RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «һылыу, ҡыҙыңды артыҡ иркәләүҙән ҡурҡма»

06.12.2011 «һылыу, ҡыҙыңды артыҡ иркәләүҙән ҡурҡма»

Арабыҙҙа төрлө кешеләр бар. Йөҙҙәренән һис ҡасан йылмайыу китмәгән, тирә-яҡтағыларға күңел йылыһын, бәхет таратып йәшәүселәр йәки, киреһенсә, насар, әшәке һүҙҙәре менән йәнде телгеләүселәр, бүтәндәргә яла яғыуҙан, ғәйбәт таратыуҙан ләззәт табып көн күреүселәр. Ауыр һынауҙар, ҡайғы-хәсрәттәр, юғал­тыу­ҙар кисереп тә, тормоштоң төрлө ваҡлыҡтарынан өҫтөн булып ҡала белеүселәр ҙә осрай.
Минең күңелемә һуңғылары яҡын. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, кеше булып ҡала белгәндәре. Көслө рухлы, яҡты күңелле, изге уйлылар менән аралашырға яратам. Ун­дайҙарҙың һөйләгән һүҙҙәре, матур бер йыр кеүек, күңелемә ял бирә, теләгән теләктәре, әйткәндәре киләсәккә өмөт, йәшәүгә көс өҫтәй.
Шундай матур изге күңелле, үтә лә һөйкөмлө Зөһрә апай менән дауаханала таныштым. Беҙгә бер палатала ятырға тура килде. Һаулығым ҡаҡшап, тәнем генә түгел, йәнем һыҙлап, тормош йәмен юғалтып, үҙ-үҙемә йомолоп йәшәгән көндәрем ине ул саҡтар.
Илай-илай палатама индем дә, карауатыма ауҙым. Бер сәғәт тирәһе түшәмгә текләп, башымда әйләнгән мең төрлө уйымды бергә туплай алмай ятҡан сағымда Зөһрә апай миңә өндәште:
− Әйҙә, һылыу, тәмле итеп сәй эсеп алайыҡ. – Уның яғымлы итеп өндәшеүенән эсемә йылы йүгерҙе, ни өсөндөр бер таныш түгел апай миңә әсәйем кеүек яҡын булып китте.
Ул йүгерә-йүгерә сәй әҙерләне лә, исемемде һораны. Исемемде ишеткәс, апайҙың ҡапыл ғына йөҙө үҙгәреп китте, күҙҙәрен һағыш-борсоу баҫты. Ул ҡарашын тәҙрәнән тышҡа төбәне лә, ауыр көрһөнөп:
− Минең ҡыҙым да Лена исемле ине бит, – тип ҡуйҙы.
Палатала ауыр тынлыҡ урынлашты. Зөһрә апай, ҡарашын алыҫҡа төбәп, үҙ донъяһына сумды, ә минең, арабыҙҙағы тынлыҡты боҙоп, уға һүҙ ҡушырға батырсылығым етмәне. Шулай күпмелер ултырғандан һуң, апай һүҙен башланы.
− Минең ҡыҙым да, һинең кеүек, Лена исемле ине. Ап-аҡ йөҙлө, тулҡынланып торған оҙон, сөм ҡара сәсле, ҡыйғас ҡына ҡашлы ине ул. Күптәр уны молдаван ҡыҙы тип йөрөттө. Ленамдың сибәрлегенә үҙем дә һәр ваҡыт һоҡлана инем. Әсә күҙе ҡаты була, тиҙәр бит. Әллә үҙемдең күҙем тейҙеме икән балама?
Бынан ике йыл элек ғәзиз балам яҡты донъяны ташлап, китеп барҙы. Уға ни бары 19 ғына йәш ине. Уҡыуын тамамларға ла күп ҡалмағайны. Дүрт йыл дуҫлашып йөрөгән бынамын тигән егете ҡалды. Руслан беҙгә үҙ балабыҙ кеүек яҡын. Әле лә беҙҙе ташламай, ял һайын килә, телефон аша хәлебеҙҙе һорашып тора. Ә Ленамдың ҡәберенә көн һайын йөрөй, һаман онота алмай…
Зөһрә апайҙың биттәре буйлап тәгәрәгән йәштәрен туҡтатырлыҡ бер ниндәй көс тә, һүҙ ҙә юҡ икәнен аңланым. Ни әйтергә белмәйенсә, ҡулдарынан тотҡан булдым. Шул саҡ бала ҡайғыһы кисергән әсә йөрәгенең һулҡылдап һыҙлауын тойҙом. Үтә лә сабыр холоҡло, итәғәтле, яғымлы был кешенең әремдәй әсе ҡайғыһын нисек тә булһа еңеләйткем килде.
Йәндәрҙе иретерлек ихласлыҡ, изгелек кенә бөркөп торған оло йөрәкле кешеһенә Хоҙай ни өсөн иң ауыр ҡайғыларын ебәрә икән, тип уйлап ҡуйҙым. Ә бәлки, ул ғазап-әрнеүҙәрҙе тик үҙенең көслө бәндәләренә генә ебәрәлер? Уларҙың көстәрен, сабырлыҡтарын һынамаҡ өсөн?
Зөһрә апай уйҙарына бирелеп, үҙ донъяһына бикләнеп ултырған арала, башымда йөҙ төрлө уй әйләнде.
Сибәр, йәш ҡыҙ баланың был донъянан ни сәбәпле китеүен белгем килһә лә, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙем, бала ҡайғыһынан ҡанһыраған әсә йөрәген яралауҙан ҡурҡтым.
Апай күҙ йәштәрен һөртөп алды ла, һүҙен дауам итте.
– Яуыз сир етте Ленамдың башына. Тәнендәге бармаҡ башындай ғына шеш тора-бара, ҙурайып, яман шешкә әйләнде. Дауаханаға барғанда, һуң ине инде. Шулай ҙа, яҡшыға өмөтләнеп, бик күп аҡса түгеп, дауалаған булдыҡ, тик ярҙамы теймәне.
ҡыҙымдың, уҡыуын ҡалдырып, табиптарға йөрөгөһө килмәне шул. «Барыһы ла яҡшы буласаҡ, әсәй, ҡайғырма», − тигән булыр ине. Үлем менән тештәрен ҡыҫып, бар көсөн йыйып көрәште ул. Һуңғы көндәренәсә йөҙөнән йылмайыу китмәне.
Асыҡ күңелле, үтә лә түҙем, тыйнаҡ ине балағынам. Йөрөгән егетенә лә, мин аяҡҡа баҫҡас та, туй үткәрербеҙ, тик һин күлдәкте хәҙер үк һайлап ҡуй, һиңә ниндәйе оҡшай, шуны кейермен, тигән булды.
Тик Руслан һайлаған матур күлдәкте туйҙа түгел, ә Ленамды ерләгәндә кейҙерергә тура килде.
Балам менән хушлашырға бик күп кеше килде. Дуҫтары, таныштары ныҡ күп ине уның. Кешеләрҙе ихлас яратты ҡыҙым.
Донъяла йәшәп тә, һөйөп-һөйөлөп тә туймаған, кисерәһе бәхеттәрен кисерергә лә өлгөрмәгән ғәзиземде ап-аҡ туй күлдәге кейҙереп, һалҡын ер ҡуйынына һалып ҡуйыуҙары, ай-һай, ауыр булды. Бындай әсе ҡайғыны дошманыма ла теләмәйем.
Зыяратҡа алып китер алдынан, Руслан Ленамдың бармағына алтын йөҙөк кейҙергәндә, йыйылған бар халыҡ ҡысҡырып иланы. Ошоларҙы иҫемә төшөрһәм, йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй була.
– ҡыҙым киткәс, донъямдың йәме бөттө, көн һайын телефондан шылтыратып, хәлемде белешеп тороусы баламдың тауышын ишеткем килеп, төндә уянып китеп, телефонымды эҙләйем. Тик ул миңә бүтән шылтыратмай. ҡәберенә барып, ғәзизем менән һөйләшкән булам, ә ул мине ишетмәй. Бына ике йыл инде төшөмдәге кеүек йәшәйем, – Зөһрә апай­ҙың ҡыҙын иҫләмәгән, һөйләмәгән бер генә көнө лә булманы.
Уның менән дауаханала ун көн бергә ятырға тура килде. Ошо ваҡыт эсендә ул минең иң яҡын кешемә әйләнде. Сер йомғағымды һис икеләнеүһеҙ, шикләнеүһеҙ уға систем. Апайҙың һәр әйткән һүҙенән ауырыу- һыҙланыуҙарым, ҡул менән һыпырып ташлағандай, юҡҡа сыға ине.
Ул үҙе лә миңә ныҡ эҫенеп өлгөрҙө, ҡыҙым кеүек яҡын күрәм һине, күңелемә яттың, етмәһә, исемең дә минең ҡыҙымдыҡы, тип йыш ҡабатлар булды.
Ғәзиз балаһын юғалтыу ҡайғыһынан һаулығы ҡаҡшап, артабан йәшәүгә көсө бөтөп килеп эләккәйне ул дауаханаға.
Мине ҡосаҡлап, Ленаһын һөйләп һыҡтаған саҡтарында, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй үрһәләнә, хатта уның ҡыҙының исемен йөрөтөүемдә, апай менән бер дауаханаға, бер палатаға эләгеүемдә үҙемде ғәйепле итеп тоя инем. Сөнки миңә өндәшһәләр, ул һәр ваҡыт әйләнеп ҡарай торғайны һәм был уның былай ҙа һыҡрап торған йөрәгенә тағы ла бер яра өҫтәй кеүек ине.
Бер көндө палатама килеп инһәм, Зөһрә апай тәҙрә янына барып баҫҡан да, шым ғына илап тора. Тышта эсте бошорғос йонсоу, ямғырлы көн ине.
− Бына ошондай ямғырҙар яуа башлаһа, үҙ-үҙемә урын тапмайым. Балаҡайым һыу эсендә генә ята торғандыр, тип илайым, ап-аҡ күлдәге бысранып бөткәндер инде, тим.
Бындай йөрәктәрҙе өҙөрлөк, йәндәрҙе киҫерлек һүҙҙәргә минең яуабым юҡ ине.
Апай мине иптәше, улы һәм Ленаның йөрөгән егете − Руслан менән дә таныштырҙы. Улар барыһы ла бик алсаҡ, ихлас кешеләр булып сыҡты, тик үтә лә һағышлы, ҡайғылы йөҙҙәрен күреү ҡыйын була торғайны. Бигерәк тә Руслан. Уның күҙҙәрендә диңгеҙ тәрәнлеге һәм осһоҙ-ҡырыйһыҙ һағыш ятҡанын күрҙем. Ошонан һуң ысын мөхәббәттең барлығына ышанып ҡуйҙым.
Зөһрә апай дауахананан сығып китер көндө беҙ гел бергә булдыҡ. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Ул миңә бик аҡыллы, йөрәккә үтеп инерлек, мәңге иҫтә ҡалырлыҡ һүҙҙәр әйтте. Уларҙы түкмәй-сәсмәй һеҙгә лә еткергем килә.
– ҡыҙым был донъянан киткәс, бик күп уйланам, уйҙарым менән үткәндәремә йыш әйләнеп ҡайтам. Донъяла йәшәргә лә өлгөрмәгән, сәскәләй матур ҡыҙ балаҡайғынамды ҡыҙғанам. әсә өсөн бала − иң ғәзиз кеше. ҡыҙ бала өйҙә ҡунаҡ ҡына. Уның ниндәй кеше менән яҙмышын бәйләүе, ниндәй ғаиләгә эләгеүе, бәхетле булыуы, булмауы − бер Хоҙай ҡулында.
Ленам киткәс, күңелемдә ниндәй­ҙер төйөн, үкенес ҡалды. Баламды артыҡ иркәләп, һөйөп тә ултыра алманым төҫлө тойола. ҡыҙымдың ғүмере ҡыҫҡа булырын белһәм, тағы ла нығыраҡ һөйгән, наҙлаған булыр инем.
Һин, һылыу, ҡыҙыңды артыҡ иркәләүҙән ҡурҡма, ҡосағыңда сағында бар күңел йылыңды уға бир. Әсә һөйөүе генә баланы барлыҡ бәләләрҙән һаҡлап, ҡурсалап ҡалыр көскә эйә, тиҙәр. Артабанғы тормошта уны ниндәй һынауҙар, ауырлыҡтар көткәнен берәү ҙә белмәй бит. Һуңынан үкенерлек булмаһын.
Был донъяның яуыз бәндәләренә, уларҙың әйткән ауыр, күңелеңде яраларлыҡ һүҙҙәренә иҫең китмәһен. Тормоштоң ваҡлыҡтарынан һәр саҡ өҫтөн бул.
Бар булмышынан йәнде иретерлек ихласлыҡ, изгелек, сафлыҡ бөркөлөп торған Зөһрә апайҙың әйткәндәре ғүмерлеккә күңелемә уйылып ҡалды. Әремдәй әсе, таштай ауыр бала ҡайғылары кисереп тә, йөрәге ҡатмаған, матур кешелек сифаттарын юғалтмаған апайға һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Насар бәндәләрҙең әшәке һүҙҙәренән, яман ҡылыҡтарынан, уҫал ҡараштарынан йәнем әрнеп, күңелем кителеп киткән саҡтарҙа Зөһрә апай­ҙы йыш иҫкә алам.
Бәләкәс ҡыҙым ҡосағыма килеп һарылғанда, бар күңел наҙымды биреп, уны иркәләйем. Артыҡ иркәләүҙән дә ҡурҡмайым, һөйөүемде бар йөрәге менән тойоп үҫһен, тим. Сөнки был аяуһыҙ яҙмыштың минең ҡыҙғынама ниндәй һағыш-борсоуҙар, һынауҙар әҙерләгәнен бер Хоҙай ғына белә бит.
Ғәзиземдең башынан һыйпап, күкрәгемә ҡыҫам да, күккә ҡарап, Хоҙайға өндәшәм: «Берүк кенә минең ҡыҙғынамды бәлә-ҡазаларҙан арала!».

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»