RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы бар

21.03.2014 Ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы бар

Ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы барӘбйәлил үҙәк район китапханаһында “Йәнгүзәл” клубы эшләй башлауы өйҙәрендә йомолоп ултырырға теләмәгән, ҡыҙыҡлы шөғөл, күңеленә рухи зауыҡ, кеше менән аралашыу эҙләгән хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн оло ҡыуаныс булды. Айырыуса мәғариф ветерандары клуб ултырыштарына теләп йөрөй: ғүмер буйы ауыл активисы, агитатор, пропагандист булып, үҙҙәре халыҡ өсөн эшләгән кешеләр бында үҙҙәре өсөн ойошторол­ған күңелле сараларҙа ял итеп ҡайта. Клуб етәксеһе Рәхимә Мусина ял кисәләре, интеллектуаль-күңел асыу уйындары, китаптар буйынса диспуттар, юбилей бенефистары, психологтар саҡырып, төрлө тренингтар ойоштора.
Ә бына күптән түгел клуб ағзалары араһында “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта…” тигән девиз аҫтында “Йәнгүзәл – 2014” матурлыҡ һәм ижади оҫталыҡ конкурсы үтте. “Йәш саҡта һәр кем сибәр була. Бына олоғайғас матур булып ҡарағыҙ!” – тигән саҡырыу ташланы “Йәнгүзәл”дәр һәм “визитка”, дефиле, интеллектуаль алыш, көләмәсте тасуири һөйләү, йыр-бейеү, аш-һыу һәм ҡул эштәре конкурстары, өҫ-баш, макияж, прическа кеүек һынауҙар аша лайыҡлы үтеп, йәштәрҙән ҡалышмау түгел, уларҙан күпкә уҙҙыра алыуын да күрһәттеләр. Шулай ҙа төп талап күңел матурлығын күрһәтеү ине.
Тәүге турҙан алып аҙаҡҡаса өс уҡытыусы-ветерандың кеме еңеүсе булырын фаразлауы ауыр булды. Әле Амангилденән Фәүҡинур Сафина мөнәжәте, баян моңо, үҙе теккән башҡорт милли кейемдәре һәм эшләгән биҙәүестәре менән иғтибарҙы яулаһа, әле Ишкилденән Фәрзәнә Дәүләтшина декламатор оҫталығы, ғаиләһе тураһында фотостенд менән, әле Ишҡолдан Рәшиҙә Мөхәмәт­динова таҡмаҡтары һәм театрлаштырылған сығыштары, һәр береһенә оҫта һайланған костюмдары, тәмле ит бәлеше менән әсир итте. “Уҡытыусыларға етеп булмаҫ инде”, – тиһәләр ҙә, Амангилденән медицина ветераны Венера Мансурова үҙе ижад иткән шиғыр­ҙары, халыҡ йырын башҡарыу оҫталығы, тәмле буҙаһы менән, шул уҡ ауылдан сауҙа ветераны Венера Зираншина моңло йыры, татлы ризыҡтары, бәйләмдәре, Асҡарҙан диндар Зәлифә Шакирова мөләйемлеге, өҙҙөрөп бейеүе һәм тәрбиәүи вәғәздәре менән тамашасыларҙың күңелен тиҙ яулап алды. Ә шулай ҙа иң һоҡландырғаны “Йәнгүзәл”дәрҙең бәйгегә ни дәрәжәлә етди һәм яуаплы ҡарап, төплө әҙерләнеүе булды.
Еңеүсене билдәләүе еңел булманы. Мәҙәниәт бүлеге методистары Зөлхиә Исхаҡова, Венера Харрасова һәм Ҡусҡарҙан педагогия ветераны Мөнирә Кирәеванан торған жюри “Йәнгүзәл – 2014” таҫмаһына һәм еңеүсе тажына иң күп мәрәй йыйған Ф. Сафинаны лайыҡлы тип тапты.
Бындай матурлыҡ бәйгеләрен, йәш ҡыҙҙар­ҙан бигерәк, оло апайҙар араһында үткәрергә кәрәк икән. Улар үҙҙәренең бай тормош тәжрибәһе, аҡылы, күңел күркәмлеге, халҡыбыҙҙың ихласлығы һәм ауыҙ-тел байлығы менән уртаҡлаша белә. Әсә һөйөүе, ҡатын-ҡыҙ наҙы, өләсәй йылыһы бөркөлдө был тәрбиәүи саранан. Бына ҡайҙа ул тормош һабаҡтары, тигән фекер менән таралышты конкурсты тамаша ҡылыусылар.

Фатима ҺИБӘТОВА.
Әбйәлил районы,
Рыҫҡужа ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»