НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Хәмерҙән тура юл – тамуҡҡа!

Хәмерҙән тура юл – тамуҡҡа!


Хәмерҙән тура юл – тамуҡҡа!
Әнисәнең үлеме хаҡында дуҫ класташыбыҙ аша белдек. Ара-тирә уның яҙмышын, тормошон да әҙ-мәҙ ишетеп белә инек, тик аралашып йәшәмәнек. Ул эске юлынан киткәйне инде. Ирҙәрҙән дә уңманы, ти ауылдаштары. Ике ҡыҙ үҫтергән.
Шуларҙың берәүһендә йәшәгән икән. Ул да булһа, иҫке генә бер ятаҡ йоратында ғына.
Ул ҡыҙ ҙа ике бала менән айырылған булған, гел байрамдар ойоштороп, бәләкәй балаларын ҡарамай, аҙналап юғалып та йөрөгән. Ауыр хәл. Аяныс яҙмыш...
Бына шулай сираттағы юғалып йөрөүенең сәбәбелер инде әсәһенең креслола үлеп ултырыуы ла.
Нисә көн шулай ултырғанын бер кем дә белмәй.
Өс йәшлек бала мәйет янында күпме төндәр йоҡлағандыр инде, ни бары Хоҙайға ғына билдәле.
Ҡыҙы ҡайтып ингәндә өйҙән мәйет еҫе аңҡып, тышҡа уҡ сыға башлаған. Ятаҡта йәй көндәрендә лә кеше булмай тиҙәр. Ялға ауыл яғына һыҙыу яғын ҡарайҙар. Кемдең генә ошо тар, һаҫыҡ бүлмәләрҙә интегеп ултырғыһы килһен инде?!
Моргта ла бер төн булған икән мәрхүмә.
Туғандары ауылына алып барып ҡуйырға һөйләшкәндәр тигәс, беҙ ҙә, дүрт ҡатын, класташыбыҙҙың ауылына юлландыҡ. Атаһы нигеҙендә бер туған ҡустыһы йәшәй икән. Унда беҙҙе иҫерек ике ир ҡаршы алды. “Бөтә кеше эштә, ҡайҙан кеше табыр­ға ла белмәйем”, – тине аяғында саҡ баҫып торған ҡустыһы. Күршеһендә йәшәүсе бер-ике ҡатын: “Кисә үк белдегеҙ үлгәнен! Алдан һөйләшеп ҡуйыр инең, исмаһам. Халыҡ урмандан кисһеҙ ҡайтмай инде ул. Бесән ваҡыты бит”, – тиеүҙәренә ажырайып, теге иҫерек ир заты: “Бар, вис ҡайтып бөтөгөҙ. Төнөн булһа ла үҙем алып барып күмермен әле!” – тимәһенме!
Килгән кешеләр аптырашып, бер-береһенә ҡарашып, бер килке иҫһеҙ торҙо.
Мәйетте тәрбиәләп бөтөүгә тағы өс иҫерек ир килеп өҫтәлде. Шулай итеп, төштән һуңға ғына биш иҫерек ир зыярат яғына юл алды. Берәүһенең пакетына килен тейешлеһе ике шешә сәмәйен һалып оҙатып тороп ҡалды. Мәрхүмәне ул көнө ерләүҙәренә өмөттәре һүнеп, халыҡ таралыша башланы. Араһынан кемдер: “Ҡасан ҡәбер әҙер була, оҙатырға тағы йыйылырбыҙ әле. Тик хәбәр итерһегеҙ...” – тине лә, ҡайтырға сыҡты. Беҙ, һабаҡташтары, иҫебеҙҙе йыя алмай ҡапҡа төбөндә ҡатып тороуыбыҙҙы дауам иттек. Көтөүҙән мал ҡайта башланы. Кемдәрҙер һыйырын һауырға өйөнә ашығып ҡайтып китте. Беҙ баҫҡан еребеҙҙә таштай ҡатып тора бирҙек. Сөнки кеше килер ергә китмәүен аңлай инек. Был донъялағы ошо мәхшәрҙе аңлап ятҡан булһа, үҙенең дә ҡабат яҡты донъяларға ҡайтҡыһы килмәҫ ине, моғайын.
Йәш егет машинала килеп ҡәбер әҙер булыуын хәбәр итеүе булды, мәрхүмәне ат арбаһына һалып, өс әзмәүерҙәй ир ҡәбер яғына ыңғайланы. Беҙ ҙә яйлап ҡына зыярат яғына атланыҡ. Зыярат тышынан ғына хушлаштыҡ беҙ уның менән. Сөнки ҡояш байығайны инде. Ҡәбер эйәһенең рухына арнап кемдер аят уҡыны.
“Бәхил бул, Әнисә! Хоҙай белеп йә белмәй ҡылған гонаһтарыңды ғәфү итһен», – тип доға ҡылдыҡ та, ҡайтырға сыҡтыҡ.

Нуриҙә Илһамова.
Әбйәлил районы.
Асҡар ауылы.

Сығыу ваҡыты 23-09-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 705
|
  • Илар көнөң алда әле, Әнисә!
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Капрон күлдәк (булған хәл)
  • ЙЫНАЗА
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM