НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Алһыуланып бешһен сейәләр

Алһыуланып бешһен сейәләр


Алһыуланып бешһен сейәләр
Ҡояшҡа үрелеп
Ҡыҙара сейәләр,
“Һеҙ – икәү, беҙ – икәү,
Пар килгән”, – тиәләр…

Йыр Яҙгөлдө ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Был хәл төш кенә, хәҙер уянам, барыһы ла яҡшы, тип үҙ-үҙен йыуатҡан ҡатын, алҡымынан матҡып алған кисерештәренә түҙмәй, илай башланы. Дөрөҫөрәге, күҙен йомоп ятты, ә күҙ йәштәре ҡабаҡ аҫтынан һарҡып сыҡты ла аҫҡа табан юл ярҙы.
Күңелдәге бушлыҡты һөйләп аңлат­ҡыһыҙ – бер аҙна элек кенә ул уҡшыуына, унитаз ҡосаҡлап ҡоҫоуына ҡыуана ине. «Ҡоҫтора, тимәк, үҫә бәләкәсем!» – ипләп кенә эсен һыйпай, наҙлы хистәргә бирелә, бил, түш тирәһенең һыҙлап ауыртыуын да оло рәхмәт менән ҡабул иткәйне. Төрлө еҫтән күңеле болғаныу, еңелсә башы әйләнеү ҙә Яҙгөл өсөн иң бәхетле миҙгелдәр булып тойолдо. Ә бына бөгөн Хоҙайҙан күпме һорап, илап, доғалар уҡып алған балаһын алдыртты.
… – Телефонығыҙ шылтырай, апай!
Салҡатан килеш илап ятҡан Яҙгөлдөң күҙ йәше туп-тура ағып төшөп ҡолағына тулған, ул хатта шәфҡәт туташының үҙенә өндәшкәнен дә ишетмәгән. Янына килеп, ҡатынды күҙәтеп тора икән уныһы. Йәш кенә булһа ла, пациенттың хәлен аңлай, күрәһең, ана бит, борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан.
Баҡһаң, был йыр телефондан яңғырай икән. «…ҡыҙара сейәләр, һеҙ икәү, беҙ икәү…» Иренең үҙенә Сейәкәй тип өндәшкәнен бигерәк ярата шул Яҙгөл. Хатта телефондың рингтон көйөнә лә сейәләр тураһындағы йырҙы ҡуйып алды.
Баязит менән танышыуҙары әле лә хәтерҙә. Был иҫтәлекле йылда сейә ишелеп уңғайны. Август башына тиклем район үҙәгендә хеҙмәт практикаһында йөрөгән ҡыҙ, ауылға ҡайтып төшөү менән әхирәттәренә йүгер­ҙе: «Әйҙәгеҙ, Сейәлүҙәккә!»
– Уй-й, сейә менән донъя тулды бит! Хатта һалыр урын юҡ – компотын да яптым, ҡайнатмаһын да эшләнем, киптер­ҙем дә, – тиеште барыһы ла.
Яҙгөл ҡыҙҙарҙы өгөтләп ваҡыт уҙғарып торманы, биҙрәһен тотоп, яңғыҙы сыҡты ла китте. Нимә-нимә, ҡыҙҙағы ғорурлыҡ, атаһы әйтмешләй, тотош вагон һәм бер арба. Матурлығы балҡып торған ҡыҙҙы һауалы тип әйтмәҫһең, ә бына инәлткәндәргә бер ҡасан да баш эймәй. Күп егеттең төн йоҡоларын урлаған Яҙгөлдөң ҡыҙыулығы ла етерлек. Дуҫлашырға маташҡан, шаян һүҙ ҡушҡан егет йораттарының ауыҙын йомдора ла ҡуя. Сөм-ҡара күҙҙәре менән уҫал ҡараш ташлаһа, тегеләрҙең ҡыйыулығы шундуҡ юҡҡа сыға.
Сүпләнмә генә ҡалһа ла, эре-эре сейәләр көп-көрән булып бешкән, баҡса сортымы ни! Йыйған емеше ырағас, шунда уҡ күңеле күтәрелде ҡыҙҙың, үҙ алдына көйләй-көйләй сейәлеккә төпкә инә барҙы. Бер ваҡыт: «Ниндәй ҙу-ур сейә таптым икән тиһәм», – тигән тауышҡа терт итеп ҡалды. Ҡыҙ башын күтәреп ҡараны ла үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр егет кешегә нисек яуап ҡайтарырға белмәй юғалып ҡалды. Быға тиклем төҫкә күркәм ир-атты осратҡаны юҡ түгел, бар. Ә бына ҡаршыһында баҫып торғандың күҙҙәре магнит кеүек үҙенә тарта, әйтер­һең дә, Яҙгөл уны бик оҙаҡ эҙләгән, һағынып көткән. Бындай татлы тойғоно тәү тапҡыр татыған ҡыҙ егеттән күҙен алманы, ул да таныш булмаған гүзәлгә йотлоғоп ҡарай ине. Буйсан, күпереп торған ҡара бөҙрә сәсле, ап-аҡ тешле йылмайыуына килешеп торған аҡ футболкалы егет, ниһайәт, телгә килде:
– Ҡыҙыл күлдәгегеҙ күҙемә ҙур сейә булып күренде…
Шул ваҡыт Яҙгөлдөң аяғына ниндәй­ҙер һыуыҡ ҡағылып, шыуып үтте. Ул аҫҡа күҙ һалды ла, үҙ-үҙен белештермәй:
– Йылан! – тип әсе ҡысҡырып, егеткә ташланды. Тегеһе, шуны ғына көткәндәй, ҡыҙҙы күтәреп тә алды. Донъялағы иң ҡурҡҡан йән эйәһен күреп, тулып барған биҙрәһен дә онотто, таныш түгел егеттең ҡосағына килеп ингәнен аңламай ҙа ҡалды.
– Сеү, ҡурҡма, туҙбаш йылан ул. Уның бер зыяны ла юҡ, – тине егет аяҡ аҫтын ҡарағандан һуң. – Һинең тауышыңдан үҙенең ҡото алынды. Ана, һыпыртты, ҡойроғоноң осо ғына күренеп ҡалды.
Ә үҙе ҡыҙҙы ебәрергә ашыҡманы – бындай хәлдәрҙе кинола ғына күргән, әлегәсә мөхәббәт тигәндәренә көлөп ҡараған Яҙгөлгә лә егеттең көслө ҡулдарында шул тиклем рәхәт ине. Әйтерһең дә, уның устары мускулдары ташып торған беләктәрҙең һәр күҙәнәген, йөрәк тибешен тоя…
– Ҡәйнеш! Әллә аҙаштың инде? – тип берәүҙең һөрәнләгәне ишетелмәһә, был илаһи мәл күпме һуҙылыр ине икән.
– Төшөр, төшөрөгөҙ, – Яҙгөлдөң тауышы ҡалтыранып сыҡты. Егет ҡыҙҙы һаҡ ҡына аяғына баҫтырҙы. Яҙгөл, сейә шырлығынан сығыу юлын эҙләгәндәй, уңлы-һуллы ҡаранып ҡуйҙы.
– Әйҙә, сығырға ярҙамлашам, – эйелеп ҡыҙҙың түгелеп ятҡан биҙрәһен алды һәм үҙенең һауытындағы емештәрҙе ҡойҙо егет. – Мин Баязит булам. Ә һиңә үҙемсә исем ҡуштым да инде – Сейәкәй.
… Эсенең түҙеп торғоһоҙ итеп ауыртыуына сыҙарға тырыша – етмәһә, ауыр итеп боҙ һалдылар. Хәлһеҙ ҡулдары менән уны этеп төшөрөргә маташыуы бушҡа булды, табип кире ҡуйҙы: «Тағы бер аҙ түҙегеҙ, операциянан һуң боҙ ярҙамында аналыҡ тартылырға тейеш». Телефон йырлай-йырлай шымып ҡалды, Яҙгөлдө каталка менән ҡайҙалыр алып киттеләр. Бер палатаға килеп инделәр, буғай, уны аҫтындағы йәймәһе менән ҡуша һаҡ ҡына карауатҡа күсереп һалдылар. Ә ҡатын күҙен йомған килеш ята бирҙе. Ул үҙенең тормошондағы иң бәхетле хәтирәләрен барлай ине.
Сейәлектә осрашҡанда Баязит уның кем, ҡайҙан булыуы хаҡында һораны, үҙе тураһында ла һөйләне. Баҡһаң, егет Яҙгөлдәрҙең ауылына килен булып төшкән бер туған апаһына ҡунаҡҡа килгән, еҙнәһенә бесән эшләшеп йөрөүе икән. Шуныһы ҡыҙыҡ, егет менән ҡыҙ Өфөлә бер юғары уҡыу йортонда, тик төрлө факультетта уҡый булып сыҡты. Быға тиклем күпме ваҡыт бер үк бинала белем алып, бер майҙанға күңел асырға йөрөгән булһалар ҙа, уларға тәү тапҡыр сейә шырлығында күрешергә яҙған икән. Күптәнге таныштар кеүек аралашҡан йәштәр был хаҡта көлөшөп алды, Баязит ҡыҙҙың биҙрәһен тултырырға ярҙам итте.
– Бөгөн кискә күрешәйек, ә, Сейәкәй?
Тегеһе ризалығын белдереп баш ҡаҡты ла, оялышынан ҡолаҡ остарына тиклем ҡыҙарҙы. Кем-кем, Яҙгөл егет менән осрашыуға ризалашһын әле!
Яландан Баязит еҙнәһенең машинаһында ҡыҙҙы ауылға еткереп ҡуйҙы. Әллә ни артыҡ хәбәр ҙә һөйләмәне, ул да тулҡынлана ине, күрәһең. Машинаны ауыл осонда туҡтатты ла, төшөп ҡалды Яҙгөл. Сығыр алдынан: «Кискә мине ошонда көт, йәме», – тип оялсан ғына йылмайҙы. Егет тә яуапһыҙ ҡалманы: «Мин һине ҡайҙа булһа ла көтөргә риза, тик кил генә».
Ана шулай башланып китте ике йәш йөрәктең мөхәббәт тарихы. Бер йыл күрешеп йөрөнө лә, туй яһаны йәштәр. Студент ятағындағы бер бүлмәлә тора башланылар. Диплом алмайынса, балаға уҙмаҫҡа, тип килеште тәүҙә ир менән ҡатын. Артабан икеһе лә аспирантураға уҡырға инде. Тора-бара һаҡланмаһа ла, ҡатын ниңәлер ауырға ҡала алманы. Иң йәш фән кандидаты булырға тигән маҡсат ҡуйған Яҙгөл тәүҙә бигүк борсолманы. Хоҙай ҡасан бәпес бирергә үҙе беләлер әле, ваҡыты етмәгәндер, тип фекер йөрөттө. Ире лә, яҡшы белгес булараҡ, хеҙмәт карьераһын уңышлы башланы, етәкселәрҙең өмөтөн аҡлау өсөн башкөллө эшкә сумды.
Тик атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә янына ҡайтҡан һайын, улар ейән тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Өйләнешеүегеҙгә нисәмә йыл үтте, ни эшләп балағыҙ юҡ, тип туранан-тура һоранылар. Үҙҙәре атай-әсәй булған таныш-тоноштар, дуҫ-иштәр ҙә осрашҡан һайын аҡыл һатырға онотманы:
– Балалы тормош бөтөнләй башҡа бит ул, быға тиклем нисек балаһыҙ йәшәлгән икән. Бына күрерһегеҙ әле бәпестең ни тиклем ҡәҙерле булыуын, тик оҙаҡлатмағыҙ!
– Әйҙә, бер-бер артлы тап, наверстай упущенное, – тине балалы әхирәттәре, үҙҙәрен тәжрибәле әсә итеп күрһәтеп. – Етмәһә, ике бала өсөн «әсәлек капиталы» бирәләр!
Тәүҙәрәк шаяртыуға борһалар, тора-бара Яҙгөл менән Баязит бала темаһына һөйләшеүҙәрҙе ауыр ҡабул итә башланы. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы юлын тапай торғас, хроник ауырыуҙар арҡаһында йөккә уҙа алмайһығыҙ, тигән диагноз ҡуйҙылар ҡатынға. Яҙгөл тәүге курста белем алғанда һыуыҡ тейҙереп ай буйы ауырығайны, сырхауын аяҡ өҫтө үткәрҙе. Сессия мәле булғанлыҡтан, табиптарға мөрәжәғәт итмәне. Шуның касафаты – цистит арҡаһында һаулығы мөшкөлләнгән. Сир аналыҡ көпшәһенә күсеп, ваҡытында дауаланмағанға күрә хроник ауырыуға әйләнгән.
Тик айҙар буйы дауаланыу курстары, услап-услап дарыу йотоу үҙенең һөҙөмтәһен бирмәне. Артабан ниндәй генә тикшерелеү үтмәне ҡатын, йөрөмәгән им-томсоһо ҡалманы.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.

(Дауамы бар).



Бала булмаһа, тик ҡатынға ғәйеп өйәләр.
– Түлһеҙ булып сыҡты Яҙгөл! – тип тел шартлатты дуҫ булып, ә үҙҙәре был парҙың яҡшы фатир алыуына эстән көнләшеп йөрөүселәр.
Баязит та, бер аҙ ҡаршылашҡандан һуң, тикшеренеүгә ризалашты – ирҙең барыһы ла яҡшы, тине табиптар.
– Кейәүгә бармаҫ элек аборт яһатҡандыр әле! Йәшлек йылдары шанлы үткән ҡатындарҙың балаһы булмай, ғәҙәттә! Ә үҙе ҡайһылай тәртипле, өлгөлө булып ҡылана, уҡымышлы, етмәһә! – заманында һөнәри курстарҙы ла тамамлай алмаған, йыл һайын бала тапҡан килендәше Яҙгөлдө яйы сыҡҡан һайын кәмһетергә тырышты.



Ир менән ҡатындың дуҫтары, тиң-тоштары араһында упҡын хасил була барҙы, ҡунаҡҡа йөрөүҙе лә туҡтаттылар. Ҡайҙа барһаң да, шул бер тема күтәрелә. Балалы йорттан аңҡыған, зиһендәрҙе иҫерткән татлы бала еҫенән аҡылдан яҙыр хәлгә етә Яҙгөл. «Хоҙайым, ни эшләп мин?! Ни өсөн тап мине әсә булыу бәхетенән мәхрүм иттең? Ниндәй ауыр гонаһтар ҡылдым, ниндәй ғәйептәрем өсөн?» – түлһеҙлек ҡатындың иң ауыртҡан еренә әйләнде. Йөклө ҡатынды осратһа, бүлтәйеп сыҡҡан ҡорһағынан күҙен ала алмай, йәш бала күрһә, урлап алып ҡасырҙай була.
Балаһыҙлыҡ бәғерен өткән ҡатындар ЭКО ярҙам итер, тип ышана. Аптыраған- йөҙәгәндәр, батып барыусы һаламға йәбешкән кеүек, экстракорпораль аталандырыу юлына ризалаша. Яҙгөл менән Баязит та, үҙ-ара килешеп, шәхси клиникаға килде. Бының өсөн кредит та алынды. Табиптарҙың, тәбиғи юл менән ауырға ҡалыу өсөн бер ни ҡамасауламай, тағы бер аҙ көтөгөҙ, тиеүҙәренә ҡарамаҫтан, ҡатын уйынан баш тартманы. Сөнки ЭКО яһатһа, бала табасағына шиге юҡ ине. Барыһы ла яҡшы, анализдары һәйбәт булды, тәүге тапҡырҙан уҡ ҡатындың ауырға ҡалғанын белгәс, парҙың шатланыуы!
…–Оҙаҡ көткәнме икән?
Яҙгөл һиҫкәнеп күҙен асып ебәрһә, бер - нисә ҡатын уның өҫтөнә эйелеп баҫҡан. Төрлө йәштәге үҙҙәре, күренеп тора. Йәлләүле ҡарашын төбәгән палаталаштарына:
– Һигеҙ йыл... Ауырым үҫеүҙән туҡтаны… Таҙарттылар…– тип әйтә алды иңрәү ҡатыш.
– Күпмелек ине һуң?
– Ун ике аҙналыҡ…
«Эхх…», –ҡатындарҙың береһе ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Икенсеһе пластик стаканды һаҡ ҡына ауыҙына терәне: «Мә, эс, һыуһының ҡанһын».
Сабыйын юғалтыуын һис тә аңларға теләмәгән Яҙгөл эсен тотоп оҙаҡ ятты. Тирә-йүндәгеләрҙең шым ғына аралашыуҙарынан бында барыһы ла бала таба алмаған ҡатындар икәне аңлашыла. Һөйләгәндәре лапароскопия, эндометриоз, ЭКО, ИКСИ – үҙәккә үтерлек таныш һүҙҙәр.
–Юҡ, тинем бит! Ышанмайым мин һеҙгә! Мин балам буласаҡ, ишетәһегеҙме, бу-ла-саҡ! –атылып килеп ингән берәү, карауат ситенә эләгеп, һөрлөгөп китте. – Мин бер нәмәне лә киҫтерергә уйламайым! Һеҙ алдашаһығыҙ, ы-шан-ма-йым!
–Нимә булды, сеү, тыныслан! – палатағылар истерикаға бирелеүсене тыйырға тырышты.
–Тәүҙә, бер аналыҡ көпшәһен ҡырҡырға кәрәк, тинеләр. Ә хәҙер икеһен дә, тиҙәр, улар ныҡ ялҡынһынған, имеш! Икеһен дә алдырып, нисек балаға уҙырға тейеш кеше?! Көпшәләре булмаһа, был ЭКО-ға ризалашыр ҙа һеҙгә аҡса түләр, тип көтәһегеҙме? Күралмайым һеҙҙе, башҡаса бында эҙем дә булмаясаҡ! – ярһыған ҡатын үкһеп иларға тотондо. Уның артынан табип үҙе килеп инде: «Аҡсанан бигерәк һаулығығыҙ тураһында һүҙ бара. Үкенескә күрә, һеҙҙә сактосальпинкстың ауыр формаһы, тиҙ арала операция талап ителә. Уны бюджет ойошмаһында бушлай ҙа эшләйҙәр». Күмәкләп тынысландырҙылар, буғай, һулҡылдап илаған тауыш тынып ҡалды.
Күпмелер ваҡыттан һуң, Яҙгөл яңынан күҙҙәрен асты. Янына һары сәсле ҡатын килеп мендәрен төҙәтте, маңлайына ҡулын һалып ҡараны. Төптә, тәҙрә янындағы карауатта ятҡан килеш барыһын да хәлһеҙ генә күҙҙән үткәрҙе: үҙе менән дүрт ҡатын икән, береһе ҡарашын билдәһеҙлеккә төбәп, онотолған хәлдә ултыра. Күрәһең, яңыраҡ уны йыуатҡандар.
–Сәй ҡуйып ебәрәйек, шәкәрле итеп эсеп алһаң, хәл инеп китер! – һарыҡай электр сәйнүген тоҡандырып ебәрҙе. – Коридорҙағы кулерҙан һыу бигерәк тәмле, сәйен дә эсеп туйғыһыҙ!
Сәй янында ҡатындар бер-береһенә тартылып, асылып һөйләшә башланы. Яҙгөл карауаттан тороуҙан ҡырҡа баш тартты.
–Мин бынан ҡайтырға хәл иттем, – тине Римма, күҙ йәштәрен йотоп. – Көпшәләремде алдыртыу өсөн үҙемдең гинекологыма барасаҡмын. Артабан аҡса йыйып йәки кредит алып ЭКО-ға килермен. Спайкалы көпшәләр менән ЭКО-ға алмаясаҡтар, тиҙәр бит. Эй, ҡыҙҙар! Ошо көнгәсә, утыҙ биш йәшемә еткәнсе, үҙем булдыра алырмын, тип хыялланып йөрөнөм. Һуңғы шәмем һүнде…
–Бер ҡасан да башыңды эймә! Үҙеңде ҡороған, ҡыҫыр ағас тип хис итерһең, бирешмә. Мин тыуасаҡ балам өсөн тауҙар аҡтарырға әҙер! – Һарыҡай Мария осло маникюрлы бармаҡтарын тырпайтып, ниҙер эләктереп алғандай хәрәкәт яһаны. – Был юлы дүртенсе тапҡыр ЭКО-ға килдем, быға тиклем ике ауырым үҫеүҙән туҡтаны. Өсөнсө тапҡырҙан бер түгел ике эмбрион нығынып, үҫеп киткәйне. Табыу ваҡыты етте тигәндә, ауыҙ вирусы инфекцияһын йоҡтороп ҡаты сирләп киттем. Тән температураһы 40-тан төшмәне, тиҙ арала кесарев ярыуы яһанылар. Ул көндө донъяла минән дә бәхетле кеше юҡ ине. Тик бер нисә тәүлектән ҡыҙым да, малайым да бер-бер артлы үлде. Минән күсеп өлгөргән инфекция йән киҫәккәйҙәремде аяманы. Ҡайғымдан аҡылдан яҙмаҫ өсөн үҙ-үҙемде ҡулға алыу еңел булманы, йыл ярым уҙғас, тағы килдем. Беләһеңме ни өсөн? Сөнки минең ышаныс шәмдәлдәре һүнмәгән, килеп сыҡмаһа, суррогат әсә хеҙмәтенә лә мөрәжәғәт итәсәкмен!
Шул саҡ берәү палата ишегенә башын тыҡты:
–Ҡыҙҙар-йондоҙҙар, һеҙҙә ноутбукка заряд яйланмаһы юҡмы?– тип һораны ҡырҡ йәштәр самаһындағы ҡатын.
–Юҡ! –Юлиә барыһынан да алдараҡ ҡәтғи итеп яуап ҡайтарҙы. Палата ишеге ябылғас, нәфрәтләнеп, йән асыуы менән дауам итте: «Был ҡатындың 16 йәшлек ҡыҙы бар. Ә икенсеһен табырға теләмәй, ҡат-ҡат абортҡа барған. Хәҙер ЭКО - ға килгән. Фатирыбыҙ бар, донъябыҙ етеш, тағы бала кәрәк, мотлаҡ ул тыуһын ине, ти. Минең бер генә бөртөк балам булһа, Хоҙайға рәхмәт уҡып туя алмаҫ инем. Кемдер бала таба алмай түлһеҙлектән яфалана, ә икенселәре бала табыу бәхетенә эйә булып та, унан баш тарта, бәпесен йәшәүҙән, яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм итә. Үкенәм, тип илаған була, етмәһә».
Юлиә үҙе утыҙға ла етмәгән. Табиптар, теге-был ауырыуын табып, бер-бер артлы дауалау курстарын билдәләгән. Төрлө дарыуҙан һуң ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге боҙолған, ә гормондар өҙөклөгө түлһеҙлеккә килтергән. Үҙе лә, ире лә зарығып бала теләй, табиптар хөкөмөн көтә – ә улары әлегә бер ни ҙә вәғәҙә итмәй.
–Минеңсә, йәшәүҙе Хоҙай Тәғәлә генә бүләк итә. ЭКО – ул мотлаҡ ауырға ҡалып, имен-аман ҡарыныңда йөрөтөп, һау бала табасаҡһың, тигән һүҙ түгел. Хет ун тапҡыр яһат, Хоҙай бирмәһә бирмәй ҙә ҡуя. Был юлы ул миңә мотлаҡ әсә булыу бәхетен бүләк итер, тәүфиҡлы, оҙон ғүмерле бала бирер, тип ышанам, – яҙмыштың ауыр һынауҙарын еңеп сыҡҡан, фәлсәфәүи фекер йөрөткән Марияны рух йәшәтә. – Бөгөн тәүге баланы табыуҙың уртаса йәше 30 - 35, ҡатындар 45 - 47 йәштә лә таба. Миңә 44 йәш, уҙып барған поездың һуңғы вагонына нисек булһа ла өлгөрөргә тырышам. Барыһы ла Хоҙай ҡулында…
Ҡатындарҙы өнһөҙ генә тыңлаған Яҙгөл ойоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Уның янына ап-аҡ кейемле Сәлимә өләсәһе килеп ултырҙы. Заманында кендек әбейе булған ҡатын үҙ ғүмерендә кешеләрҙән бик күп рәхмәт һүҙен ишеткән. Үҙенән күҙ яуын алырлыҡ сафлыҡ бөркөлә, күрәһең, йәне ожмахталыр. Йөҙәрләгән сабыйға донъяға килергә ярҙам иткән изге күңелле, иманлы, әҙәпле, абруйлы әбей ине. Әйтерһең дә, бәләкәй Яҙгөлдө һөйөп туймаған өләсәһенең йылыһы килеп бәрелгәндәй булды. Аһ, ҡайҙа ҡалды ул ғәмһеҙ баласаҡ! Иркәле, наҙлы, бер ҡайғыһыҙ саҡ!
–Сейәләр быйыл ҡыҫыр ҡалды тип, борсолма, ҡыҙым! Таҡ һанлы йылда мотлаҡ сәскә атыр, емеше менән ҡыуандырыр! Ҡайғырма, балаҡайым! – бер - нисә секундлыҡ ҡына әллә өн, әллә төш булды. Өләсәһе уны үҙе аралап йөрөй икән дә! Нимә тине шул, сейәләр ҡыҫыр ҡалды? Таҡ һанлы йылда емеш бирер?
Яҙгөл, палаталаштарының әңгәмәһен онотоп, тәрән уйға батты. Ҡыуанысынан тыны ҡыҫылды, сейәләр, тип уның үҙен әйтте түгелме? Таҡ тигәнен нисек аңларға? Быйыл таҡ һанлы йыл, әллә?.. Баязит менән бергә тороуҙарына быйыл 8 йыл, киләһе йыл, тимәк? Бәлки?
«Рәхмәт, ҡәҙерлем, рәхмәт, өләсәйгенәм!» –ҡатын үҙендә оло өмөт сатҡыһы уяныуын, еңеллек тойҙо, тын алыуы иркенәйҙе. Әйтерһең дә, Яҙгөл терелде, уға йән инде:
– Миңә лә сәй яһағыҙ, зинһар? – тип тороп ултырҙы ул.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.








Сығыу ваҡыты 12-10-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 96
|
  • Күп балалы бәхет
  • Йырҙан яралған һөйөү
  • Йөрәкте ярып сыҡҡан бала икән...
  • Түҙ, йөрәгем, түҙ, башҡа сара юҡ...
  • “Көслө заттың башын әйләндермәгеҙ”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM