RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Матур һөйләй белгәндәргә эйәрәләр йәки Яҙмыш һине тәкмәстереп китһә, үҙеңә яраҡлы оратор тап

13.10.2016 Матур һөйләй белгәндәргә эйәрәләр йәки Яҙмыш һине тәкмәстереп китһә, үҙеңә яраҡлы оратор тап

Матур һөйләй белгәндәргә эйәрәләр йәки Яҙмыш һине тәкмәстереп китһә, үҙеңә яраҡлы оратор тапҠасандыр кешеләргә мөһим аҙым яһарға бер ниндәй ҙә этәргес көс, дәртләндереү кәрәкмәгән. Әҙәмдәр былай ҙа мөмкин булғанса эшләгән, бурысын үтәгән. Үтәмәй икән, үҙе лә, ғаиләһе лә ас ҡалған. Бөгөн иһә һәр нәмәлә бик ныҡ тырышлыҡ кәрәк. Һәм дә кемдеңдер йә арттан этеүе, йә алдан тартыуы. Этеп-тартмаған хәлдә лә, һис юғы, хәбәр һөйләүе менән булһа ла ярҙам итеүселәр була. Заманса тел менән әйткәндә, мотивация оратор­ҙары. Был “һөнәр” эйәләренең кешене бөтә нәмә лә ҡулынан килеүенә ышандырырлыҡ һәләте бар, имеш.
Ораторҙың кем икәнен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. “Кешене ауыҙына ҡаратыусы, матур итеп телмәр тотоу­сы” тип әйтәйек тә ҡуяйыҡ. Мотивация – “йүнәлтеүсе”, “этәреүсе” бер эш инде. Бөгөнгө мотиваторҙар (мотивация+оратор) йыш ҡына йә бик ярлы булған да, байып киткән, йә бәләгә тарып, еңеп сыҡҡан кешеләр икән. Хәҙер уңышҡа нисек ирешеүҙәре хаҡында бүлешәләр. Шағирәнә күңеллеләр. Шулай булмаһа, уларҙы кем тыңлаһын?

Ораторҙар алда бара…
Һәр замандың бөйөк ораторҙары, йәғни ялҡынлы телмәр тотоусылары булған. Бер сәнғәт икән ул “елле” итеп һөйләй белеү. Тарихта билдәле ораторҙарҙың күбеһе идарасы, хаким булған. Владимир Ленин, мәҫәлән. АҠШ-тың 16-сы Президенты Авраам Линкольн, Британия Премьер-министры Уинстон Черчилль (әйткәндәй, ул тәүҙә бик тотлоҡҡан, ихтыяр көсө ныҡлығы ғына уңыштарға илткән), Адольф Гитлер, Иосиф Сталин, Владимир Путин… Һанай китһәң, арыу ғына оҙон исемлек төҙөлә.
Кешегә ярҙам итеүсе, йүнәлеш биреүсе ораторҙарҙы бер “епкә” теҙеп ҡуйғандар икән. “Иң-иң” өсәүҙе генә алғанда, улар түбәндәгеләр.
Беренсеһе – Энтони Роббинс. Үҙе кәүҙәгә бик ҙур, тауышы ғәләмәт көслө, ти. Һөйләүен тыңлағанда ауыҙыңды асмаҫ ерҙән асырһың. Өҫтәүенә, психология буйынса 700 китап уҡыған. Гипноз көсө лә барҙыр, сөнки ул кешене, бөгөн генә түгел, ә бына хәҙер үк үҙгәрә алаһың, тип ышандыра. Ысынмылыр-бушмылыр, ул үҙенең шәхси үҫеш тураһындағы сығыштары, семинар, видеокурстары менән 80 илдән 50 миллион самаһы кешенең яҙмышы үҙгәреүенә булышлыҡ иткән. Михаил Горбачев менән Билл Клинтон да уның уҡыусылары булған, имеш.
Иң танылған әйтеме: “Ысын лидер ваҡытының биш процентын ғына проблеманы асыҡлауға, ә 95 процентын шул проблеманы хәл итеүгә сарыф итә. Бер урында тапаныу­ҙан туҡтағыҙ!”
Икенсе урында торған мотивация ораторы – Эрик Томас. 16 йәшендә йортһоҙ тороп ҡалған кеше бөгөн донъя кимәлендә таныл­ған “йүнәлткес” булып йөрөһөнсө әле! Уның тормошон бер рухани үҙгәрткән. Бер аҙҙан Эрик та рухани булып киткән. Тора-бара ораторлыҡҡа тотонған. Уның сығышында иң төп раҫлама: еңел юл юҡ, әммә үҙегеҙгә ҡаты талап ҡуйығыҙ – бер ҡасан да ҡурҡмаҫҡа һәм бирешмәҫкә.
Бер әйткәне иҫтә ҡалды: “Бәлә ваҡытлыса. Ул бер минут, бер сәғәт йә бер йыл дауам итеүе мөмкин. Әммә бер килеп бөтә бит… Мин 2,5 йыл өйһөҙ-ниһеҙ булдым. Күптәрегеҙ бик иркә, тормош ауырлыҡтарының ни икәнен дә белмәй. Миңә, Эрик, һинең әсәйең яуыз ҡыланды, тиеүселәр күп. Эйе, ул мине йорттан ҡыуып сығарҙы. Һәм… мине ысын ир итеп тәрбиәләне. Ә һеҙҙең арала саҡ ҡына ауырлыҡ тыуһа ла әсәһенә шылтыратыусылар бар. Әҙ генә булһа ла ауырлыҡ тойоғоҙ! Аҙаҡ уңышы килер…” Дөрөҫ һүҙҙәр ҙә инде!
Билдәлелеге буйынса өсөнсө торған Лес Браун тигән мотиваторға иһә үҫмер сағында “аҡылы зәғиф” тигән ярлыҡ тағылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙенең бөтә потенциалын аса алған. Юлында осраған кәрәкле кешеләр, йәғни “этәргес-йүнәлткестәр” арҡаһында. Уның: “Һеҙгә нимәнелер башлау өсөн бөйөк булыу кәрәкмәй, тик бөйөк булыр өсөн башларға ғына кәрәк”, – тигәне бик күптәргә дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам иткән.
Браун әфәнде әйтә: “Әгәр ҙә һеҙ туғыҙ бахыр, йәғни уңышһыҙ кеше араһында йөрөһәгеҙ, тиҙ арала унынсыһына әүерелер­һегеҙ”. Ябай тел менән әйткәндә, мыжыҡтар­ҙан, пессимистарҙан ары тор, тигән һүҙ инде.

Матур, көслө, белемле, аяҡһыҙ, ҡулһыҙ…
Австралияла йәшәүсе Ник Вуйчич тигән кеше хаҡында ла ишеткәнегеҙ барҙыр. Оҙаҡ көтөлгән бала аяҡһыҙ-ҡулһыҙ тыуа. Һул аяғы урынында бер ярпысыҡ бар шулай ҙа. Николас сабый саҡтан уҡ үҙенең башҡалар­ҙан айырылып торғанын аңлай. Хатта һигеҙ йәшендә үҙ-үҙен үлтерергә лә самалай – ваннала батырға була. Тик ниәте килеп сыҡмай, кәүҙәһен һыу өҫкә этәрә лә сығара, этәрә лә сығара икән. Ата-әсәһе бик ярата малайҙы. Ник үҫә килә үҙенең хәле менән ризалаша, әммә төшөнкөлөккә бирелергә уйламай ҙа. Яҡшы шәхси мәктәптә уҡый, хәйриә һәм инвалидтарға ярҙам буйынса мәктәп старшинаһы итеп тә тәғәйенләнә. Университетҡа уҡырға ингәс, егет үҙенең асылын аңлай – ул кешеләргә үҙ-үҙендә ышаныс булдырырға, өмөттө юғалтмаҫҡа ярҙам итергә тейеш!
Бөгөн Ник – ике юғары белемле, донъяға танылған шәхес, миллионер. Уның мәрхәмәтлек ойошмаһы һәм мотивация компанияһы бар. 34 йәшлек аяҡһыҙ-ҡулһыҙ оратор миллиондар алдында сығыш яһап, кешеләргә тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға юл күрһәткән. Һәм әле лә шул эшен дауам итә.
“Ҡайһы берҙә һеҙ бына ошолайтып йығылыуығыҙ мөмкин”, – тип үҙе баҫып торған өҫтәлгә йығылып китә икән Николас.
“Тороп китергә хәл таба алмайһығыҙ ҙа, өмөтһөҙлөк тураһында уйланаһығыҙ. Бына минең ҡулдарым да, аяҡтарым да юҡ. Торорға йөҙ тапҡыр маташһам да, булдыра алмам кеүек. Әммә мин ҡабат-ҡабат тырышам. Белегеҙ – уңышһыҙлыҡ ул әле бөтөнләй бөттө тигән һүҙ түгел. Иң мөһиме – һеҙ маташып ҡарағыҙ…” Һәм Ник маңлайы менән терәлеп, яурыны менән кәүҙәһен этеп, торор­ға ынтыла, тороп та баҫа. Ошонан һуң күп ваҡыт залдың яртыһы йәш түгә. Бына бит булдыра алмайым тигәндәргә асыҡ миҫал – ҡулһыҙ-аяҡһыҙ кеше йөҙө менән йығылғандан һуң да тороп баҫты! Вуйчич яңғыҙ түгел, уның ҡатыны, һау-сәләмәт ике балаһы бар.
…Бөгөн, һөйгәнем ташланы, йә, кредитым күп, тип суицид ҡылыусылар артты. Мәғәнәһеҙ үлемгә барғансы, булған аҡылы менән эш итеп ҡараһын ул кеше.

Әйткәндәй

Ораторҙар кешегә өмөт бирә, уйланырға мәжбүр итә. Телмәр тотоусының тауышы ла бик мөһим роль уйнай. Ул мотлаҡ яғымлы, көслө, таҙа булырға тейеш. Совет осоро быуыны шундай тауышлы кеше менән таныш. Ул, әлбиттә, оратор уҡ булмаһа ла, илебеҙҙең иң билдәле дикторы булып эшләгән. Юрий Левитан тураһында һүҙ. Уны “Дәүер һәм еңеү тауышы” тип тә йөрөткәндәр, “өмөт биреүсе” тигәндәр. Маршал Рокос­совский билдәләүенсә, Левитан­дың тауышы тотош дивизияныҡына торошло булған. Гитлер уны “беренсе дошман” тип тә иғлан иткән.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.


Һандар һәм факттар

- Һуңғы йылдарҙа Рәсәй делегацияһы билдәле мотиватор Энтони Роббинс семинарҙарын тыңларға бара икән. Былтыр, мәҫәлән, Лондонда “Йәшерен
потенциалыңды ас” тигән семинарҙа 350 ватандашыбыҙ ҡатнашҡан.
- Йөҙҙәрсә темаға (бизнестан башлап башҡа планеталарға күсенеүгә тиклем) иркен телмәр тотҡан Владимир Довгань былай ти: “Мин ниңә бойоҡ түгел, ниңә ауырымайым? Сөнки минең ҙур хыялым бар! Мин һүҙҙәр менән идара итәм. Үҙ-үҙемә ышанысымды көн һайын күнектерәм. Мин арҡамдың төҙлөгөн һәм йылмайыуымды һәр ваҡыт күҙәтеүҙә тотам”.
- Рәсәйҙә һәм БДБ дәүләттәре кимәлендә 2011 йылда тәүге спикер бюроһы барлыҡҡа килә. Ул теләһә ҡайһы сараны ла файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу
маҡсатын ҡуя, иң шәп ораторҙар менән тәьмин итә икән. Бөгөн күп ҙур йыйын, форум сағыу сығыштарға бай, был, моғайын, тап ошо агентлыҡ ярҙамылыр.
- Һүҙ көсө тураһында һөйләгәндә, бәғзеләр ышанмай. Йәнәһе, был бит бары ябай һүҙҙәр генә. Түбәндә – бер тарих. Бер үҫмер класташына бысаҡ менән сәнсә. Уны тегеһе күп йылдар буйына “бөкрө” тип үсекләгән икән. Малай, ысынлап та, бөкрө булған. Ошо фажиғә буйынса судта Кони исемле адвокат эшләй. Ул тороп баҫа ла: “Һаумыһығыҙ, хөрмәтле присяжныйҙар!” – ти. Тегеләре уға: “Һаумыһығыҙ, Анатолий Федорович!” – тип яуаплай. Адвокат тағы бер: “Һаумыһығыҙ, хөрмәтле присяжныйҙар!” – тип ҡабатлай. Присяжныйҙар, аптыраңҡырап, уны йәнә сәләмләй. Кони тағы һаулашыуын ҡабатлай. Тағы, тағы… Ахыр сиктә присяжныйҙар сығырынан сыға, был ахмаҡты залдан ҡыуығыҙ, ти башлай. Һәм адвокат хәл иткес һүҙен әйтә: “Был ни бары 37 тапҡыр ғына”… Малайҙы аҡлайҙар. Аңланығыҙмы инде?










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»