НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡыҙҙар булып айырылдыҡ та, Өләсәйҙәр булып осраштыҡ (башы һәм аҙағы)

Ҡыҙҙар булып айырылдыҡ та, Өләсәйҙәр булып осраштыҡ (башы һәм аҙағы)


Ҡыҙҙар булып айырылдыҡ та, Өләсәйҙәр булып осраштыҡ (башы һәм аҙағы)Сентябрь айында ҡала халҡы яңынан ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайта. Кемеһе ҡайҙа ял һәм сәйәхәт итеүселәрҙең йәшерәктәре – уҡыу йорттарында, өлкәнерәктәре хеҙмәт урындарында төп эштәрен башҡара башлай. «Йәйҙе нисек үткәрҙең?» – был осорҙа иң күп бирелгән һорау ошо. Ул ваҡиғаларға бай, ҡояшлы ғүмер миҙгелен яңынан хәтергә төшөрә, байҡау яһата.
Минең дә, был йәйем иҫтәлеклерәк булды. Иң тулҡынландырғаны – үҫмер йылдарыбыҙға ҡайтып килеүебеҙҙер.

Ҡайһылай тиҙ үтә ваҡыт. Мәктәп тамамлауыбыҙға ла ярты быуат икән дә. Синыфташтар, бер-беребеҙҙе табышып, осрашырға, был иҫтәлекле ваҡиғаны билдәләп үтергә һөйләштек. Йыйылыу урыны, әлбиттә, Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге лицейҙа буласаҡ. Беҙ уҡығанда 1-се башҡорт урта мәктәбе тип йөрөтөлә ине. Күрешеү сәғәттәренә тиклемге ара мәктәп йылдарыбыҙ – саф хыялдарға бай ҡыҙыҡлы осор хаҡында синыфташ дуҫтарыбыҙ уйланып, яҡты һағыштар солғанышында үтте. Ҡайһылары менән даими осрашып, хәл белешеп торолдо. Һирәк-мирәк күрешкәндәре лә бар. Бер нисәһен уҡыу тамамланғаны бирле күрелмәгән. Танырбыҙмы бер-беребеҙҙе? Яҙмыштары нисек булды икән? Һәр береһенең 17 – 18 йәштәге йөҙ-һыны, ҡыланыштары күҙ алдында. Бер бөртөк уҡытыусыбыҙ, бер бөртөк тәрбиәсебеҙ киләсәк икән осрашыуға. Етмешкә етеп килгән уҡыу­сылары янына улар килә алғас та һәйбәт инде.
Йәй көнө Әлшәй районында урынлашҡан ауылым Һарышта, үҙебеҙ һалып ингән йортта йәшәйбеҙ. Ул район үҙәгенә егерме саҡрым самаһы. Уҡытыусыбыҙ Тайфа Шакир ҡыҙы Ғәбитова мәктәпкә яҡын ғына тора. Иртәрәк килеп, осрашыуға уның менән бергә барырға булдым. Һикһән биш йәште артмаҡлаған әле булһа һомғол буйлы апайыбыҙ матур кейемдәрен әҙерләп ҡуйған. Осрашыуҙа беҙгә әйтәсәк һүҙҙәрен яҙып әҙерләгән, әле шуларҙы ҡараштырып ултырыуы. Ысын уҡытыусы ғүмер буйы уҡытыусы булып ҡала инде ул. Яуаплылыҡ уларҙың ҡанына һеңгән.
Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың синыфташы, уның үҫмерлек осоро көндәлектәренең бер геройы булған, ил хәстәрен иңдәренә һалып, тулы тормош менән йәшәгән һәм ғүмерен ихластан киләсәк быуынға тәрбиә биреүгә арнаған аҫыл заттарыбыҙҙың береһе, изгелеккә, рух ныҡлығына, илһөйәрлеккә, тырышлыҡҡа, матурлыҡҡа өйрәткән кеше ул Тайфа Шакир ҡыҙы Ғәбитова.
Әйткәндәй, мине Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә бер йыл уҡытты, синыф етәксебеҙ булды. Уның дәрестәрен яратабыҙ, һөйләгәндәрен ихлас тыңлайбыҙ. Сөнки бала үҙен аңлағандарға, үҙен шәхес булараҡ хөрмәт иткәндәргә тартыла.
Айырыуса синыф сәғәттәрен, мәктәп байрамдарын көтөп алдыҡ. Бигерәк тә уларға әҙерлек эштәре оҡшай ине беҙгә. Колхоз радиоһы аша шиғыр һәм йыр концерты менән сығыш яһаһаҡ, ете ауылдың һәр өйөндә яңғырап торҙо.
Бер саҡ алтынсы синыфтың яҙында үҙем дә бер шәлкем шиғыр яҙып, уҡытыусыма күрһәттем. Берҙән-бер көн «Таң» тип аталған шиғырым гәзит битендә донъя күргәс, бөтә мәктәп гөр килде. Уҡытыусым туҡтап ҡалмаҫҡа кәңәш биреп, яңы шиғыр­ҙар яҙып алып килеп күрһәтеүемде көтә башланы. Шунан нисек яҙышмайһың инде?!
Ә етенсегә килгәндә яратҡан уҡытыусыбыҙ Себенле мәктәбендә уҡытмай ине инде. Башҡалар хаҡында әйтә алмайым, ә минең уҡыуҙан ҡайтышлай, уны юҡһынып, үкһеп-үкһеп илағаным хәтерҙә.
9-сыға Раевкаға уҡырға килдем. Район үҙәгенә барғылағаным булһа ла, барыбер сит инде был төбәк, ата-әсә ҡуйынынан саҡ сығып, инде белем юлын яңғыҙ дауам итергә тейешле ун дүрт йәшлек үҫмер балаға. Ул ваҡытта әле интернат та юҡ. Ят кешеләрҙә йәшәргә, оло райүҙәкте аша үтеп, мәктәпкә йөрөргә кәрәк. Дуҫ-әхирәттәр, өйрәнгән уҡытыусылар юҡ.
– Гөлфиә, һин 9-сы А синыфында уҡыйһыңмы? – тигән таныш танһыҡ тауышты ишетеп, әйләнеп ҡараһам, ҡыуанысымдан телһеҙ ҡалдым. Алдымда төштәремә инеп һағышландырған Тайфа апайым, ғәҙәттәгесә, һынаулы ҡарап, ихлас йылмайып баҫып тора. Бына бәхет, хәҙер мәктәптә мине белгән кеше, таянысым, кәрәк икән, яҡлаусым бар. Йөрәгемә көс инде, күңелемә дәрт ҡунды.
Хәтерләүҙәр оҙаҡҡараҡ китте шикелле. Аҙаҡтан да минең ижадымды иғтибар үҙәгендә тотоп, кәңәштәрен бирҙе. Интернатта йәшәй башлағас, уның миңә, тыныслап яҙышып, дәрестәр әҙерләп, уҡып ултырһын тип, кабинет асҡысын биреп ҡуйыуы һымаҡ ярҙамдарын нисек онотмаҡ кәрәк?! Шуныһы ҡыҙыҡ: ошо мәктәптә уҡыған, аҙаҡ уҡытыусы, артист, журналист булып киткән һабаҡташтарымдан ишетеүемсә, уларҙың барыһы ла апайыбыҙҙың шәхсән иғтибарын, ярҙамын тойоп уҡыған икән.
… Мәктәп алыҫ булмаһа ла, юлда осрап, кисәгә тип китеп барған синыфташтарыбыҙҙың береһе – Салауат Фәйзуллин машинаһына ултыртып алды. Ул Раевкала йәшәй, етәксе вазифалар башҡарҙы. Уны күргеләп торам. Ижад кисәләремдә лә ҡатнашҡаны булды. Элеккесә, итәғәтле, шаян, күтәренке рухлы…
– Мин бер сәғәт алдараҡ килеп, мәктәпте ҡарап сыҡтым инде, әле һеҙҙе көтөп торам, – тип, ишек төбөндә ҡаршы алды синыфташыбыҙ Зәкиә Минибаева. Төҫ ташламаған. Әҙерләнеп килгәне күренеп тора: биҙәнеп-төҙәнгән, ҡупшы кейенгән. Һөйләше, үҙен тотоуы – оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгәненә ишара. Элекке йомроҡай, дыуамал ҡыҙыҡайҙан күпкә айырыла. Теремеклеге, ҡыҙыҡһыныусанлығы үҙгәрмәгән шулай ҙа.
– Рәхим итегеҙ! – тип йылмайып ҡаршы алып торған мәктәп директоры менән бер төркөм уҡытыусылар­ҙы күргәс, күңелдәр тағы ла нығыраҡ күтәрелеп китте. Беҙҙең мәнфәғәтте ҡайғыртып, ялдарынан айырылып, мәктәпкә килгәндәр бит әле, рәхмәт төшкөрҙәре! Көтөп алынған ҡунаҡ булыуға ни етә?!
Эй, туған мәктәбебеҙ! Уның оҙон-оҙон коридорҙарында аяҡ эҙҙәребеҙ ҡалған, бүлмәләрҙе асһаҡ, унда онотолоп дәрес тыңлап синыфташтарыбыҙ ултыралыр, бар иғтибарҙарын уҡыусыларына йүнәлтеп, уҡытыусыларыбыҙ дәрес аңлаталыр һымаҡ.
Егерме дүрт уҡыусы: ун һигеҙ ҡыҙ һәм алты егет тамамланыҡ ун бер йыллыҡ мәктәпте. Ҙур сығарылыш булды ул йылда беҙҙең мәктәптә генә түгел, бөтә илдә: ун беренселәр менән бергә унынсы синыфтар ҙа урта мәктәп тамамланы.
Ун бишебеҙ бөгөн осрашыуға килгән. Өс ҡыҙыбыҙ – Тәнзилә Шәрипова, Һылыубикә Ҡотлоғәл­ләмова, Фәниә Кирәева, ике егетебеҙ – Фәнис менән Тимербай Сәйетғәлин хәҙер инде, ауыр тупраҡтары еңел булһын, баҡый донъяларҙа. Ҡалғандары, йә ауырып, йә башҡа сәбәптәр менән, байрамда ҡатнаша алмай. Алыҫта йәшәгәндәренә лә ҡапыл йыйынып сығып китеүе ҡыйын бит инде. Килгәндәребеҙ бер-береһе менән ҡосаҡлаша, күҙ йәштәре, көлөшөүҙәр, һорашыуҙар…
Мәктәп йәй уртаһында уҡ яңы уҡыу йылына әҙер һымаҡ тойолдо. Дәрес бүлмәләренә ингәндә лә, баҫҡыстарҙан күтәрелгәндә лә иҫтәлектәргә биреләбеҙ: кем ниндәй партала ултырған, кем кемгә ғашиҡ булып йөрөгән. Интернатта йәшәүселәр өсөн ҙур, уңайлы спорт залыбыҙ, спорт менән шөғөлләнеүҙән тыш, һәр төрлө мәктәп саралары үткәреү, концерт ҡарау, бейеү-дискотека урыныбыҙ ҙа булды. Шуның өсөн хәтирәләр бында айырыуса күберәк иҫкә төштө. Тәрбиәселәр йоҡлағас, бейеү ойоштора инек, тип көлөшөп алды синыфташтар. Мин уныһын онотҡанмын.
Мәктәптең бай йөкмәткеле музейы бик оҡшаны. Төрлө йылдарҙың сығарылыш синыфтары уҡыусыларының аҡлы-ҡаралы, һуңғы йылдар­ҙың төҫлө фотоларынан үҙебеҙҙе, таныштарыбыҙҙы эҙләп табып хисләндек, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙҙың рәсемдәрен күреп күңелдәр тулышты. Беҙ уҡығанда бындай музей юҡ ине, була ла алмай ине. Сөнки мәктәптең иң тәүге уҡыу­сылары инек бит беҙ. Транспарант­тар тотоп, йырҙар йырлап, ҡыуана-ҡыуана күскәйнек бында ныҡ иҫкергән бер ҡатлы ағас мәктәбебеҙҙән. Урамдарҙан гөрләүектәр аҡҡан апрель айы ине. Шундай шәп, районда тиңе булмаған мәктәп әҙер булғас, көҙҙө көтөп тормағандыр инде ул саҡтағы мәктәп коллективы. Беҙ унынсыла инек инде. Ун беренселә, бер генә йыл, уҡып ҡалдыҡ.
Актовый залда гөрләшеүҙәр-һөйләшеүҙәр һүрелгәс, мәктәптең 2006 йылдан бирле эшләгән директоры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Марат Айрат улы Фәтхиев һүҙ алып, беҙҙе бөгөнгө мәктәп тормошо, уҡытыу мәсьәләләре менән таныштырҙы.
Мин бөгөнгө мәктәптең (лицейҙың) республикала алдынғылар иҫәбендә булыуы, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй һәм төбәк-ара кимәлдә үткәрелгән кон­курс­тарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар­ға лайыҡ булып тороуҙары хаҡында хәбәрҙармын.
Хәҙер тирә-яҡ ауылдарҙың күбеһендә урта мәктәптәр туғыҙ йыллыҡҡа, тулы булмаған урта мәктәптәр башланғысҡа ғына әйләнгәндән һуң, лицей тағы ла ҙурая төшкән. Әлеге көндә унда туғыҙ йөҙ алтмыштан ашыу уҡыусы белем ала. Ситтән килгән йөҙ егерме бала интернатҡа урынлаштырылған, өс автобус уҡыусыларҙы тирә-яҡтағы ауылдарҙан көн дә мәктәпкә йөрөтә.
Алты педагог мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара, башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәнен генә лә ун уҡытыусы уҡыта, дүрт физкультура уҡытыусыһы белем бирә. Йыл да мәктәп тамамлаусы­лар­ҙың 90 – 92 проценты вуздарға уҡырға инә икән. Араларында Мәскәү, Санкт-Петербургтың данлыҡлы юғары уҡыу йорттарына инеүселәр ҙә байтаҡ.
Бөгөнгө мәктәп тормошо бөтәбеҙгә лә ҡыҙыҡлы ине, иғтибар менән, ғорурланып тыңланыҡ. Директор һорауҙарыбыҙға ла ихлас яуап бирҙе.
Ҡаршы алыусылар араһында йәш педагогтар ҙа бар. Тимәк, күсәгилешлек дауам итә. Тәбиғи хәл. Араларында мәктәптең өлкән уҡытыусыларының береһе, бар булмышы менән ысын педагог Фәнүрә Хәмит ҡыҙы Ғәлимованың да булыуы, беҙҙең менән ихлас аралашып, күңелебеҙҙе табып, сараны ойоштороп йөрөүе кисәгә йәм өҫтәне.
Районда иң тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған Фәнүрә Хәмит ҡыҙы – минең яҡташым. Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡып сыҡты. Утыҙ ике йыл эсендә белем һәм тәрбиә биргән меңләгән уҡыусыһы уны ихтирам һәм рәхмәт тойғолары менән иҫкә ала. Әлеге ваҡытта ул – йәшерәк коллегаларының кәңәшсеһе лә, таянысы ла.
Директорҙан һуң һүҙ хөрмәтлебеҙ Тайфа Шакир ҡыҙы Ғәбитоваға бирелде. Беҙ уҡыусы саҡтарыбыҙға әйләнеп ҡайттыҡ. Тулҡынландырғыс иҫтәлектәре, кәңәштәре гөрләтеп ҡул сабыуҙар менән аралашып барҙы.
Ҡунаҡтар ҙа бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде. Һәр кемдең әйтер һүҙен, хис-тойғоларын еткергеһе килә. Синыфташтарымдың яҙмыштары хаҡында һүҙ алда буласаҡ. Беҙҙең быуын да илебеҙ менән бергә күрҙе, ул кисергәнде кисерҙе. Үҙгәрештәр ҙә беҙҙең яҙмыштарҙа сағылды.
Төп аралашыу, хәл-әхүәл уртаҡлашыу Раевка ауылының “Хәләл” кафеһында дауам итте. Әлегә беҙ мәктәбебеҙ менән хушлашабыҙ. Мин уҡытыусыларыма 1966 йылғы сығарылыш кисәһендә уҡыған шиғырымды уҡыйым:

Уҡытыусы...
Ниндәй ҙур ышаныс,
Яҡты өмөт ошо бер һүҙҙә!
Әсәм менән берҙәй яҡынһың һин,
Берҙәй ҡәҙерлеһең һин беҙгә.

Тылсым-тылсым йыйып эсерәһең
Белем шишмәһенең һыуҙарын.
Көнө-төнө үҙең беҙҙең менән,
Киләсәктә инде уйҙарың.

Ер йөҙөндә күпме һөнәр булһа,
Нисәү булһа һәйбәт кешеләр,
Һәр береһендә һинең хеҙмәтең
бар,
Һәр береһендә һинең көсөң бар.

Бөйөк шағирҙарҙың,
ғалимдарҙың
Исемдәре илгә таныла,
Тик бары ла ҙур ихтирам менән
Килә улар һинең яныңа.

Йондоҙҙарға кеше юлдар яра,
Хөрмәтләүгә, данға ул эйә.
Тик барыбер мең-мең
рәхмәт әйтеп,
Уҡытыусым, һиңә баш эйә.

Теләктәрҙең иң-иң изгеләре
Балҡып яна һинең күңелдә,
Шуға ла бит яҡты йондоҙ булып
Ҡалаһың һин йөрәк түрендә.

Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

(Аҙағы киләһе һанда).

Ҡыҙҙар булып айырылдыҡ та, Өләсәйҙәр булып осраштыҡ (башы һәм аҙағы)

Ҡыҙҙар булып айырылдыҡ та,
Өләсәйҙәр булып осраштыҡ (аҙағы)


Юҡҡа ғына кисәне ойоштороусылар һөйләшеп ултырыр урын итеп “Хәләл” кафеһын һайламаған икән. Ике-өс синыфташыбыҙ килеп инеү менән, тиҙ генә йыуынып, намаҙ уҡып алды. Арабыҙҙан киткәндәрҙе лә иҫкә төшөрөп һағышландыҡ.
Иң тәүҙә Фәнис Ғәлимуллин фажиғәле рәүештә баҡыйлыҡҡа күсте. Йәш ине, утыҙы ла тулмағайны шикелле. Әсәһе, үгәй атаһы, туғандары менән Раевканың үҙәгендә йәшәне. Һәйбәт уҡыны, бөхтә, матур итеп кейенеп йөрөнө. Сибәр, аҡыллы, ярҙамсыл егет булып хәтер­ҙә ҡалған.
Тимербай Сәйетғәлин да Раевка егете ине. Оҙон буйлы, дыуамалыраҡ холоҡло, спортсы синыфташыбыҙ нисек тә башҡаларҙан айырылып торорға яратты. Башлы үҫмер, дәрестәрҙе тиҙ отоп ала, ә өйгә эш­тәрҙе әҙерләп килергә, моғайын, мөмкинлеге булмағандыр. Ялҡау түгел ине ул... Уҡытыу­сыларға уңай­һыҙ һорауҙар биреп аптыратыуҙан кинәнес тапты. Күп уҡығандыр, аҡыл­лы һорау бирер өсөн дә ниҙер белергә кәрәк бит әле. Ғәҙел, ярҙамсыл булды. 11-селә уҡығанда Тимербай әлеге осрашыуға килә алмаған бер сибәр, бейеүсе синыфташыбыҙға ғашик булғайны. Сы­ғарылыш кисәһендә лә ҡатнашыр­ға тура килмәне уға, имтихандар бөткәс тә армияға алып киттеләр. Ар­миянан ҡайтып, нисәлер йыл үткәс, урамда осрашыуыбыҙ һуң­ғыһы булған икән. Ул һөйгәненең кейәүгә сығып, уңмауы хаҡында әсенеп һөйләп торҙо. Балаһы менән әле миңә сыҡһа, күтәреп кенә йөрөтөр инем, тип хыялланды. Осра­ша алдымы икән ул тәүге мөхәббәте менән, әммә улар бергә була алманы. Аҙаҡ та һораштырып торҙом таныштар­ҙан. Тимер юлында эшләй Сәйетғәлин, ғаиләле, тинеләр.
Үкенесле: ике егетебеҙ ҙә үҙ үлеме менән хушлашмаған яҡты донъя менән. Ауыр тупраҡтары еңел булһын!
Өс ҡыҙыбыҙ ҙа мәңгелеккә күскән икән ине. Фәниә Кирәева Раевкаға яҡын ауылдан йөрөп уҡыны. Нәҙек кенә, моңһоу ҡара күҙле шымыҡай ҡыҙ ине. Уртаса уҡыны, спорт ярыштарына, йыр-бейеүгә, мәктәп байрамдарына битарафыраҡ булыуы хәтерҙә ҡалған. Ғаилә хәлдәре лә һәйбәттән булмағандыр, күрәһең. Аҙаҡҡы тапҡыр Раевкала, ЗАГС бинаһы эргәһендә күрештек. 25-тәр тирәһендә булдымы икән? Ике ауылдаш ҡыҙ бергә кейәүгә сыға ине. Әхирәте күҙ яуын алырҙай ҡиммәтле аҡ күлдәк кейгән, оҙон аҡ фатанан. Ә Фәниәбеҙҙең кейеме аҡ марлянан. Шул тиклем үҙемдең туй күлдәгемде биреп торғом килде, тик ул Өфөлә ине шул. Ҡосаҡлап, законлы никахтары менән ҡотланым да, үҙ юлымдан киттем. Уның образы күңелемдә шунда күргәнемсә һаҡлана.
Ташлы мәктәбен тамамлаған тыныс холоҡло, күҙгә-башҡа бик бәрелеп бармаған Һылыубикә Ҡотлоғәлләмова тигән ҡыҙыбыҙ ҙа арабыҙҙа юҡ хәҙер. Тулҡынланып торған ҡоңғорт ҡуйы сәстәренә һоҡлана торғайныҡ.
Ә бына бер партала ултырып уҡыған, тормошто яратыр өсөн генә донъяға килгәндер, тип уйларлыҡ Тәнзилә Шәрипованың вафатына һис тә ышанғы килмәй. Уның менән Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә лә бергә уҡыныҡ. Фронтовик, шофер Ҡотлояр ағай менән уңғанбикә Мәрфуға апайҙың күмәк балалы ғаиләһендә өлкән ҡыҙ булып үҫкән Тәнзиләбеҙҙең килмәгән ере юҡ ине: матур, аҡыллы, ҡыйыу, йыр-бейеүгә маһир, егәрле, оптимист рухлы, ойоштороу һәләтле… Бер аҙ маҡтансыҡлығы ла килешә ине хатта. Үҙ-үҙен тағы ла камилыраҡ, һәйбәтерәк, ҡупшыраҡ итеп күрергә тырышыу бит инде ул.
Мәктәптән һуң юлдарыбыҙ айырылды. БДУ-ны тамамлағас, ғаиләбеҙ менән Сибайға киттек, Тәнзилә Стәрлетамаҡта йәшәне, кейәүгә сыҡты. Раевкала ла, Себенлелә лә беҙҙе осраштырырҙай күпме сара, байрам уҙғарылды: береһенә лә Тәнзилә Шәрипова килмәне. Уны белгәндәрҙән һорашһам, Стәрле­тамаҡта йәшәй, ауылға һирәк ҡайта, тинеләр.
Үрҙә иҫкә алған ҡыҙҙарыбыҙҙың ни сәбәптән иртәрәк вафат булғанын белмәйем, һорашманым да. Нисек кенә булмаһын, гүрҙәре яҡты булһын. Уларҙы элеккесә яҡты хыялдарға бай, һөйкөмлө үҫмерҙәр килеш күңелдәребеҙҙә һаҡлайыҡ.
Илле йыл ваҡыт аҙ түгел: беҙҙең ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙҙың да күбеһе гүр эйәһе инде. Уларҙы иҫкә алғанда, белемле, ғәҙел, балалар­ҙы яратыусы, уларға бары тик изгелек теләүсе педагогтарҙа уҡыуыбыҙ хаҡында ғорурланып, рәхмәттәребеҙҙе еткерҙек. Ысынлап та, ошо осорҙа беҙгә белем һәм тәрбиә биргән тиҫтәләрсә уҡытыу­сыбыҙҙың береһенең дә кемделер рәнйетерлек һүҙ әйткәнен, ҡаты ҡағылғанын, ғәҙелһеҙ ҡылыҡтарын хәтерләмәйем. Мәктәп-интернатта әсәйҙәребеҙҙе алмаштырған мөләйем, талапсан синыф етәксебеҙ Мәрйәм Фәтхулла ҡыҙы Ниғмәтйәноваға айырыуса рәхмәтлебеҙ.
Табында Тайфа Шакир ҡыҙы ҡатнаша алманы. Элекке тәрбиәсебеҙ Фәһимә Абдулла ҡыҙы килде. Мин уны бик аҙ хәтерләйем. Ул саҡта Фәһимә апай, педагог булараҡ, тәүге йылдар эшләгән икән. Йәш кенә һылыу апайҙың талапсанлығы, тәртипкә ылыҡтырырға тырышыуы хаҡында көлә-көлә хәтерләп алдыҡ. Тайфа апайға бүләк иткән кеүек, суҡлы ҙур шәлъяулыҡты яурынына ябып, үҙенә һүҙ биргәс, ул да, тулҡынланып, беҙҙе осрашыу байрамыбыҙ менән ҡотлап, ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр һөйләп алды.
“Мәктәп тамамлағас, кем ҡайҙа, нисек йәшәгән?” тигән, бөтәбеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап бирергә тейеш һәр һүҙ алған кеше. Иғтибарҙы көсәйтеп, тыңларға әҙерләнәбеҙ.
Табынды алып барыусы Салауат Фәйзуллин, синыф журналындағыса, алфавит буйынса төштө. Салауат Әкимбәтов – осрашыуға килгән ике егетебеҙҙең береһе. Беҙҙең хәтерҙә оҙон буйлы, спортсы егет ине ул, әле лә төҫ ташламаған. Буй-һыны ла спортсыларға хас. Бында ауырып килә алмаған Фәнис Шоңҡаров менән гел бергә йөрөй­ҙәр, һәйбәт уҡыйҙар, тырыштар, алсаҡтар, ярҙамсылдар, саҡ ҡына һауалылар…
Фәнис, БДУ-ның тарих факультетын тамамлап, үҙҙәренең Ташлы мәктәбендә оҙаҡ йылдар тарих уҡытыусыһы булып эшләне. Беҙҙең Һарыш ауылынан кәләш алып, матур ғаилә ҡорҙо, йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Һирәк-мирәк Ташлыға барған саҡтарҙа, күрешеп-һөйләшеп йөрөлдө. Бөтә синыф менән тиҙерәк һауығып, ныҡлап аяҡҡа баҫыуыңды теләйбеҙ, Фәнис!
Салауат Әкимбәтов кисәгә ҡатыны Нәсимә менән килгән. Ул барыбыҙҙы ла тиерлек белә, сит кеше түгел, саҡ ҡына һуңыраҡ беҙҙең мәктәпте тамамлаған.
Салауат үҙгәрмәгән, тиһәк тә, улай уҡ түгел инде, олпатланған, уйсанланған, сәстәренә сал төшкән. Өфө дәүләт нефть институтының механика факультетын, педагогия институтының тарих факультетын тамамлаған. “Синтезспирт” заводында яуаплы вазифалар башҡарған, мәктәптә лә уҡытҡан. Әлеге көндә Өфө районының Дмитриевка ауылында йәшәйҙәр. Ике ул үҫтереп, дүрт ейән-ейәнсәргә олатай, өләсәй улар. Элеккесә аҙ һүҙле, хәбәр һөйләргә әүәҫ түгел. Күренеп тора: ғүмере тырыш хеҙмәт менән фәһемле үткән. “Афарин!” тиергә генә ҡала.
Тулы ғына кәүҙәле Сания Байбулатованы, тиңебеҙ булһа ла, олораҡ күрә инем. Һәр һүҙен үлсәп кенә һөйләп, һәлмәк баҫып, яйлап ҡына атлап йөрөй торғайны ул үҫмер саҡта ла. Һәр кемгә йыуатыу һүҙен табыр, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торор ине Таштүбә ауылы ҡыҙы Сания. Бер тапҡыр уларҙың өйөндә ҡунаҡ булып та сыҡҡайныҡ әле бөтә синыфыбыҙ менән Асылыкүл буйында бер аҙналыҡ походтан йәйәүләп ҡайтып килешләй. Алдан хәбәр итергә телефон-маҙар юҡ. Асығып килеп ингән егерме бишләп кешене, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙай күреп, һыйлап сығар­ғайны уның ата-әсәһе. Тый­наҡлыҡ, изгелек, һынауҙарға бирешмәү сифаттары ғаиләһендә тәрбиәләнгәндер, моғайын. Наҙланып ҡына үҫһә лә, тормош бик иркәләмәгән икән Саниябыҙҙы. Һатыусы­лыҡҡа уҡып, үҙҙәренең яғында магазинда эшләй, кейәүгә сығып, ике ул үҫтерәләр. Көтмәгәндә ире вафат булғас, ике бәләкәй бала менән тол ҡалған йәш ҡатын ниҙәр кисереп йәшәгәнен үҙе генә беләлер. Бала­лар үҫә төшкәс, уны күрше Дәүлә­кән районының Мәкәш ауылында донъя көтөүсе, ҡатыны үлгән биш балалы иргә димләйҙәр. Оҙаҡ ҡына уйлағас, риза була Сания. “Бигерәк тә балаларын йәлләп барҙым”, – ти синыфташыбыҙ. Күмәк балалы ғаилә хужабикәһе булыуы, иренең, балаларының үҙен хөрмәт итеүе хаҡында шатланып һөйләп торғайны. Балаларҙы кеше итеп, үҙ аллы тормош ҡорор­ға ярҙамлашып, уларҙың бәхетенә ҡыуанып ҡына йәшәп ятҡанда икенсе иптәше лә мәңгелек йортона күсә.
Әле Сания балаларының хөрмәтен күреп, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешергә ярҙам итеп, тормошонан ҡәнәғәт булып йәшәй.
Иҙрис ауылы ҡыҙы Рәмилә Буран­баева – мәктәптә уҡығандан уҡ яҡын әхирәтем. Бер-беребеҙҙең ауылдарына ла барып йөрөнөк. Ҡара ҡашлы, сөм ҡара күҙле, үтә лә кешелекле һылыуҡай ул Рәмилә. Си­ныфыбыҙҙың алмаштырғыһыҙ комсомол секретарын кешеләргә бул­ған һәйбәт мөнәсәбәте, аҡыллылығы, ниндәй генә хәлдә лә үҙен ты­ныс тотоуы, һәр кемде аңларға тырышыуы, уҡытыусыларға ихтирамлы ҡарауы ихластан лидер итеп ҡабул итеүебеҙгә сәбәп булғандыр. Рәмилә менән артабан да юлдарыбыҙ киҫешеп торҙо. Уҡыуҙа һәйбәт өлгәшкән синыфташыбыҙҙың үҙе теләгән педагогия институтына уҡырға инеүенә шигебеҙ ҙә юҡ ине. Ә ул өлкәнерәк ауылдашы Мансур Фазлиәхмәтов тигән егеткә кейәүгә сығып, ул эшләп йөрөгән Баймаҡ ҡалаһына киткән дә барған. Ғаиләбеҙ менән Сибай ҡалаһына эшкә килгәс, табышып, осраша башланыҡ.
Иң тәүҙә беҙ яңынан Өфөгә ҡайттыҡ, аҙағыраҡ – улар. Башта ике ғаилә лә Черниковка биҫтәһендә йәшәнек. Уларҙың ике ҡыҙы, беҙҙең малайҙарыбыҙ бер мәктәптә уҡыны. Әле лә, шөкөр, аралашып торабыҙ. Тик Мансур ғына, ҡаты ауырыуҙан һуң, иртәрәк китте яҡты донъяларҙан. Ә педагог булыу хыялы тормошҡа ашты Рәмиләнең. Ситтән тороп, педучилище тамамлап, балалар баҡсаһында һәм мәктәптә тәрбиәсе булып эшләне. Рәмилә байтаҡ йыл фалиж һуҡҡан әсәһен ҡараны. Ҡыҙҙары Гүзәл менән Светлана һәм уларҙың ғаиләләре менән бер подъезда йәшәй Рәмилә. Ҡыҙҙары – уға, ул ҡыҙҙарына – серҙәш тә, терәк тә. Иң юғары кешелек сифаттарына эйә булған, ярты быуаттан ашыу дуҫлыҡҡа тоғро ҡалған әхирәтем булыуы менән мин дә бәхетлемен.
Ыҡсым ғына буйлы, бөҙрәкәй Гөлшат Ғәниева менән Себенле мәктәбендә үк синыфташ булдыҡ. Ташлы ауылынан сыҡҡан атаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ғәниев ағай колхоз рәйесе булып эшләне. Уны халыҡ бик яратты. Айырыуса үҙе һымаҡ фронтовиктар­ға, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә иғтибарлы булды ул. Өлкән ҡыҙы Гөлшат та атаһынан бик күп матур сифат алған. Һәр саҡ һәйбәт уҡыны, мәктәп сараларында әүҙем ҡатнашты, эреләнеү-һауаланыу сифаттары уға ят булды. Мәк­тәпте тамамлағас, бергәләп БДУ-ның филология факультетына имтихандар тапшырырға килдек. 10 – 11 синыфтар бер йылда аттестат алғанлыҡтан, конкурс үтә лә ҙур булды. Уҡырға инә алмаған синыфташтарыбыҙ киләһе йылына ингән икән. Ә Гөлшат БДУ-ны ситтән тороп тамамланы. Егерме бер йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Альберт исемле диңгеҙсе егеткә кейәүгә сығып, Севастополь, Камчатка яҡтарында ла хеҙмәт итеп ҡайта улар. Осрашыуға Гөлшат ире менән килгәйне. Альберт оҫта баянсы, йырсы ла икән. Бейетте лә, йырлатты ла ул беҙҙе. Өфөлә йәшәйҙәр. Ул үҫтереп, ейәндәренә олатай-өләсәй бул­ған­дар. Һирәкләп осрашып торабыҙ.
Иң күрергә теләгән синыфташым Раевка ҡыҙы Зәкиә Ғилманова булғандыр, моғайын. Илле йыл буйына уның тормошо хаҡында ишеткәнем булманы. Яңыраҡ ҡына Бөрө ҡалаһында йәшәгәнен белдем. Мин уға һоҡланып туя алмай инем. Башҡалар ҙа шулай булғандыр, тип уйлайым. Етәксе урындарҙа эшләгән ата-әсәләрҙең етеш тормошта йәшәгән балалары һауалыраҡ булыусан, сибәрҙәр ҙә башҡаларға өҫтөнлөгөн тойҙороусан, “отлично”ға уҡығандар холоҡтары менән бүтәндәрҙән айырылып тороусан була. Ошо сифаттарҙың бөтәһенә бер юлы эйә Зәкиә һөйкөмлөлөгө, ихтирамлылығы, изгелеклеге менән арбаны. Ул әле лә артыҡ үҙгәрмәгән һымаҡ. Шул уҡ нур һибеп тороусы йылмайыулы ҡараш, килешле буй-һын, ҡара бөҙрә сәстәре генә “блондинка”ға әйләнгән.
Мин уны нишләптер күренекле ғалимә булыр тип күҙ алдына килтерә инем. Ә ул Бөрө пединститутына инеп, ике курс бөтөргәс, яратҡан кешеһенә кейәүгә сығып, уҡыуын ташлаған, эшләгән урынында хөрмәт ҡаҙанып, бәхетле ғаиләлә ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Тик бер нисә йыл элек ире үлгәс, балаларына рухи терәк булып, шул уҡ Бөрө ҡалаһында йәшәй икән. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, ғүмер булып, тағы ла күрешеп, оҙон-оҙаҡ серләшеп ултырғы килә.
Арабыҙҙа иң йәш килеш һаҡлан­ғаны Аҡбирҙе ҡыҙы Тәлиға Ильясова тип табылды. Әлеге осрашыуҙы ойоштороусыларҙың береһе ул, рәхмәт төшкөрө! Әле лә терегөмөш һымаҡ хәрәкәтсән, алсаҡ, уңған. Тимер юл вокзалында ла, заводта ла, статистика идаралығында ла, район финанс бүлегендә лә эшләгән, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Ире менән ике ул үҫтергәндәр. Әле ейән-ейәнсәрҙәре менән ҡыуанып йәшәйҙәр. Шуныһы уйға һалды әле: осрашыуға килгән ҡыҙҙарыбыҙҙың бары тик өсөһө генә йәмәғәттәре менән тигеҙ олоғая икән. Ҡалғандар тол ҡалған, күбеһенең ирҙәре һуңғы йылдарҙа вафат булған.
Беҙҙең иң тыйнаҡ, әммә сәмле, егәрле, алсаҡ спортсы ҡыҙыбыҙ Райхана Ишмөхәмәтова ауылдашына кейәүгә сығып, Өфөлә йәшәйҙәр. Тәүҙә заводта эшләй, аҙаҡ йорттар идаралығында паспорт бүлеген етәкләй. Һирәкләп осрашҡылап торҙоҡ. Татыу ғаиләлә ул һәм ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ихлас, изгелекле кеше менән бер һөйләшеү ҙә – бер ғүмер. Һуңғы йылдарҙа хәлдәрен белешеп булманы. Райхана иман юлынан киткән, “Ихлас” мәсетендә дини белем алып, хәҙер үҙе мәҙрәсәлә балалар уҡыта. Кисәгә лә мосолман кейемендә килгәйне. Ҡөрьәнгә бараһым бар, тип табындан да иртәрәк ҡуҙғалды.
Урта Аҡҡолай ҡыҙы, ҙур матур күҙҙәренән нурлы осҡондар уйнап торған, яҡты хыялдарға, хис-тойғоларға бай Роза Ноғомановабыҙ ипле лә, шаян да, тырыш та булып хәтерҙә ҡалған. Оҙаҡ йылдар юғалып торҙо ул.
Мәктәпте тамамлағас, махсус белем алып, Стәрлетамаҡ “Сода” комбинатында лаборант булып эшләй, Фәнис исемле егеткә тормош­ҡа сығып, Магадан өлкәһенә эшкә китәләр, ике ул үҫтерәләр. Һоҡланғыс татыу, бәхетле йәшәйҙәр. Ундай саҡтарын мин дә күргеләнем. Яңынан Стәрлетамаҡҡа ҡайтып, ҡала эргәһендә ике ҡатлы ҙур йорт һалып сығалар. Күҙҙәр генә тейҙеме икән? Ике улы ла фажиғәле һәләк булғас, ире лә ҡаты ауырыуға дусар булып, уҙған ҡыш яҡты донъя менән хушлаша.
Үҫкәндә лә, әсәйҙән иртә ҡалып, тормош ауырлыҡтары менән көрәшергә тура килгән Розабыҙға бер-бер артлы ауыр ҡайғылар кисерергә лә яҙған. Әлеге көндә ул ейән-ейәнсәрҙәренә бауыр баҫа, уларҙы тәрбиәләшеүҙә ярҙам итә. Ошондай хәлдә лә, синыфташтарыңды һағынып, күрешергә килгәнең өсөн рәхмәт һиңә, Роза!
Тәүгеләрҙән булып осрашыуға килеп еткән Зәкиә Минибаева уҡығанда уҡ физика, математика фәндәренә күңел һалды. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, утыҙ ике йыл район мәктәптәрендә физика-математика дәрестәре уҡытҡан. Тормошҡа сығып, ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зәкиә лә күптән түгел тол ҡалған икән. Ярай әле оптимист характерлы ул. Бына әле осрашыуға ниндәй ҡупшыланып килгән.
Иҫке Сәпәш егете Салауат Фәйзуллин хаҡында тәүҙәрәк бер нисә һүҙ әйтеп киткәйнем инде. Беҙҙән бер йәшкә кесерәк булһа ла, иң һәйбәт уҡыған, сәмле, тырыш, ипле синыфташыбыҙ булды ул. Салауат та – әлеге кисәбеҙҙе ойоштороусыларҙың береһе. Ул Раевкала йәшәгәс, күргеләп торолдо. Баш­ҡортса нәшер ителгән бөтә гәзит-журналды алдырып уҡып бара. Яңы сыҡҡан китаптар менән дә ҡыҙыҡһынып, танышып барыусы, ижади кисәләр, концерттар ҡарарға яратыусы илһөйәр рухлы, мәҙәниәтле ир-уҙаман ул Салауат Фәйзуллин. Ауыл хужалығы институтының механика фа­культетын тамамлап, баш инженер, Архангел районында совхоз директоры, Раевкала май заводы директоры, юл төҙөү идаралығы директоры вазифаларын башҡара. Яңауыл ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, өс бала үҫтерәләр. Хәҙер инде һәр береһе, юғары белем алып, үҙ аллы донъя көтә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ятмай инде егәрле кеше. Уның йорто ла, ихатаһы ла, йәшелсә-емеш баҡсаһы ла бик күптәргә өлгө булырлыҡ.
Иҫке Сәпәш ҡыҙы, ҡыҙыҡһыныу­сан холоҡло, алсаҡ, сибәр Зәңгиҙә Хисамованың да күңеле физика-математиканы һайлаған икән. Ул да ауылдашы Зәкиә Минибаева менән бергә Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Ташлы, Сәпәш мәктәптәрендә уҡыта. Иҙрис ауылы егете Рәүеф Сәлимовҡа кейәүгә сығып, ире Ҡармыш ауылына баш инженер итеп ебәрелгәс, Зәңгиҙә лә мәктәпкә уҡытыусы булып урынлаша, егерме йыл директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Өс ул үҫтерәләр, алты ейән-ейәнсәргә өләсәй ул хәҙер. Ире генә биш йыл элек был донъянан китеп барған.
Уҡытыусының элеккеһе, хәҙергеһе булмай. Зәңгиҙә ханым ауылдың йәмәғәтселек тормошонда ҡайнап йәшәй. Әлеге байрамыбыҙҙы ойоштороуҙа ла уның ярҙамы ҙур булды.
Сәлиә Шәрипова уҡығанда ла аралашыусан булманы. Һәр кем менән тигеҙ мөғәмәләлә булды. Һәйбәт кенә уҡыны. Ул Раевкала төпләнгән. Тормошҡа сығып, балалар үҫтергән. Оҙаҡ йылдар “Госстрах”та эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Табында ихлас һөйләшеп, иғтибар менән тыңлап ултырҙы. Әлегә тиклем һылыулығын юғалтмаған синыфташыбыҙ. Тик оҙаҡ аралаша алманы. “Алыҫта йәшәгән балаларым ҡайтып етеп килә”, – тип, ихтирамлы хушлашып, ҡайтырға ашыҡты.
Бына шулай, дуҫтарым, ярты быуаттан һуң бер-беребеҙ менән яңынан таныштыҡ. Бөтәгеҙ хаҡында ла гәзиткә яҙыуымдың беренсе сәбәбе: һеҙгә иҫтәлек булһын, тинем. Икенсенән, йәштәр ҙә уҡып, ғүмерҙең тиҙ үтеүе, уның һәр көнөнөң ҡәҙерен белеп йәшәргә тейешлеге хаҡында уйланһын ине.
Беҙ, ХХ быуаттың икенсе яртыһында тыуған балалар, кеше булыуҙы уҡыуҙа, мөхәббәттә, ауырлыҡтарҙы еңә барып, бәхетле ғүмер итеүҙә күрҙек. Илдәге киҫкен үҙгәрештәр беҙҙең йөрәк аша ла үтте, тормошобоҙҙа, яҙмышыбыҙҙа сағылыш тапты. Һәр беребеҙ, фәһемле ғүмер юлы үтеп, олоғайып киләбеҙ, шөкөр. Илле йыл – күп ваҡыт, был осорҙа барыбыҙ ҙа яҡын, ҡәҙерле кешеләребеҙҙе юғалтҡанбыҙ. Ҡөрьән уҡытып, иҫкә алып торайыҡ. Мәҡәлә генә түгел, һәр ҡайһығыҙ хаҡында айырым китап яҙырлыҡ. Иң мөһиме: йәшлек хыялдарыбыҙға тоғро ҡалып йәшәгәнбеҙ. Бирешмәйек әле, синыфташтар! Алдыбыҙҙа яңы маҡсаттар ҙа бар бит әле: балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәү, үҙебеҙҙең хаҡлы ялға сыҡҡас эшләйһе эштәребеҙҙе, теләк-ынтылыштарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу. Бәхетле, сәләмәт ҡартлыҡ бирһен Хоҙай һәммәбеҙгә лә! Иҫтәлеккә һеҙҙең менән осрашыуҙан һуң яҙылған шиғырымды бүләк итәм.


Бала саҡ дуҫтарыма

Бергә уйнап, уҡып үҫтек,
Яҙын, көҙөн, ҡыштарын беҙ.
Тын алыштан аңлап торған
Ышаныслы дуҫтарым һеҙ.

Ситтә яңы дуҫтар таптыҡ,
Булды туған кеүектәре.
Үткәндәрҙә онотолоп,
Тороп ҡалды бик күптәре.

Бала саҡ дуҫтарын ғына
Ала алмай кеше һайлап.
Күпме булған – шунса улар,
Мөмкин түгел табыу ҡабат.

Бала саҡ дуҫтар ҡартаймай,
Күңелдәрҙә – улар бала.
Бала саҡ дуҫтар яҙмышҡа
Ғүмерлеккә инеп ҡала.

Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Ҡыҙҙар булып айырылдыҡ та, Өләсәйҙәр булып осраштыҡ (башы һәм аҙағы)

Сығыу ваҡыты 26-09-2016, 12:54 | Ҡаранылар: 538
|
  • Ҙур уңыштың башы – тырышлыҡ
  • Аҙау аҡһаҡалы
  • Яратҡан уҡытыусығыҙ кем?
  • Эй беҙ инек, беҙ инек
  • Һаҡмар ҡыҙы ҡалдырған иҫтәлек
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM