RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Мин яңғыҙ түгел»

14.03.2014 «Мин яңғыҙ түгел»

«Мин яңғыҙ түгел»Ошоғаса баламдың әсәһенең күҙ йәштәрен күргәне юҡ ине. Күптән илағаным юҡ. Хатта шул тиклем күңелемә ауыр булһа ла, күҙ йәштәренә ирек бирмәйем. Әллә инде йөрәгем ташҡа әйләнгән, әллә күҙ йәштәрем кипкән. Бәлки, ҡайғырып ултырырға ваҡытым да юҡтыр. Бөгөн кис, йоҡлар алдынан, ғәҙәттәгесә, шаршауҙы ябып, лампаны ҡабыҙҙым һәм сәсемде тарарға ултырҙым да, уйҙарға бирелеп, ҡыҙыма күҙ һирпеп алдым һәм өс йыл элек булған бәхетле мәлдәрем күҙ алдыма килеп баҫты.
Йылы июнь айының бер көнөндә бик сибәр егет менән таныштым. Ул һәр осрашыу һайын сәскәләр ташыны, бүләктәр биреп ҡыуандырҙы. Киләһе көнөмдөң нисек булырын да күҙ алдына килтермәй, мөхәббәт хистәренә иҫереп, егетем менән күрешергә ашҡына инем. Һөйгәнем туй күлдәге алырға тәҡдим иткәс, мин, саф мөхәббәттең барлығына ышанған хыялый, бер ҡатлы ҡыҙ, уйымдан ғына уның менән нисек ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе бергәләп тәрбиәләйәсәгебеҙҙе күҙ алдына килтерҙем.
Шаулап-гөрләп туй үтте, һәүетемсә генә йәшәп алып киттек. Бер ҡасан да һүҙгә килешкәнебеҙ булманы. Ошо тынлыҡта ғаиләбеҙгә ниндәйҙер хәүеф янағанын һиҙмәгәнмен дә, белмәгәнмен дә икән. Был көндө иремдең телефонына һәр ун минут һайын смс-хәбәр килде. Ошоғаса телефонын бер ваҡытта ла тикшергәнем булмаһа ла, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, ҡарарға булдым. Ул университетта минең менән бер төркөмдә уҡыған ҡыҙ менән хат алышып ята, баҡтиһәң! Төнө буйы яраланған бүре балаһылай илап сыҡтым, тик бер генә һорауҙы ҡабатланым: «Ҡайһы яғы менән ул минән һәйбәтерәк икән?». Ирем яуап бирмәне. Иртәнсәк һигеҙ айлыҡ ауыры булған ҡатынына: «Ул 45 кг, ә һин 75 кг», – тине. Тормош иптәшемдең хыянатын нисек тә кисерергә тырыштым. Сөнки әсәй булырға торам, нимә генә булмаһын, ғаиләне һаҡларға кәрәк. Был ваҡиғанан һуң ни бары биш ай ғына йәшәнек. Ә бер көндө ирем Татарстанға эшкә китте лә, телефон аша шылтыратып, бүтән минең менән йәшәргә теләмәүен белдерҙе. Ҡы­ҙыбыҙға бер йәш тулғас, беҙҙе закон буйынса тыныс ҡына, тиҙ айырҙылар. Хатта ирем судҡа килеүҙе лә кәрәк тип тапманы.
Бына хәҙер мин бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың әсәһе. Яңғыҙым ҡайҙа барайым инде, хаҡлы ялда булған атай-әсәйемдең йортона ҡайтып йығылдым. Декрет ялым да тамамланды, ай һайын килеп торған пособие ла туҡталды. Бер нисек тә эшкә урынлаша алмайым – тулы эш көнөнә балалы ҡатынды кем эшкә алһын? Ярты ставкаға эшләргә хеҙмәткәр алыу бер предприятиеға ла отошло түгел. Балалар баҡсаһына ла ҡыҙымды алмайҙар, сират буйынса беҙ – 423-сө. Закон буйынса ҡыҙым балалар баҡсаһына йөрөй алмағаны өсөн 1500 һум аҡса алырға хоҡуғым бар ҙа бит, тик суд приставынан, элекке ирем алимент түләмәй, тигән справка талап ителә. Өфөгә барырға алыҫ, тағы аҡса кәрәк. Балаһына аҡса юллар­ға йөрөүемде белгәс, ирем: «Һиңә кәрәк бит, йөрө әйҙә», – тип кенә яуапланы.
Бөтәһенән дә бигерәк, миңә аҡса кәрәгерәк! Үҙемә түгел, ҡыҙыбыҙға кәрәк бит!
Беренсенән, ҡыҙымды үҫтереп, аяҡҡа баҫтырыу өсөн һау-сәләмәт булырға тейешмен. Икенсенән, үҙемдең ҡиәфәтемде ҡарап йөрөүем дә кәрәк. Ҡыҙым әхирәттәре араһында әсәһенең әрпешлегенән оялмаһын өсөн. Был йәһәттән үҙемде ыңғай яҡҡа үҙгәртеүгә килгәндә, аҙ ғына булһа ла уңыштарым бар шикелле. Бүлмәмдәге стенала «Шәх­си ҡаһарманлыҡ» тип атал­ған плакат эленеп тора. Унда нимәгә өлгәшкәнемде яҙып барам. Бер йылда 25 килоға ябығыу, минеңсә, ихтыяр көсөмдөң ныҡлығы, үҙемдең фиҙакәрлек булыр ине, моғайын. Аҙна һайын кәүҙә ауырлығымды үлсәйем. Ғинуарҙа ғына 5 килоға ябыҡҡанмын, финалда 57,7 кг күрһәтә. Ябығыуымды дауам итәм, башҡалар кеүек минең дә зифа буй-һынлы булғым килә. Йөҙөмдө тәртипкә килтереү, биҙәнеү әйбер­ҙәре алыу өсөн бер косметика фирмаһына консультант булып яҙылдым. Юҡ, мин булдыҡһыҙ ҡатын түгел әле, юғары белемем бар, бер көндө, интеллектуаль көсөмдө эшкә егергә кәрәк, тигән фекергә килдем. Үҙемдең эшемде асып ебәрҙем. Студенттарға заказ буйынса курс эштәре, дипломдар яҙам. Һалым, пенсия иғәнәләрен ваҡытында түләп барам. Селтәр маркетингындағы эшем дә килем килтерә. Курс эштәре яҙыуым икмәгем булһа, ике компанияла эшләгәндән алған аҡсам – икмәктең майы. Бына шулай йәшәйем. Маҡсатым – гел мохтажлыҡта йәшәмәү, етеш тормошҡа ынтылыу, ҡыҙымдың үҫеүе өсөн шарттар булдырыу. Сабыйыма ҡарайым да һоҡланам, ул ҡайһылай ҙур үҫкән хәҙер. Миңә үҙе әкиәттәр һөйләргә тырыша. Үҙем дә бер көн түҙмәнем, күҙ йәштәренә ирек бирҙем. Уны күрҙе лә, сабыйым бәләкәй генә устарына йыйырға тотондо. Бар донъяға ҡысҡырғым килде – «Мин яңғыҙ түгел».
Эйе, ирем менән айырылышҡанда, нисек баламдың тамағын туйҙырырмын икән, артабанғы тормошом нисек булыр, тип ҡайғыр­ғайным. Иренән бер нисә йыл элек айырыл­ған танышымдың һүҙҙәре мине, ике ай депрессияла йөрөгән кешене, был хәлдән сығарҙы, донъяға ҡарашымды үҙгәртте. «Иң яҡшыһы – һине күңел әрнеүҙәренә дусар иткән, ғәзиз сабыйы менән бергә булырға теләмәгән кешегә кире бармаҫҡа. Башыңдан үткәндәр өсөн ҡайғырырға ярамай. Яҙмыштың был сираттағы һынауы ғына бит. Үткәндәрең йөрәгеңде гелән ҡанһыратып, борсоуҙарға һалып, бөгөнгө тормошоңдо ҡара буяуҙарға сорнарға тейеш түгел. Үҙең өсөн йәшәһәң, ҡыҙың да тыныс мөхиттә тәрбиәләнер. Ваҡыт үтеү менән үпкәләр онотола, киләсәктә үҙеңде яратҡан, балаңды ла яҡын күргән кешеңде лә табырһың. Хоҙай һине лайыҡ булмаған кешеләрҙән үҙе айыра шулай. Барыһы ла уның ихтыярында», – тине ул.
Мин дә килештем уның һүҙҙәре менән. Бары күңелең генә хыялдарҙан арымаһын. Ә һеҙ, әхирәттәр, нисек уйлайһығыҙ?

Гөлназ.
Мәләүез районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»