НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Көслө заттың башын әйләндермәгеҙ”

“Көслө заттың башын әйләндермәгеҙ”


“Көслө заттың башын әйләндермәгеҙ”Рәсимәнең дә бар ине бәхетле сағы. Мыжғып торған ҡалала бәхет табыуы еңелерәк, тип өйрәтте бит күпте күргән апаһы. Йәш ине әле ул саҡта. Диплом алды ла тиҙ генә кәрәкле эшен дә тапты, йәшәргә лә урыны булды. Булды, тип, әхирәттәре менән бергә күмәкләшеп фатир яллап торҙолар инде. Тәүҙә ике бүлмәле фатирҙа алтау инеләр, бер- ике йылдан ҡыҙҙар берәм-берәм кейәүгә сыға башланы. Тора-бара ике әхирәт кенә ҡалды ла ҡуйҙы. Бер бүлмәле фатирға күсергә тура килде уларға.
Берҙән-бер көндө эштән ҡайтышлай Рәсимә уйланып ҡына йәйәү бер аҙ атларға булды. Ҙур фирма магазины ҡаршыһынан үтеп барышлай алдына фырт ҡына егет килеп баҫмаһынмы. “Һылыуҡай, ниңә моңһоуһың?” – тип һүҙ ҡушты ул. Ҡыҙ өндәшмәне. Яратмай ул шулай бушҡа бәйләнгәндәрҙе. Теге нисауа ғына ине лә, Рәсимә өнһөҙ генә ары атланы. Муйынындағы яулығы теге егеттең аяҡ осона тигәндәй төшөп ҡалыуын да һиҙмәгән хатта. “О-о, яулығыңдың хуш еҫе-е!” – тигәнен ишеткәс, кире боролмай сараһы ҡалманы. Шулай танышты Рәсимә менән Айрат.
Тәүҙә шуҡ ҡына күренһә лә, әҙ һүҙле, йомоғораҡ булып сыҡты егет, үҙе тураһында һөйләп барманы, Рәсимәнән дә әллә ни төпсөп һорашманы. Шулай ҙа замана ҡыҙы уның аҡсаһы арыу ғына булыуын төшөндө, машинаһы ла “текә” генә ине. Йыш булмаһа ла осраштылар, эҫенештеләр, кем әйтмешләй, “үтә яҡын мөнәсәбәт”кә күстеләр. Тик Айрат Рәсимәнең уға тиклемге егеттәренән нимәһе менәндер ҡырҡа айырыла ине. Йәшкә лә бер аҙ өлкәнерәк. Көтмәгәндә телефондан шылтыратып, килеп етә лә, нисек тиҙ килә, шулай тиҙ сығып та китә. Бергә урамда йөрөргә лә риза булмай, фотоға төшөү тураһында әйтеү ҙә юҡ, дуҫтары менән дә таныштырмай. Әммә шуныһы бар – иркәләй белә. Ҡыҙҙарға күп кәрәкме ни?!
Рәсимәне барыбер һағайтты бер нәмә. Айрат килгәс тә телефонын һүндереп ҡуя, йәнәһе, һөйөшкәндә шылтырап ҡамасауламаһын. Ә бер көндө әллә нишләп онотто. Һәм телефон шылтыраны. Татлы мөхәббәт минуттарынан һуң егет күҙҙәрен йомоп ята ине. Ҡыҙ телефон мониторынан бер баланың фотоһын һәм “улым” тип яҙылғанды күреп ҡалды. “Мә, улың шылтырата”, – тине, кәйефе төшөп. егете тураһында бик әҙ белеүенә Рәсимәнең йәне көйҙө. Нишләп кенә алдан төпсөп һорашмаған? Айрат балаһы менән һөйләште лә: ”Эйе, минең ғаиләм бар”, – тине. Ҡыҙ шул саҡта уҡ араны өҙөргә тейешлеген аңланы, әммә ярата ине шул был кешене, кит, тип әйтергә көсө етмәне.
Осрашыуҙар дауам итте. Рәсимә бындай мөхәббәтте хатта дошманына ла теләмәҫ ине. Ир бик ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына килә. Эштән һуң өйҙә бит ҡатыны, балаһы көтә. Ялдарын, байрамдарҙы улар менән уҙғара. Рәсимә бары тик уның һөйәркәһе генә. Шулай ҙа Айраттың ишектән, һағындым, тип, күҙҙәрен мөлдөрәтеп килеп инеүе ҡыҙҙы йомшарта ла ҡуя. Һәм ул, инде нисәнсе мәртәбә, башҡа осрашмайыҡ, тигән һүҙен йәнә әйтмәй ҡалдыра. Онотола сит ҡатындың ире ҡосағында. Ҡыҙҙың һуңғы әхирәте лә кейәүгә сыҡты…
Рәсимә яҡшы хәтерләй – ямғырлы бер көн ине. Ҡыҙ магазиндан сығып килһә, телефоны шылтыраны. Айрат, киләм, көт, тине. Рәсимә уны йорттоң подъезында көтөргә булды. Бына бер-бер артлы ике “иномарка” килә. Алдағыһы – Айраттыҡы. Ул килеп төшөү менән Рәсимәне ҡосаҡлап алды ла, инеп киттеләр. Ҡыҙ арттағы машинала һөйәренең ҡатыны ултырып килгәнен аҙаҡтан ғына беләсәк. Әлегә был икәү – бәхетленең-бәхетлеһе. Бына ир ҡәнәғәт булып ҡайтып китте. Бер сәғәттәй ваҡыт үткәс, фатирға шылтыраттылар. Рәсимә “күҙсек”тән ҡараһа, етди генә йөҙлө бер ҡатын тора. Һорап-нитеп торманы, асты ишеген. “Мин – Айраттың ҡатыны”, – тине лә көтөлмәгән ҡунаҡ, күҙ йәштәрен саҡ тыйып, пулеметтан атҡандай һөйләй башланы. Иҫ киткес ауыр ине ҡыҙға тыңлауы. Әммә ул бүлдермәй тыңланы.
“Һин үҙеңде бәхетле тояһыңдыр. Эйе, һин йәшерәк, матурыраҡ, иғтибарлыраҡһыңдыр. Ярата беләһең, наҙланаһыңдыр. Нимәгәлер өмөт тә итәһеңдер. Эйе, бәлки, ул һиңә күсеп тә килер. Онотма шуны – минең түгел, баламдың күҙ йәше төшөр. Их, ҡыҙҙар, кеше ире менән бәхетле булып булмай ул. Минең бәхетте емереп, үҙең бәхет төҙөй алмаҫһың. Мин уға иң йәш, матур йылдарымды бирҙем. Уға ауыр саҡта янында булдым. Һиңә ул проблемалары менән килмәй. Гел көлөп-йылмайып ҡына тораһыңдыр. Эйе, беҙ кәрәк саҡта әрләшәбеҙ ҙә. Ә балам ауырыған саҡта күпме төнөм йоҡоһоҙ үткәнен күҙ алдына ла килтермәй­һеңдер. Айрат минең менән өлкәнәйҙе, ир булды. Уны яратыуы мөмкин, әммә ғаиләһенән айырыу мөмкин түгел. Ул беҙҙән башҡа йәшәй алмаясаҡ. Аҡылың булһа, аңларһың”.
Ҡатын сығып китте…
Рәсимәнең ҡолағында был һүҙҙәр бөгөн дә сыңлай. Ҡыҙ Айратҡа ҡәтғи, юҡ, тип әйтергә көс тапты. Ихтимал, бөгөн, бәлки, ирҙең яңы һөйәркәһе лә барҙыр, биш йыл ваҡыт үтте бит. Ә хыянаттан йөрәге лә, күңеле лә яралан­ған меҫкен ҡатын нишләй икән? Күндеме, түҙәме?
… Рәсимә тағы ла бәхетле булырға йыйына. Был юлы инде үҙенең хәләле менән. Йыш ҡына Айраттың ҡатынының һүҙҙәрен иҫләй ҙә, әхирәттәренән, һеңлеләренән хыянаттан арыраҡ йөрөүҙәрен үтенә. Мөхәббәт бит изге хис кенә түгел, ҡай саҡта аяуһыҙ ҙа.

Айсын АҠБУЛАТОВА.

Әйткәндәй
Ирҙең хыянаты… уның үҙен тотошонда сағыла

Тормош булғас, бөтәһе була, ирҙәрҙең “һулға” йөрөүе киң таралған күренешкә әйләнгән. Күптән инде. Быға бер нисек тә кәртә ҡуйып булмаймы ни, тип һорар бәғзеләр. Һуң, бер ир ҙә, мин һиңә хыянат итәм, тип әйтмәй ҙә инде. Әммә психологтар ошо проблема өҫтөндә оҙаҡ баш ватып, бер нисә “ҡысҡырып” торған билдәне асыҡлаған.
Беренсе билдә. Ирегеҙ ҡапыл үҙгәрҙе – һеҙгә иғтибарлыраҡ була, бүләктәр алып ҡайта башланы.
Икенсе билдә. Һуңғы арала артыҡ иркәләй, һөйөшкәндә бик оҫтарып та китте.
Өсөнсө. Эштән һуңлап ҡайта, командировкалары йышая башланы.
Дүртенсе. Ирегеҙҙең аш-һыу бүлмәһендә йыш күренеүе, ашарға бешерергә оҫтарыуы ла хыянат билдәһе булыуы мөмкин. “Тегендә” нимә менән һыйлайҙар, шуны өйөндә үҙе әҙерләп ашағыһы киләсәк, бәлки.
Бишенсе. Ир артығыраҡ биҙәнеп-төҙәнә башланы, кейем алыуға ла иғтибар бирә.
Алтынсы. Уға “эштән” өйгә йыш шылтырата башланылар. Әммә балконға йә урамға уҡ сығып һөйләшеүе шик тыуҙыра.
Етенсе. Бөтә нәмәгә иғтибарһыҙ, йыш ҡына уйсанланып ултыра.
Бына ошо билдәләр ҡатын-ҡыҙға ниҙер һөйләй ала. Юҡ, минең ирем мине генә ярата, миңә хыянат итергә сәбәбе лә юҡ, тигән гүзәл заттар булһа, бик яҡшы. Был билдәләрҙе мәңгегә онотоғоҙ һәм бәхетле булығыҙ.

Сығыу ваҡыты 24-05-2013, 11:35 | Ҡаранылар: 1406
|
  • Мәҙәктәр
  • Мөхәббәтме әллә иҫәпме?
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Иремдең һөйәркәләре менән ярышып үтте ғүмерем
  • Көлһылыу булғыһы килмәне…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM