RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

21.03.2014 «Минең ҡыҙым!»

«Минең ҡыҙым!»Мәҙәниәт усағына килеп еткәндә концерт башланғайны, шуға ситтәге буш урындарҙың береһенә шым ғына барып ҡунаҡланым. Бейеү тамамланғас, алып барыусы сираттағы сығыш яһаусыны иғлан итте. Ике буш урын аша ултырған ағай, тегеләй-былай башын борғоланы ла, күҙенә мин салынғас, минең яҡҡа эйелә биреберәк, минең ҡыҙым, тип ҡыуанып, ҡысҡырып тигәндәй шыбырланы. Уға ҡарап йылмайҙым. Сәхнәгә мөләйем йөҙлө ҡаҡса йәш ҡатын сығып баҫты, заманса йыр башҡарҙы. Тауышы артыҡ ныҡ көслө булмаһа ла, моңло ине. Теге ағай, артына ҡаҙау ҡаҙалғандай, урынында ултырып сыҙамай, ҡалҡынып-ҡалҡынып, бер сәхнәгә ҡараны, бер – тамашасыларға, бер – миңә, йәнәһе лә, күрәһегеҙме, минең ҡыҙым! Йырсыны алҡыштар күмгәс, түҙмәне, кеҫәһенән бөгәрләнгән ҡулъяулыҡ алып, кеше күрмәҫтәй генә итеп күҙ йәштәрен һелтәне лә танауын бушатты. Һәм аяҡтарымды тапай яҙып, айҡала-сайҡала залдан сығып китте. Артынан араҡы еҫе борҡоп тороп ҡалды. Шул саҡта арттағы рәттә ултырғандар телгә килде.
– Минең ҡыҙым, тигән була, элек ҡайҙа булды?! – тине асыулы нәҙек тауыш.
– Әйтмә лә, урамдың икенсе яғына сығып китә торғайны ҡыҙы ҡаршыһына осраһа… – тип йөпләне ҡалыныраҡ тауыш.
– Хәҙер ҡыҙ кәрәк булған, шиш һиңә!
– Ҡыҙы кеше булғайны, атай икәне иҫенә төшкән шул…
Бурһылдап-бурһылдап, бер аҙҙан арттағылар шымды, концерт дауам итте. Ә мин байтаҡ йылдар элек булған суд ултырышын иҫләнем. Йәш ҡатын бер ғаиләле ирҙе алиментҡа биргәйне. Ултырышҡа өс йәшлек ҡыҙын да килтергәйне, әммә судья уны залға индермәне, өләсәһе менән коридорҙа ултырып ҡалдылар.
Иң тәүҙә һүҙ йәш ҡатынға бирелде. Ул, ирҙең өйләнгәнен белһәм дә, ныҡ яраттым, тине: «Ҡатынымды айырам да һиңә өйләнәм, тигән һүҙҙәренә ышанып, ауырға ҡалдым. Ә ул минең менән йөрөнө-йөрөнө лә, бала тыуыр алдынан ташланы, ғаиләһенә кире ҡайтты. Өс йыл буйына килер тип көттөм, әммә килеп хәл дә белешмәй, ә бала атаһын көтә!» Ир тороп баҫҡас, йәш әсәгә ҡарамай, ышаныслы итеп, бала минеке түгел, ул йөрөмтәл ҡатын, тип мөһөр һуҡты: «Миңә тиклем дә ул күп ир менән һәптәндәгән, минән һуң да абышҡалары әллә күпме булғандыр. Кемдән тапҡанын да белмәйҙер әле, хәҙер миңә шуны тағырға итә». Баланы ул «шуны» тигәс, хатта судья ҡатын да маңлайын сирып ҡуйҙы. Йәш әсәнең күҙҙәренән йәштәре бәреп сыҡты, мин һине осратҡандан алып башҡа берәүҙе лә яныма юллатҡаным юҡ, тип асырғаланып ҡысҡырҙы. Судья ҡулындағы кескәй сүкеше менән өҫтәлгә һуҡты: «Шауламағыҙ! Үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ, гражданка! Һеҙ һөйләгәндә ул шым ғына ултырҙы бит». Атай кеше үҙ ирке менән баланы таныу­ҙан баш тартҡас, судья суд-медицина экспертизаһын үткәреү кәрәклеген әйтте.
Йәш ҡатын коридорға сығып, экспертиза ныҡ ҡиммәт, юл хаҡы ла арыуыҡ, әммә мин бурысҡа батһам да, баламды барыбер тикшертергә алып барам, тине: «Баланы үҙенеке итеп танымаһа ла, алимент түләһен». Артынса ир ҙә күренде. Йәш ҡатын, йәһәт кенә баланы ҡулына эләктерә һалып, юлына арҡыры сыҡты: «Бына, ҡара, ҡыҙың һиңә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған! Ошонан һуң да һин уны, үҙемдеке түгел, тип әйтерһеңме?!» Судтың ҡараңғы коридорында оҙаҡ ултырып ялҡҡан ҡыҙсыҡ аптырап иргә төбәлде. Ҡурҡманы, ә бәләкәс көсөк кеүек башын тегеләй-былай һалып, иғтибар менән ҡарап торҙо ла, ирҙең яңағынан һыйпарға иткәндәй, бер ҡулын уға табан һуҙҙы, саҡ ҡына йылмайҙы. Ир иһә ҡатынды ситкә этәреп, балаға ҡарамай ҙа сығып китте. Ҡатындың битен тағы йәш йыуҙы, быуынһыҙ булып эскәмйәгә сүкәйҙе. Ҡыҙыҡай ирҙе аптыраулы ҡарашы менән оҙатып ҡалып, әсәһенең илағанын күрҙе лә, уны муйынынан ҡосаҡлап, мышнай башланы: «Әсәй, ҡайттыҡ!» Ул, ысынлап та, ирҙең кескәй күсермәһе ине: шул уҡ бүлтәйгән ирендәр, яҫы маңлай, бөҙрә сәстәр...
– Ҡуй, илама, дастуйын булмаған әҙәмгә күҙ йәшен әрәм итмә, – ошоғаса өндәшмәй ултырған әбей телгә килде. – Минең гонаһ өсөн түләйһегеҙ… Йәш саҡта күрше ҡатын Ғ. мине ошолай судҡа килтергәйне. Ул алыҫ бер ауылдан ғаиләле ир менән сыуалып, хатта бер йыл бергә йәшәп, бала тапҡайны. Ғишыҡ-мишығы бөтөп, донъя мәшәҡәттәре башлан­ғайны, ҡатынымды һөйәм, уны онота алмайым, тип, ул ағай кире ғаиләһенә ҡайтты. Үҙҙәренең итәк тулы бала булһа ла, уйнаштан тыуған баланы үҙенеке итеп таныны, фамилияһын, исемен бирҙе.
Элек бит кеше һүҙе буйынса атайлыҡты билдәләнеләр, ҡайҙан унда ҡан биреү... Шул күрше бер аҙҙан миңә үтенес менән килде. «Өлкән ҡыҙымды ла шуныҡы тип әйтһәң, мин һине буш итмәм», – тип алдыма күлдәклек тауар һалды. Ә бит ирҙең башын әйләндергәнгә тиклем үк ул бала тыуғайны, тик өләсәй­ҙәрендә йәшәне. Ағай тәүҙә белмәгәйне уның ҡыҙы барлығын, аҙаҡ бергә торғандарында, ситтә йөрөмәһен, тип, алып килтертте...
Етешһеҙ заман булғас, ҡиммәтле тауарға күҙ ҡыҙҙы, нәфсе ҡотортто. Намыҫымды шул тауарға һаттым. Судта күҙ ҙә йоммай, өлкән ҡыҙ шуныҡы, бөтәһе лә быны раҫлар, тинем. Ир судҡа тиклем беҙҙең менән һөйләшергә маташты, ул бала минеке түгел дә һуң, тип тәҡрарланы. Тик күршем, башын текә сөйөп, уға әйләнеп тә ҡараманы, мин дә ауыҙға һыу уртланым. Ә судта ағай, эйе, был бала ла минеке, тимәһенме! Бәхәсләшер, даулашыр, тип көткәс, ныҡ аптыраным… Шулай ул балалар бәлиғ булғансы, үҙ ҡыҙ-улдарының ауыҙынан өҙөп, алимент түләне. Былай ҙа ауыҙҙы асһаң, үпкә күренеп торған йылдарҙа ҡыйын булғандыр, нисек бер өйөр бала-сағаға аҡса еткергәндәрҙер – башыма һыймай. Ҡатыны ла аҡыллы, әҙәпле, изге кеше булған икән, тим. Бер ҙә үҙенең абруйын төшөрөп, кеше йөҙөн йыртып йөрөмәне, хәлде нисек бар, шулай ҡабул итте. Иренә теге балалар менән аралашырға рөхсәт итте, тыуған көндәренә, байрамдарға үҙе үк бүләктәр хәстәрләп, йыуасалар бешереп ебәрә торғайны… Байтаҡ ваҡыттан һуң район үҙәгендә шул ағай менән бер сиратта тап килдек тә ҡуйҙыҡ. Шым тороуҙы килештермәй, үҙ ҡылығым өсөн оялып, ағай, нишләп ул ҡыҙҙы үҙегеҙҙеке итеп танынығыҙ, беҙҙең, ҡатын-ҡыҙҙың, башына нимә килмәҫ, ныҡ торор инегеҙ, тигән булдым. Ул: «Бала атайлы үҫһен, тинем шул, йәлләнем. Өлкәндәрҙең башһыҙлығы өсөн бала ғәйепле түгел. Һәр кемдең атайлы булғыһы килә. Мин үҙем атайһыҙ үҫкәс, быны яҡшы беләм». Шунда ғәфү үтендем, ул көлөп кенә ҡуйҙы. Күпме ғүмер үтте, һаман оят… Ауыр тупрағы еңел булһын, ысын Ир ине. Бына ниндәй ирҙәр була. Ә был… Аҡса табырһың анализға, балам, тик һин инәлеп йөрөмә был бәндәгә. Көсләп асҡан күҙҙең нуры булмай. Алимент түләгән һайын рәхмәт әйтеп бирер тиһеңме, рәнйеп бирер, бисәһе лә, тамаҡтарына торһон, тип ҡарғап торор. Уның алиментынан башҡа ла үҫтерербеҙ әле, бөтөнләй үк ас-яланғас түгелбеҙ. Һау булһам, ярҙамымдан ташламам.
Улар кейенешеп, бойоҡ ҡына ҡайтып китте. Көн болотло, яманһыу ине, кискә тиклем быҫҡаҡлап ямғыр яуҙы... Күңелдә юшҡын ҡалғас, гел шул ҡыҙсыҡтың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торам. Ул әле мәктәптә уҡый. Белем усағының «йондоҙо», әсәһенең, туғандарының ғорурлығы: тик «бишле» билдәләренә өлгәшә, олимпиадаларҙа урындар яулай, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Уға уҡытыусылар матур киләсәк юрай. Тырыш баланың үҙ маҡсаттарына ирешеп, юғары үрҙәр яулаясағына минең дә шигем юҡ. Унан баш тартҡан атайҙың да бер көн килеп, минең ҡыҙым, тип ғорурланырына шикләнмәйем. Бәлки, мин – һинең атайың, тип килер ҙә. Тик өлкәнәйгән ҡыҙына кәрәге булмаҫ шул. Илағанында ҡосағына алып йыуатмағас, ауырлыҡтар осрағанда иңбашын ҡуймағас, иң кәрәк саҡта янында булмағас…
Кәрәкһеҙ атайҙарҙың береһе бына әле генә концерттан сығып китте, үкенестәр солғанышына батып… Йәлләнем үҙен…
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»