҡ академик стипендияға лайыҡһың. Әгәр ҙә студент етем, йә ата-әсәһе инвалид булһа һәм башҡа социаль категорияға ҡараһа, социаль стипендия түләнә. Уның күләме 2990 һум тәшкил итә. «Дүртле»-«бишле»гә уҡып, ата-әсәһенең уртаса эш хаҡы йәшәү минимумынан түбән булһа, был осраҡта 1 – 2-се курс студенттары дәүләттең юғары социаль стипендияһын ала. Уның күләме – 7475 һум. Уҡыуҙа күрһәткән айырым уңыштары өсөн студенттар юғары академик стипендияға лайыҡ була. Ул 5635 һумдан 19780 һумға тиклем. Тағы ла юғары уҡыу йортонда уҡыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкән егет-ҡыҙҙарға исемле стипендия бирелә. Уның күләмен урындағы уҡыу-методика идаралығы билдәләй. Ҡыҫҡаһы, үҙен бар яҡтан да күрһәткән, тырышып уҡыған, төрлө олимпиада-конкурстарҙа алдынғы урындар яулаған студенттың, барлыҡ түләмдәрҙе ҡушҡанда, кәмендә 20 мең һумлыҡ стипендия алыу мөмкинлеге бар.
Аҡсаның артығы юҡ. Уҡыуҙа һынатмаған, университетта үткән бер сараны ла ҡалдырмаған, шул уҡ ваҡытта эшләп тә өлгөргән студенттар күптәребеҙгә өлгө булырлыҡ. Һүҙ улар хаҡында.

Айгөл ЮНЫСОВА, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналис­тика факультеты студенты:
– Әлеге көндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләп йөрөйөм. Тама­шасыларҙың инеү урынында билеттар тикшереп торам. Театрҙа эшләү хыялы миндә бала саҡтан йәшәй. Шуға йәйге каникулдан килгәс тә яңы дәрт, көс менән театрҙың 94-се ижад миҙгелен башлап ебәр­ҙек.
Дөрөҫөн әйткәндә, аҡса кәрәк, тип килмәнем бында. Беҙгә, буласаҡ тел белгестәренә, төрлө спектаклдәр, концерттар, осрашыуҙарҙы ҡарап, белеп барыу зарур. Төрлө кешеләр менән осрашып, һөйләшеп, әҙәби-мәҙәни мөхиттә тәрбиәләнәбеҙ, эш тәжрибәбеҙ ҙә үҫә бара. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәтмен, театр ятаҡтан да алыҫ түгел. Уҡыуыма ҡамасауламай, киреһенсә, спектакль ҡарап ҡайтҡандан һуң рухланып, илһамланып китәм.

Альберт ҠОТОШОВ , БДУ-ның физика факультеты студенты:
– Үҙебеҙҙең университетта һаҡта торам. Икенсе йыл рәттән эшләйем. Эш хаҡы етерлек. Уҡырға ҡамасауламай. Ми­неңсә, тырышһаң, һәр ергә өлгөрөп була. Бер тәүлек эшләп, өс көн ял итәм. Уның ҡарауы, атай-әсәйем елкәһендә йәшәмәйем, тип ныҡлы әйтә алам. Үҙең тапҡан аҡса үтә ҡәҙерле була.

Сығыу ваҡыты 4-04-2014, 10:33 | Ҡаранылар: 781
|
  • Мин – Аҡмулла университеты студенты
  • “Яҡшы табип булыу өсөн яҡшы уҡыу мөһим”
  • Класс етәксеһе булған өсөн түләү һаҡлана
  • БДУСИ-ҙа стипендиялар артасаҡ
  • Бөрйән ҡыҙҙары Мәскәүҙе яулай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM