НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яҙмыш иронияһы йәки “Ҡороғор”ҙан “һөйөклөм”гә – бер аҙым («Алтыным, Отеллонан ҡас!»тың дауамы)

Яҙмыш иронияһы йәки “Ҡороғор”ҙан “һөйөклөм”гә – бер аҙым («Алтыным, Отеллонан ҡас!»тың дауамы)


Яҙмыш иронияһы йәки “Ҡороғор”ҙан “һөйөклөм”гә – бер аҙым  («Алтыным, Отеллонан ҡас!»тың дауамы) Ҡыҙҙар! Мин ға­шиҡ булдым! – Гөл­нара* ғына шулайтып ишекте шар асып, шарылдап килеп инә. Уның баҫҡыстан шарт-шорт күтәрелгәнен ишетеп, яңылыш ишек менән стенаға ҡуша бәреп ҡуймаһын тип, алыҫҡараҡ шыла һалғайныҡ. Гөлнара утыҙ ике тешен емелдәтеп килеп инеү менән тар ғына ишек алдын елле кәүҙәһе менән тултырҙы ла ҡуйҙы, беҙҙе еле менән залға уҡ гөрөп сығар­ҙы. Нина Александровна менән Сабир ағайҙың кесе ҡыҙы йәше менән генә кесе, ә былай алтын холҡо менән дә, Хоҙай йәлләмәгән буй-һыны менән дә беҙҙән бер башҡа бейегерәк, ике-өс ҡосаҡҡа тегеләй ҙә, былай ҙа киңерәк ул. Ҡасандыр уның күҙ аҫтына күк ултыртҡан “йолҡош себеш” Айҙарын да, бәлки, иҫләйһегеҙҙер. Уның менән айыры­лыш­ҡанына йыл ярым ваҡыт үтеп, Гөл­нараның күҙ йәштәре кипкәненә лә шул сама барҙыр. Усҡа ғына ултыртып, “өф” итеп кенә йөрөтә торған хәләл ефетен ир ишараты кеше ҡарағыһыҙ итеп туҡмамаһа, Гөлнара-Дездемонабыҙ, йәберләүҙәргә түҙеп, һаман да шул Отеллоһы менән йәшәп ятыр ине әле. Элекке йылғы трагедияға оҡшаш хәлде ул үҙе яңыраҡ ҡына трагикомедия итеп күрһәтеп, көлөп иҫкә алғайны:
– Бына һеҙ, ҡыҙҙар, минең иң яҡын әхирәттәрем, осамда миң булғанын беләһегеҙме? Әлбиттә, юҡ! Һеҙҙеке кеүек асыҡ-ярыҡ купальникта йөрөмәгәс, ҡайҙан белергә уны һеҙгә?! Шул шырпы башындай ғына миң ғаилә карабы өсөн мәрйен рифына әйләнер тип кем уйлаһын? Батырҙы карабыбыҙҙы, хәйер­һеҙ! – Гөлнара, шаярып, усы менән янбашына шапылдата. Усы ла үҙе кеүек тос – тулҡын бар тәненә тарала. Уның ыңғайына бүлмә лә, беҙ ҙә һелкенгәндәй булабыҙ. Иптәшкә ауыҙ йырыуыбыҙ ысын күңелдән түгел, сөнки көнләшеүҙән енләнгән ирҙең ҡатынын ниндәй хәлгә еткергәнен үҙ күҙебеҙ менән күрҙек: ап-аҡ ҡына Гөлнарабыҙ вителот исемле картуфҡа әйләнгәйне, йәғни баштан-аяҡҡаса шәмәхә төҫөнә ингәйне. Ҡыҙын реанимацияға тиерлек алып барып еткергәне өсөн айыуҙай Сабир ағай Айҙар кейәүенең бер ботона баҫып, икенсеһен айырып ҡына алырға тейеш ине, әммә изге йәнле Гөлнара күпкән ирендәрен саҡ-саҡ ҡыбырлатып, зинһар, теймә, атай, башыңды төрмәлә серетерҙәр, тип ялбарҙы. Кәүҙәһенә ярашлы бас тауышлы Нина Александровна Гөлнараһы янында иртәле-кисле наҙлы гөрөлдәне, аша, бәпәйем, ашаған малда өмөт бар, тип өҙөлдө. Сабир ағай ҙа ҡыҙының карауаты эргәһендә, йыуан бармаҡтары менән эшләпәһен иҙә-иҙә, йыш тапанды. Һыҙланған ҡыҙсығына ярҙам итә алмай йәлләп ҡарағанында Айҙарҙы иҫенә төшөрөптөр, атай кеше тештәрен уҫал шығырлатты, оролары шашып уйнаҡланы. Дауаханала күңеле үтә нескәргән Гөлнара балалар тауышы менән: “Атаҡайым”, – тип ирендәрен бөрөштөрөп өндәшкән һайын, Сабир ағай тотош ерҙе киреһенә бороп әйләндерерҙәй ҡеүәт менән уға табан эйелде: “Эйе, ҡыҙыҡайым!” Кәүҙәләре генә түгел, күңелдәре лә киң, йомшаҡ ата-әсәнең кәбәндәй өлкән ҡыҙҙары ла ең һыҙғанып һеңлеһенә ярҙам итергә килеп еткәс, беҙгә травматология пациенты янында урын ҡалманы.
Ышаныслы ҡулдарҙағы әхирәтебеҙҙең хәлен даими белешеп торҙоҡ. Бер көн Гөлнараның палатаһы тупһаһында бурҙаттай ҡыҙарған ир менән маңлайға-маңлай һуғыла яҙҙыҡ. Кем ул, тип аптырауыбыҙға, Гөлнара сәсрәне:
– Ошо тел биҫтәһе арҡаһында Айҙар мине үлтерә яҙҙы ла һуң! Айҙар менән бергә эшләй­ҙәр. Йүнһеҙ! Айҙарҙың мине ныҡ ҡыҙғанғанын ҡыҙыҡ күреп, мәрәкәләргә уйлаған. Ирҙәр тәмәке көйрәтергә йыйылғас, Айҙарға кинәйәле ҡарап йылмайып, Гөлнараның миңе урынындамы, тип һораған. Айҙар тәүҙә, аңламай, ниндәй миңе, тип аптыраған. Был ҡороғор, тегендә инде, иң матур урынында – осаһының осонда, тигән. Барыһы ла хахылдап көлгән, мәрәкәләүҙәр киткән... Эсендә ҡорто шартлаған Айҙар әллә нимәләр уйлап, эштән оторо ҡарайып, ирендәрен сәйнәй-сәйнәй ҡайтып та инде, мине йыға һуғып, типкеләргә лә тотондо. Нимә генә тип кәмһетмәне лә, ниндәй генә алама ҡушаматтар таҡманы. “Һепертке” менән “һөйрәлсек” – иң йомшаҡтары. Көсләргә лә уйлағайны, көс-хәл менән бото араһына тибеп, ваннаға инеп бикләндем. Бәхетемдән, шарылдауымды ишетеп хафаланған күршеләр полиция саҡыртып, улар күҙе аларған Айҙарҙы үҙҙәре менән алып китте. Мине күргәс, телһеҙ ҡалып, береһе “фьюу-у” тип һыҙғырып уҡ ебәрҙе. “Тиҙ ярҙам”дың, атай-әсәйемдең килеүен төштәге кеүек кенә иҫләйем. Тере ҡалырыма ышанмағайным, ҡыҙҙар. Айҙар мине муйынымдан һыҡҡанда, йән еренә нисек типкәнмендер... Донъяны бутаған был ҡороғор минән ғәфү үтенергә килгән, имеш тә, эштең былай булып бөтөрөн ул күҙ алдына ла килтермәгән, йәнәһе лә, шаяртырға ғына уйлаған...
– Гөлнара, ә беҙ ҙә белмәгән миңең тураһында ул ҡайҙан белгән? – әйтерһең дә, беҙҙең өсөн ошонан да мөһимерәк бер ни юҡ, уға яҡыныраҡ шылдыҡ.
– Ышанырһығыҙмы-юҡмы, мин дә иң тәүҙә унан шул хаҡта һораным, – Гөлнара мендәренә йәтешләберәк ултырып, сытырая-сытырая йылмайырға маташты. – Мин ангина менән ауырығанда, “больничный”ға сыҡмай, эш араһында цехтың шәфҡәт туташынан антибиотиктар ҡаҙатып йөрөгәйнем бит. Шул бер көн ашығып, ишекте лә йүнләп япмай, ширма артына ла инмәй, укол яһатҡайным. Итәкте күтәреп, ыштанды төшөргән мәлдә ошо ҡороғор үтеп барышлай артты ялтыратҡанымды күргән дә ҡалған бит. Күр ҙә онот, ә ул күргәнен Айҙарға ана нисек итеп еткергән. Мәлғүн!
– Ҡара һин аны! – беҙ бот сабып аптырайбыҙ. – Теләһә нимә һөйләп йөрөгән теленә телсә сыҡҡыры!
Тора-бара һүгеүебеҙҙе көлкөгә һабыш­тырҙыҡ:
– Ул ир күргәс, бөтә мир күрҙе, тигән һүҙ инде, Гөлнара, даның бөтөн миргә таралды! Бер серең ҡалманы!
– Сослоғо менән күҙенең үткерлеген дә әйт әле һин уның!
– Эйе-эйе, ҡайҙа ҡарарға белгән!
Палата тултырып көлгәнгә, дежур шәфҡәт туташы килеп беҙгә киҫәтеү яһай:
– Ишегегеҙҙе ябып көлһәгеҙ ни була? Бер үҙегеҙ генә түгел бит! – һөҙөп ҡарап, ишекте шартлатып яба. Ләкин беҙ тупаҫлыҡҡа иғтибар ҙа итмәйбеҙ, уның ҡайғыһы юҡ, һаман өсәүләп миң ваҡиғаһын әүәләп көләбеҙ ҙә көләбеҙ. Күҙҙән йәштәр сыҡҡансы, ыңҡылдағансы көлдөк ул көндө. Ә әле килеп, Гөлнара ғашиҡ булыуы хаҡында һөйөнсөләп тора. Һәр нәмәнән сер яһарға яратҡан әхирәтебеҙҙең ишек төбөнән яр һалып ҡысҡырыуының тигенгә түгеллеген белеп, йәһәт кенә өҫтәл тирәләй ултырышабыҙ:
– Шәберәк һөйлә: кем ул, нисә йәш, ҡайҙа эшләй?
Ә Гөлнара бәхетле! Йөҙөнән нур сәселә, биллаһи! Ундай нурлы кешеләрҙе бик-бик һирәк осратырға мөмкин, һәм беҙ шул нурға сорналып, кинәнеп, мөхәббәтле кешене ике яҡтан тартҡыслайбыҙ:
– Зарыҡтырма, һөйлә тиҙерәк!
– Их, ҡыҙҙар, мин бит Айҙарҙы ла улай яратмағайным... – Гөлнара ул­тыр­ғысты иҙә яҙып шығырлатып ултыра ла, ике ҡатлы эйәге менән итләс ҡулына таянып, хисле йылмайып уйға тала, ошо мәлдә ул беҙҙең менән түгел, әллә ҡайҙарҙа, күҙ күреме етмәҫ алыҫтарҙа. – Айҙар ҙа мине улай яратмағайны... Хәйер, бөтөнләй яратмағандыр ул мине... Яратһа, тырнаҡ менән дә сиртмәҫ ине.
Беҙ уны туҡтатырға, һүҙенә ҡушылырға ҡыймайбыҙ, хыялыйҙар ише уға һоҡланып ҡарап тик ултырабыҙ. Ул да беҙҙең барлыҡты онотто шикелле. Яҡты уйҙарында ҡойондо:
– Уның исеме иҫ киткес гүзәл... Руслан.
– Иң мөһиме – һирәк! – “Яҙмыш иронияһы, йәки Еңел быу менән!” фильмынан цитатаны иҫкә төшөрөп, шырҡ-шырҡ килдек, ләкин Гөлнара беҙҙе ишетмәне:
– Ҡотҡарыусылар исеме кеүек. Мине ҡотҡарыусы... Ҡыҙҙар, мин бит элек, һөйөүгә лайыҡ түгелмен, тип уйлай торғайным, шуға ла Айҙар миңә ҡарағас, уның күләгәһенә лә әйләнергә риза инем. Ә Руслан миңә шундай итеп һөйөп ҡарай, үҙемде бар яҡтан камил зат итеп тоям. Ул шундай һөйкөмлө, ҡыҙҙар... – иң йәшерен серҙәре менән бүлешергә әҙерләнеп, шыбырлауға күсә, – ике тапҡыр яҡын булдыҡ. Тағы ла иртәрәк бөтөрҙөм, ти ҙә, әллә уңайһыҙлана, әллә тантана итә, белмәҫһең – тауышында бар хис-тойғолар бер йомғаҡта. Ә мин уны ишетмәйем дә тиерлек. Дөрөҫөрәге, ишетәм, тик тауышы үтә тоноҡ яңғырай, әллә болоттар солғанышы аша кеүекме, әллә томандар ҡорғаны аша һымаҡмы... Мин уның ҡосағында иҫерекмен, һүҙҙәренең айышына төшөнмәйем. Ваҡыт ҡатып ҡала, ер әйләнеүҙән туҡтай, бар йыһан тына... Ул мәлдә шундай онотолам, рәхәтлек кенә ҡала йәнемдә. Миңә шундай рәхәт! Ундай ләззәттең бер мәле өсөн ул ирҙе мин айҙар, йылдар буйына көтөргә риза булыр инем... Ҡайғы-хәсрәттәр, һағыш юҡҡа сыға. Ул бар ҙа, мин бар. Уның ҡосағында мин бишектә бәүеләм, ҡыҙҙа-аар... Тағы ла иртәрәк бөтөрҙөм, тиһә иһә арабыҙҙа диуарҙар ҡалҡа башлағандай – айырым үткән йылдар, айырым үткән юлдар, әллә ниндәй кешеләр, эштәр, проблемалар, көндәлек мәшәҡәттәр зыр әйләнә... Ул ҡайтып китһә, танһыҡ еҫе генә ҡала. Еҫе эҙәрлекләй кеүек, ҡанды ҡыҙҙыра, һағышландыра, үҙәкте өҙә. Һәм мин илайым...
Гөлнара ысынлап тороп иларға тотондо. Бер килке шаңҡып ултырғас, икебеҙ ике яҡтан уны тынысландырырға ташландыҡ:
– Иҫәркәй, нишләп илайһың?! Иларға түгел, ҡыуанырға кәрәк бит!
– Ә мин ҡыуаныстан, ҡыҙҙар, – Гөлнара йәшле күҙҙәре менән алмаш-тилмәш беҙгә ҡарай. – Шатлыҡтан – мин ауырлы...
Беҙҙең ҡыуанғанды күрһәгеҙ! Гөлнараны алып күккә сөйөр инек, ауырлыҡ категорияһы бер түгел. Домофон тауыш биргәс, Гөлнара ҡоштай ишеккә осто:
– Русланым килгән минең арттан! Хәҙер атай-әсәйемә барабыҙ, фатихаларын алырға.
Ишек асылған ыңғайы, беҙҙең дә ауыҙ асылды, күҙ упайҙы. Унда теге донъяны бутаған, серле миңде күргән, дауаханала маңлайға маңлай һуғыла яҙған “тел биҫтәһе”, “мәлғүн”, “ҡороғор” тигәнебеҙ тора ине. Гөлнараның һөйөклө Русланы шул, имеш... Бына, исмаһам, яҙмыш иронияһы... Ҡасан яратышып өлгөргәндәрҙер, үҙҙәренә генә билдәле. Бәхетле һөйгәндәр артынан ишек ябылды, ә беҙ иҫебеҙҙе йыя алмай, ауыҙҙарыбыҙҙы асып тороп ҡалдыҡ.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
*Исемдәр үҙгәртеп алынды.

Сығыу ваҡыты 9-09-2016, 12:19 | Ҡаранылар: 721
|
  • Мөхәббәтме әллә иҫәпме?
  • «Алтыным, Отеллонан ҡас!»
  • Сабый күңелле шағирә
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Гөлнара ФӘХРЕТДИНОВА: «Хыялдар маҡсатҡа илтә»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM