RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән

08.11.2011 Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән
Эш сәфәре Учалы еренә килтерҙе. Ғөмүмән, был яҡтарҙа булыу күңелгә ятышлы ул. Эрелек һәм тәкәбберлектең ни икәнен белмәгән, тотанаҡлы төбәк халҡын үҙ болононда уйнаған иркә боландарға оҡшатам.
Учалы таштары менән генә түгел, ә шуларҙы иретерлек моңло «һандуғас­тар»ы, бейеүселәре менән дан тотоу­сылар араһында, яҡташтарым, ерем, тип ғүмерен гел яҡшылыҡ нуры сәсеүгә арнаған ябай кешеләр бихисап. Шуларҙың береһе – Фатима Хәжиәкбәр ҡыҙы Ғарипова менән аралашыу бәхете тейҙе. Ул тыумышы менән Туңғатар ауылынан. «80 йәштә булырһың лаҡба», − тиҙәр халыҡта. Туғы­ҙынсы тиҫтәһен ҡыуғанда ла, тормошона шөкөр ҡылып, яҡындарына күңел йылыһын биргән Фатима инәйгә был һүҙҙәр ҡағылмай.
– Ултырған урыным бер ҡаҙ ояһы инде минең үҙемдеке лә, − тип, аяҡ аҫтында йыйылған ҡаҙ бәпкәләрен һыйпай-һыйпай, һүҙ башланы ул. – Бәпкәләрем таралашып бөтһә лә, һәр саҡ ата йортона ҡайтып, хәл белеп, ярҙам итеп торалар. Тик бына... – Инәй күҙ йәштәрен яулыҡ осо менән һөртә-һөртә, ситкә боролдо.
− Әсәйемә ике улын ерләргә тура килде, − тип һүҙгә ҡушылды ҡыҙы Гөлсөм. − Энебеҙ Афзал 5 йәшендә генә һыуға батып үлһә, Ишбулдыбыҙ 37 йәшендә фажиғәле донъя ҡуйҙы. Уны һуңғы юлға оҙатҡанда, әсәйем, күкрәгенә ятып, йән әрнеүе менән: «Балаҡайым, тағы бер генә зәңгәр күҙҙәреңде тултырып ҡараһаңсы», − тип әйтеүгә, Ишбулдының күҙҙәре асылып китмәһенме! Еңгәбеҙ ҡаушап ҡалманы, биш тинлек тәңкәләр менән күҙҙәрен яптырҙы...
Бер аҙ ваҡытҡа ҡатып ҡалдым. Баштан төрлө уйҙар үтте. Әкрен генә күҙҙәремде күтәреп, Фатима инәйгә ҡарайым. Ә үҙемде һаман һорауҙар борсой: был тәбиғәттән килгән көсмө, әллә сикһеҙ әсә һөйөүеме?! Бәлки, осраҡлы ғына күренештер... ҡаушауымды һиҙгәндәй, Гөлсөм:
− Әсәйемде, бөркәнсек-күлдәктә тыуған, тиҙәр. Бала саҡта һәр теләге ҡабул булған. Олатайҙар уны илатмаған, юғиһә эштәре лә, юлдары ла уңмаған. Әсәйемдең ҡабул булған бер теләге хаҡында әйтмәй булмай.
Шул саҡ Фатима инәй йылмайҙы ла:
− Бәләкәйҙән мандолинала уйнарға хыялландым. Утын ағасынан мандолина эшләп алдым. Юнылған ағасҡа ат ҡылдары һуҙҙым да, күмер менән нөктәләр – ноталар теҙеп сыҡтым. Шунан тырыша-тырыша көйҙәр сығарҙым. Һәр ваҡыт ҡасып ҡына уйнаным. Бер мәл был шөғөлдө атайым күреп ҡалды бит. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡулыма ысын мандолина килтереп тоттормаһынмы?!
Ғүмерен колхозда эшләп уҙғарған Хәжиәкбәр ағай ҡыҙына мандолина алыр өсөн Мейәс ерҙәренә юллана. Унда алтын йыуып, аҡса эшләй. Фатима инәй өс ҡустыһын эргәһенә ултыртып, һәр көн мандолина көйөн тыңлатыр булған. Ата бүләген ул бала сағының ҡыуанысы итеп һаҡлай. Һуңынан, донъя мәшәҡәттәре, ҡайғы-хәсрәттәр иңен баҫҡанда, был музыка ҡоралы уға көс биргәндәй тойола. 40 йыл һауынсы булып эшләп, утыҙар һыйыр һауған нескә ҡулдары ошо мандолинанан ҡеүәт алғандыр, күрәһең.
Тырыш һауынсыны 1957 йылда Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара йәштәр фестиваленә делегат итеп һайлайҙар. Әммә юлға сыҡҡан инәй: «Урыҫ телен белмәйем бит, оятҡа ҡалырмын», − тип, кире боролоп ҡайта.
− Әсәйем китап-гәзиттәр уҡырға ярата. Телевизорҙан бер яңылыҡты ҡалдырмай. Концерттарҙы ҡарай, бигерәк тә Фәдис Ғәниевтың йырлауын ярата. «Йәшлек» гәзитен ҡулынан төшөрмәй, һәр һанын көтөп ала. Бер көндө әсәйҙән: «Ни эшләп һуң әле теге ялтыр яулығыңды бер ҙә бөркәнмәй­һең?» − тип һораным. Ә ул: «Ярай инде, ҡыҙым, ҡартайғас, ябынырмын әле», – тимәһенме, – тип көлдө ҡыҙы.
Эйе, күңеле йәш инәйҙең ниңә «Йәшлек» гәзитен ҙурлауына шик ҡалманы. Яратып үҫтергән сәскәләре менән гөлдәр телендә һөйләшеп, мандолина моңдарын уларға еткерә белгән инәйгә һоҡланып, әңгәмәне дауам итәбеҙ.
Фатима инәй 16 йәшлек сағында урман ҡырҡыу эшендә ҡатнашҡанын хәтерләне. Шул ваҡытта ул тәүге мөхәббәтен − Белорет егете Ваһапты осрата. ҡыҙҙары Зифа тыуғас, әсе яҙмыш ғашиҡ йәндәрҙе айыра. Йәш әсә һынмаҫҡа, артабан йәшәргә көс таба, тик алға атлай.
Йылдар үткәс, тормош уны ауылдашы Сәғәҙи менән бәйләй. Биш балаһы һәм ейәндәре өсөн йән атып йәшәгән мәлдә Фатима инәйҙе тағы ла яҙмыш һынай. Әсә йөрәге барыһын да сабыр үткәрә. Бөгөн ул − балалары һәм яҡындары өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз кеше. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ҡыҙының исемен йөрөткән Фатима инәй изге йәндәрҙең береһе ул.

Резеда ШӘМСЕТДИНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»