RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт ҡатынына ҡала ерендә йәшәүе еңелме?

27.07.2012 Башҡорт ҡатынына ҡала ерендә йәшәүе еңелме?

Башҡорт ҡатынына ҡала ерендә йәшәүе еңелме?
Тамырҙарҙан айырылыу
ҡаланы бер ваҡытта ла үҙһенмәнем. Минең мөхитем түгел ул. Бер яҡтан, математиканы ла башҡортса уҡып килгән, русса бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәгән ауыл ҡыҙына телде һындыра-һындыра русса һөйләшергә өйрәнергә тура килһә, икенсенән, ҡайнап торған ҡала тормошо, тын, ҡалын урманлы мөһабәт тауҙар ҡуйынында иркәләнеп кенә ятҡан, саф, наҙлы тауышлы йылға буйында, һиллектә ултыр­ған ауылдан килеп, поездың текә баҫҡысынан төшөп, Өфө еренә аяҡ баҫыу менән, башҡа һеңкәҙәтә һуҡҡан кеүек тәьҫир итте. Шөкөр, беренсе этап – тел мәсьәләһе оҙаҡ борсоманы. Алты йәштән башланған китаптарға булған һөйөүем (иң тәүҙә башҡортса, аҙағыраҡ русса ҡалын томдарҙы бер-бер артлы «йота» торғас), был барьерҙы тиҙ арала үттем. Ләкин яҙасаҡ мәҡәләм тел мәсьәләһе хаҡында ғына түгел. Хәйер, уның менән дә бәйләнеше барҙыр, бәлки.
Эшең булһа, ҡалала нисек тә йәшәйһең ул. Ләкин әҙ генә эш хаҡы алһаң? Әлбиттә, күптәр, күнегелгән эшенән айырылырға теләмәгәнлектән, өҫтәмә эш эҙләр ине. Мин, мәҫәлән, иң аҙ түләнә торған профессиялар­ҙың береһен – китапханасы эшен һайлағанмын. Һайланым тип, һайларға тура килде, тиһәң, дөрөҫөрәк булыр, ахыры. Үкенескә күрә, ваҡытында әйтеүсе, йүнәлеш биреүсе кеше булмағас, тормош ағымы ҡайҙа һуға, шунда йөҙҙөк. Карьера тигән нәмәнең ни икәнен дә белмәнек. Юғары белем алып, түрә булып креслоларҙа ла ултырыр­ға яҙмаған. Бәлки, тормошомдоң ниндәй юҫыҡта барырын белгән булһам, икенсе һөнәр һайлаған булыр инем дә. Ни хәл итәһең, әйләнәм-тулғанам да, тағы ла ошонда киләм.
Шуға ла мин дә, яңғыҙ бала тәрбиәләүсе әсә булараҡ, аҙ ғына аҡсаға риза булып тик кенә ятманым, әлбиттә, өҫтәмә эштәрҙә лә йөрөнөм. Ошо егерме йыл арауығында гәзиттә лә, төҙөлөштә лә, заводта ла эшләргә тура килде. Яҙырға теләгәндәрем – шул хаҡта, маҡсатым минең кеүек уйлаған йәиһә шундай хәлдәр кисергән кешеләр барлығын белеү ине.

Ала ҡарға

Иң ҡатмарлы ваҡыт – туҡһанынсы йылдар башы – үҙгәртеп ҡороуҙар башланған йылдар. Эш юҡ, булһа ла, аҡсаһы әҙ. Ике йәшлек ҡыҙымды яслегә урынлаштырҙым да йәнә китапханаға эшкә сыҡтым. Ләкин ятаҡ өсөн дә түләргә етмәй башлағас, ул эшемде ташлап, резина кәмәләр эшләй торған заводҡа барып индем. Унда ла ике йыл буйы аҡсаһыҙ интеккәндән һуң (әмәлгә ҡалғандай, иң аҙ түләнә торған бригадаға эләккәнмен, аҙаҡ белдем – мастеры, әллә күпме кеше аҡса аҙ түләнеүҙән эштән китә башлағас, аферала фашланып ҡыуылған) китергә булдым. Берҙән-бер ыңғай яғы шул – ике йыл эсендә алған тәжрибә киләсәктә ярҙам итте.
Шунан һуң тегеләй әйләндем, былай әйләндем – күңелгә генә ятырлыҡ эш табып булмай бит. Бер нисә аҙна йөрөнөм дә, тағы төҙөлөшкә барып индем. Ләкин был мин белгән элекке төҙөлөш түгел ине. Бер төркөм кеше хужаға эшләй. Хеҙмәт кенәгәһе лә кәрәкмәй ине. Беренсе көндө бөтә ҡатындар ҙа йөҙгә бер иш кеүек күренде – барыһының да тиерлек сәстәре һары, ҡыҫҡа. Бер үҙем оҙон ҡара сәсле, ҡап-ҡара күҙле. Етмәһә, шул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған ҡырыҫлыҡ, әҙ һөйләшеүем менән барыһынан да айырылып торам. Асылып бармаған кешегә нығыраҡ ҡанығыусандар бит инде: теләһә нәмәгә бәйләнеп барыусылары ла табылды. ҡыҫҡаһы, мин дә яратманым уларҙы, улар ҙа мине яратманы. Әйтергә кәрәк, был контораның етәксеһе лә, ҡатыны ла республикабыҙҙа йәшәгән аҙ һанлы бер халыҡ вәкилдәре ине. «Халыҡтар дуҫлығы» тигән төшөнсә ҡағыҙҙарҙа һәм рәсми сығыш яһауҙарҙа ғына ҡалмаймы икән, тигән уй улар менән ике ай аралашҡандан һуң тыуҙы.
Тағы ла эш эҙләй башланым. Оҙаҡ ҡына йөрөгәндән һуң тағы ла шул уҡ төҙөлөштән башҡа эш табып булмаясағын аңланым…
Һөйләшеп, иртәнге сәғәт туғыҙға заводта булырға тейеш инем. Кис, ғәҙәттәгесә, гәзит-фәлән аҡтара башланым. Шунда эшкә саҡырып яҙған бер белдереү күреп ҡалдым. Резина, елем менән эшләгән, тәжрибәһе булған эшсе кәрәк икән. Ниһайәт, мин әйтәм. Иртән тороу менән шылтыратҡайным, бер һүҙһеҙ ҡабул иттеләр.
Быныһы ла шәхси эшҡыуар икән. Төрлө баллондар, костюмдар йәбештерәләр. Беренсе көндән үк ең һыҙғанып эшкә керештем. Оҡшаған эш булғас ни, етмәһә, ҡулдар ҙа белгәс – мине өйрәтеп торған ҡатындан да шәберәк йәбештерәм! «Етеҙ бал ҡорто» тип йөрөтә башланылар. Аҡсаға ла, ниһайәт, ул тиклем ҡытлыҡ кисермәйем, хужабыҙ, маҡтап, ҙур байрамдар­ҙа бүләктәр, премиялар ҙа бирә башланы. Шулай итеп, ете йыл баҫып торолдо ундағы елем цехында. Эше лә, коллективтағы мөхит тә ҡәнәғәтләндерә ине. Тик сабыр һәм өндәшмәҫ, ҡыйыу­һыҙ булмышым арҡаһында үткер телле ҡатындар араһында гел юғалып ҡалам. Мине ситләттеләр, тип әйтә алмайым, юҡ. Аралашып, дуҫлашып йөрөгәндәре лә бар ине. Ләкин һиҙәм: барыбер улар өсөн сәйер, уҡылмаған китап булып ҡала киләм. Ауыр тойғо, тик үҙемде үҙгәртергә көс таба алмайым – ниндәйҙер психологик барьер ҡамасаулай.
Хужабыҙ Петрович һәйбәт кеше ине былай. Аҡыллы дипломат та.
Ошо иҡтисади көрсөк килеп сыҡмаһа, һаман да шунда эшләп йөрөр инем, бәлки. Хатта, ике цехты бергә ҡушып, әлеге лә баяғы өтөк һары-ерән сәсле, ирҙәр менән бергә эскән, бергә тәмәке борҡотҡан, һүгенеп йөрөгән, исемдәрен Зуля, Гуля, Раяға әйләндереп, текә ҡылан­ған бер төркөм ҡатын-ҡыҙ менән бергә эшләргә тура килһә лә. Тик оҙаҡламай шул төркөмдән хужаның уң ҡулы булып йөрөгән берәүҙең таныш ҡатынына эш кәрәк булып сыҡты. Баҡһаң, ул да шул резина заводында эшләп киткән булған икән! Күп тә үтмәй, минең эргәгә мискә кеүек йыуан, көрәк ҡуллы, билдәһеҙ милләттән булған бер ҡатынды килтереп ҡуйҙылар. Хәҙер инде мин уны өйрәтеп торам. Фамилияһы-исеме мосолманса булғас, башҡортса өндәшкәйнем:
– Мин русса ғына аңлайым, – тине был. Ярай. Бер нисә көндән магнитола алып килде. Елем бүлмәһе ҡырағай сит ил музыкаһы менән тулды. Ул тәмәкене көйрәтә генә! Елем еҫенә уныһы ла ҡушылды. Мин өйрәтәм, ул эре генә ҡыланып, әйтерһең дә, мин уны түгел, ул мине өйрәткән кеүек йөрөй. Үҙе әленән-әле бында блат буйынса килеп урынлашҡанына баҫым яһай, «текә»ләр менән генә аралаша. Йәшерәк сағында урамда бер ҡыҙҙы туҡмап, шартлы хөкөм ителгәнен дә әйтте, белеп ҡуй, йәнәһе. Мин, белгең килһә, зэчка, ти, әйтерһең дә, берәй геройлыҡ эшләгән!
Оҙаҡ ваҡыт иңгә-иң терәшеп эшләһәк тә, һин тип түгел, һалҡын итеп һеҙ тип өндәшкәненә аптырай инем. Ул, шулай минең һәм үҙе араһында күренмәҫ кәртә һуҙып ҡуйған икән. Бер ваҡыт, пистолет кеүек, бармағын минең яҡҡа төбәне лә:
– Һеҙ минең өсөн конкурент, – тине. Тура ғына әйтә алмаһа ла, минең бында артыҡ икәнгә ишара итә. Төшкө аш ваҡытында юрый көсөргәнешле тынлыҡ урынлаштыра. Береһе менән дә һөйләшмәй, ул һөйләшмәгәс, эргәһендәгеләр ҙә билдәһеҙлектә шым ғына ултыра. Ә «текә»ләр менән теле-телгә йоҡмай! Бер нәмәгә ҡарамай эшләүемде дауам итәм. Ғауғалашып та китәбеҙ бының менән. Ләкин, бер ваҡыт заказдар аҙайғандан-аҙая барып, көрсөккә килеп терәлдек. Хужабыҙ ҙа төшөнкөлөккә бирелеп, сырайы ҡараңғыланды.
Үҙ телендә һүҙ әйтергә лә оялған был бисә менән оҙаҡ эшләп булмаясағын шунда аңланым. Цех мастеры, уның дуҫы инде баяғы, уға ғына килемлерәк заказдарҙы тоттора башланы. Мин буш ҡалам, ләкин күрмәмешкә һалышалар. Бер нисә көн эшһеҙ торҙом да Петровичҡа:
– Өс айға китеп, икенсе эштә эшләп торам, – тигән булдым һәм яҡындағы китапханаға эшкә индем. Быға тиклем дуҫ, татыу ғына эшләгән коллективтың рычагын үҙ ҡулдарына алып, үҙҙәре нисек теләй, шунда борған бер нисә кеше арҡаһында әллә күпме кеше эштән китте. Ике йөҙлөлөк, интригалар, үҙҙәренә ярамағандарҙы төрлө юлдар менән (моббинг) эштән китергә мәжбүр итеп, урынына таныштарын алып килеүҙәр, дорфалыҡ, бер-береһенең аҡсаһын тикшереп эҙәрлекләү, көнсөллөк, мәғәнәһе булмаған корпоратив кисәләрҙә аҡырып-баҡырып араҡы эсеп, үҙҙәрен юғары ҡуйып, икенселәрҙе түбән­һетеүҙәр улар килгәс башланды. Киткәс, өҫтән, әйтерһең дә, ауыр йөктө алып ырғыттылар!

Сүллектәге оазис кеүек…

Китапханала, аҡсаһы әҙ булһа ла, коллективы һәйбәт ине. Бындағы тыныслыҡ, ихтирамлы, мөләйем йөҙлө хеҙмәткәрҙәр менән аралашыу күңелде иретте, йәнде дауаланы. Кемдәр­ҙеңдер сарказм менән: «Барыһы ла бер тигеҙ өс тинлек эш хаҡына эшләгәс, һәйбәт булырҙар инде!» – тигән һүҙҙәрен ишетәм кеүек. Бәлки, шулайҙыр… Тик, берәү әйтмешләй, ас тамағым – тыныс ҡолағым, тыныслыҡ ҡәҙерлерәк. Компьютерҙы тиҙ генә өйрәнеп алдым. Мөдир үҙемде программист тип йөрөтә башланы. Һыу эсендәге балыҡ кеүек йөрөйөм!
Ләкин бер нисә йылдан тағы ла тыныслығым юғалды. Бала үҫә, уның киләсәге, кешенән кәм итмәй кейендереү, артабан­ғы уҡыуы өсөн борсолоуҙар башланды. Шулай итеп, Яңы йыл алдынан тағы ла өҫтәмә эш эҙләү мәшәҡәтенә сумдым. ҡала буйлап та йөрөйөм, интернеттан да ҡарайым. Ярай әле уныһы үҙемдә – көн дә киләм дә сайттарҙы гиҙәм. Үҙем теләгән юҫыҡта ҡайҙа ғына яҙманым, ҡайҙа ғына барманым – үкенескә күрә, һаман да мине ҡолас йәйеп эшкә алырға әҙер тороусы булманы. Әлбиттә, Петровичҡа кире барырға булыр ине, ләкин, беренсенән, элекке кеүек өнһөҙ балыҡҡа әйләндереүҙәренән ҡурҡһам, икенсенән, һаман да иҡтисади көрсөктән сыға алмайҙар икән. Күпме генә өйрөлһәм дә, юл – әлеге лә баяғы йә төҙөлөшкә, йә елемсе эшенә. Их, аяғымдың икеһенең береһен баҫмаҫ инем, тип уйлайым. Яратҡан эште хәҙер ташлағы килмәй. Ләкин аҡса кәрәк. Йөрөй торғас, интернеттан иртән иртүк эшләй башлаған бер кооператив таптым. Мөдирем менән, ваҡытлыса булһа ла төшкә тиклем унда эшләп, аҙаҡ кискә тиклем китапханала ҡалып эшләргә, тип һөйләшелде. Эш көнөм барыһы бергә ун биш сәғәт килеп сыға, үҙем ҡурҡам, ләкин тәүәккәлләнем.

Тағы ла яңы эш

Их, ауыр яңы коллективҡа беренсе барып инеүе! Барыһының да күҙе һиндә генә. Яңы эшкә килгән һәр кешегә таныш күренеш. Төрлөсә һынай­ҙар. Тегенән дә төртәләр, бынан да этәләр.
Бергә эшләйәсәк кешеләрҙе коллектив тип әйтмәһәң, хәтере ҡалыр – бишәүһе шифер менән таҡтанан әтмәләнгән бер ҡоролманың беренсе ҡатында тора ине, алтаумы, етәүһеме – икенсеһендә. Кәмә йәбештерәләр. Тик был кәмәләр миңә үтә лә таныш резинанан түгел, ә ҡаты поливинилхлорид материалдан эшләнә.
Баштан уҡ, өҫтәмә эш таба ҡалһам, элекке кеүек шым ғына йөрөмәҫкә, үҙемде икенсерәк тоторға ниәтләнем. Ләкин был ниәтемдә нисек алыҫҡа китеремде белмәгәнмен икән…
Иң тәүҙә тышҡы ҡиәфәтемде үҙгәртеүҙән башланым: оҙон сәстәремде Галя, Рая, Зулялар кеүек ҡырҡтырмаһам да, этләнә-этләнә һарыға буяным да, өҫкә, ныҡ өҫкә күтәреп төйнәп ҡуйҙым. Иҫке тарыраҡ джинсы табып алдым. ҡулыма сылбыр таҡҡан булдым. ҡиәфәтте үҙгәртеү беренсе этап булды.
Эшләй башлағандың беренсе көнөндә үк шок хәлендә ҡайттым. Юҡ. Эшем тиҙ үк алға китте. Бер көндө үк бер кәмә эшләп ҡуйҙым. ҡәнәғәт ҡалдылар.
Бында минән башҡа бер генә ҡатын-ҡыҙ эшләй булып сыҡты. ҡалғандары – төрлө йәштәге ир-ат. Бына шулар үҙ-ара һөйләшкәндә бер генә һүҙҙе лә һүгенеү ҡыҫтырмайынса әйтмәй­ҙәр икән. Эргәләрендә ҡатын-ҡыҙ бар тип тә тормай­ҙар! Сөнки ҡатын-ҡыҙ тигәндәре үҙҙәре яман һүгенә, бригадиры ла ҡалышмай. Петровичта ла ирҙәр менән эшләргә тура килде, һүгенгәндәрен ишеткән булмағайны. Ара-тирә генә булһа, бер хәл, һәр бер һөйләмдә ҡулланалар. Мәҫәлән, Саня тигәне Колянға килә лә:
– Һиндә таҫма юҡмы артыҡ? – тип һорай. Тегеһе:
– Һиңә до … кәрәкме ни? – ти.
– Эйе, б..., – ти тегеһе.
Тағы. Берәйһенең кәмәһе тын тотмаһа:
– Кәмә – г…н, – тигән «диагноз» ҡуялар. Төшкө аш ваҡытына йыйылдыҡ. Тәмәке төтөнө менән бергә ҡушып ашайҙар икән ашты ла. Өҫтәл артында барыһы ла тәмәкеләрен сығарып төтәтә башланылар. Һүгенеү, күҙ асҡыһыҙ төтөн…
Икенсе көндә мине өҫкө ҡатҡа мендерҙеләр. Буш өҫтәл шунда ғына икән. Эргәлә торған бер татар малайы менән һөйләшеп киттек. Кәмәне нисек эшләргә күрһәтә, әйтеп, өйрәтеп тә ебәрә, рәхмәт төшкөрө. Исеме татарса ине, ләкин минең менән урыҫса ғына һөйләшә был бала. Ғөмүмән, торған һайын үҙ телең­дә һөйләшеүҙең ҡалала тыйыл­ған кеүек ҡабул ителгәненә инана барам. Ярамаған эш кеүек, хатта оялып ҡарайҙар. Теге ҡатынды әйтәм: ҡуңыр битле, ҡап-ҡара күҙле, башҡорт икәне битенә яҙылған. Һөйләшеү генә түгел:
– Мин башҡортса аңламайым, – тип ултыра. Шаҡ ҡаттым. Янында ултырған Вася ла:
– Мин Башҡортостанда йәшәмәйем. Мин Рәсәйҙә йәшәйем, – тип, башҡорт теленең бер нәмәгә лә яраҡһыҙлығына ишара яһап ҡуйҙы. Ярай әле барыһы ла ундай түгел – ҡаршы килеүселәре лә табылды.
Минең баш тәңгәлендә генә колонка элеп ҡуйғандар, уны бар көсөнә ебәрәләр, көнө буйы музыка тыңлайбыҙ. Тауышы көслө, дискотекалағы кеүек. Үҙҙәренең кеҫә телефондары шылтыраһа, тауышын баҫалар, мин һөйләшкәндә инде – уйламайҙар ҙа. Йәнәһе, кем әле ул һин – «яңы килгән». Уныһына ла түҙерлек. Хужаны бер тапҡыр ғына күрҙем. Береһендә, тырыша-тырыша эшләп тора инем, ролигымдың өҫтөнә ҡалын алтын сылбыр, һәр бармағы тиерлек шулай уҡ ҡалын алтын йөҙөктәр менән балҡыған бер ҡул килеп ятты.
– Роликты былайыраҡ тотһаң, елем нығыраҡ йәбешә, – тип, күрһәтеп китте.
Кәмә эшләү ауыр, был һиңә еңел резина түгел – көрәк кеүек көслө, ҙур ҡулдар кәрәк. Мин эшләгән ваҡытта ғына ла биш-алты егет килеп эшләп ҡараны, әйтергә кәрәк, араларында шкаф кеүек ҙур, таҙалары ла бар ине, ирҙәр эше булһа ла, түҙмәй киттеләр, икеһе генә ҡалды. Кәмәләр көйһөҙ – деталдәр бер-береһенә тоташтырылған ерҙәрен махсус яйланма менән бар көсөңә баҫмаһаң, тын сығарып тик тора. ҡайһы саҡта көн буйына шул кәмәне ремонтлар­ға тура килә, ә бының өсөн бер кем дә аҡса түләмәй, әлбиттә. Мин ҡулдың ауыртыуына иғтибар бирмәҫкә тырышам, әҙ булһа ла аҡса эшләп, ошо арала йыйылып киткән бурыстарымдан ҡотолоу теләге барыһынан да көслөрәк. Смена бөтөп, урамға сыҡҡас, бармаҡтарҙы ҡыбырлатырға ла ҡурҡыта ине…
Кәмәне эшләп бөткәс, мотлаҡ компрессор менән тын тултыраһың, тикшерәһең. Ул трактор кеүек геүләп эшләп китә – тегеләрҙең колонканан бар донъяны ярып сыҡҡан музыка тауышын баҫа хатта. Шуға ла компрессор тауышына ике меломандың ендәре ҡотора . Миңә, үс иткәндәй, кәмәләрем көсһөҙ булыу сәбәпле, ремонтлау өсөн йышыраҡ ҡабыҙырға тура килә ине уны. Етмәһә, алдан клапанды ябып ҡуйырға онотоп та эт булдым, сөнки баш йөҙ проблема менән тулған – теге эштә лә йөрөйөм, баланы ла уйлайым. Сөнки уны күргән дә юҡ тип әйтерлек – өйгә йоҡларға ғына ҡайтам.
Шулай, клапанды япмаһаң, тултырған тын имәнес тауыш менән киренән шыйлап-һыҙғырып сығып оса, тағы тултыраһың… Иң тәүге көндәрҙә компрессор төймәһен баҫыуым менән бүлмәне тултырған әсе һүгенеп ебәреүҙәренә ҡаршы өндәшмәнем. Бригадиры ла:
– Иғтибар итмә. Беҙҙең эшебеҙ шундай, оҡшамаһа – китһендәр, – тип тынысландырҙы.
Икенсе тапҡыр, кәмәләремде тултырып торғанда, тағы ла клапан яман итеп шыжлап ебәрҙе, унан да яманыраҡ Саня тигәне яныма осоп килеп, клапанды һүгенә-һүгенә бора башланы. ҡотора ғына!
– На…! Нисә тапҡыр тулты­рыр­ға мөмкин инде шуларҙы, ә! Клапанын бороп ҡуйырға булмаймы ни?! – ти, тағы әллә ниндәй һүҙҙәр яуҙыра… Уға ут күршеһе Костя ҡушыла:
– Музыка тыңлармын тимә һеҙҙең арҡала, на…! Өҫтөмә бысраҡ һүҙҙәр яуа ғына.
Үҙемде иҫ киткес ғәйепле тоям, әлбиттә. Ләкин, тыныс булырға тырышып:
– Һеҙ миңә аҡырмағыҙ, һүгенмәгеҙ ҙә, һеҙ ҙә шулай өйрәнгән­һегеҙҙер, – тим.
Был төҫһөҙ күҙҙәрен аҡайтып миңә ҡараны ла:
– Һеҙ бит быға тиклем заводта кәмәләр эшләгәнһегеҙ, белергә тейешһегеҙ! Бала-саға түгел, оло ҡатын, ә йөҙ тапҡыр өйрәтергә кәрәк! – ти. ҡайҙан инде? Был бөтөнләй икенсе технология, икенсе материал икәнен аңлатып торманым. Әллә бер сәғәт йөрөнө ике ҡат араһында барыһына ла мине һөйләп. Бригадир тағы ла мине тынысландыра, ул, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, бик сәйер кеше, иғтибар итмә, ти. Әйтеүе рәхәт! Эштән ныҡ йөрәкһеп ҡайттым. Йоҡо йоҡо булманы. Былай һүгенеп бер ҡасан да әрләгәндәре, түбәнһеткәндәре булмағайны. Ғәрлек! Йөрәк дарыуы эсеп, саҡ йоҡлап киткәнмен. «Мәмәй интеллигент» тип атаным үҙемде…
Баштан баҫып алмаҫ борон, бәлки, эксперимент үткәрергә ваҡыттыр? Был биткә битлек кейеү, үҙ-үҙеңдең ысынбарлығыңды юғалтыу, хатта, көсләп булһа ла, авантюраға барырға тәүәккәлләнем шул көндө.

Үҙгәреү

… Иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртыла «һарай» алдында инем инде. Ғәҙәттәгесә, ишекте шаҡыйым. Бер нисә минут көттөм. Келәнең шаҡылдап асылыуы булды, ҡарлы ҡиәфәтемде ҡаға-һуға:
– Һаумыһығыҙ, ә ниңә ишекте асманығыҙ? Кертергә теләмәй­һегеҙме әллә? – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ярым шаяртыу кеүек тә килеп сыҡты. Ишетмәнек тә ул, тип аҡландылар.
Артабан. Быға тиклем, буран, ел тип тормай, ҙур-ҙур тәҙрәләрҙе аса ла ҡуялар ине. Үҙҙәре йә сөскөрәләр, йә йүткерәләр. Әле лә төшкө аш ваҡытында Саня килде лә тәҙрәне шар асып ебәр­ҙе. Ярай, биш-ун минут елләһен ти, ә аҙаҡ ниңә япмаҫҡа? Тышта февраль бураны уйнап тора. Һыуыҡтан аяҡтар өшөй. Тегеңә:
– Тәҙрәне япмаҫһығыҙмы икән? – тим. – Һыуыҡ…
Был барып япты, әлбиттә. Ләкин бер сәғәттән тағы ла асты. Теп-теүәл ун минут көттөм дә шапылдатҡансы үҙем барып яптым. Ярһып, асыулы һөйләнәм:
– Ну таптылар ваҡыт тәҙрә асырға, ә! Туңып үлерлек бит!
Йыш асмай башланылар шунан һуң, асһалар ҙа, ҡыҫып ҡына асалар, иң тәүҙә миңә ҡарап алалар. Ә ошо көндән башлап минең йөҙгә мәңгелек бар нәмәнән ҡәнәғәтһеҙләнеү, асыу «йәбештерелде».
Цехҡа яңылар килде. Улар ҙа минең кеүек ремонттан баштары сыҡмай өйрәнә, йә ҡыйыш йәбештерәләр, йә кәмәләре тотмай. Йәштәр. Бер иртәлә береһе компрессорҙы геүелдәтә генә башлағайны, былай ҙа яман бахмурҙан интегеп сырайы һытылған, асыулы Костя тағы ла бисәләр кеүек әрләшә, яман һүгенә башланы. Теге егет йылмайған була, ни әйтергә белмәй. Компрессор туҡтаны, тынлыҡ. Сират минеке ине, шлангыһын алырға теге егет янына барғайным, бирмәй тора: шикләнеп, ҡурҡып ҡына Костя яғына ҡарай, Йәнәһе, асыуланмаҫмы икән? Әлбиттә, асыулана, һис шикһеҙ! Мин шул реакцияны ғына көтәм! Өс кәмәмде тултырғансы һүгенде был. Эшемде бөтөргәс, яйлап ҡына шлангыны элдем дә бының эргәһенә килеп баҫтым.
– Һеҙ, Костя, тауышты ярат­май­һығыҙ икән. Сирләйһегеҙме әллә? Көн дә әрләшәһегеҙ, – мин әйтәм. Был:
– Ә һин минең урында тороп эшләп ҡара! Трактор кеүек бит тауышы! – ти. Компрессор уның өҫтәле янында тора.
– Ә мин ниҙә ғәйепле? Мәҫәлән, миңә бөгөн кис дүрт кәмә тултырырға кәрәк, нимә эшләргә? Бәлки, миңә пылесос менән генә эшләргәлер, ә, бәлки, һеҙ миңә сәғәттәр билдәләрһегеҙ – ҡасан шауларға ярай, ҡасан юҡ?
– Юҡ, һине ғәйепләмәйемсе, – ти, был, ялп итеп аптырап миңә ҡараны ла. – Тултыр, ниңә…
Барыбер киҫәмәне. Бер нисә көндән, мин компрессорға тотон­ғас, һүгенмәһә лә, барыбер бығырлап йөрөй был. Юҡ, мин әйтәм, радикаль сара күрмәйенсә булмаҫ. Уға ғына түгел, барыһына ла алдан уҡ ниндәй икәнемде күрһәтер өсөн тегеңә ҡысҡыра башланым. Шул тиклем әйтке килмәй шул һүҙҙәрҙе, барлыҡ асылым ҡаршы төшә, ләкин артҡа юл юҡ. Көтөл­мәгәнлектән был албырғап китте.
– Проблема юҡ, ҡасан кәрәк, шунда тултыр кәмәңде. – ти. Сәбәләнеп китте. Йәлләп тә ҡуйҙым аҙаҡ үҙен… Көлкө лә килә.
Шулай баҫтым быныһын. Аҙаҡ бер генә һүгенеп ҡараһасы миңә! Дуҫтарса сәләм биреп йөрөй башланы.
Саняһы бер көндө кассета алып килде. Йүгертеп уны колонкаға тоташтырҙы ла, иҫәр кеүек хахылдап көлә-көлә теге телефон террорсыларының мәғәнәһеҙ диалогын тыңлай башланы. Шуны иҫ киткес шәп шедевр тип уйланымы, әллә быға саҡлы ишеткәне булмағанмы, көлкөлө тойолдомо, аңламаҫһың. Миңә ҡалһа, ул «рингтон»ды бынан биш йыл самаһы элек бер ныҡ төпкөл ауылда кемдеңдер кеҫә телефонынан ишетеп ҡалғайным. Һүгенеү ҙә һүгенеү инде әлеге лә баяғы. Шундай әшәкелек. Етмәһә, минең ҡолаҡ төбөндә генә. Беренсеһендә өндәшмәнем, ярай инде, бер тыңлаһалар, башҡаса ҡуймаҫтар ул, мин әйтәм.
Юҡ шул. Бер нисә аҙнанан кемеһелер төшкө аш ваҡытында тағы ла шул кассетаны ҡуйҙы. Шырҡ-шырҡ көләләр. Мин янартау кеүек ҡайнай башланым. Барыһы ла өҫтәл янына йыйылғас:
– Кем шундай отстойҙы тыңлай ул? – мин әйтәм. – Уны бит элек иң артта ҡалған эскесе ауыл кешеләре һәм … тыңлай ине, буғай?
Бер нәмә әйтмәйҙәр. Башҡа ишетелмәне ул. ҡайһы саҡта, музыка оҡшамаһа ла, икенсене ҡуйырға бойора башланым. ҡыҫҡаһы, образға керҙем. Ысын мәғәнәһендә – фурия! Кем ҡыйыш өндәшә, юҡ-бар сәбәп табып, ҡанығырға ынтылыуы була, үҙем алдан һөжүмгә ташланам, элеп алам да, һелкеп һалам. Тиҙ генә тынысланмайым – оҙаҡ итеп әрләшеп, һөйләнеп йөрөйөм. Роликтымы унда, бумаланымы атып бәргән кеше булам, ҡыҫҡаһы, килештерәм инде.
Хәҙер телефондан һөйләш­һәм, Саня колонканың тауышын кәметә һала. Ә Костя, мин компрессорҙың шлангыһын алырға барһам, шаяртып:
– Бөттө баш, Зилә килә, эш ҡайнай, спасайся кто может! – тип ауыҙ йыра.
Ләкин үҙеңә хас булмаған халәттә йөрөү ныҡ ялҡыта, арыта. Шул көндө үк ҡулға йәбешеп ҡатҡан елемде ышҡый-ышҡый китапханаға барғас, тиҙ генә тағы ла үҙ-үҙеңә ҡайтырға тура килә, бер эштә – уҫал, ә икенсеһендә итәғәтле, тыныс, яғымлы китапханасы булырға кәрәк. Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да иҫ киткес арып ҡайтаһың…
Һөйләшелгән ваҡыт та үтеп китте шулай. Иҫ китерлек булмаһа ла, «тишек-тошоҡто ямар­ға» етерлек аҡса алдым. Бригадир, китәм, тигәс, ауыҙынан төкөрөк сәсеп, әрләшә башланы. Ебәрмәҫкә тырыша. Кемдең инде үҙ ваҡытын сарыф итеп эшсене өйрәтеп бөткәс, ебәргеһе килһен. Ләкин миңә эш ауырлығы түгел, икенсе кеше булып уйнау ауыр, түҙгеһеҙ ине. Шул тиклем элекке кеүек тыныс ҡына, береһенә лә бер нәмә әйтмәй, үҙ уйҙарыма батып ҡына эшләге килә! Ләкин бында ундай булып йөрөп булмай шул.
Был эштә ҡайһы берәүҙәр менән дуҫлашып уҡ киткәйнем инде. Бар кеше лә насар булмай бит. Күптәре минең кеүек битлек кейеп тә йөрөгәндер инде. Шул сараһыҙлыҡ... Ошо ығы-зығылы, аҙым һайын стресс һағалаған ҡала, аҡса етмәү арҡаһында упҡын ситендә бейегән кеүек йәшәү, алдағы көндәргә билдәһеҙлек этәрәлер инде кешеләрҙе мөхиткә яраҡлашырға. Йығылмаҫ, юғалмаҫ өсөн теш-тырнағы менән көрәшкәндә йыуаш, баҫалҡы кеше лә уҫал күренеү ниәтендә ғүмерҙә лә әйтергә теләмәгән һүҙҙәрҙе әйтергә, битлек кейеп йөрөргә мәжбүр. Бигерәк тә эштә. ҡырҡ ата балаһы йыйылған ерҙә һәр ваҡыт үҙең булып ҡына ҡалыу бик ауыр бирелә. Һәр кемдең үҙ холҡо, барыһына ла ярап та булмай, нервылар өҙөлөргә торған ҡыл кеүек, сығырыңдан сығарырлыҡ хәлдәр... Бына улар ҙа бит кемдеңдер кеҫәһен ҡалынайтып, ошонда бил бөгөп, үҙҙәре тамаҡ хаҡына ғына тиерлек, осон-осҡа ялғарлыҡ эш хаҡы алып йөрөй. Ғаиләләре, балалары бар…
Шуға ла, бәлки, ауылдан килеп, ҡала ерендә әҙ булһа ла аҡса табыу маҡсатында эргәһендә торған манҡорттан иҙелмәҫ, кәмһетелмәҫ өсөн милләтен, исемен, үҙенең асылын йәшергән, ҡиәфәтен дә хамелеон кеүек тирә-яғындағы мөхиткә яраҡлаштырған Ғәлиә-Галяларҙы, Зөлфиә-Зуляларҙы, Тәнзилә-Таняларҙы нимәләлер ғәйепләп тә булмайҙыр?
Тормош шундай, тип аҡлау эҙләп ҡарарғамы? Әллә икенселәме икән сәбәп? Аңламаҫ­һың...
Ә мин икенсе өҫтәмә эш таптым. Аллаға шөкөр, бында битлек кейеп йөрөүҙең кәрәге юҡ. Барыһы ла һәйбәт. Бына шул инде яҙырға теләгәндәрем. Бәлки, тирә-яҡтағы йәшәү рәүешенә булған үҙенсәлекле ҡарашым күптәрҙең көлкөһөн килтергәндер. Ярай, бигерәк тә яҡшы, минең менән килешмәһәләр ҙә, исмаһам, күңелдәре күтәрелеп, кәйефтәре яҡшырып киткәндер, тип ышанам!

Миңзилә ХӘКИМОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»