НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ғаилә усаҡтары дөрләһен


Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан баш ҡаланың 32-се балалар баҡсаһында “Атай, әсәй, мин – спортсы ғаилә” конкурсы ойошторолдо
Ғаилә усаҡтары дөрләһен Ғаиләне усаҡ менән сағыштырыр инем. Ул ни тиклем нығыраҡ дөрләһә, унан килгән йылылыҡ та көслө була. Ана шул йылылыҡты йөрәгендә йөрөткән балалар, үҙҙәре атай-әсәй булғас, ғаилә ҡиммәттәрен түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға тапшыра.
Шаршамбыла иң изге һәм бөйөк байрам – Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнде. Ошо байрам айҡанлы Өфөлә бик күп сара ойошторолдо. Ҡаланың 32-се балалар баҡсаһында ла бик матур кисә үтте. Йыл ярым элек асылған учреждениеның тын алышын белеү маҡсатында шунда юлландыҡ.
Тупһа аша атлағас та үҙемде бәхетле бала саҡ иленә эләккәндәй тойҙом. Матур итеп биҙәлгән залда “Атай, әсәй, мин – спортсы ғаилә” конкурсы башланып тора ине. Унда дүрт ғаилә – Гуло (өс ҡыҙ үҫтерәләр), Шиғаповтар (ике ҡыҙ һәм бер ул), Песковтар (ике ҡыҙ) һәм Яппаровтар (бер ул һәм бер ҡыҙ) ҡатнашты. Бәйгеләрҙә улар­ҙың етеҙлеге генә түгел, берҙәмлеге, һәләте һәм белеме лә сағылды.
Беҙгә айырыуса Алһыу менән Рәмил Яппаровтарҙың ғаиләһе оҡшаны. Улар икеһе лә медицина өлкәһендә эшләй. Татыу ғаиләлә Камила һәм Арсен исемле балалар үҫә.
“Ә һеҙҙең ғаиләлә ниндәй мөхит хөкөм итә?” тигән һорау яңғырағас, бәйгеселәр хәрефтәрҙән “мөхәббәт”, “дуҫлыҡ”, “татыулыҡ”, “шатлыҡ” һүҙҙәрен йыйҙы. Конкурстың башынан аҙағына тиклем командалар көслө алҡыштар­ға һәм дәртләндереү ауаздарына күмелде. Кескәй артистарҙың музыкаль сығышы кисәгә йәм өҫтәне. Сара һуңында ҡатнашыу­сылар ғаилә символы – усаҡ ҡабыҙҙы.
Ярыштарҙа сәм тойғоһо, еңеүгә ынтылыш менән бергә дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү мөхите урынлашты. Сөнки ғаиләләрҙең күбеһе йыл әйләнәһенә ошондай сараларҙа осрашып, дуҫлашып бөткән.
Өлкән тәрбиәсе Светлана Шәмсетдинова: “Ғаилә тигән бәләкәй генә дәүләттең именлегенә бөтә йәмғиәттең киләсәге бәйле булыуы бер кемгә лә сер түгел. Шуға ла уны нығытыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Ата-әсәләр менән тығыҙ эшләйбеҙ. Ғаилә байрамдары һәр саҡ үткәрелә, унда кескәйҙәрҙең ата-әсәләре, өләсәй-ҡартатайҙары ҙур теләк менән ҡатнаша. Ошондай саралар ғаиләләрҙе берҙәмләштерә. Ә матур хәтирәләр балалар күңелендә оҙаҡ һаҡлана”, – тине.
Эш күплеккә һылтанмай, бар булмышын балаларына бағышлап, һәр буш минутын улар менән файҙалы итеп үткәрергә тырыш­ҡан ғаиләләр бихисап. Атай-әсәй­ҙәр төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға ла, тәбиғәт ҡосағында ял ойошторорға ла, мәҙәниәт усаҡтарына йөрөргә лә ваҡыт таба. Бала­ларының сәләмәтлеге, матур киләсәге өсөн барыһын да эшләргә әҙер улар.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотоһы.

Сығыу ваҡыты 17-05-2013, 12:15 | Ҡаранылар: 1261
|
  • Әбүбәкерҙә “Әсә һәм бала китап уҡыусы“ кисәһе үтте
  • Ғаилә ныҡлы булһа, ярты быуаттың үткәне лә һиҙелмәй
  • Яҡташыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды
  • Иртәгә – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
  • һәр береһе ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • Рухлы ла ул, маҡсатлы ла



  • Радио Юлдаш FM