НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ өсөн

Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ өсөн


Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ өсөнМерәҫ ауылынан Байрамғоловтар ғаиләһенә үҙенсәлекле миҙал тапшырылды
Күҙҙәрендә сикһеҙ һөйөү, наҙ балҡыған Байрамғоловтар – тыуған Мерәҫ ауылында ғына түгел, ә бар Баймаҡ районына билдәле ғаилә. Зөлфирә Вәли ҡыҙы менән Рафаэль Бәҙ­ретдин улы, дүрт тиҫтә йылға яҡын бергә-бергә матур ғүмер итеп, уңған, эшһөйәр, аҡыллы бер ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләгән. Тәүҙә ауыл хужалығы техникумында, артабан юғары уҡыу йортонда ситтән тороп белем алған Байрамғоловтар – районыбыҙҙың ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергән кешеләр. Уларҙы барыһы ла ихтирам-хөрмәт итә, һөйкөмлө парҙың һәр кәңәше алтынға бәрәбәр.
Ошо көндәрҙә Байрамғоловтар оло ҡыуаныс кисерҙе. Уларға район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов “Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы. Район етәксеһе: “Был матур, абруйлы ғаиләнән беҙ үрнәк алып йәшәйбеҙ. Уларҙың район үҫеше өсөн башҡар­ған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Зөлфирә апай һәм Рафаэль ағай балаларына ла матур тәрбиә биргән. Ошондай ғаиләләр – илебеҙ терәге ул”, – тине.
Матур ғаиләне ЗАГС начальнигы З. Әминева тәбрикләне, балалары күңел түренән урғылған йылы теләктәрен еткерҙе. Бәхетле йәшәү сере менән уртаҡлашып, Байрам­ғоловтар: “Кешене эш йәшәтә. Һәр саҡ тырышып эшләгеҙ һәм янып йәшәгеҙ. Ғаиләлә бер-береңә ышаныу һәм ихтирам тойғолары мотлаҡ булырға тейеш. Иң мөһиме – балаларығыҙҙы яратығыҙ, улар өсөн ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Шул саҡта ғына бәхетле ҡартлыҡ кисерерһегеҙ”, – тине.
Рафаэль Бәҙретдин улы: “Техникумда тәү осратҡанда уҡ ғашиҡ булып, шул көндән айырылмаған тормош юлдашымдан уңдым”, – тип йылмайып ҡуйҙы.
Эйе, яныбыҙҙа ошондай өлгөлө, йорт-ихатаһынан яҡты нур бөркөлгән, “Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған парҙар күберәк булһын ине.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Баймаҡ районы.
Автор фотоһы.

Сығыу ваҡыты 26-07-2013, 15:34 | Ҡаранылар: 1527
|
  • Әсә бәхете
  • Ғаилә ныҡлы булһа, ярты быуаттың үткәне лә һиҙелмәй
  • Аҡылһыҙ Мөхәббәт
  • Аҡылһыҙ Мөхәббәт
  • "Мөхәббәт Ҡартаймай"
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM