RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Данлыҡлы ҡурайсының... балыҡсы һәм һунарсы булғаны

14.03.2014 Данлыҡлы ҡурайсының... балыҡсы һәм һунарсы булғаны

Данлыҡлы ҡурайсының... балыҡсы һәм һунарсы булғаныСибай ҡалаһында йәшәүсе Нурғәле Кәйекбирҙиндың данлыҡлы ҡурайсы икәне күптәргә билдәле. Шулай булмай, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен йөрөткән ир-уҙаман утыҙ йылдан ашыу егеттәрҙе милли ҡоралыбыҙ серҙәренә төшөндөрә, бынан тыш, республика һәм халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙың уртаһында ҡайнай. Ә бына уның оҫта балыҡсы һәм һунарсы икәнлеген барыһы ла белеп етмәйҙер әле. “Ауға барып – йәнлекһеҙ, йылға-күлгә барып, балыҡһыҙ ҡайтмай”, – тиҙәр уның хаҡында. Ял көндәрен яратҡан шөғөлөнә арнаған яҡташыбыҙ бер көндө мине лә үҙе менән алырға ҡарар итте. Шулай итеп, ҡармаҡтарҙы һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы машинаға тейәп, Талҡаҫ күленә юл алдыҡ.
Нурғәле Мирғәле улы менән юлда күңелһеҙ түгел, оҫта балыҡсы төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе, көләмәстәр һөйләп көлдөрә.
Алтмыш саҡрым араны үткәнебеҙ һиҙелмәй ҙә ҡалды. Бөгөн балыҡсыларҙың күплеген яр буйына теҙелгән машиналарына ҡарап тойомлап булһа, Талҡаҫ өҫтөндәге палаткалар бер бәләкәй ауылды хәтерләтеп ҡуйғандай. Беҙ ҙә, мәке уйып, палатканы ҡороп, уның эсенә инеп ҡунаҡлайбыҙ.
– Башта балыҡ ҡармаҡларға теләгән урынды емләп алырға кәрәк. Хәҙерге ваҡытта был йәһәттән магазиндарҙа төрлө хуш еҫтәр сығарған продукттар күп һатыла. Мин иһә ҡатҡан икмәккә, ҡамырға, бутҡаға өҫтөнлөк бирәм, – ти ул, мәкегә ем ырғытып. – Атайым тирә-яҡҡа даны сыҡҡан балыҡсы һәм һунарсы ине. Үҙем иҫ белгәндән үк, йылға буйҙарында ул тотҡан балыҡтарҙы йөкмәп, янында уралдым. Үҫә килә, атай менән ул араһында ғына була торған ярыш барлыҡҡа килде. Бер мәл атайым 2,5 килограмлыҡ суртан тотто, бер нисә йылдан мин унан да ҙурырағын эләктерҙем. Шул ваҡыт уның ҡыуанғаны... Малайының атаһы юлын дауам итеүенә ғорурлана ине ул. Ун-ун биш йыл элек Һаҡмарҙан 6 килограм­ға яҡын ауырлыҡтағы суртан алдым, уға әммә быны күрергә насип булманы.
Шул ваҡыт әңгәмәсем: “Әһә, төрттө”, – тине лә ҡармағын күтәр­ҙе. Бына бит, даланлыға уңыш юлдаш. Килеп ултырыуыбыҙға ун минут та үтмәне, берәүҙе эләктереп тә алды.
– Сабаҡ. Ҡыҙылгүҙ тип тә әйтәбеҙ. Талҡаҫта күп улар. Тәңкәһен таҙалауы еңел. Әммә һиҙемләүе көслө, еңмеш, – ти ул балыҡ хаҡында. – Йылға менән күл балығы араһында айырма ҙур. Шуның бер нисәүһенә туҡталғанда, күлдәгеләре ҡармаҡҡа эләккәндә үле кеүек, туп-тура килеп сыға, ә йылғалағылары, киреһенсә, ҡулдан ысҡынып килә, етеҙерәк. Быны тәүгеһендә кислород етмәүе, икенсеһендә етерлек булыуы менән аңлатырға мөмкин.
“Бына быныһы – алабуға”, – тип тағы берәүҙе һөйрәп сығарҙы Нурғәле Мирғәле улы. Оҫта балыҡсыға көнләшә биреберәк тә ҡуям. Минең ҡармаҡҡа хатта төртмәгән дә әле, ә уға икенсеһе килеп ҡапты.
– Алабуғаның ите тәмле. Ҡайһы бер ваҡыттарҙа тик ошо балыҡты ғына тоторға йөрөйбөҙ. Беҙҙең Матрай быуаһында күп эләгә, – тип һүҙен дауам итә ул. – Йәй көндәре лә йыш йөрөйөм, әммә ҡышҡыһын балыҡ тотоу күңелгә яҡыныраҡ. Берәү ҙә эләкмәгән мәлдәр була. Тәбиғәт бит инде. Көн торошоноң, атмосфера баҫымының нисек булыуы, елдең ҡайһы яҡтан иҫеүе лә тәьҫир итә. Шундай мәлдә балыҡтар әллә ни ашамай ҙа, йөрөмәй ҙә. Минең өсөн уларҙы тотоу процесы мөһимерәк. Аҙна буйы эшләп арыйһың да, саф һауала күңелде ял иттереү ниәте менән тәбиғәткә сығаһың. Балыҡҡа йөрөү ҙә, һунарсылыҡ та – сәләмәт тормош алып барыуҙың бер сараһы. Башҡорттарҙың элек-электән көслө ихтыярлы, сабыр булыуы ошо шөғөлдө үҙ итеүе менән бәйле.
Нурғәле Кәйекбирҙиндың балыҡ ҡармаҡлағанда ҡурай көйө ҡуйыуына шаяртып әйтеп ҡуям: «Их, көйгә балыҡтар шунда уҡ килеп ҡапһа икән».
– Моңдо улар ҙа һи­ҙә, эләккәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалыр­һың әле, – ти ул, йылмайып.
– Ҡурай, тигәндән, милли ҡоралды ҡасан тәүге тапҡыр ҡулығыҙға алдығыҙ? – тип үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирәм әңгәмәсемә.
– Был музыка ҡоралын бәләкәй­ҙән уйнап үҫтем. Атайым – оҫта ҡурайсы, әсәйем менән икеһе лә матур йырлай ине. 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Ҡурайҙың профессиональ нескәлектәренә Ғата Сөләймәнов аша өйрәндем. Махсус белемгә эйә булғандан һуң, ҡайтып, Матрайҙа Йылайыр ауылының музыка мәктәбе филиалын асып ебәрҙем. Шө­ғөлләнергә теләүселәр күп булыр тип уйламағайным, 24 урынына 42 малай йыйылды ла ҡуйҙы. Улар араһында башҡа милләт малайҙарының да булыуы һоҡландыра ине. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Башҡор­тостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе булып эшләгән Борис Мелкоедов биш йыл ҡурай түңәрәгенә йөрөнө, унан тыш, баянда уйнауҙа, йыр-бейеүҙә лә һынатманы. Евгений һәм Васи­лий исемле егеттәр ҙә башҡорт тиҫтерҙәренән бер ҙә ҡалышманы. Ошо ауылдан Илшат Солтангәрәев бөгөн БР Ҡурайсылар союзы рәйесе, Мәләүез районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, Марсель Сә­йетов – Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. 1996 йылда БДУ-ның Сибай институтына һәм урындағы сәнғәт колледжына ҡайтып эш башлауым да һөҙөмтәһен биреүенә шатмын. Сәнғәт донъяһында үҙ исеме булған Рәмил Туйсин, Раушан Ниязғолов, Венер Йыл­ҡыбаев, Юнир Һағынбаев, Рәмил Ҡотдосов кеүек рухлы егеттәр беҙҙең бүлектәрҙә уҡып сыҡты.
Әңгәмә ҡора-ҡора ваҡыттың уҙғаны ла һиҙелмәне. Нурғәле Мирғәле улы менән йыйылып киткән балыҡтарға күҙ һалабыҙ. “Төшкә тиклем 40-тан ашыу тотоу насар түгел. Ғәҙәттә, балыҡ иртә ҡаба ла, кис ҡаба. Хәҙер бер нисә сәғәт эләкмәҫкә мөмкин”, – ти ул. Һүҙебеҙ йәнә ҡыҙыҡлы шөғөлгә барып ялғана.
– Күҙәтеүҙәрҙән сығып, шуны әйтер инем: был шөғөлдө үҙ итеүселәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары бер үк була. Беҙҙең менән бергә балыҡҡа йә һунарға йөрөгән егеттәрҙең барыһы ла тиерлек сәнғәт ярата, ҡурайға, йыр-бейеүгә битараф түгел. Йәй көндәре, башлыса, Яйыҡ йылғаһына йөрөйбөҙ. Ҡараңғы төшкәнсе ҡармаҡлайбыҙ ҙа, кискеһен усаҡ яғып, яр буйына ултырып ҡурайҙа һыҙҙырабыҙ. Ғәҙәттә, бында төрлө яҡтан бик күп кеше йыйыла, көн буйына тауыш тынмай тиерлек. Ә беҙ уйнай башлағас та йылға буйы шып-шым була.
Сер түгел, балыҡсыларҙың күбе­һенең ҡатындары ирҙәренең был шөғөлөн өнәп етмәй. Ә Нурғәле Кәйекбирҙин был йәһәттән уңған, тип әйтергә мөмкин. Улдары тыу­ғанға тиклем хәләл ефете менән йылға-күлдәргә бергә йөрөгәндәр, хатта ярышып-ярышып балыҡ тотҡандар.
– Эләккән кешегә балыҡ яҡшы эләгә шул. Ҡатыным ҡайһы саҡ мине уҙып та китә, – ти ул.
Оҫта балыҡсының һөйләгәндәрен көндәр буйы тыңлау ялҡытмай икән дә. Эңер төшөүе генә яратҡан эштән айырылырға мәжбүр итте. Нурғәле Мирғәле улы балыҡтарҙы һанай торҙо, ә мин кәрәк-яраҡтар­ҙы махсус йәшниккә йыйырға тотондом.
– Барлығы 51 балыҡ тотҡанбыҙ, – тине юлдашым, мут йылмайып.
Шөкөр, юлыбыҙ уңды, иң мөһиме, тән һәм йән сихәте алдыҡ, тигән уй менән ҡайтыу юлына ыңғайланыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»